Илүс Ғарифуллин, Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы: “Эшләһәң, эш ҡарышмай”Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгендәге ҡеүәтле сәнәғәт үҙәге Нефтекама ҡалаһының барлыҡҡа килеү тарихы был яҡтарҙа “ҡара алтын” ятҡылыҡтарын үҙләштерә башлауға туранан-тура бәйле. 1959 йылда Кәсәү ауылы янында нефтселәр һәм төҙөүселәр ҡасабаһы ҡалҡып сыға, ә 1963 йылда ул Нефтекама ҡалаһы исемен ала. Волга-Вятка иҡтисади биләмәһендә урынлашҡан ҡаланы Өфө, Бөрө, Яңауыл, Ағиҙел, Октябрьский, Ижевск, Пермь, Ҡазан, Һамар менән автомобиль юлдары тоташтыра. Тимер юлы аша Мәскәү-Ҡазан-Владивосток яҡтарына сәфәр ҡылыу мөмкинлеге бар. Нефтекамала әле 130 меңдән ашыу кеше йәшәй. Киләһе йыл үҙенең 50 йыллығын билдәләйәсәк ҡаланың социаль-иҡтисади хәле, проблемалары хаҡында һөйләүен һорап, Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Илүс Фәғит улы ҒАРИФУЛЛИНҒА мөрәжәғәт иттек.
— Беҙҙә төрлө иҡтисади тармаҡта эш йәйелдереү өсөн бөтөн шарттар ҙа тыуҙырылған, тип иҫәпләйем. Был тәңгәлдә 2015 йылға тиклем ҡаланың социаль-иҡтисади
үҫеш нигеҙен комплекслы инвестициялау программаһы ҡабул ителде.
Былтырғы эш йомғаҡтары буйынса сәнәғәт үҫеше 106 процент тәшкил итте. Нефтекама автозаводы, Ҡарман ГРЭС-ы, машиналар, нефть ҡорамалдары эшләү заводы, Әмзе урман комбинаты коллективтарының, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡтың хеҙмәт өлөшө тос булды. Предприятиелар ошо осорҙа 37 миллиард һумлыҡ тауар етештерҙе, был 2010 йыл менән сағыштырғанда байтаҡҡа күп. Хеҙмәт хаҡы ла үҫте: бөгөн ул уртаса 17 мең 962 һум тәшкил итә. Ләкин, үҫеш тиҙлеге юғары булһа ла, эш хаҡы буйынса республика, ил күрһәткестәренән ҡалышабыҙ. Тимәк, хеҙмәт хаҡын арттырыу — ҡала предприятиелары алдында торған көнүҙәк мәсьәлә. Бюджет ойошмаларын әйтеп тораһы ла түгел: уларҙа эш хаҡы күпкә аҙыраҡ.
Инвестиция йәлеп итеү — иҡтисади үҫештең төп сығанағы. Былтыр капитал һалыу күләме ҡала буйынса, дөйөм алғанда, 3,2 миллиард һум тәшкил итте, был 2010 йыл менән сағыштырғанда — 123 процент. Был тәңгәлдә Нефтекамала кесе эшҡыуарлыҡтың киң үҫеш алыуы — ҡыуаныслы хәл. Мәҫәлән, 2010 йыл менән сағыштырғанда, кесе эшҡыуарлыҡта инвестиция күләме бер ярым тапҡырға артты, 651 яңы эш урыны булдырылды. Нефтекамала бөгөн биш мең самаһы эшҡыуар иҫәпләнә, ете йөҙҙән ашыу кесе предприятие бар, улар ҡала халҡының 33 процентын эш менән тәьмин итә. Былтыр бер нисә урта һәм кесе сәнәғәт предприятиеһы барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, шуларҙан Ташҡын ауылындағы ҡошсолоҡ фабрикаһы, автомобиль шиналары эшкәртеү заводы, “Прикамье” индустриаль паркының яңыртылған берәмектәре әле уңышлы эшләй.
Хәҙерге көндә иң сетерекле мәсьәлә — ҡаланы төҙөкләндереү. Үкенескә ҡаршы, әлегә тиклем яңы социаль һәм башҡа объекттарға әҙер проект документы юҡ. Бөгөн 400 км юл, 6 км электр селтәре, 44 км һыу һәм 24 км газ торбаһы тиҙ арала яңыртыуҙы талап итә. Былтыр республика иҫәбенә 26 йорт биләмәһе тәртипкә килтерелде, ошо маҡсатта 25 миллион һум аҡса файҙаланылды. Ләкин был диңгеҙҙәге тамсы ғына — әле 200 ихата үҙ сиратын көтә. “Нефтекама”, “Нефтекамаводоканал”, “Электр селтәрҙәре”, “Ремжилстрой”, “Төҙөкләндереү” предприятиеларының эшмәкәрлеге хуплауға лайыҡ.
Былтыр төҙөлөш күләменең кәмеүе лә борсоуға һала. 945 миллион һумлыҡ эш башҡарылған, был, 2010 йыл менән сағыштырғанда, һигеҙ процентҡа кәмерәк. 2011 йылда йәмғеһе 80 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлдө. Нефтекама ошо күрһәткес буйынса Өфөнән һәм Өфө районынан ҡала икенсе урынды биләй. Торлаҡ төҙөүгә иң тос өлөштө “Нефтекамстрой заказчик”, “Интеграл”, “Башнефтепромстрой” предприятиелары индерҙе. Әммә тынысланырға иртә. Бөгөн беҙгә торлаҡ һәм социаль төҙөлөштө йәнләндереү зарур һәм ул тейешле инженерлыҡ селтәре менән тәьмин ителергә тейеш. Был тәңгәлдә төҙөлөш өсөн ерҙең етмәүе бәкәлгә һуға...
Халыҡтың йәшәйеш кимәле күп яҡлап ҡулланыу баҙарының торошона бәйле. 2011 йылда Нефтекама икмәк комбинаты, һөт заводы, “Кама беконы” ит комбинаты, “Хәйерле көн” сауҙа предприятиеһының етештереү күләме артты. Ҡала ҡаҙнаһында сауҙа ойошмаларының өлөшө һиҙелерлек — 2011 йылғы эш йомғаҡтары буйынса тауар әйләнеше 19 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте, түләүле хеҙмәт күрһәтеү күләме лә артты. Предприятиеларҙың етештереү күләменең үҫеүе, сауҙа селтәренең киңәйеүе, әлбиттә, халыҡтың йәшәйешенә ыңғай йоғонто яһай. Ләкин шуныһы: кәштәләрҙә әлегә үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек аҙ.
Социаль өлкәлә лә хәл итәһе мәсьәләләр етерлек. Балалар баҡсаһында урындарҙың етмәүе шуларҙың иң төйөнлөһөлөр. Бөгөн биш меңдән ашыу бала сиратта тора, шуларҙың өс меңдән ашыуына ике йәш ярым тулған. Мәсьәләне хәл итеү өсөн мәктәпкәсә мәғарифты үҫтереү маҡсатлы республика программаһына ярашлы ҡалала һәр береһе 220 урынлыҡ алты балалар баҡсаһы төҙөйәсәкбеҙ, төҙөлөш эштәре былтыр башланды ла инде. Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылында был кескәйҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн, һис шикһеҙ, ҙур бүләк буласаҡ. Бынан тыш, бөгөн ике муниципаль бинаны балалар баҡсаһы итеп үҙгәртеп ҡороу бара.
Һаулыҡ һаҡлау тармағында ла үҙгәрештәр булды — Нефтекама дауаханаһы һигеҙ районды берләштергән медицина үҙәгенә әүерелде һәм республика ҡарамағына тапшырылды. Бөгөн бында перинаталь һәм онкология үҙәктәре бар, быйыл травматология, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм ашҡаҙан сирҙәре үҙәктәре асыласаҡ, улар тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк һәм сирлеләрҙе элеккегә ҡарағанда күпкә юғары кимәлдә һәм сифатлыраҡ хеҙмәтләндерәсәк.
Модернизациялау программаһына ярашлы, дауаханала ремонт эштәре башҡарылды, федераль һәм ҡала ҡаҙнаһынан ошо маҡсатта аҡса бүленде, 30 миллион һумлыҡ заманса медицина ҡорамалдары һатып алынды. Ҡаланың башҡа дауаханалары, поликлиникалары ла яңыртыу талап итә. Ләкин кадрҙар етешмәй — бөгөн 63 табип, 98 шәфҡәт туташы кәрәк.
Физкультура һәм спорттың киң ҡолас алыуына ҡарамаҫтан, ҡалала спорт ҡоролмалары етешмәй.
Нефтекама — йәштәр ҡалаһы һәм бында төп сәйәсәт үҫеп килеүсе быуындың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән. Һуңғы йылдарҙа ихаталарҙа кескәйҙәр өсөн күпләп уйын майҙансыҡтары булдырылды, үҫмерҙәрҙе спортҡа ылыҡтырыу өсөн шарттар тыуҙырылды.
Ҡаланың 24 урта дөйөм белем биреү мәктәбе, 30 балалар баҡсаһы ихатаһын ипкә килтереү йәһәтенән күп көс һалынды, Әммә был тәңгәлдә башҡараһы эштәр бар. Тәү сиратта яңы биҫтәләрҙә үҫмерҙәр клубын сафҡа индереү, подвалдарҙа шөғөлләнгән йәштәр өсөн спорт биналары төҙөү бурысы тора.
Йәштәр сәйәсәтендә иң төп мәсьәләләрҙең береһе — йәш ғаиләләрҙе торлаҡлы итеү. Был юҫыҡта “Йәш нефтекамаларға — торлаҡ” ҡала программаһы ҡабул ителде. Быға ярашлы 36-38 йәшлектәр ҙә торлаҡ алыуға дәғүә итә ала. Икенсе бурыс — ярҙамға мохтаж ғаиләләргә, етем балаларға хәстәрлек күрһәтеү. Ошо йәһәттән быйыл Ленин урамында социаль торлаҡ төҙөләсәк.
Халыҡтың йәшәйеше, ҡаҙнаның муллығы урындағы иҡтисадтың хәле, сәнәғәттең үҫеше менән тығыҙ бәйле. Ҡалала республикабыҙҙың, хатта Рәсәйҙең ғорурлығы һаналған предприятиеларҙың булыуы — нефтекамалар өсөн ғорурлыҡ. Ил, хатта донъяға билдәле “НефАЗ”, төньяҡ-көнбайышты электр менән тәьмин итеүсе Ҡарман ГРЭС-ы, йылдан-йыл нығына барған Нефтекама машиналар эшләү заводы һәм башҡа предприятиеларҙа меңәрләгән кеше көс түгә. Төп капиталына иң күп инвестициялар йәлеп итеүсе “НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән бер рәттән, Нефтекама яһалма күн етештереү берекмәһендә лә етештереүҙе заманса үҙгәртеү өсөн күп көс һалына.
Бөгөн ҡалабыҙ тағы ла күркәмерәк булһын, халыҡ тулы тормош менән йәшәһен өсөн атҡараһы бурыстар бихисап. Эшләһәң, эш ҡарышмай, тиҙәр. Нефтекамаларҙың ҡаланың 50 йыллығын яңы хеҙмәт ҡаҙаныштары, яҡшы кәйеф менән ҡаршы аласағына шигем юҡ.
Исеме донъяла билдәле Заманында Нефтекама автомобилдәр заводы бары тик үҙбушатҡыстарға кузов етештереү менән генә шөғөлләнә ине, бөгөн “НефАЗ” һуңғы тиҫтә йыл эсендә хатта Европа кимәлендә киң танылыу тапты. Әлбиттә, предприятиеның етештереү ҡеүәте лә арта бара. Миҫал өсөн, былтыр бында туғыҙ миллиард һумлыҡ техника етештерелде, был, 2010 йыл менән сағыштырғанда, ҡырҡ процентҡа күберәк.
Нефтекама автозаводының уңыш нигеҙе — һуңғы осорҙа инновация программаларын эҙмә-эҙлекле бойомға ашырыуҙа. Ошо йәһәттән “ҡара алтын” һәм уның продукттарын тултырыу техникаһын етештереү йүнәлеше айырыуса ҙур үҫеш алды. Мәҫәлән, цистерналар эшләүҙә автомат менән иретеп йәбештереү ысулы ҡулланыла, был технологияны үҙләштереүҙә сит илдәрҙең машина эшләү фирмалары ярҙамлашты. Әле цистерналарҙағы ҡулсалы йөйҙәр тап ошо алым менән йәбештерелә, шуға күрә эш ҡыҫҡа ваҡытта һәм юғары сифат менән башҡарыла. Заводтың етештереү күләме йылдан-йыл арта, иҡтисади күрһәткестәр ҙә яҡшыра. Мәҫәлән, үҙбушатҡыс һәм тағылма техника былтыр 2010 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк етештерелгән, вахта автобустары — 35, цистерналар 20 процентҡа күберәк эшләнгән, 520 пассажир автобусы завод ҡапҡаһынан сыҡҡан.
Үҙбушатҡыстар етештереүҙә буяусы роботтар ҡулланыла, был проектты тормошҡа ашырыуҙа Европа белгестәре ҡатнашҡан. Автобустар етештереүҙә заманса технологиялар ҡулланыу тәңгәлендә Германияның “Land Laser” фирмаһы ҙур өлөш индергән — лазер комплексы файҙаланыуға тапшырылған.
Быйыл март айында Нефтекама автозаводы Рәсәй машиналар эшләү тармағы буйынса “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” программаһының иң юғары бүләге — “Сифат алдынғыһы” призына лайыҡ булды.
Быйыл “ЕНТ” немец фирмаһының металл бөгөү пресы сафҡа индерелде, ул үҙбушатҡыстар, ярымтағылмалар яһауҙа уңышлы ҡулланыла.
“НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте һуңғы осорҙа металға хаҡтар үҫкәндә лә иҡтисади тотороҡлолоғон һаҡлап ҡалды, был завод эшселәренән, белгестәрҙән ҙур тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ талап итте. Һөҙөмтәлә предприятие 2011 йылды уңышлы тамамланы. Ҡуйылған маҡсатына өлгәште “Нефаз”дар.
Сәнғәт сәскә атҡандаНефтекамала сәнғәт донъяһы халыҡ ижады байрамдарынан башланып, ҡаланың ғына түгел, тотош төньяҡ-көнбайыш төбәктең мәҙәни үҫешен йәнләндереп ебәргән илһам сығанағына әүерелде.
Удмурт Республикаһы, Татарстан, Пермь крайы менән сиктәш Нефтекаманы күп төрлө милләт вәкилдәре төйәк иткән. Айырыуса һуңғы йылдарҙа башҡорт, татар, урыҫ, мари, удмурт халыҡтарының милли мәҙәниәтен, телен, рухиәтен тергеҙеүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Шуға күрә ҡаланың республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте үҙәгенә әүерелеүе һис тә ғәжәп түгел.
