Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте

Тамамланып килгән 2018 йыл ғаилә байрамдарыбыҙ менән иҫтә ҡалыр, моғайын.

70 йәшемде яҡташтарым ауыл байрамы итеп йәй көнө үк (сентябрь ҡыҙы булһам да) башлап ебәргәйне. Ошондай саралар, төрлө тематик кисәләр, әҙәби-музыкаль осрашыуҙар булып, ауыл һәм ҡала китапханаларында, мәктәптәрҙә дауам итте. Әхмәтзәки Вәлиди исемен­дәге Милли китапханала төрлө йәштәге әҙәбиәт һөйөүселәр һәм ҡәләмдәштәрем ҡат­нашлы­ғында уҙғарылған кисә айырыуса йөк­мәткеле һәм тулҡынлан­дырғыс булды. Унда 50 йыллыҡ әҙәби, 45 йыллыҡ журналистик ижадыма, төрлө кимәлдәге күп йыллыҡ депутатлыҡ һәм йәмәғәт эштәремә байҡау яһалды, бай­таҡ тәҡдимдәр ҙә әйтелде. Был сараның ҡайһы бер мәлдәре менән БЮТ каналы аша телевизор ҡараусылар ҙа таныша алды.

Сентябрь һәм ноябрь айҙа­рында респуб­ликабыҙ гәзит-жуналдарында тормош юлыма һәм ижадыма арнал­ған махсус бит­тәр, шиғри шәлкем­дәрем донъя күрҙе, юбилейыма арнап радио-телевидение каналдарында тап­шырыуҙар донъя күрҙе. Рәхмәт ижадымды хөрмәтләү­селәргә!

Ә инде 26 ноябрҙә Өфөнөң “Баш­ҡорт­остан” дәүләт концерт залында “Туҡтат­мағыҙ юлдарымдан” тип исемләнгән кисәм гөрләп уҙҙы. Был сара минең ге­нә түгел, байрамда ҡатнашыу­сы һәр кемдең хәтерендә яҡты иҫтәлек булып ҡалыр, тип уйлайым.

Кисә башланыр алдынан рес­публи­кабыҙ Башлығы вазифа­һын ваҡытлыса башҡарыу­сы Радий Хәбировтың юбилейым ме­нән ихлас ҡотлауы һәм әңгә­мәләшеүе байрамыма сағыу биҙәк өҫтәне.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллинаға, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урын­баҫары Эльвира Айытҡоло­ваға, респуб­ликаның мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға, Мәғариф министр­лығына, мине “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән бүләкләп ололаған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йына оло рәхмәттәрем күңе­лемдән урғыла.

Ғүмеремдең ижади өлөшөн билдәләгән “Туҡтатмағыҙ юлдарымдан” исемле китабымды өлгөртөп, сәхнәлә бүләк иткән “Китап” нәшриәте директоры Ил­һам Йәндәү­ләтовҡа, уны донъя­ға сығарыуҙа ҡатна­шыусыларға, “Библиографик күрһәткес” йы­йынтығын нәшер итеп алып кил­гән Әхмәтзәки Вәлиди исемен­дәге китапхана директоры Айгөл Моратоваға, был мәшәҡәтле эштә көс һалған Мәғлүмәт һәм белешмә-библиография бүлеге хеҙмәткәрҙәренә, Рабиға Ҡуша­ева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙа­лы менән ҙурлаған Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенә, Маҡтау грамотаһы менән бүләкләгән Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенә һәм, әлбиттә, сараны шиғыр­ҙарыма яҙылған йырҙар менән биҙәгән күренекле сәхнә оҫталарына һәм йырсы­ларға, кисәнең режиссеры Илшат Фәхрет­диновҡа, сценарий авторы Нәзифә Нурмөхә­мәто­ваға, “Башҡорт­ос­тан” дәүләт концерт залы директоры Алмаз Сәйетовҡа, алып барыусылар – күренекле сәхнә оҫталары Хөр­мәтулла Үтәшев менән Рус­лан Хайсаровҡа ихлас рәхмәттәремде еткерәм.

Иң-иң оло рәхмәтем – ғаилә­мә, балаларыма, хөрмәтле ҡә­ләмдәш­тәремә, Яҙыусы­лар союзына, уның рәйесе Зәки Әли­баевҡа, һәр саҡ ижадым менән ҡыҙыҡһынып, йырлы-моңло кисәләремә ашҡынып, хөрмәт итеп килгән шиғриәт һөйөүсе тамашасыларыма, мине һәр саҡ яратып, көтөп алған ҡәҙерле яҡташтарыма – Әлшәй районы халҡына, уның мәҙә­ниәтле, рухлы етәксе­ләренә. Шулай уҡ респуб­ликабыҙҙың башҡа төбәктә­ренән хөрмәтләп ҡотлау хаттары ебәр­гән етәкселәргә, мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәт­кәрҙәренә, йәмә­ғәт ойошмаларына рәхмәт сәләмдәре тапшырам.

Байрам кисәһе декабрь башында Әлшәй ерендә, Ҡыпсаҡ-Асҡар Мәҙәниәт йортонда, дауам итте. Иҫ киткес йылы, ихлас, йырлы-нурлы, шиғриәтле ос­рашыуҙар өсөн уны ойоштороусыларға ла рәхмәттәрем барып етһен!

Бөтәгеҙҙе лә яҡын­лашып килгән Яңы йыл менән!


Автор: Гөлфиә ЮНЫСОВА Башҡортостандың халыҡ шағиры


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә