Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҫмер күңеленә нисек юл табырға?
Үҫмер күңеленә нисек юл табырға?Мәктәптәрҙә психолог хеҙмәте үҫмерҙәрҙе ауырлыҡтар менән япа-яңғыҙ ҡалдырмау, теге йәки был хәл сәбәпле үкенесле аҙым яһауҙарына юл ҡуймау, ваҡытында күреп, ярҙам ҡулы һуҙыу маҡсатында булдырылғайны.
Ысынлап та, балалыҡтан сығып, үҫмерлек осорона күсеүсе малай һәм ҡыҙҙарҙың эске донъяһына нисек күҙ һалырға, ҡайһылай итеп унда "инеү" әмәлен табырға? Ғөмүмән, үҫмерҙәр менән нисек йылы мөнәсәбәт урынлаштырырға?
Үҫмер саҡ — балалыҡтан сығып өлгөрөү мәленә баҫыу осоро. Шулай уҡ социумға инеү ваҡыты ла. Ул 10-11 йәштән 14-15 йәшкәсә, ҡайһы бер осраҡта 17-гә тиклем дә дауам итә. Тап ошо арауыҡ үҫмер өсөн оҙайлы көрсөк һанала. Хатта уны бала тыуған мәл менән сағыштырырға ла мөмкин, сөнки сабый ҙа бит күҙ алдында бишкә төрләнә. Күсеү осоронда малай һәм ҡыҙҙарҙа физиологик йәһәттән дә, психик яҡтан да байтаҡ үҙгәреш күҙәтелә.
Етмәһә, үҫмерҙең ошо халәте ата-әсәнең урта йәштәрҙә (35-40-та) кисерә торған киҫкен мәленә лә тап килә. Мәҫәлән, ата-әсәнең эшендә ҡытыршылыҡтар тыуһа, маҡсатын тормошҡа ашыра алмаһа, хәл ҡатмарланасаҡ. Шуға күрә ата-әсә сетерекле мәсьәләләрҙән йәһәтерәк ҡотолорға тейеш. Күңелһеҙлектәрҙең ҡоһоро үҫмергә төшмәһен һәм унда сағылмаһын өсөн үҙ ваҡытында тәртип булдырыу зарур.
Ғаиләлә үҫмергә иғтибар етһә, яратыуҙарын тойһа, күсеү осоро еңел үтә. Шуны ла оноторға ярамай: хисле, күңеле нескә үҫмер был мәлде, тиҫтерҙәренә ҡарағанда, былай ҙа ауыр уҙғара. Мәҫәлән, ата-әсә ҡысҡырышһа, талашһа, уның ишекте шап итеп ябып сығып китеүе, өйҙән ситләшеүе һәм башҡа ҡылыҡтары артыуы ихтимал. Ғәзиз кешеләре эскелек менән шөғөлләнһә лә, үҫмерҙең суицидҡа барып етеүе мөмкин. Ҡайһы берҙәренең асыуы оҙаҡҡа бармай, ҡарашы тиҙ үҙгәрә. Ә ата-әсә балам мине күрә алмай, яратмай, тип уйлап көйөнә. Шуға күрә йылы мөнәсәбәт урынлаштырыуҙы тиҙләтергә кәрәк. Бала ни ҡәҙәр йәнеңә тейһә лә, араны өҙөргә, һыуытырға ярамай, үҙҙәре кеүек үсегеү ҙә килешмәй.
Хәҙер үҫмерҙәрҙең үҫешенә, донъяға ҡарашы үҙгәреүенә Интернет һәм мәғлүмәт саралары ҙур йоғонто яһай. Уларҙа клиплы аң (клиповое мышление) барлыҡҡа килде. Шуға ла Интернетта ниндәй селтәрҙә ултырыуҙары менән ҡыҙыҡһынып, фекереңде белдереп тороу мөһим. Бындай осраҡта үҫмерҙе йәлеп иткән теманы өйрәнеү ҙә ҡамасауламай. Ыңғай яҡҡа йүнәлтеү оҫталығына эйә булыу зарур. 10–13 йәшкә тиклем балалар оппозицияла торорға тырыша, мәҫәлән, илай, ҡаршы әйтешә, тыңлашмай, буйһонорға теләмәй. Физиологик үҙгәрештәр башланғас, тыныслана төшәләр. Был — ыңғай фазаға күсеү. Әммә ата-әсәгә тынысланырға ярамай, үҫмер күңеле тиҙ яраланып барыуын дауам итә әле. Шуға күрә аралашыу даими булырға һәм ышанысҡа ҡоролорға тейеш. Был үҫмерҙәр күҙлегенән юғары баһалана. Гел баҫым яһалһа, яза ҡулланылһа — һөҙөмтәһеҙ.
Үҫмер өсөн өлкәндәр араһында өлгө һәм ышаныслы кешенең булыуы мотлаҡ. Таяныр, серен сисер кешеһе юҡ икән, уның енәйәтсел төркөмдәргә эләгеүенә аптырарға ярамай. Ваҡытын нисек уҙғарырға белмәүе лә бушлыҡтан. Миҫалға Сергей исемле малайҙы килтерәм. Ул бәләкәй сағында уҡ олатаһы-өләсәһе ҡарамағына ҡалдырылған. Бер бүлмәле фатирҙа туғыҙ йән көн күрә һәм уға урын да, иғтибар ҙа булмай. Башланғыс кластарҙа уҡ күп ваҡытын урамда уҙғара, артабан паркта ултырыуҙы ғәҙәт итә һәм өлкәнерәк үҫмерҙәрҙең йоғонтоһона бирелә. Һөҙөмтәһе шул: ҡылған ҡылығы әле судта ҡарала. Әгәр олатаһы яҡын итһә, эске тормошо менән ҡыҙыҡһынһа, уны урам тартмаҫ ине.
Әлбиттә, тулы булмаған ғаиләләр араһында ла матур тәрбиә биргәндәре байтаҡ. Балаларҙы бәләкәйҙән түңәрәктәрҙә, төрлө секцияларҙа шөғөлләндерәләр, донъяға ҡарашын киңәйткән сараларҙа ҡатнаштыралар. Олатай-өләсәйҙәре маҡсат ҡуйырға һәм шуға ынтылырға ярҙам итә, юлын күрһәтә. Шуға ла үҫмерҙәрҙә яҡындарына ышаныс тыуа, аралашыу ҡытлығы ла күҙәтелмәй. Бәләкәй саҡтарында тәүге урында уйын торһа, үҫмерлек осоронда иң беренсе аралашыу, унан һуң ғына уҡыу килә.
Ата-әсә балаһы осрашҡан кәртәләрҙе яҡшы белергә тейеш. Психологтарға илдәге үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң тыуған ата-әсә менән эшләргә тура килә. Улар совет дәүерендә тәрбиә алыусыларҙан ныҡ айырыла. Мәҫәлән, коллективизм төшөнсәһе ятыраҡ, аныҡ йүнәлештәре юҡ. Барыһына ҡарата ла улай тип әйтеү дөрөҫ түгел, әлбиттә. Беҙгә, нигеҙҙә, балаһына йүнле тәрбиә бирә алмаусылар мөрәжәғәт итә. Шуға күрә бындай ғаиләләрҙә тәрбиә мәсьәләһенән олатай-өләсәйҙәр ситтә ҡалырға тейеш түгел. Улар ейән-ейәнсәрҙәрен бағыуға яуаплыраҡ ҡарай, рухи ҡиммәттәрҙе еткерә белә. Ҡылған йәмһеҙ ҡылыҡтарына баһа бирергә, үкенә белергә өйрәтеү ҙә кәрәк. Бынан тыш, ауырлыҡтар нисек кенә йырып сыҡҡыһығыҙ тойолмаһын, ваҡытында асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, хәл итеп буласағына ышандыра белеү мөһим. Үҫмерҙәргә әле беҙгә һөйләгәндәреңде ҡайтып, атай-әсәйеңә йәки башҡа яҡындарыңа һөйлә, йәшермә, алдашма, тибеҙ. Күңелен өйкәп тормаһын, депрессияға килтермәһен өсөн бушаныу кәрәк, тип өйрәтәбеҙ. Үҫмерҙән талап итерҙән алда ниндәй өлгө күрһәтәһең, нисек йүнәлеш бирәһең? Был һорауҙар һәр кемде уйландырһын.
Ғөмүмән, үҫмер насар юлға баҫмаһын, ауыр хәлгә тарымаһын өсөн ата-әсә үҙендә яуаплылыҡ ҙур булыуын яҡшы аңларға тейеш.
Зәйнәп НАЗАРОВА,
психолог.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә