Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Һаулыҡ һағында осраҡлы кешеләргә урын юҡ”

Ауылда ғына түгел, ҡалала ла табиптар етешмәй.

1-се клиник дауахана ҡаланың 56 мең кеше йәшәгән көньяҡ-көнбайыш районы халҡын хеҙмәтләндерә. Заман ҡуйған талаптарға яраҡлашырға тырышып, яңыртыу ағымынан ҡалышмай, өр-яңы дауалау ысулдарын ҡыйыу үҙләштерә медицина коллективы.

Дауахананың баш табибы Азат Ҡорбанғәлиев­тең кабинетынан учреждениеның һәр эш урынындағы хәл ус төбөндәгеләй күренеп тора. Видеокамераның күҙәтеүе аҫтында көн буйы эшләү медицина хеҙмәткәрҙәренә уңайһыҙ түгелме икән, тигән уй ҙа үтте баштан. “Хеҙмәткәрҙәрҙең эшенә бер ниндәй дәғүә лә юҡ, видеокамера, һис һүҙһеҙ, дисциплинаны нығытыуҙан тыш, төрлө аңлашылмаусы­лыҡтарҙы асыҡларға, сиратты көйләргә ярҙам итә”, — ти Азат Марат улы.

Эргә-тирәләге ете район һәм өс ҡала халҡын юғары технологиялы медицина хеҙмәте менән тәьмин иткән дауахана Башҡортостанда, Өфөләге 21-се, Ғ. Ҡы­уа­тов исемендәге республика дауаханаларынан ҡала, күп профилле учреж­дениеларҙың өсөнсөһө. Ҡаланың иң йәш биҫтәһендә урынлашҡан дауахана комплек­сы утыҙ йыллыҡ тарихында донъя стандарттары кимәлендә медицина ярҙамы күрһәтеү ынтылышы менән йәшәй.

— Ниндәй хәстәрҙәр менән мәшғүлһегеҙ, Азат Марат улы?
— Бөгөн беҙҙә 1400 кеше эшләй. Коллектив көслө, халыҡ-ара сертификаттарға эйә булған табиптар, маҡтаулы исемдәргә, дәрәжәләргә лайыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә етерлек. Дауахана нигеҙендә дүрт район-ара ҡан тамырҙары, онкология, перинаталь һәм травматология үҙәктәре эшләй. Телемедицина бүлексәһе пациенттарҙы дауалауҙа республикабыҙҙың ғына түгел, ә Рәсәй, сит илдәрҙең абруйлы белгестәрен дә йәлеп итеү мөмкинлегенә эйә.

— Заманса ҡорамалдар, юғары технологиялы медицина ярҙамы ҙур сығым талап иткәнен аңлайбыҙ. Ауыр хеҙмәтегеҙҙең һөҙөмтәһе ҡыуандырырлыҡмы һуң?
— Быға тиклем бик ҡатмарлы тойолған операцияларҙы ла яһарға өйрәндек. Даими рәүештә ошо йүнәлештә заманса ҡорамалдар һәм ысулдар менән эшләйәсәк белгестәр әҙерләйбеҙ, уҡытабыҙ. Ҡан тамырҙары үҙәгенең булдырылыуы менән инвалидлыҡ осраҡтарын кәметеүгә өлгәштек. Ә 2012 йылда йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы өлкәһендә инфаркт һәм йөрәк ишемияһы осрағында коронар артерия­ларҙы стентлау ысулы индерелеүе һөҙөмтәһендә күптәрҙе үлемдән йолоп алып ҡалдыҡ. Фажиғәле хәл осраҡтарының ике тапҡырға кәмеүе күҙә­телде. Тимәк, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыуға миллионлаған һум һалыуҙың һөҙөмтәһе бар, артабан да камиллаштырыу юлынан тайпыл­маҫҡа тырышырға кәрәк.


— Һеҙ — бик ҙур, ҡеүәтле медицина комплексына етәкселек итеү менән бер рәттән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты вазифаһын да иңегеҙгә йөкмәгән етәксе. Үҙегеҙ йөҙөп эшләгән тармаҡ эшен йәнләндереү йәһәтенән дә эшлекле идеяларығыҙ, уй-пландарығыҙ барҙыр, моғайын?

— Үҙегеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ, республика­быҙҙың медицина учреждениелары табиптарға ҙур ҡытлыҡ кисерә. Сәбәптәренә туҡталып тормайынса, хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү буйынса ҡайһы бер фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡ­сымын. Беҙҙең бына тигән, күп тармаҡлы дауаханабыҙҙа ла ошондай проблема бар тиһәм, бәлки, ышанмаҫһығыҙ ҙа. Әлеге ваҡытта учреждение иллегә яҡын табипҡа мохтажлыҡ кисерә. Ә бәләкәй ҡалаларҙың, төпкөл ауылдар­ҙың кадрҙарҙы йәлеп итергә ниндәй мөмкинлеге, тартыу көсө булһын? “Ауыл фельдшеры”, “Ауыл табибы” программалары аптыраған көндән тигәндәй барлыҡҡа килтерелде, әммә улар беҙ көткән өмөттө аҡламаны тиерлек.

Минеңсә, проектта ҡатнашыусыларҙың йәшен сикләмәү һөҙөмтәле булыр ине, тормоштан кү­ренеүенсә, илле йәштән өлкәнерәк белгестәрҙең ергә, тыуған төйәктәренә тартылыу көсө ҙур. Уларҙы был йәштә ауыл ерҙәренә еректереү еңелерәк тә, өмөтлөрәк тә. Тормош уртаһында ҡайнап йәшәргә күнеккән йәш-елкенсәктең бер аҙ өлөшөн ауылдарҙа төпләндерә алыуыбыҙға ышанам, әммә күпселекте бер ниндәй “ҡалас” йәки “ҡамсы” менән дә төбәктәрҙә эшләргә күндереп булмаҫ кеүек, шуға күрә проектта ҡатнашыусылар һанын арттырырға теләһәк, йәш сиген ҙурайтырға кәрәк.

Үрҙә әйтелгән проекттарҙы камиллаштырыу өҫтөндә күп уйланғаным булды. Бәлки, “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” урынына “Кәрәкле табип” тигәне ҡулайлыраҡ булыр? Мәҫәлән, 500 мең һумлыҡ грант йә сертификат булдырып, биреү шарттарын төптән уйлап, кадрҙар ҡытлығын кәметә алырбыҙ. Йәш белгестәр өсөн өҫтәмә уңайлыҡтар тыуҙырыу мөмкинлеген дә табырға була, мәҫәлән, ҡала хакимиәте беҙгә эшкә килергә теләк белдергәндәрҙең сабыйҙарын балалар баҡсаһы менән тәьмин итергә әҙер.

— Медицина университеттарын тамамлап та үҙ һөнәре буйынса эшләмәгән йәштәрҙе ылыҡтырыу юлдары бармы?
— Мин уларҙы мөһим тармаҡҡа осраҡлы килеп тарығандар исемлегенә индерер инем. Ҡала мәктәптәрендә беҙ өс медицина класын булдырып дөрөҫ эшләнек тип иҫәпләйем. Бәләкәйҙән үк аҡ халатлыларҙың эшен баһаларға өйрәнгән, медицинаға һөйөү һәм хөрмәт менән ҡарарға күнеккән быуын араһында осраҡлы кешеләр булмаясағына иманым камил.
Етәксе кешегә тағы ла бер бурысты оноторға ярамай: коллективтағы һәр кем үҙе тураһында хәстәрлекте тойһон өсөн, уңайлы эш шарттары булдырыу зарур. Ял итеү, тамаҡ ялғау, сәй эсеп алыу өсөн урын, буфет та кәрәк. Беҙ ошо уңайҙан да, файҙаһыҙ, һөҙөмтә бирмәгән сығымдарҙы ҡулайлаштырыу йәһәтенән дә эш алып барабыҙ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған

Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған 15.05.2026 // Йәмғиәт

Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты

Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты 15.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың өс районы биләмәһендә юғары класлы янғын хәүефе индерелде

Башҡортостандың өс районы биләмәһендә юғары класлы янғын хәүефе индерелде 15.05.2026 // Йәмғиәт

Муниципалитет халҡынан һәм ҡунаҡтарынан һаҡлыҡ күрһәтеүҙәрен һорайҙар....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде 15.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде...

Тотош уҡырға 1

Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне

Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне 15.05.2026 // Йәмғиәт

Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне...

Тотош уҡырға 1

Өфөнөң Совет майҙанында кадеттарға наградалар тапшырылды

Өфөнөң Совет майҙанында кадеттарға наградалар тапшырылды 15.05.2026 // Йәмғиәт

Улар – Башҡортостандың ғорурлығы, тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе эҫе ял көндәре көтә
Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған

Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған 14.05.2026 // Йәмғиәт

Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара 14.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды 14.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды...

Тотош уҡырға 1

Республикала бер ир балаһына 1 миллион һум түләмәйенсә ҡасҡан
Республикала Дәүләт автоинспекцияһының махсус операцияһы башланды

Комментарий өҫтәргә