Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәкерле вирустың һинең кем булыуыңда эше юҡ

Уны йоҡтормау башлыса кешенең үҙенән тора.

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы хәбәр итеүенсә, Рәсәй дәүләте донъяла ВИЧ эпидемияһы ояһына әйләнә бара. Башҡортостанда ла хәл маҡтанырлыҡ түгел, ВИЧ-инфекциялыларҙың дөйөм һаны артыуын дауам итә. Инфекция теркәлмәгән бер генә муниципаль берәмек тә ҡалманы хәҙер. Йәштәр, эшкә һәләтле йәштәгеләр араһында сирҙең юғары тиҙлек менән артыуы Башҡортостандың демографик һәм иҡтисади хәлендә лә сағылыш алыуы билдәле. Халыҡ-ара тәжрибәнән күренеүенсә, эпидемия илдәге финанс мөхитенә, эшсе көстәр торошона кире йоғонто яһай. Ауырыуҙарҙы дауалау һәм тәрбиәләү ҙә ҙур ресурстар талап итә.

Аҙна һайын республикала ВИЧ-инфекциялы ауырыуҙар асыҡлана. Бындай тиҙлек менән таралғанда, сирҙең шәхси проблема булыуҙан уҙып, илдең хәүефһеҙлегенә, иҡтисадына төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килтергән бәләгә әүерелеүе мөмкин.

СПИД-ты иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең баш табибы Сергей Владимирович ЗАЙЦЕВ төбәктәге сиргә бәйле хәүефле хәл үҙенсәлектәре, һаҡланыу һәм иҫкәртеү саралары тураһындағы һорауҙарға тулы, аныҡ яуап бирергә тырышты.

– Сергей Владимирович, һеҙ Үҙәктең баш табибы вазифаһын яңыраҡ ҡына үҙ иңегеҙгә алһағыҙ ҙа, ошо йүнәлештә 25 йыл эшләп, ҙур тәжрибә туплаған белгес. Сир артҡан, мәғлүмәт күбәйгән һайын эш ҡатмарлаша ғына тора­лыр?..
— Хәҙер бөтә норматив-хоҡуҡи база булдырылғас, тейешле закондар ҡабул ителгәс, иҫкәртеү һәм дауалау стра­тегияһы билдәләнгәс, эште планлаштырыуы ла, ойоштороуы ла күпкә еңеләйҙе. Яңы асыҡланған ауырыуҙарҙың һаны кәмей барыуы ла табиптарҙа өмөт уята. Тимәк, иҫкәртеү эше үҙ һөҙөмтәһен бирә тигән һүҙ. Быйыл 2295 сирлегә диагноз ҡуйылды (былтырғынан 5,1 процентҡа кәмерәк). Шуларҙың 79 проценты сирҙе енси юл менән йоҡторған, ә 19 проценты — парантераль, йәғни ауырыу кешенең ҡаны аша.

Өҫтәүенә сирҙең өлкәнерәк, өлгөрөү йәшендәгеләр араһында күбәйеүен күрәбеҙ. Бөгөн 61 йәштән өлкәндәр араһында 364 ауырыу иҫәпләнә.

— Иң аяныслыһы — сирле әсәнең көтөп алған ҡәҙерле балаһына инфекция йоҡтороуы. Тормоштарын күңелһеҙ хәлдән башлаған сабыйҙар йәл…
— Быныһы — ВИЧ-инфекция тара­лыуҙың өсөнсө юлы. Уның ауырға ҡалыу, бала табыу һәм имеҙеү осоронда йоғоуы ихтимал. Сирҙе йоҡтороу осраҡтары 20-30 процент тәшкил итә, ваҡытында иҫкәртеү саралары һөҙөмтәһендә уны 2-5 процентҡа тиклем кәметергә мөмкин. Сабыйҙарҙың хәүефле төркөмгә инеүе өсөн, әлбиттә, ата-әсәһе сәбәпсе. Быйыл ауырға ҡалған 127 ҡатында ВИЧ-инфекция табылды.
Ауырлы саҡта һәм бала тапҡанда вирусты йоҡтороу хәүефен махсус дарыу­ҙар ярҙамында һәм сабыйҙы күкрәк һөтө менән туҡландырыуҙан баш тартҡанда күпкә кәметергә була. Ошо сараларҙы үтәгәндә, осраҡтарҙың 90-98 процентында бала организмына вирус эләкмәйәсәк.

— Йәшерен-батырын түгел, ВИЧ, СПИД һүҙе халыҡты әле лә ҡурҡыта. Диагноз серен һаҡлау хоҡуғы бул­ғанлыҡтан, эргәбеҙҙә күпме сирле йөрөүен беребеҙ ҙә белмәй. Хатта белмәү яҡшыраҡтыр ҙа, сөнки шик­ләнеү тойғоһоноң күптәнге дуҫлыҡты ла, иптәшлекте лә юҡҡа сығарыуы ихтимал.
— ВИЧ бит кешеләр үҙ-ара аралашҡан, һөйләшкән мәлдә йоҡмай. Тән тиреһе, яраланмаған, зарарланмаған осраҡта, вирус өсөн ныҡлы барьер булып тора. Ҡул биреп күрешкәндә, ҡосаҡлаш­ҡанда сир йоҡтороу мөмкин түгел. Шуны ла иҫтә тотоғоҙ: ВИЧ үбешеү, һауыт-һаба, ванна менән уртаҡ файҙаланыу, телефон, компьютер, йорт йыһазы һәм башҡа көнкүреш әйберҙәре аша таралмай. Ҡайһы берәүҙәрҙең ишек тотҡаһын тоторға ла, бассейнға йөрөргә лә шикләнгәнен ишеткәнем бар. Тағы ла бер ҡабатлайым: вирус көнкүреш кәрәк-ярағы аша таралмай.

Кешенең тышҡы ҡиәфәтенә, йөҙ-башына ҡарап ҡына уның ауырыу икәнен асыҡлап булмай. Бары бер генә ысул бар: антиматдәләргә ҡан тапшырып, үҙеңдә сир булыу-булмауын асыҡлау. Ғәҙәттә, хәүефле бәйләнештән һуң өс-алты ай үткәс, ҡан тапшырып, сәлә­мәтлегеңде тикшереү һөҙөмтәле, сөнки антиматдәләр зарарланғандан һуң 1,5-3 ай эсендә хасил була, ошонан алда анализ биргәндә уның дөрөҫлөккә тап килмәүе, ауырыуҙың йәнә башҡаларҙы зарарлауы ихтимал.

— ВИЧ-инфекциялы кешене тулы­һынса һауыҡтырып буламы?
— Үкенескә ҡаршы, ауырыуҙы тамам һауыҡтырыу мөмкин түгел, әммә хәҙер вирусҡа ҡаршы махсус препараттар ярҙамында ғүмер оҙайлығын һәм хеҙмәткә һәләтлелекте арттырырға була.
Пациенттар өсөн дарыуҙар табип күрһәтмәһе буйынса түләүһеҙ бирелә. Республикала әле 2717 кеше препарат­тарҙан бушлай файҙалана. Бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ, һуңғы биш йылда был тәңгәлдә ҙур аҙым яһалды, федераль бюджеттан тейешле кимәлдә аҡса бүленә.

— Дауаланыу күпмегә төшә?
— Бер ауырыуға 20 мең һум тирәһе аҡса тотонолоуы, сирҙең дәрәжәһенә ҡарап, был сумманан да артыуы ихтимал. Эш башы аҡсала түгел, ә пациенттың табип тарафынан бирелгән күрһәт­мәләрҙе, кәңәштәрҙе теүәл үтәүе, сирҙең таралыуына юл ҡуймауы, аңлы рәүештә дауаланыуы барыһынан да көнүҙәк, барыһынан да мөһимерәк.

— Әгәр ҙә ауырыу дауаланырға теләмәһә?
— Ундай пациенттар ҙа осрап тора. Үҙемдең дә ошондай киреләнгән, ҡаршылашҡан, хәүефте инҡар итергә тырышҡан ауырыуҙар менән күҙгә-күҙ әңгәмәләшкәнем булды. Табиптың үҙенә ҡарата ышаныс тыуҙыра алыуы бик мөһим был осраҡта. Һөйләшә-аңлаша торғас, уларҙың күпселеге яҙылып китә, даими дауаланырға ризалаша. Пациент сирҙең үҙе өсөн ни тиклем хәүефле икәнлеген күҙ алдына килтерергә тейеш, хәҙерге препараттарҙың тәьҫирле, зарарһыҙ булыуын, тормош сифатын улар ярҙамында яҡшыртыу мөмкинлеген дә ваҡытында еткереү зарур.

— ВИЧ-инфекциялы граждандар­ҙың хоҡуҡтарын сикләгән ҡанундар бармы?
— Хәүефле сиргә юлыҡҡан граждандар бөтә һау-сәләмәт кешеләр кеүек үк, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына ярашлы, барлыҡ хоҡуҡтарҙан һәм азатлыҡтарҙан файҙаланырға хоҡуҡлы. Ошо диагноз ҡуйылыу сәбәпле, уларҙы эштән бушатыу, мәнфәғәттәрен сикләү, хеҙмәткә алмау тыйыла. Әлбиттә, никахҡа инеү өсөн дә хоҡуҡтары бар, тик был осраҡта кешенең үҙендә аяныслы сирҙең барлығын иҫкәртеүе мотлаҡ.
Әлеге ваҡытта иҫәптә торған бөтә балалар ҙа даими дауа ала, кемдер мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларға йөрөй, кемдер гимназия, лицейҙарҙа белем ала. Уларҙың хоҡуҡтарын сикләгән бер закон да юҡ.

— Ҡасандыр кешелек был хаҡта бөтөнләй белмәгән дә, хәүефләнмәгән дә, ҡайһылай тыныс та, рәхәт тә мөхиттә йәшәлгән. Мәкерле сирҙең башланыу тарихы нисек?
— Байтаҡ йылдар элек АҠШ-тың бер нисә ҡалаһында билдәһеҙ сирҙән халыҡ күпләп ҡырыла башлаған. Табиптар диагноз ҡуя алмай йонсоған, төрлөсә дауалап ҡарағандар, әммә дарыуҙар ярҙам итмәгән. Аптырашта ҡалған табип һәм ғалимдар уны ныҡлап өйрәнеүгә тотонған.
1983 йылда француз профессоры Люк-Монтанье сирҙең сәбәбен асҡан, бөтә бәлә — вируста. Профессор уны ВИЧ (Кеше иммунодефициты вирусы) тип атаған. Тап ошо вирустың кеше организмын бөтә сирҙәр алдында көсһөҙләндереүен иҫбатлай алған.

— Ә нимә һуң ул вирус?
— Төрлө кейек, мал-тыуар, балыҡ, үҫемлек, ылымыҡ, бәшмәк, бактерия һәм вирус — беҙҙең Ер планетаһындағы тормош формалары. Төрҙәре, үҙенсә­лек­тә­ре, ҙурлыҡтары буйынса улар бер-береһенән ныҡ айырыла. Иң бәләкәйе, башҡа береһенә лә оҡшамағаны — вирустар. Уларҙы миллиондарса тапҡыр ҙурайтып, бары электрон микроскоп аша күрергә мөмкин. Кеше организмы кү­ҙәнәгенән дә бәләкәйерәк вирустың мәкерлегенә иҫ китә. Ул үҫемлек, хайуан йәки кеше иҫәбенә иркенләп йәшәй ҙә йәшәй.

Кеше организмындағы һәр ағза, һәр күҙәнәк айырым функция үтәй. Уларҙы һаҡлаған үҙенсәлекле система иммунитет тип атала. Ҡандағы “һаҡсы” ролен үтәгән лимфоциттар бөтә микробтарға ҡаршы көрәшеп, уларҙы зарарһыҙлан­дыра. Кеше иммунодефициты вирусы ҡанға эләгеү менән ошо лимфоциттарҙы юҡҡа сығара. Шулай итеп, иммунитет көсһөҙләнә, организмды яҡлай алмай башлай. Хатта тымау тейгеҙеү генә лә кеше өсөн ҡурҡынысҡа әүерелә.

— Һаҡланыу юлдары хаҡында ла әйтеп уҙһағыҙ ине.
— Инфекцияны таратыуҙың иң хәүеф­ле юлы наркотик ҡулланыу аша икәнле­ген күптәр беләлер. Бер үк шприцты һәм энәләрҙе ҡулланыуҙан, дауаханаларҙа санитария-эпидемиология тәртибен үтәмәүҙән бәләгә тарыуың бар. Һаҡланыу саралары ябай: ҡанлы предметтарға тотонмағыҙ, айырыуса тән тиреһендә йәрәхәттәр булған осраҡта; һәр кемдең шәхси теш щеткаһы, маникюр ҡайсыһы, ҡырыныу станогы булыуы шарт; ҡолаҡ тиштереү, пирсинг кеүек ғәмәлдәрҙе косметология кабинеттарында ғына эшлә­тергә кәрәк. Бәйһеҙлек, еңел аҡыллылыҡ һөҙөмтәһендә енси бәйләнештәргә инеүҙең эҙемтәләре билдәле инде, уйланмай эшләнгән аҙымдың тормошоңдо, пландарыңды юҡҡа сығарыуы ихтимал.

Тест үтеүҙең өҫтөнлөктәре, һис һүҙһеҙ, етерлек: беренсенән, үҙеңдең генә түгел, яҡындарыңдың да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймау өсөн; икенсенән, эпидемияға бәйле борсолоу тойғоһонан ҡотолоу өсөн; өсөнсөнән, тормошто ғәҙәттәгесә дауам итеү маҡсатында тейешле ҡарарға килеү өсөн. Сиргә юлыҡҡан хәлдә лә төшөн­көлөккә бирелергә ярамай: сәләмәт­легеңде хәстәрләргә, ваҡытында дауа алырға һәм инфекцияны таратмау сараларын күрергә кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872