Бай рухи тормош менән йәшәүсе нефтекамалар өсөн артистар — көтөп алынған ҡунаҡ. Айырыуса концерт-театр миҙгеле асылыу осоронда бында Өфөнән, республикабыҙҙың башҡа ҡалаларынан, ут күршебеҙ Татарстандан, башҡа төбәктәрҙән килгән ижади төркөмдәр, театрҙарҙың сығыштарын тамашасы ихлас тәбрикләй. Әммә төбәктәге сәнғәт һөйөүселәрҙе үҙ сәнғәт оҫталары нығыраҡ йәлеп итә. Ҡалалағы бихисап ижади төркөмдәр араһында ун ике үҙешмәкәр сәнғәт коллективына “халыҡ ансамбле” исеме бирелеүе һис тә юҡҡа түгел. Халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре, башҡорт-татар халыҡ театры, йыр ансамблдәре, тынлы оркестр, балаларҙың “Турғай” музыка театры, халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле үҙ төбәгендә генә түгел, башҡа ҡалаларҙа, сит өлкәләрҙә лә уңышлы сығыш яһай. Нефтекамала сәнғәтте үҫтереү менән бер рәттән, күп тармаҡлы мәҙәниәтте, сәнғәтте алға әйҙәү өсөн ҡала хакимиәтенең күп көс, тырышлыҡ һалыуы үҙ емештәрен бирә. Миҫал өсөн, балаларҙың “Виктория” эстрада-спорт бейеүҙәре ансамблен (етәксеһе Виктор Мухин) республикабыҙҙа ғына түгел, ил буйынса ла, Европа илдәрендә лә беләләр. Ул, “Таң йондоҙо” Бөтөн Рәсәй телевизион бәйгеһендә ҡатнашып, бер нисә тапҡыр еңеү яуланы. Нефтекама башҡорт дәүләт филармонияһының эшмәкәрлеге лә һәр яҡлап маҡтауға лайыҡ. Бында бөгөн башҡорт, татар, урыҫ, мари ижади төркөмдәре эшләй, төрлө кимәлдәге сәнғәт байрамдары, концерттар йыш була. Башҡарыу маһирлығын йылдан-йыл камиллаштыра барыусы “Түңгәүер” бейеү ансамбле Башҡортостанда бейеү сәнғәтенең аҫыл йондоҙона әүерелде, тиһәм, һис тә хата булмаҫ. Ҡаланың мәҙәниәт һарайҙарында утыҙға яҡын бейеү төркөмө бар.
Моңға моң тартыла, тиҙәр. Йыр, бейеү сәнғәтенең үҫеше, халыҡтың мәҙәниәткә ынтылышы Нефтекамала төрлө ижади байрамдарға юл аса. Миҫал өсөн, фин-уғыр халыҡтарының “Кама буйы аҫылташтары” халыҡ-ара мәҙәниәт бәйгеһе Башҡортостанда ғына түгел, күрше төбәктәрҙәге, сит илдәрҙәге фин-уғыр халыҡтарының иғтибарын йәлеп итә. Шулай уҡ “Мурпеледыш”, “Чолман йук” мари халыҡ фестивалдәре лә бик матур уҙа. Ә тамашасыларҙың иң көтөп алған байрамы — бына нисә тиҫтә йылдан ашыу уҙғарылған башҡорт-татар йыр бәйгеһе — “Дуҫлыҡ моңо”лор. Йыл һайын уҙғарылған “Ваҡыт ритмдары” бәйгеһендә бейеүселәр үҙ-ара көс һынаша, иң-иңдәр билдәләнә.
Сәнғәткә һөйөү ҡабыҙыу, бигерәк тә йәш быуынды рухи мөхиттә тәрбиәләү өсөн шарттар булдырыу, әлбиттә, еңелдән түгел. Нефтекама ҡалаһы хакимиәте республикабыҙҙың мәҙәниәтте үҫтереү программаһына ярашлы тотороҡло эш алып бара, байтаҡ ижади байрамдарҙың бағыусыһы булып сығыш яһай, мәҙәниәт усаҡтарын тейешле белгестәр менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтә. Илебеҙҙә йәштәрҙе ҡурҡыныс ғәҙәттәрҙән ҡурсалау — көнүҙәк мәсьәлә. Нефтекамала ошо йәһәттән башҡа саралар менән бергә, йәш быуынды милли-мәҙәни юҫыҡта тәрбиәләү, уларҙың рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү йүнәлешендә күп эш атҡарыла. Мәҫәлән, балалар баҡсалары араһында “Ғинуар биҙәктәре” исемле йыр конкурсы уҙғарыла. “Башҡортостан киләсәгенең өмөттәре”, “Уңыш баҫҡысы” һәм башҡа ижади бәйгеләрҙә меңәрләгән үҫмер ҡатнаша.
Ҡала, элекке осор менән сағыштырғанда, танымаҫлыҡ булып күркәмләнде, иҡтисад үҫеше лә киң ҡолас алды, ошоноң менән бер рәттән, ул төньяҡ-көнбайыш төбәктәге иң эре мәҙәниәт үҙәгенә әүерелде. Ҡалала ошо йәһәттән мәҙәни мөхит үҫеше өсөн бына тигән матди нигеҙ булдырылған. Балалар өсөн музыка, рәссамдар мәктәбе, үҙ эсенә туғыҙ китапхананы берләштергән рухиәт усағы, күҙҙең яуын алырлыҡ мәҙәниәт һәм ял итеү урыны, “Мираҫ” картиналар галереяһы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, белем биреү усаҡтары — ҡаланың ғорурлығы ул.
“Ягуар” — ышаныслы ҡалҡан2002 йылда барлыҡҡа килгән “Ягуар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төп бурысы — халыҡ мөлкәтен ҡурсалау, йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, тәртип һаҡлау ойошмаларына ярҙам итеү. Ул ҡаланың һәм республиканың 700-ҙән ашыу объектын ҡурсалай.
“Ягуар”, милек һаҡлауҙан тыш, йөк тейәгән автотранспортты оҙатып барыу, күмәк саралар үткәргәндә тәртип булдырыу, янғын сигнализацияһы, видеокүҙәтеү ҡорамалдарын урынлаштырыу эштәрен дә башҡара. Бынан тыш, ул ҡаланың социаль әһәмиәткә эйә бер нисә объектын һаҡлай. Мәҫәлән, мәсет, Петропавловский храмы, 1-се лицей, музыка мәктәбе, Балалар-үҫмерҙәр ижады үҙәге, “Октава” үҫмерҙәр клубын һаҡ аҫтына алған. Йәмғиәттең ашығыс ярҙам төркөмө автотранспорт, төрлө бәйләнеш ҡорамалы менән тәьмин ителгән.
Ҡаланың эске эштәр бүлеге менән тығыҙ һәм уңышлы хеҙмәттәшлеге өсөн “Ягуар” хеҙмәткәрҙәре күп тапҡыр Башҡортостан Эске эштәр министрлығының Рәхмәт хаты, маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Мәҫәлән, йәмғиәттең генераль директоры Фәһим Низамовҡа 2008 йылда Рәхмәт хаты тапшырылды, ә быйыл ул министрлыҡтың Почет грамотаһына лайыҡ булды. Шулай уҡ ашығыс ярҙам төркөмө етәксеһе Пулат Келдыбековҡа ла Рәхмәт хаты тапшырылды, ә водитель Тимофей Беззубов “Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығына — 90 йыл” тигән маҡтаулы билдә менән бүләкләнде. Әүҙем хеҙмәттәшлек, үҙ бурысына намыҫлы ҡараш, енәйәтселәрҙе ҡулға алыуҙа оҫталыҡ, йәмәғәт урындарында тәртип һаҡлау буйынса тырышлығы өсөн “Ягуар” ойошмаһы быйыл ошо уҡ министрлыҡтың Почет грамотаһына лайыҡ булды.
Йәмғиәт наркоманияға ҡаршы аяуһыҙ көрәшә, үҫеп килеүсе йәш быуынға сәләмәт тормош рәүешен пропагандалай. Ошо йәһәттән “Ягуар” Нефтекама эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә наркотиктар таратыу урынын асыҡлай, коррупцияға ҡаршы көрәш йәмәғәтселек комиссияһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, “Өфө казактарының Башҡортостан Республикаһы бүлеге” ойошмаһы менән бәйләнеш тота.
“Ягуар” Ҡалтасы районының Ҡалмаш балалар йортона шефлыҡ итә. Һәр яҡлап өлгөр ойошма ҡала һәм республиканың спорт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Уның спорт клубында аҙ тәьмин ителгән, ярҙамға мохтаж һәм эске эштәр бүлегендә иҫәптә тороусы 250 бала бушлай шөғөлләнә. Бынан тыш, һаҡсылар йәмғиәте йәштәр комитетына балаларҙың йәйге ялын ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтә.
Халыҡ араһында “Ягуар” хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге бары тик хуплау таба.
Китап — рухиәт шишмәһеКитап — кешенең рухиәтен байытыусы, аң-белемен арттырыусы илаһи көс. Кесе йәштән китап уҡырға әүәҫ кешелә ихтыяр көсө, тормошҡа һөйөү, ғәҙеллек, тоғролоҡ, кешелеклелек һәм башҡа ыңғай сифаттар тәрбиәләнә, уҡымышлы кеше менән әңгәмәләшеүе лә күңелле. Һуңғы дәүерҙәге киҫкен сәйәси хәл, иҡтисади үҙгәрештәр, телевидение аша, кинотеатрҙарҙа күрһәтелгән “боевик”тар йәштәрҙең аң-зиһенен томаланы. Күп балалар матур әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныу түгел, уҡыу программаһындағы мотлаҡ әҙәбиәтте лә ҡулына алмай башланы. Көнө-төнө Интернет селтәрендә ултырыусыларға ла, әлбиттә, бер ниндәй китаптың да кәрәге юҡ...
— Шуға ҡарамаҫтан, һуңғы дүрт-биш йылда китап һөйөүсе йәштәр бермә-бер артты, — тип һөйләй Нефтекаманың үҙәкләштерелгән китапханаһы мөдире Гөлфинә Абзалова. — Айырыуса БДУ-ның Нефтекама филиалы, колледждар, лицей, мәктәптәрҙә төрлө әҙәбиәтте ҡулынан төшөрмәүселәр байтаҡ. Классика, милли әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың күбәйеүе — шулай уҡ ҡыуаныслы күренеш. Мәктәптәрҙәге юғары класс уҡыусылары күберәк Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте менән бәйле әҙәбиәт һорап мөрәжәғәт итә, китапхананың уҡыу залындағы гәзит-журнал төпләмәләренә лә туҙан ҡунмай. Республиканың “Китап” нәшриәте менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ — фәнни әҙәбиәт, проза, шиғыр китаптары алабыҙ. Шуныһы үкенесле: шиғриәтте бик хуп күреп бармайҙар бөгөн, ләкин, ни тиһәң дә, матур әҙәбиәт етешмәй, шуға күрә халыҡтан да китап йыябыҙ. Китапханабыҙҙа барлығы башҡортса — 4 188, урыҫса — 59 964, татарса — 1 386, мари телендә 111 китап иҫәпләнә.
Китапханала байрамдарға, күренекле шәхестәрҙең юбилейҙарына арналған күргәҙмәләр, конференциялар, осрашыуҙар даими уҙғарыла. Ҡала мәктәптәрендә китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан төрлө темаға кисәләр ойошторола, йәмәғәт урындарында, ғаиләлә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, бөйөк шәхестәр хаҡында мауыҡтырғыс әңгәмәләр үткәрелә. Бында күптән түгел “Әңгәмәсе” йәштәр үҙәге асылды, үҙәк тарафынан байтаҡ саралар уҙғарылды.
— Яңыраҡ БДУ-ның Нефтекама филиалының буласаҡ журналистары, ҡала гәзиттәре мөхәррирҙәре менән осрашыу уҙғарҙыҡ, тиҙҙән Йыһан темаһына арналған конференция, әҙәбиәт буйынса бәйге ойоштормаҡсыбыҙ, — ти “Әңгәмәсе” үҙәгенең етәксеһе Альбина Исхаҡова.
Үҙәкләштерелгән китапханала ике йыл элек күренекле шағир Әнғәм Атнабаев үҙәге асылғайны. Унда яҙыусы хаҡында бай мәғлүмәт тупланған, күргәҙмә эшләй.
Нефтекамала йәмғеһе туғыҙ китапхана эшләй, уларҙың фондында 349 372 китап бар. Ләкин бына нисәмә йыл инде бер мәсьәлә бәкәлгә һуға — китапханаларҙа башҡорт, татар яҙыусыларының урыҫ телендәге баҫмалары етешмәй, булғандары ла шаҡтай таушалған.
Эйе, хәл итәһе мәсьәләләр булһа ла, ҡалала китап уҡыусыларҙың һуңғы ваҡытта артҡандан-арта барыуы — китапхана хеҙмәткәрҙәре өсөн шатлыҡлы күренеш. Тимәк, халыҡ күңелендә әҙәбиәткә, белемгә, рухиәт усағына ынтылыш һүнмәгән.
Тупланманы Марат МОРАТОВ әҙерләне.