Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алға ҡарап йәшәйҙәр
Алға ҡарап йәшәйҙәрБыл көндәрҙә республикала нефть сығарыла башлауға 80 йыл тулыу айҡанлы ҙур байрам саралары үтә. Тантана ойошторолған ҡалалар араһында Нефтекама айырым урын алып тора. Был ҡалала компанияның бер нисә эре бүлексәһе нефтселәре — Арлан, Южарлан һәм Краснохолмск бүлексәләре ветерандары һәм бөгөнгө хеҙмәткәрҙәре байрамға йыйылды. “Ҡара алтын” табыусыларҙы ҡотлау өсөн “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең юғары етәкселеге лә килде.
Нефтекамалағы тантаналар Ҡала мәҙәниәт һарайында ойошторолдо. Байрамда оҙаҡ йылдар нефть тармағында эшләп хаҡлы ялға китеүселәрҙең күпләп ҡатнашыуы шунда уҡ күҙгә ташлана ине. Эйе, был яҡтарҙа ветерандарға иғтибар һәм ихтирам ҙур. Улар тантананың уртаһында булды, хеҙмәттәре өсөн лайыҡлы хөрмәт күрҙе.
Ошо урында был төбәктә “ҡара алтын” табыла башлау тарихына ла күҙ һалып китәйек. Арлан ятҡылығы тарихы 1955 йылдың аҙағында башлана. Бында өс скважина урынлаштырыла, тарихҡа уның 3-сөһө инеп ҡала. Краснокама районының Әшит ауылынан 750 метр ситтәрәк мастер Шәрифйән Сәхәпов бригадаһы быраулаған 3-сө скважинанан нефть бәреп сыға, тәүлегенә 140 тонна нефть алына. Шулай Арлан ятҡылығында СССР-ҙағы беренсе юғары үҙлелекле нефть табыла. Башҡа ятҡылыҡтарҙа нефть табыу тәжрибәһен ярайһы уҡ туплаған Башҡортостан нефтселәре Оло Арлан ятҡылығын үҙләштереүгә яңыса ҡарарға ярҙам итә. Унда эшләүселәр илдә тәүгеләрҙән булып ҡатмарлы технологик бурыстарҙы хәл итеү юлдарын таба.
Бөгөн “Арланнефть” — барлыҡ Башҡортостан нефтенең ҡеүәте һәм көсө символы. Арлан ятҡылығы Башҡортостандағы иң ҙур һәм Рәсәйҙәге эре ятҡылыҡтарҙың Алға ҡарап йәшәйҙәрбереһе. Ул үҙ эсенә биш эксплуатация майҙанын ала: Арлан, Николо-Березовск, Яңы Хазина, Йосоп һәм Вятка (Удмуртия территорияһында урынлашҡан). Шуныһы ҡыҙыҡ: 57 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, Арлан нефте ятҡылығын асҡан 3-сө скважина һаман да сафта. Ул көн һайын ике тонна “ҡара алтын” бирә.
Ҡала мәҙәниәт һарайының фойеһында был төбәктә нефть сығарыуҙың тарихына арналған күргәҙмә ойошторолғайны. Тантаналарҙа ҡатнашыу өсөн килгән “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Александр Корсик күргәҙмәләге һәр фотоһүрәтте иғтибар менән ҡараны, уны оҙатып йөрөүсе ветерандар уларға аңлатма бирә барҙы. Фотоһүрәттәрҙә 1955 йылдан алып беҙҙең көндәргәсә тарих сағыла ине. Иғтибарҙы йәлеп иткән тағы ла бер экспозиция бәләкәй балаларҙың һәм мәктәп уҡыусыларының “ҡара алтын”ға арналған һүрәттәр күргәҙмәһе булды. Сабыйҙар ҡулы менән төшөрөлгән һүрәттәргә ҡарап шул аңлашыла: был яҡта нефть тармағы тормошҡа ныҡлы үтеп ингән, күп балаларҙың ата-әсәһе ошо һөнәрҙе ғүмерлеккә һайлаған. Уҡыусыларҙың эштәренә ҡарап, уларҙың да киләсәктә тап нефтсе булырға теләгәне асыҡ күренә. 13 йәшлек Артем исемле үҫмерҙең һүрәте күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Рәсемдәге шат йөҙлө нефтсенең ҡулындағы торбаның бер яғына “ҡара алтын” инә, икенсеһенән ул шунда уҡ аҡсаға әйләнеп сыға.
Фойела Арлан, Южарлан һәм Краснохолмск предприятиеларының тарихын сағылдырыусы фотоальбомдар ҡуйылғайны. Уның янынан ветерандар бер минутҡа ла өҙөлмәне. Һәр кем үҙен эҙләне, хеҙмәттәштәрен, таныштарын ҡарап ҡыуанды.
Түшендә Социалистик Хеҙмәт Геройы йондоҙо ҡаҙалған оло йәштәге ир-уҙаман күҙгә ташланды. Уның менән яҡындан барып танышмау мөмкин түгел ине. Ҡәйүм бабай Ихин булып сыҡты ул. Заманында вышкалар монтажлаусы бригада бригадиры булған икән. Уның бригадаһы вышкаларҙы бер ятҡылыҡтан икенсе ятҡылыҡҡа ташыу менән шөғөлләнгән. Элек вышканы күсереү өсөн тулыһынса һүткәндәр, икенсе урынға алып барып еткәс, киренән йыйғандар. Был бер-ике ай ваҡытты алған. Ҡәйүм Ихин иһә илдә беренсе булып быраулау ҡоролмаһын һүтмәй килеш кенә күсереү технологияһын уйлап тапҡан һәм эштә файҙалана башлаған. Был ҡоролманы бер көн эсендә күсереү һәм шул уҡ көндө эш башлау мөмкинлеген биргән. Ошоноң өсөн уға Герой исеме бирелгән. 81 йәшен тултырған бабай ғүмеренең 50 йылын нефть тармағына арнаған.
Алға ҡарап йәшәйҙәр— Хеҙмәтте Октябрьскийҙа башланым, аҙаҡ Нефтекамаға күскәс, ғүмер буйы ошонда эшләнем. Нефтсе һөнәрен һайлағаныма бер ҡасан да үкенгәнем булманы. Киреһенсә, һәр ваҡыт ғорурланып йәшәнем. Һөнәрем мине күтәрҙе, — тине ул.
Ә Николай Шуваловтың хеҙмәт стажы — 35 йыл. Уның күкрәген “Нефть сәнәғәте отличнигы” һәм “Рәсәйҙең атҡаҙанған нефтсеһе” билдәләре биҙәй. Хеҙмәт юлын оператор булып башлап, төрлө вазифаларҙа эшләй һәм махсус техниканың автотранспорт цехы директорына тиклем күтәрелә.
— Беҙҙең ғаилә — нефтселәр династияһы. Дөйөм стажыбыҙ — 400 йылдан ашыу. Әле ҡыҙым менән улым да был юлды дауам итә — Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, тармаҡта эш башланылар. Ауыр ҙа, кәрәкле лә һәм бик ҡыҙыҡлы ла һөнәр ул, — ти Николай Шувалов.
Ғөмүмән, был көндө ветерандарға күп хөрмәт күрһәтелде. Зал уларҙы аяғөҫтө тороп тәбрикләне. Ә был ваҡытта сәхнәлә байрам концерты башланды. Балалар ансамбле “Ҡара алтын” тип аталған бейеү менән сығыш яһаны. Йәш таланттар һығылмалы бейеү теле аша һөнәрҙең асылын күрһәтергә тырышты.
Сәхнәгә “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Александр Корсик күтәрелде. Ул Өфөлә “Ҙур химия” Халыҡ-ара форумынан килеүен һәм унда Башҡортостан Президенты менән осрашыуын әйтте, залда ултырыусыларға Рөстәм Зәки улының сәләмен һәм ҡотлауын еткерҙе.
— Рөстәм Хәмитовты “Башнефть” йәмғиәтенең байрамы менән ҡотлағайным, ул, был көн — барлыҡ Башҡортостан халҡының байрамы, тине. Ысынлап та, был республика байрамы, беҙҙең дөйөм көнөбөҙ. Нефть табыусы предприятие өсөн 80 йыл бик абруйлы дата, — тине Александр Корсик. — Әле фойела ҡуйылған фотоһүрәттәр менән танышып сыҡтым. Бүрәнә вышкалар булған, кешеләр бик ауыр шарттарҙа эшләгән. Тик бер кем дә бирешмәгән, ауырһынмай ғына көндәлек хеҙмәте менән юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Әле эш еңелерәк тойолһа ла, был улай түгел, шулай уҡ көс һәм тырышлыҡ һалып хеҙмәт итергә кәрәк.
Александр Корсик әйтеүенсә, нефть тармағында бары тик үҙенсәлекле кешеләр эшләй. Уларға фиҙаҡәрлек, эшенә тоғролоҡ, намыҫ хас. Предприятиеның бөгөн дә илдә иң яҡшылар рәтендә булыуы, яңы маҡсаттар ҡуйып алға ҡарап йәшәүе ошо героик кешеләрҙән, уларҙың хеҙмәтенән тора.
— Шуныһы шатлыҡлы: “Арланнефть”тең башында торған ветерандар бөгөн дә иҫән һәм беҙҙең арала бар. Улар — тере тарих, — тип дауам итте компания президенты. — Тарихты ихтирам итәбеҙ һәм алға ҡарап йәшәйбеҙ. “Башнефть”тең киләсәге бар, мөмкинлектәре етерлек. Бөгөндән Башҡортостанда тикшеренеү эштәре бара, геологтар әйтеүенсә, яңы ятҡылыҡтар табыуға өмөт ҙур. Мин дә быға ышанам. Бөгөн республикала сығарылған 15 миллион тонна сик түгел, ул тағы ла артыр тип уйлайым.
Компанияның киләсәге һәм мөмкинлектәре тураһында Александр Корсик журналистар менән аралашҡанда ла һөйләне. 2011 йылда (һуңғы 14 йылда беренсе тапҡыр!) нефть сығарыу күләмен 15 миллион тоннаға тиклем еткергәндәр. “Башнефть” үҙ эшмәкәрлеге географияһын киңәйткәндән-киңәйтә. Геологтар раҫлауынса, Башҡортостанда ҙур булмаған һәм ваҡытында тулыһынса эшкәртелмәй ҡалған ятҡылыҡтар тороп ҡалған. Бөгөн уларҙы үҙләштереү мөмкинлеге ҙур. Киләһе йылдан республикала разведкалау буйынса эре программалар тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Уның һөҙөмтәһе буйынса быраулау өсөн яңы объекттар билдәләнәсәк. Компания Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә әүҙем эш алып бара һәм яңы ятҡылыҡтар үҙләштерә. Быйыл ғына Ненец автономиялы округында биш участкаға лицензия алынған.
Ә был саҡта сәхнәлә байрам концерты дауам итте. Предприятиеның алдынғы хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй Энергетика министрлығының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары, “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Маҡтау грамоталары тапшырылды. Ветерандарҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе “Башнефть-Добыча” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Владимир Ильясов тәбрикләне.
— Юбилей менән ҡотлайым. Байрамыбыҙ айҡанлы илдәге башҡа нефть компанияларынан да ҡотлауҙар килә, улар беҙгә көнләшеп ҡарауын йәшермәй. Сөнки беҙ тармаҡтағы оло предприятие булһаҡ та, бөгөн уңышлы эшләйбеҙ, киләсәгебеҙ бар, — тине ул. — Хөрмәтле ветерандарыбыҙға шуны әйтәм: һеҙҙең арттан килгән йәштәр ҙә тырышып эшләй һәм йөҙөгөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй.
Шулай уҡ Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Илүс Ғарифуллин ҡотланы.
— Был “Башнефть”тең генә түгел, ә беҙҙең дөйөм байрамыбыҙ. Ҡалабыҙ, төбәгебеҙҙең ныҡлы үҫеше бында нефть табыуҙан башланды. Күркәм, төҙөк ҡала һәм ауылдар барлыҡҡа килде. Нефтекама ҡалаһы өсөн ветерандарға ҙур рәхмәт, — тине ул.
Байрам гөрләп үтте. Унан айырыуса ветерандар ҡәнәғәт ҡалды. Сәхнәлә балалар сығыш яһаны, шулай уҡ предприятиела эшләүсе хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙ талантын күрһәтте. КВН командаһы сығышы иһә залдағыларҙы көлдөрөп тә алды.
“Башнефть” — Рәсәйҙә генә түгел, ә донъяға билдәле ҙур нефть компанияһы. Ул республикабыҙҙың ҡеүәтен һәм абруйын күрһәтә. Уның киләсәге яҡты.
Әлфиә ӘЙҮПОВА
Нефтекама ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21