Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Байрам йәмен ебәрмәйек

Хәүефһеҙлекте иҫкәртеү фарыз.

Яңы йыл етеп килә. Күңелле мәшәҡәттәр, шау-шыу, байрамға әҙерлек осоро башланды. Күптәр ҡупшыҡай шыршы ҡуясаҡ, фейерверктар алып, байрамды тағы ла йәмлерәк итәсәк. Әммә ошо өлкәлә ҡануниәт боҙолоп, күңелһеҙ хәлдәр килеп сығыу ихтималы ла юҡ түгел. Был тәү сиратта сифатһыҙ пиротехника, уны балаларға һатыуға бәйле. Бындай проблемаларҙы иҫкәртеү маҡсатында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Халыҡ контроле” федераль проекты ағзалары, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина етәкселегендә баш ҡала баҙарҙарына һәм сауҙа үҙәктәренә рейдҡа сыҡты.

Алдан уҡ шуны әйтеп үтергә кәрәк: әлегә рәсми рәүештә шыршы һатыу башланмаған ине, шуға күрә эшҡыуарҙарҙы осратманыҡ тиерлек. Шулай ҙа ошо асыҡ­ланды: күмәртәләп һатыла баш­лағандары урман хужалыҡта­рынан рәсми рөхсәт менән кил­терелгән. Пиротехниканың да әүҙем һатыу мәле етеңкерәмәгән булып сыҡты. Ә рәсми урындарҙа, сауҙа үҙәктәрендә улар йыл әйләнәһенә бар.

Беҙҙең рейд иң тәүҙә халыҡ телендә “Колхоз баҙары” тип йөрөтөлгән “Меркурий” сауҙа үҙәгенә юлланды. Бында бер нөктәлә һатыу ойошторолған. “Халыҡ контроле” вәкилдәре уларҙың рөхсәт ҡағыҙҙарын тикшергән арала беҙ, журналистар, һатыусы менән аралаштыҡ.
– Йыл әйләнәһенә эшләйбеҙ. Барлыҡ ҡағыҙҙар, лицензиялар бар. Яңы йыл миҙгеле ныҡлап башланманы әле. Күпселек салюттарҙы 25 декабрь тирәһендә ала башлай. Беҙ пиротехниканы 16 йәшкә тиклемге балаларға һатмайбыҙ. Һәр кемгә нисек фай­ҙаланырға икәнен өйрәтәбеҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен хәтерҙә­рендә тоторға өндәйбеҙ, – тине һатыусы Надежда Тимофеева.

Барлыҡ документтар ҙа теүәл булып сыҡты, янғын һүндергес­тәре лә урынында ине, тауар дөрөҫ һаҡлана. Ҡағиҙә булараҡ, бындай рәсми нөктәләрҙә проблемалар бик булмай. Ауырлыҡты урам буйында, тыштағы баҙар­ҙарҙа йәшертен һатҡандар тыу­ҙыра. Беренсенән, уларҙың тауарына лицензия булмай. Тимәк, бындай фейер­верктың сифаты өсөн бер кем дә яуап бирә алмай. Икенсенән, һатып алыусының йәшен дә һорап тормайҙар, бала ни, үҫмер ни – иң мөһиме алһын ғына. Ә шул уҡ баланың ҡулында шартлатҡыс шартлап, бармаҡ өҙҙөрөүе йәки күҙһеҙ ҡалыу ихтималы тураһында уйлап та бирмәйҙәр. Бындай рөхсәтһеҙ һатыусылар ҙа байрам яҡынлаша башлағас ҡына сыға баҙарға. Беҙгә ундайҙар осраманы.

Рейдтың маҡсаты пиротехника һәм шыршы һатыуҙы тикшереү булһа ла, бының менән генә сикләнмәнек, әлбиттә. Черниковка биҫтәһендәге “Төньяҡ” баҙарына йүнәлдек. Сауҙа рәттәре урын­лашҡан бинаны ҡарау ваҡытында байтаҡ етешһеҙлектәр күҙгә салынды. Янғынға ҡаршы махсус таҡталар бар, тик уларҙа асҡыс юҡ. Янғын һүндергестәр ҙә урынында ине, ә бына янғын осра­ғында хәбәр итеү системаһы булмай сыҡты.

Был баҙар янындағы тәғәм­хананың да күп етешһеҙлектәр менән эшләүе асыҡланды. Алъяпҡыс кейеп касса артында ултырған ҡатын шунда уҡ “мин бында эшләмәйем” тип белдерҙе. Етәкселек иһә бөтөнләй күрен­мәне. Проблемалар иһә бында, ай-һай, күп ине. Шунда уҡ күҙгә ташланғаны: антисанитария. Бысраҡ һауыт-һаба тулышып ята, әҙер продукция ҡапланмаған, хаҡтар ҡуйылмаған, етештерелгән ваҡыты ла, яраҡлылыҡ осоро ла юҡ. Бында эшләгән кешеләр күренмәгәс, документтарына күҙ һалып булманы.

Артабан Инорстағы “Юрматы” баҙарына юлландыҡ. Бында һатыусылар асыҡ һауала сауҙа итә. Бер ситтәрәк үҙ баҡсала­рында үҫтергән йәшелсә, еләк-емеш, үҙҙәре эшләгән ваҡ-төйәкте һатҡан инәй-бабайҙар янына барҙыҡ. Ҡануниәткә ярашлы, уларға бындай баҙарҙарҙа урын өсөн ҡуртым хаҡы түләмәй генә сауҙа итергә рөхсәт бирелә. “Халыҡ контроле” ағзалары бының ысынлап шулаймы, юҡмы икән­леген белешергә булды.

– Бер тин дә түләмәйбеҙ урын өсөн, бындай мөмкинлек өсөн рәхмәт! Пенсия ғына етмәгәс, сығабыҙ инде, иш янына ҡуш булһын тип. Баҡсала йәй буйы үҫтергән йәшелсәнән салаттар, еләк-емештән ҡайнатмалар, ҡаҡ ҡойоп һатам, – тине үҙен Мария тип танытҡан инәй.

“Тирәктәр” сауҙа рәттәрен дә инеп ҡарап сыҡтыҡ. Бында ит, балыҡ һатҡан бүлектәр күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында ла етеш­һеҙлектәр байтаҡ. Мәҫәлән, ҡырҡылған ит киҫәктәре, балыҡтар витринаға асыҡ килеш ҡуйылған. Залда контроль үлсәүҙәр булмай сыҡты. Тағы ла шуныһы оҡша­маны: хәләл ит менән сусҡа ите йәнәш ята. Ҡайһы бер һыуыт­ҡыстар тулы ҡеүәтенә эшләмәй ине. Бындағы һатыусылар, БДБ республикаларынан килеүселәр менән сағыштырғанда, шунда уҡ етешһеҙлектәрен таный һәм уларҙы бөтөрөргә һүҙ биреп ҡала.

Фейерверктар һатҡан тағы ла бер магазин Сипайлово биҫтәһен­дә ине. Уныһы бар яҡтан да өлгөлө булып сыҡты. Янғынға ҡар­шы махсус таҡталар, янғын һүн­дергес­тәр – барыһы ла урынында, сигнализация эшләй, документтар менән дә бер проблема юҡ.

“Халыҡ контроле” проектының йәмәғәт советы рәйесе Алексей Прокофьев байрамға петардалар, салют һәм фейерверктар алырға теләүселәргә үҙенең кәңәштәрен бирҙе.

– Тәү сиратта инструкцияға иғтибар итегеҙ, ул мотлаҡ рус телендә булырға тейеш. Шулай уҡ легаль булған фейерверкта ГОСТ буйынса һаны барлығына иғтибар итегеҙ. Пиротехниканың хәүефен күптәр аңлап бөтмәй, ул бит шартлатҡысҡа тиң, шуға күрә үҙенсәлектәре менән алдан танышыу шарт. Бындай тауарҙы 16 йәше тулғандар ғына һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Уның өсөн мотлаҡ паспорт күрһәтеү кәрәк, – тине ул.

“Халыҡ контроле” проекты ағзалары һәм журналистар менән берлектә уҙғарылған рейдҡа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Халыҡ контроле” проектының Башҡорт­остан буйынса төбәк координаторы Гөлнур Ҡолһарина йомғаҡ яһап, түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
– Ғәмәлдә пиротехникаға бәйле проблема юҡ икәнен күрҙек. Беҙ булған барлыҡ урындарҙа ла ҡағиҙәләр үтәлә. Сауҙа нөктәлә­рендә байрамға әҙерлек яҡшы ойошторолған. Ә бына аҙыҡ-түлек, айырыуса ит һатыу буйынса хеҙмәтләнде­реүҙең сифаты юғары тип әйтеп булмай. Санитар нормалар боҙола, һаҡлау дөрөҫ ойошторолмаған. Быларҙың барыһы ла иғтибарға алынды, тейешле урындарға хат ебәреләсәк.

Бындай рейдтарҙы Яңы йылға тиклем тағы ла бер нисә мәртәбә үткәреү күҙаллана. Тикшереп йөрөү һатыусыларға, айырыуса етешһеҙлектәр булғанда оҡша­маһа ла, халыҡтың хәүефһеҙлеге өсөн бик тә кәрәк. Байрам йәмен ебәреп, насар хәлгә тарығансы, уны алдан иҫкәртеү күпкә яҡшы­раҡ бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20