Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Белеү зыян итмәҫ

Кешене өс-алты сәғәт эсендә ҡотҡарып була.

Йыл һайын йәмәғәтселек, медицина ойошмалары Бөтә донъя инсультҡа ҡаршы көрәш көнөн билдәләй. Маҡсаты билдәле: халыҡтың сир тураһында мәғлүмәткә эйә булыуын арттырыу, диспансерлаштырыу һәм иҫкәртеү, медицина тикшеренеүҙәренең мөһимлеген, хәүеф факторҙарын аңлатыу.

Республика кардиология үҙәгенең консультация-диагностика поликлини­каһында быйыл да “Асыҡ ишектәр көнө” үткәрелде, табиптар лекциялар менән сығыш яһаны, “Сәләмәтлек үҙәге” күсмә мобиль комплекстар райондарға сығып, кешеләрҙең ҡанындағы холестерин, глюкоза кимә­лен тикшерҙе, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә килтергән хәүефле фак­торҙарҙы билдәләне. Өфөнөң 41-се урта мәктәбендә өлкән класс уҡыу­сылары менән “Һаулыҡ дәресе”н Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева үҙе үткәрҙе. Әммә был саралар ғына үҙен аҡла­май, һәр кем сирҙең хәүефе тураһын­да бай мәғлүмәткә эйә булырға тейеш.

Нимә һуң ул инсульт?

Инсультты дауалап буламы? Ауырыуҙы өй шарттарында нисек тәрбиәләргә? Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, ул — бик хәүефле, мейеләге ҡан әйләнеше боҙолоу менән бәйле сир. Өҫтәүенә тиҙ үҫешә (бер нисә минут, сәғәт дауамында), баш мейеһе өлөшөнөң һәләк булыуы менән бәйле билдәләр шунда уҡ күренә башлай.

Инсульт кисергән кешенең һауы­ғыуы өсөн айҙар, ҡайһы саҡта хатта йылдар талап ителеүе мөмкин. Әгәр ҙә ғаиләлә ауырыуға даими рәүештә дөрөҫ ярҙам күрһәтелһә, организм функциялары йәһәтерәк һәм яҡшыраҡ тергеҙелә.

Ауырыуҙа һауығыуға теләк һәм өмөт тыуҙырыу бик мөһим. Фатир һәр яҡтан да уңайлы булырға тейеш. Тотоноп йөрөү өсөн уңайлыҡтар кәрәк, карауат эргәһенә бейек арҡалы кресло, бәләкәй өҫтәл ҡуйығыҙ. Ауырыу файҙалана алырлыҡ радиотелефон йәки телефон, бәйләнеш өсөн ниндәйҙер сигнал булыуы шарт.

Дарыуҙарҙы ваҡытында инструк­ция­ға ярашлы тейешле дозала эсеүҙе контролләгеҙ. Табиптан ниндәй аҙыҡ-түлек йәки эсемлек­тәрҙән тыйылып тороу кәрәклеген белешегеҙ. Тәүлек әйләнәһенә ауырыуҙың ҡан баҫымын даими үлсәп, яҙып барығыҙ. Көндәлек алып барһағыҙ, бигерәк тә яҡшы булыр.

Әҙерләгән аш-һыуҙа май һәм холестерин миҡдары аҙ булырға тейеш. Йәшелсә, емеш-еләк, төрлө һуттар менюла булһын. Ауырыуҙың сәләмәт тормош алып барыуын күҙәтергә онотмағыҙ. Уның хәл-торошон иҫәпкә алып, саф һауаға сығарырға тыры­шығыҙ, хәрәкәтләнеү һәләте ҡайта­рылғанда көн дә тышта йөрөтөгөҙ. Хәл белешергә тип өйөгөҙгә күпләп ки­леүселәр һанын сикләгеҙ, артыҡ оҙаҡ һөйләшеүҙән, көсөргәнеш то­йоу­ҙан ауырыуҙың ныҡ арыуы ихтимал.

Тормошта шулай ҙа булыуы бар: инсульт кисергән кеше йыш ҡына депрессияға бирелә, дарыуҙарҙан, дауанан баш тарта, физик күнегеүҙәр ҙә уны ҡыҙыҡһындырмай. Өҫтәүенә уның ҡуҙғыусанға әүерелеүе, холҡон­да кирелек, тупаҫлыҡ билдәләре күренеүе ихтимал. Был осраҡта бар ғаилә ағзаларынан да тотанаҡлыҡ, һиҙгерлек, түҙемлек сифаттары талап ителә. Аҡыл һәләте һәм әүҙемлек талап иткән уйындар, шөғөлдәр ҙә сәлә­мәтлекте нығытырға ярҙам итәсәк. Белгестәр етәкселегендә, уларҙың кәңәшен тотоп, зыян күргән телмәр, йотоу функцияларын, хәрәкәтләнеү һәләтен тиҙерәк тергеҙергә мөмкин буласаҡ.

Ауырыуҙы нисек танырға?

Сирҙең тәүге билдәләре күҙә­телгән­дән алып өс-алты сәғәт дауамында мейелә төҙәтә алмаҫлыҡ үҙгәрештәр үҫешен туҡтатырға була әле, тип иҫәпләй табиптар.

Ауырыу үҙе тойған сир билдә­ләре:
3 Көтмәгәндә хәлһеҙлек тойоу, бит, ҡул йәки аяҡ мускулдарының, ғәҙәттә, тәндең бер яғында ойоуы.
3 Күҙҙәргә әйберҙәрҙең ҡуш булып күренеүе йәки күреү һәләтенең ҡырҡа насарланыуы.
3 Көтмәгәндә контролде юғалтыу (кеше үҙенең ҡайҙа икәнен аңламай, асыҡ һөйләшә алмай, координация боҙола).
3 Сәбәпһеҙ-ниһеҙ күңел уйнай, ҡоҫҡо килә, баш сәнсә.
Ошо сәбәптәрҙең кәм тигәндә ике­һен генә булһа ла үҙегеҙҙә тойһағыҙ, ашығыс рәүештә табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Ситтән күҙәтелгән
сир билдәләре:

3 Ауырыуҙың йылмайыуын үте­негеҙ: йөҙөнөң ҡыйшайыуы һиҙе­ләме-юҡмы?
3 Ҡулдарын өҫкә күтәрһен (береһе икенсеһенән түбән булмаҫҡа тейеш).
3 Телмәрен күҙәтегеҙ, кеше тотлоҡмаймы-юҡмы икәнен асыҡ­лағыҙ.
3 Кешенең теле ҡыйшайған-ҡый­шаймағанын да иғтибарға алығыҙ.
Ошо билдәләрҙең береһен генә булһа шәйләһәгеҙ ҙә, табип ярҙамы кәрәк тигән һүҙ.



Автор: Г. МӨХӘМӘҘИЕВА, табип-невролог


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә