Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Бәләкәй болан”

Урман-ҡырҙарыбыҙ биҙәге.

Ҡоралайҙарҙы “бәләкәй болан” тип тә йөрөтәләр. Уның кәүҙә оҙонлоғо – 100–150, бейеклеге 65–100 сантиметр булһа, ауырлығы 60 килограмдан артмай. Төҫөнә килгәндә, йәйен ерән төҫкә инә, ҡышын һороға әйләнә. Ҡолаҡтары ярайһы уҡ оҙон – 12–14 сантиметр, йөнтәҫ ҡойроғо ни бары
2-3 сантиметр ғына. Ҡойроғо тирәләй артта түңәрәк аҡ табы була. Тәкә ҡоралайҙың өсөнсө йәшенә мөгөҙө сыға, ә биш йәшлектәренеке тармаҡлана. Азия төркөмөнә ҡарағандарының тармағы өсәүгә етә.

Ҡоралайҙың төйәк иткән ере киң: Европаның төньяғына табан Урта Скандинавия һәм Фин ярҙарына тиклем, был яҡлап Кама үҙәндәре һәм Печора йылғаһына ҡәҙәр. Азияға табан Себер һәм Алыҫ Көнсығыш, көньяҡтан төньяҡ Ҡаҙағстанға тиклем йәйелгән. Тянь-Шань, Алтай, Ҡытай, Кореяның таулы-урманлы ерҙәрен дә үҙ итә ул. Башҡортостанда һаны бик күп булмаһа ла, бер төрлөрәк кимәлдә тора. Әле ун йыл эсендә биш меңдән ете меңгә барып етте. Әйткәндәй, тәбиғәт шарттары, йылдың нисек килеүе лә йоғонто яһамай ҡалмай. Хәлһеҙ, сибек кенә ҡоралай бәрәстәре ҡыр кейек­тәренең генә күҙен ҡыҙҙырып ҡалмай, йыртҡыс ҡоштарға ла ем булып тора.

Ҡоралайҙар ҙур аҡланлы, таулы һирәк урмандарҙы үҙ итә. Шулай уҡ ҡыуаҡлыҡтарҙа – йылға үҙәндәрендә йәшәйҙәр. Ә таулы ерҙәрҙә хатта диңгеҙ кимәленән 3500 метр бейеклектәге тауҙарҙың аҡландарына күтәрелеүҙәре мөмкин.

Йәйен улар таңда, кисен һәм төндә ашарға сыға. Ҡышын иһә тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында тамаҡ ялғайҙар. Ҡар күп яуған ваҡытта ҡуйы ағаслыҡта ышыҡланалар. Ҡарҙы таҙартып, үңәсенә еткәнсе соҡойҙар һәм шунда ял итәләр, ләкин ҡоралайҙар тәрән ҡарҙы яратмай: күпселектә туңып, ҡатып ҡалған йәнлек, саңғы эҙҙәренән һуҡмаҡ һалалар.

Европала улар бер тирәлә йәшәй. Таулы урындарҙа йәйен өҫкә күтәрелһәләр, яҙын түбәнгә төшәләр. Ошо уҡ хәл Башҡортос­тандың таулы райондарында ла күҙәтелә. Ҡоралайҙар аҙығының 70 процентын үлән тәшкил итә. Шулай уҡ уҫаҡ, тал, йүкә, ҡайын, имән ағастарының япраҡтарын, йәш ботаҡтарын да үҙ итәләр. Болан, мышынан айырмалы рәүештә, ҡышын ағас ҡайырыһы кимермәйҙәр, ә ҡарағай, артыш ылыҫын ашайҙар. Йәйен һаҙлы урындарҙа үҫкән үҫемлектәрҙе яраталар. Шулай уҡ имән сәтләүеге, еләк-емеш менән дә туҡланалар.
Был хайуандарҙың төп дошманы – бүре һәм һеләүһен. Йәштәренә төлкө лә һөжүм итә.

Күсенеү осоронда улар көтөү-көтөү булып йөрөһә лә, күп ваҡыт “индивидуалист” булып ҡала. Йәйен бәләкәй төркөм хасил итеп йәшәйҙәр: инәләре йәшерәктәре һәм бәрәстәре менән ҡала, тәкәләре яңғыҙлыҡты ярата. Көҙөн иһә был төркөмдәр 20-30 башҡа тиклем берләшеп, күсенеү осорона көтөү 50-100 башҡа етергә мөмкин.

Ҡауышыу ваҡыттары – август-сентябрь. Тәкәләре өс-дүрт йәштән аталандыра ала, ә инә хайуан ике-өс йәштә “өлгөрә”. Ғәҙәттә, бер тәкәгә ике-өс инә тура килә. Шулай ҙа өлөшләтә полигамия (бер тәкә бер орғасы менән генә ҡауыша) булыуы ла мөмкин.

Ҡоралай туғыҙ ай быуаҙ йөрөй. Бер юлы икешәр бәрәсе була, ә бер йәки өс бәрәс һирәк тыуа. Тыуғас, бәрәстәр бер аҙна буйы ошо урында ҡала. Аҙнанан һуң әсәләре артынан эйәреп, үлән ҡымтый башлай. Ҡоралай ике-өс ай имеҙә. Ғүмерҙәренә килгәндә, тәбиғи шарттарҙа 11-13 йәшкәсә йәшәйҙәр.


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ әҙерләне


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 0

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана 27.10.2026 // Йәмғиәт

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә