Әсәйҙәрҙе һайлап алмайҙар.Минең әсәйем Ғәлиә Ғәлимйән ҡыҙы Урманова Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында йәшәй.
Һуғыш башланырға йыл ярымдай ғына ваҡыт ҡалған мәлдә донъяға килгән, дәһшәтле осорҙоң барлыҡ ауырлығын үҙ иңендә татыған ул. Атаһы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире Ғәлимйән Мостафин, данлы яу юлы үткән. Әсәһе Мәстүрә Дәүләтша ҡыҙы иһә тылда Еңеүҙе яҡынайтыусыларҙың алғы сафында булған. Колхоздың иң ауыр эштәре гел өләсәйем елкәһендә булғас, әсәйемдәр үҙ кендектәрен үҙҙәре ҡырҡып донъя көткән балалар булып үҫкән, бала саҡтан үҙаллылыҡҡа өйрәнгән.
Әсәйем, уҡыуға ынтылышы көслө булғас, ауыл мәктәбен тамамлағас, күрше Юлдыбай мәктәбенә белем алырға йүнәлгән. Бик ауыр шарттарҙа йәшәргә һәм уҡырға тура килһә лә, түҙгән, маҡсатынан баш тартмаған.
Артабан яҙмыш әсәйемде алыҫ Рубцовск ҡалаһына алып киткән. Унда техникумда уҡығанда башҡорт ҡыҙының рус телен ифрат яҡшы белеүенә хатта урыҫтар ҙа хайран ҡалған. Техник уҡыу йортонда белем алыу ауыл ҡыҙы өсөн артыҡ ауырлыҡ тыуҙырмаған. Спорт буйынса ла алдынғылыҡты бирмәгән. Атыу буйынса хатта ҡала чемпионы булған! Әрһеҙлеге, сослоғо, ҡаратырышлығы арҡаһында техникумды уңышлы тамамлаған, машина йөрөтөү курсында ла уҡыған әсәйем.
Дипломлы белгесте тыуған районында ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. Ауыл мәктәптәре генә түгел, хатта ҡала мәктәптәре лә уҡытыусыларға ҡытлыҡ кисергән мәл булғас, әсәйемде шунда уҡ мәғариф бүлеге етәкселәре саҡырып эш тәҡдим итә.
Хыялы тормошҡа ашыуына ҡыуанған ҡыҙ ең һыҙғанып мәктәптә эшләй башлай. Тәүге уҡыусылары уны кеше йөрөгән юлдан йөрөмәгән, кеше ашаған ризыҡтарҙы ҡапмаған бер тылсымлы илаһи зат тип ҡабул итә. Балаларҙы ул тәбиғәткә, спортҡа ылыҡтыра, һәр береһен үҙенең яҡыны кеүек ҡабул итә. Был хаҡта осраған һайын уҡыусылары миңә әле лә әйтеп китә.
Ғүмерен уҡытыусылыҡ хеҙмәтенә арнаған әсәйем намыҫлы, талапсан, белемле уҡытыусы ғына булманы, ул уҡыусыларында нескә зауыҡ тәрбиәләне, тирә-яҡ мөхиткә иғтибарлы, бер-береһенә ихтирамлы, ижади ҡарашлы шәхестәр тәрбиәләргә ынтылды һәм маҡсатына өлгәшкәндер ҙә. Шулай булмаһа, “50 йыл элек һеҙ мине матур атларға өйрәткәйнегеҙ” тип элекке уҡыусыһы бүләктәр тотоп, рәхмәт әйтергә килер инеме?
Зөлфиә исемле уҡыусыһы: “Күмәк балалы ғаиләлә аяҡтарыма иғтибар итеүсе лә булмаған, тайыш баҫып, эләгеп ҡолап йөрөгәнемде берәү ҙә күрмәгәнме? Бәхетемә, Ғәлиә еңгәй (бәләкәй ауылда ул барыһына ла еңгәй ҙә ине – автор), һин мине яйлап ҡына дөрөҫ баҫырға, матур атларға өйрәттең. Тура һыҙыҡ һыҙып бирәһең дә, әйҙә, мине маҡтай-маҡтай атлатаһың”, – тине. Зөлфиәне аңларға була. Ауылда әсәйем, заманса әйткәндә, үҙенә күрә стилист та булды. Үҫмер ҡыҙҙар, әсәйемдең зауыҡлы кейеменә күҙҙәре ҡыҙып, матур-матур күлдәктәр тектереп алыр ине.
Әсәйем күҙ төҫөнә, кәүҙә төҙөлөшөнә ҡарап, мода журналдарынан һәр береһенә килешле фасон һайлай, матур итеп тегеп бирә; туҡыманың төҫөнә иһә бигерәк талапсан булды. Күпме ҡатын-ҡыҙҙы зауыҡлы кейем кейҙереп ҡыуандырҙы ул! Эше өсөн аҡса ла алмай торғайны. Был уның мәрхәмәтлелеген, ихласлығын тағы берҙе иҫбатлай.
Ҡәйнә-килен мөнәсәбәттәренә лә әсәйемдән күп нәмәләргә өйрәнергә була. Ҡәртәсәйем мәрхүмә бер әүлиә йәнле кеше ине. Уны матур итеп тәрбиәләп, фатихаһын алып ҡалды әсәйем. Әйткәндәй, ҡәртәсәйемә лә жакет, күлдәктәрҙе сынъяһау итеп тегеп кейҙерә ине. Унан китә ине ҡәйнәһе матурайып, ҡупырайып!
...Ныҡ, сыҙамлы кешеләргә һынауҙарҙың да ҡатыһы эләгә шул. Әзмәүерҙәй ирҙәр бөгөлөп төшөрҙәй ҡайғыларҙы ла кисерергә тура килде әсәйемә. Бер көн юл фажиғәһендә һәләк булған атайым менән Салауат ҡустымды ерләгәндә ниҙәр кисергәнен үҙе һәм Аллаһы Тәғәлә генә белә... Артабанғы тормошон ул беҙгә, балаларына, арнап йәшәне. Ныҡлыҡҡа һынауҙарҙы лайыҡлы үтте арыҫлан йөрәкле әсәйем. Һәр балаһының һәләттәрен күреп, үҫтереп, эшкә өйрәтеп, матурлыҡҡа, изгелеккә ынтылып йәшәне. Дүрт балаһына ла юғары белем, лайыҡлы тәрбиә биреп, матур туйҙар үткәреп, оло тормош юлына сығарҙы. Атайым үлгәндә ҡарында ҡалған һеңлебеҙ ҙә – бөгөн үҙе өс балаға әсәй.
Әле әсәйем тормош һабаҡтары биреп, ейәндәрен һөйөп ғүмер итә. Ейән-ейәнсәрҙәренең исемдәренә генә ҡолаҡ һалығыҙ: Фәрүәз, Мөхәммәт, Ләйсән, Урал, Нургөл, Нәйлә, Айҙар, Ынйыҡай, Алтынай, Кәримә. Бүләсәре лә бар – Әлфинур. Уларҙың барыһының да туған телдә һөйләшеүе, рухлы булыуы ла әсәйебеҙҙең тәрбиәһенән.
Тормош һабаҡтары, тигәндән, түбәндәгеләрҙе әйтергә була. Әсәйем бер ҡасан да ваҡытын буш хәбәргә арнаманы, һәр саҡ эштә булды. Уның ҡара эшкә әрһеҙлеге, нескә зауығы, ныҡышмаллығы, түҙемлелеге, тура һүҙлелеге һәм сабырлығы үҙенсәлекле портретын тағы ла байыта төшә.
Уның өйөндәге әҙәби мөхит тураһында ла телгә алмау яҙыҡ булыр. Мин үҙемде белә-белгәндән китаптар араһында үҫтем. Ниндәй генәләре юҡ уларҙың! Һәр береһен уҡып сығып, фекер алышып, гәзит-журналдар алдырып та беҙҙе тәрбиәләне әсәйем. Башҡорт телендәге бөтөн матбуғат баҫмалары килә ине беҙгә, Мәскәүҙә нәшер ителгәндәрҙән “Работница”, “Крестьянка”, “За рулем”, “Юный натуралист”, “Физкультура и спорт”, “Комсомольская правда”, “Мурзилка”, “Веселые картинки”, “Костер”, “Пионерская правда”, “Дружба” һәм башҡалар, Ҡазандан “Азат хатын”...
Хәҙер беҙгә һорауҙарға яуап эҙләү бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай, сөнки интернет бар. Беҙ үҫкәндә иһә “гугл” ролен әсәйем үтәне. Күп уҡығас, беҙҙең бер һорауыбыҙ ҙа яуапһыҙ ҡалмай торғайны.
Әсәйемдең ҡул эштәренә маһирлығы ла бар тип әйткәйнем. Матур итеп кейем тегеүенән тыш, ул ҡорама ҡорау оҫтаһы булды, балаҫтар, шәлдәр, селтәрҙәр бәйләне. Мин иҫ белгәндән алып, хатта ҡулйыуғыс эргәһендә лә гел сигеүле таҫтамалдар тора ине. Һәр эште үҙенә генә хас зауыҡ менән эшләүе беҙҙең өсөн һәр саҡ өлгө булды.
Беҙҙе урман-тауҙарға ла алып сығып, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә лә өлгөрҙө, шунда беҙгә ер-һыу атамаларының тарихын һөйләй. Белмәгәне юҡ инде!
Хәтерле, иғтибарлы кеше булараҡ, халҡымдың юғалып барған һүҙҙәрен дә өйрәтә ул беҙгә. Әсәйем лөғәте, тип яҙып барам мин уларҙы. Телмәре мәҡәлдәргә, әйтемдәргә һәм башҡа һүрәтләү сараларына бай уның. Өйрәнергә лә өйрәнергә әле уларҙы.
“Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел”, “кеше тикшермә”, “һүҙ тикшереп йөрөмә”, “яҡшылыҡ менән ең” һәм башҡа тормош һабаҡтарын һүҙ менән түгел, ә үҙенең ҡылыҡтары менән беҙгә еткерә алды әсәйем.
...Туйымда әсәйемдең бер туған бикәсе Алмабикә апайымдың әйткән һүҙҙәре иҫемдә: хәлемдән килһә, еңгәйемә иң бейек тауҙың башына һәйкәл ҡуйыр инем, ағайымдан йәшләй генә тороп ҡалып, балаларҙы кеше итте, тине ул.
Әсәйҙәрҙе һайлап алмайҙар. Әммә мин тап шундай әсәйҙең балаһы булыуым менән һәр саҡ ғорурланып йәшәйем, яҡыныма һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйем.