Ишембай нефть ятҡылыҡтары асылыуға — 80 йылӘлхасил, быуаттар үтеп, мең бәләләргә тарып, батырлыҡты ла, бахырлыҡты ла күреп, Башҡортостан нефте үҙенең барлығын иҫбат итте. Нефть нимә, иң мөһиме — уға йән өргән нефтселәр тоҡомоноң үҫә башлауы үҙе бер тарихи күренеш ине.
Быраулау мастеры С.М. Андрияновтың хәтерләүҙәренән өҙөк килтерәм. Ул үҙе Башҡортостанға Баҡынан килгән булған икән: “Ишембай яҡындағы һәм алыҫтағы ауылдарҙан күмәкләп ағылған меңдәрсә башҡорт, татар, сыуаш егеттәре һәм ҡыҙҙары өсөн эшсе мәктәбенә әүерелде. Уларҙың күптәре урыҫса аңламай ҙа ине, әммә нефтселәр һәм төҙөүселәрҙең дуҫ ғаиләһендә урыҫ теленә тиҙ үк өйрәнеп алдылар. Нефть барыбыҙҙы ла берләштерҙе, аралашырға һәм бер-беребеҙҙе аңларға, эшсе һөнәрен йәһәтләп үҙләштерергә мөмкинлек бирҙе”.
Ул арала нефть эҙләү эше йәйелдерелә барып, яңынан-яңы төбәктәрҙе үҙ эсенә ала. Башҡортостандың көньяғында, геологик шарттарҙың ҡатмарлы булыуы арҡаһында, эҙләнеү емештәрҙе наҡыҫыраҡ бирһә лә, хәҙерге Туймазы ҡалаһы тирәһендә алға яҡшы өмөт бағларлыҡ ятҡылыҡтар табыла. Мәсьәлә шунда: Туймазы нефтенең ҙурыраҡ майҙандарҙа һәм боронғораҡ ҡатламдарҙа ятыуы мәғлүм була. Был ошо типтағы нефтте тотош республика биләмәләрендә эҙләргә мөмкин буласаҡ, тигәнде аңлата. Йәнә бер үҙенсәлек: Туймазы нефте, Ишембай яғындағы һымаҡ, өҫкә һырҡып сығып ятмай һәм уны геологик, геофизик тикшеренеүҙәр юлы менән генә асыҡларға мөмкин.
1936 йылда Туймазы яғындағы Нарыш, Япрыҡ һәм Төркмән ауылдары тирәһендә, геологтар М.Ф. Мартьев менән В.С. Виссарионовтар әҙерләгән проект буйынса, тәрәнгә быраулаусы тәүге разведкалау скважиналары һалына. Әйткәндәй, һеҙҙең авторығыҙға теүәл ун йыл элек “Башнефтегеофизика” йәмғиәтенең етмеш йыллығына арналған “Путь к богатству недр” тигән китап яҙырға насип булғайны. Унда байтаҡ юлдар аҙағыраҡ “Башнефтегеофизика” тресының тәүге баш инженеры булып киткән Виссарионов, һуңғараҡ уны алмаштырған Мартьевҡа арналғайны. Хәйер, нефть, газ эҙенән геологтар ҙа, геофизиктар ҙа бергәләп бара бит.
Геологтар Туймазы тирәһендә девон нефтен табыуға ҙур өмөт бағлай. Әммә тәүге тырышлыҡтар һөҙөмтәһеҙ тамамлана. Шул уҡ ваҡытта ошонда эшләгән геологтар А. Трофимук менән Ҡ. Тимерғәзин девон ҡатламынан мул нефть алыуға ышанысын юғалтмай. Ә Андрей Трофимук нефть геологияһында ҙур ғалим булып китә. Волга–Урал һәм Көнбайыш Себер нефть ятҡылыҡтарын эҙләү һәм асыуҙы ғилми яҡтан нигеҙләүҙә уның хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ. Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР Дәүләт премияһына ике мәртәбә лайыҡ булған академик Андрей Алексеевич Трофимук артабан Новосибирск ғилми үҙәген булдырыуҙа ҙур роль уйнаны һәм уны етәкләне.
Ҡадир Тимерғәзин иһә, ғөмүмән, легенда. Ул башҡорттар араһынан үҫеп күтәрелгән беренсе геология-минералогия фәндәре докторы. Башҡортостан Фәндәр академияһы ағзаһы, үҙе лә күренекле геолог Морат Камалетдинов Ҡадир Рәхим улын “башҡорт Ломоносовы” тип атай. Был сағыштырыуҙа, бәлки, хаҡлыҡ та барҙыр. Михайло Васильевич, мәҫәлән, химик, минеролог, геолог, географ, тупраҡты өйрәнеүсе, шағир, рәссам, тарихсы булған. Тимерғәзин иһә петрограф, минеролог, геохимик, геолог-стратиграф, нефтсе, мәғдәнсе һәм фән тарихсыһы һанала. Ломоносов Рәсәй Фәндәр академияһында беренсе химия лабораторияһы булдырған. Уның ныҡышмалы юллауы буйынса 1755 йылда Мәскәү университетына нигеҙ һалынған. Тимерғәзин Өфө нефть ғилми-тикшеренеү институтын булдырыуҙы башлап йөрөгән һәм уны ойошторошҡан. Шулай уҡ 1951 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалын асыуҙа һәм уның составында Тау-геология институтының эшләй башлауында Ҡадир Рәхим улының хеҙмәте ғәйәт ҙур. Һәм, ахыр килеп, ике ғалим да иртә киткән: Ломоносов — 54-тә, Тимерғәзин — илле йәшендә.
Ҡадир ағайҙың Мәскәүҙә вафат булып, Өфө уның менән бәхилләшкән саҡта, мин Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөй инем. Ағайҙың кәүҙәһе Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры фойеһында ята. Халыҡ диңгеҙҙәй эркелешеп килә. Ул саҡ, хәҙерге кеүек, юғары исемдәр алған ғалимдар күп түгел ине. Ә профессор Тимерғәзин, иҫән ваҡытында уҡ, халыҡ һөйөүен яулағайны һәм ул һөймәлекле улын милли батыры һымаҡ ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙатты.
Шулай ҙа бөгөнгө һөйләшеүҙең темаһы булған ғәмәлдәргә әйләнеп ҡайтайыҡ. 1943 йылда хәҙерге Ишембай районының Кинйәбулат ауылынан алыҫ түгел ҙур ятҡылыҡ асыла. Мастер М.С. Голяков бригадаһы тарафынан бырауланған 5-се скважина тәүге осорҙа тәүлегенә 130 тонна нефть бирә. Кинйәбулат ятҡылығын асҡаны өсөн Башнефтекомбинаттың баш геологы Андрей Трофимукка Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә, ә быраулау мастеры М. Голяков Ленин ордены менән бүләкләнә. Әммә юғары наградаларҙан да бигерәк шуныһы мөһим: Бөйөк Ватан һуғышының ҡыҙған мәле, фронт яғыулыҡ талап итә, нефттең һәр килограмы дошмандың йәнен ҡыйыр пуляға бәрәбәр. Ғөмүмән, Башҡортостан нефте тарихы сәхифәләрен юллай китһәң, ундағы батырҙарҙың күп булыуы бер хайран ҡалдырһа, фиҙаҡәрлектең көндәлек хеҙмәт рәүешен алыуы йәнә һоҡландыра. Һуғыш башланғас, Башнефтекомбинатҡа директор итеп Степан Иванович Кувыкинды тәғәйенләйҙәр. Ул Башҡортостан нефтенә 17 йыл етәкселек итә, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була, СССР Дәүләт премияһын ике мәртәбә ала. Республикабыҙҙың нефть сәнәғәте тарихында, күптәрҙең фекеренсә, С.И. Кувыкинға тиңләшерлек абруй булмағандыр ҙа.
Был донъяла оҙаҡ йылдар йәшәүҙең дә ыңғай бер яғы бар. 1945 йылдан “Башнефть” тресы, унан берекмәһе тип йөрөтөлгән предприятиела эшләгән данлыҡлы байтаҡ кешеләрҙе уҙған быуаттың 70-се йылдарынан алып мин дә күрә йөрөнөм, ҡайһы берәүҙәре тураһында яҙыу бәхете лә тейҙе. Ғөмүмән, нефть һәм нефтселәр яҙыусылар, журналистар, телевидение хеҙмәткәрҙәренең һәр даим иғтибарында булды. Кирәй Мәргәндең “Нарыштау итәгендә” исемле романын уҡып үҫтек. Рәшит Солтангәрәев та, “Өфөнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығында ижади командировкала булып, “Йылы ямғыр” тигән повесть яҙҙы, балалар өсөн “Нефтселәр юлынан” исемле хикәйәләр йыйынтығын сығарҙы. Ләкин ижад кешеләренең нефтселәр менән хеҙмәттәшлеге бының менән генә сикләнмәй. Талантлы шағирыбыҙ, заманында Башҡортостан комсомолы премияһын алған Хисмәтулла Юлдашев әлеге көндә Көнбайыш Себерҙә нефть сығарып йөрөй. Был да уның ижадына яңы ҡеүәт өҫтәп ебәрер тигән өмөт бар.
Етди журналистикаға аяҡ баҫҡан ғына йәштәр, беҙ, нефтселәрҙең хеҙмәтен идеаллаштыра инек, шикелле. Социалистик Хеҙмәт Геройы, вышка монтажлаусылар бригадаһы бригадиры Ҡәйүм Ғимазетдин улы Ихин вышканы бер скважинанан икенсеһенә уны һүтмәйенсә генә күсереү технологияһын индергәйне. Йәнә ғәжәпләндергәне: оло нефтселәр араһында фронт үтеп ҡайтҡан яугирҙәр ҙә байтаҡ ине. Баҡалы районының Үҫтем ауылы егете Талип Латип улы Нурҡаев һуғыштан Советтар Союзы Геройы булып ҡайтҡайны, “Туймазынефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығында әлеге байлыҡтарҙы сығарыу буйынса оператор булып эшләп, СССР Дәүләт премияһы лауреаты исемен дә алды. Бүздәк районының Кәпәй-Ҡобау ауылынан Хәтмулла Аҫылгәрәй улы Солтанов — Дан орденының тулы кавалеры, нефть фронтында Социалистик Хеҙмәт Геройы ла булып китте. Хәҙер Октябрьский ҡалаһындағы урам Талип Нурҡаев исемен йөрөтә. Хәтмулла Солтановтың исемен Туймазы һәм Ҡандра урамдарына биргәндәр, төрлө урындарҙа һәйкәлдәр ҙә бар. Хәтмулла ағайға арналған “Звезды за бой, звезды за труд” исемле документаль повесында Ғилемдар Рамазанов уларҙың бер үк металдан ҡойолоуы тураһында яҙғайны. Ҡаһарманлыҡ баһаһы яуҙа ла, тыныс хеҙмәттә лә берҙәй үк икән.
Ниһайәт, сурытыбыраҡ киткән һүҙҙе йомғаҡлар алдынан, бер нисә генә һанға иғтибар итәйек. Әгәр 1932 йылда Башҡортостан нефтселәре 4,6 мең тонна “ҡара алтын” сығара алһа, 1967 йылда ул 47 миллион 851 мең тоннаға еткән. Артабан, байтаҡ йылдар нефть күләме 45–40 миллион тонна кимәлендә торғандан һуң, егерменсе быуат аҙағына ул 11–12 миллионға ҡарап ҡалды. Бының сәбәптәре төрлөсә һәм был турала һөйләшеү форсаты бер килеп сығыр әле. Хәҙер “Башнефть” компанияһы йәнә үҫеү юлына баҫты, һәм нефть күләме арта бара. Башҡортостанда нефть бөтә, тигән хәбәрҙәр ҙә буш булмаҡсы. Һәр хәлдә, Нефть химияһы һәм эшкәртеү институты директоры, техник фәндәр докторы Эльшад Теләшевтың әйтеүенә ышанғанда, нефть төпкөл ҡатламдарҙа үҙенән-үҙе өҫтәлә тора һәм һис ҡасан да уның аҙағы күренәһе түгел.
Илем тип йән атыу, ирлек һәм батырлыҡтың да аҙағы булмаһын ине.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.