Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көнсығыштан гел генә ҡояш ҡалҡмай
Күп кенә дәүләттәрҙең зиндандарына Рәсәй граждандарын ябыу мауыҡтырғыс бер уйынға әүерелде, ахыры. Йә Норвегия күршебеҙ, Рәсәй һыуҙарынан беҙҙең үк балыҡсыларҙы ҡыуып, уларҙы әсир төшөрөргә маташа. Йә Бөйөк Британияла, йә Алманда, йә Грузияла Рәсәй “шпиондарын” күпләп тотоп алалар. Америка Ҡушма Штаттары осоусы Ярошенконы, наркотиктар ташыуҙа ғәйепләп, төрмәгә япты. Ғәйебе асыҡлап та еткерелмәгән эшҡыуар Бут зинданға ғүмерлеккә бикләнеүе ихтимал. Үрмәксенән күрмәксе тигәндәй, тажик туғандар ҙа урыҫ милләтле ике осоусыны оҙаҡ ваҡытҡа тотҡонлоҡҡа хөкөм иткәйне.
Рәсәй Федерацияһы дипломаттары менән иң юғарғы етәкселәренең бәләгә тарыған ватандаштарына ҡарата ғафиллығы хәҙер, әйткәндәй, һис кемде лә ғәжәпләндермәй. Горбачев ваҡытында хасил булған, Ельцин батшалыҡ иткәндә дауам иткән һәм Медведев хакимлыҡ иткән йылдарҙа үҫтерелгән “Чего изволите?” тигән Көнбайыш алдында кәпәс һалыу тышҡы сәйәсәт доктринаһына әүерелде шикелле. Көнбайыш алдында Рәсәйҙең теҙ быуыны ҡалтыраған һайын, тегеләр уҫалыраҡ та, мәкерлерәк тә тотона. Әгәр “Американың милли мәнфәғәттәре”, әлеге рәүешле, бар донъяға таралыр булһа, уға ҡаршы торор әмәлдәр тапмаһаҡ, Кавказ да, Афғанстан да, хатта беҙҙең Себер менән Волга буйы ла АҠШ “мәнфәғәттәре” зонаһына инәсәк. Бөгөн Иран, Афғанстан тирәһендәге хәлдәрҙең көндән-көн буталсыҡ була барыуы күрше Урта Азия дәүләттәре сәйәсәтенә лә ныҡ йоғонто яһай. Тажикстандың, АҠШ менән Рәсәй араһында оҙаҡ бәүелә торғас, ахыр килеп, беҙгә арҡаһын күрһәтеүе был төбәктә халыҡ-ара ваҡиғаларҙың яңы боролош алыуын дәлилләй.
Әгәр һүҙҙе Урта Азияның элек союздаш республикалар булған мөстәҡил яңы дәүләттәре тураһында алып барһаҡ, ул илдәрҙәге төп ҡәүемдәрҙең тарихи традициялары, диндең йоғонтоһо, этно-социаль үҙенсәлектәр һәм, аҙаҡ килеп, ҡаҙаҡ, үзбәк, төркмән, ҡырғыҙ, тажик халыҡтарына уртаҡ менталитеты хаҡында онота алмайбыҙ. Редьярд Киплинг “Көнсығыш — ифрат нескә нәмә”, тигән һәм ошо ябай ғына раҫлауҙа тәрән психологик мәғәнә ята, сөнки Көнсығыш кешеһенең йөҙөнән китмәгән йылмайыу, күп осраҡта, ихлас тойғоларҙың сағылышы түгел, бәлки битлек кенә булып сыға. Ғөмүмән, “көлә килгән кешенән абай бул” тигән әйтем көләкәс, алсаҡ йөҙ күрһәткән кешеләрҙең күңелендә күләгә ятыуы ихтималлығына ишара яһай.
Дөйөм алғанда, мосолман халыҡтары менталитеты менән Европа, славян ҡәүемдәренең араһында кисеп сыҡҡыһыҙ диңгеҙ ята. Рәсәй дәүләтен көнсығышҡа һәм көньяҡҡа киңәйтә башлаған Иоанн IV батша ла, император Бөйөк Петр ҙа көнсығыш халыҡтарының килде-киттеле холҡон яҡшы аңлаған һәм, улар менән түҙеп йәшәрлек мөнәсәбәттәр булдырыр өсөн, көстән бигерәк, нескә дипломатияға күберәк таянған. Әммә мәкерлек һәр даим шул булып ҡала. Петр I Хива яғына ебәргән экспедиция корпусының хыянатсыл ҡапҡанға эләгеп тар-мар ителеүе, Рәсәй илсеһе Александр Грибоедовтың Фарсыла дини фанатиктар ҡулынан һәләк булыуы боронғо тарихҡа ҡайтып ҡалһа, хыянат, һатылыу, ике йөҙлөлөк осраҡтары яңы тарихта ла тулып ята. Ҡыҫҡаһы, Рус дәүләтенә, СССР һәм Рәсәйгә Көнсығыш хакимдарының бер уйҙы уйлап, икенсе хәбәрҙе һөйләп, өсөнсөнө эшләү ғәҙәтенә күптәнән үк күнегергә кәрәк ине лә, әммә урыҫ халҡының ҡанында булған бер ҡатлылыҡ һәм һүҙгә мөкиббән китеп ышаныу дәүләтебеҙҙе ғүмер баҡый төп башына ултырта килде.
Элекке союздаш республикалар, мөстәҡил дәүләттәр булып, РСФСР-ҙан ғәмәлдә оло ҡан ҡойошһоҙ ғына айырылып китһә лә, уларға үҙаллы тормошон һәүетемсә ойоштороу еңел булманы. Яңы дәүләттәрҙе айырыуса йонсотҡан проблемалар араһында ҡайһылыр береһен генә күрһәтеү мөмкин түгел. Дәүләтселек тәжрибәһенең булмауы, милләт-ара татыулыҡтың юҡлығы, иҡтисади бәйләнештәрҙең өҙөлөүе, әлеге дәүләттәрҙән урыҫ телле ҡәүем вәкилдәрен ҡыҫырыҡлап сығарыу — былар барыһы ла тотороҡлолоҡ килтермәне, әлбиттә. Әммә эске тормошто милли толерантлыҡ нигеҙендә ойоштороу, мәҫәлән, Ҡаҙағстан Республикаһына тәбиғи һәм сәнәғәт потенциалын тиҙ күтәрелә торған яңы дәүләт төҙөүгә йүнәлтеү форсатын бирҙе. Ғөмүмән, ҡаҙаҡ халҡының милләт лидеры тип танылған президент Нурсолтан Назарбаев сәйәсәт менән иҡтисадты бер мисәүгә егә алған, прагматик фекерле етәксе булып сыҡты.
Ғөмүмән, Урта Азия яғына иғтибарлап күҙ һалғанда, ундағы дәүләттәр менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ифрат ҡатмарлы булыуын тәҡрарларға мөмкин. Бының тарихи сәбәптәренә юғарыла ишара булғайны инде. Хәҙер иһә ҡытыршылыҡтарҙың сығанаҡтарын Урта Азия дәүләттәре хакимдарының шәхси мин-минлегенән һәм тышҡы көстәрҙең тотороҡлолоҡто урынлаштырыуға форсат бирмәүсе сәйәсәтенән эҙләргә кәрәктер. Был йәһәттән Үзбәкстан, Төркмәнстан һәм Тажикстан президенттары Ислам Кәримов, Гөрбанғулы Бердымөхәммәдов һәм Эмомали Рахмон — ғибрәт тә, һабаҡ та алырлыҡ шәхестәр. Кәримов — компартия номенклатураһынан сыҡҡан кеше, үҙ һүҙле, тәкәббер, хакимлыҡ хаҡына йәнен фиҙа ҡылырлыҡ. Шәхси диктатура тураһында фекер йөрөткәндә, миҫал итеп Ислам Әбдүғәниевичты килтерергә мөмкин. Бердымөхәммәдов иһә — Төркмәнбашы Сапарморат Ниязовтың аҙ ғына “демократлаштырылған” клоны һәм ул Рәсәй менән әлегә Төркиә, Ҡытай һәм АҠШ менән союздашлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытҡанға тиклем генә һөйләшә. Һәр хәлдә, уның тышҡы сәйәсәте күп йүнәлешле түгел, бәлки Көнсығыш хакимдарының традицион аумаҡайлығын дауам итә. Үзбәкстан менән Төркмәнстан, Ҡаҙағстан кеүек үк, ер аҫты хазиналарына бай. Шуға күрә уларҙың сәйәси етәкселеге үҙен ҡылансыҡ ҡыҙ-ҡырҡын һымаҡ тота: бер ҡарағанда Рәсәйгә килеп һөйкәлә, иртәгәһенә океан аръяғына ауыша. Бындай ҡылыҡ (уны эҙмә-эҙлекле сәйәсәт тип атау ауыр) Рәсәйгә Урта Азияла үҙ йоғонтоһон һаҡлап ҡалыуҙа ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.
Ошо йәһәттән Тажикстан етәкселәренең Рәсәйгә ҡарата һуңғы осорҙағы оторо сәйәсәте ғәжәпләндерә лә, хафаға ла һала. Рахмонов күп йылдар беҙҙең илгә тоғролоғо, бергә йәшәү принциптарын башкөллө хуплауы тураһында ант бирә килде. Иҡтисады, халҡының көнкүреше тотошлайы менән Рәсәйгә ҡарап торған ил, ысынлап та, ниңә Рәсәйгә артын борорға тейеш әле? Ҡаҙылма байлыҡтарға фәҡир, сәнәғәте юҡ хәлендә булған, халҡы бөлгөнлөктә йәшәгән һәм хеҙмәткә яраҡлы кешеләрҙең яртыһы Рәсәйҙә кәсеп иткән илдең беҙҙән ситләшергә йөрьәт итеүенең етди сәбәптәре бар. Беренсе нәүбәттә был АҠШ-тың ошо төбәктә нығыныу өсөн ныҡышмалы эш алып барыуы менән аңлатыла. Ҡырғыҙстанда президент һайлауҙары үткәс үк унда еңгән Алмазбәк Атамбаев Американың “Манас” базаһын ҡыуыу тураһында белдергәйне. Атамбаев һүҙендә торған хәлдә, ул база Тажикстанға күсерелеүе бик ихтимал. Ә ҡуртым хаҡы беҙҙең 201-се база өсөн түләгәндән күпкә күберәк булыуы бар. Икенсе сиратта, Тажикстан сәйәсәтенә халыҡтарының теле, дине, менталитеты яҡын булған Иран йоғонто яһай. Америка һәм уның союздаштарының Афғанстандан китеүе был илгә йоғонтоно көсәйтеү мөмкинлектәрен бирә. Иран менән Афғанстандағы “Талибан” (дөрөҫөрәге, ғәрәпсә әйткәндә — “талибон”, йәғни студент) ошо төбәктә радикаль ислам дәүләте төҙөү ниәтенән ваз кисмәй. Афғанстанда, пуштун, белудж һәм хазариҙарҙан башҡа, 4 миллион тажик, 3 миллион үзбәк, 600 мең самаһы төркмән йәшәй. Уларҙың Урта Азия дәүләттәрендәге туғандары менән ҡушылыу хыялына кем ҡаршы тора ала? Әгәр ошо геостратегик ниәттәр бойомға ашҡан хәлдә, Америка Ҡушма Штаттары, Иранды йә теҙ сүктереп, йә дошманлашыуҙы онотоп, Урта Азияның нефть, газ, алтын, төрлө мәғдән запастарына хужа була ала. “Набукко” газ үткәргесен төҙөү, Грузия, Азербайжан менән әшнәлек бәйләнештәре — барыһы ла Урта Азияла хакимлыҡ урынлаштырыуға йүнәлтелгән. Был ғәмәлгә ашһа, АҠШ Рәсәй менән Ҡытай өҫтөнән контроллек итәсәк.
Ә Рахмон? Ул хужа булған илдә тажиктар өс ярым миллион, Афғанстанда — дүрт. Кем белә, Эмомали бер мәл ҙур ғына тажик дәүләте башлығы булып китмәҫме? Хәйер, Ислам Кәримовтың уйында әллә ниҙәр барҙыр әле.
СССР-ҙы юғалтыуыбыҙ тураһында аһ-зарҙан хәҙер фәтүә юҡ. Ул тарҡалғас та мосолман туғандарҙы эргәлә һыйындырып тотоу мөмкинлеге бар ине. Әммә Ельцин дәүерендәге ихтыярһыҙ сәйәсәт, Урта Азиялағы милләтсел хәрәкәттәр менән ҡушылып, ут күршеләрҙе ят итте. Бының әсеһен беҙгә татырға тура киләсәк әле.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872