“Ҡала – үҙ илдәре һәм райондарының көҙгөһө. Улар – кешелектең рухи оҫтаханаһы һәм прогресты алға һөрөүсе”, – тип бик матур характеристика биргән замандаш ғалимдарыбыҙҙың береһе. Килешмәү мөмкин түгел, урбанизация – хәҙерге замандың төп үҙенсәлеге. Бер яҡтан, ул кешенең тормош шарттарын яҡшыртһа, икенсе яҡтан, организмға психологик, химик һәм физик көсөргәнеште арттыра, әйләнә-тирәбеҙҙәге йәшәү мөхитен зарарландыра. Сағыштырмаса бәләкәй биләмәлә халыҡтың тығыҙ тупланыуы, сәнәғәт предприятиеларының урынлашыуы, тәбиғәт байлыҡтарын самаһыҙ тәләфләү — бөтәһе лә кеше сәләмәтлегенә кире йоғонто яһай. Ҡыҫҡаса әйткәндә, ҡала мөхитендә донъя көтөү рәхәт тә, шул уҡ ваҡытта ҡыйын да.
“Теге”ләрҙә ниңә таҙа? Тирә-яҡ мөхиттең сифатын хәҙер сәнәғәт предприятиелары ғына түгел, ә транспорт, ҡаты ҡалдыҡ мәсьәләләре билдәләй. Ауылдарҙың ҡартайыуы, ҡалаларҙың ауыл-ҡасаба кешеләре иҫәбенә ҙурайыуы, йәштәрҙең тормош гөрләп торған мегаполистарға ағылыуы — бөгөнгө ысынбарлыҡ. Тимәк, ошо хәлде дөрөҫ ҡабул итергә, килешергә һәм ҡалаларҙы кеше сәләмәтлегенә зыян килтермәҫлек, уңайлы итеп төҙөргә кәрәктер. Әллә күпме матур йырҙар арналған яратҡан баш ҡалабыҙҙа ла уйланылмаған проекттар нигеҙендә бер-береһенә терәтеп тигәндәй һалынған йорттар, инфраструктураһы үҫешмәгән биләмәләр ҡалҡып сығыуын күреп, күптәрҙең йәне көйә торғандыр. Был мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә тейешле етәкселәр, белгестәр барында, ул проблемаларға артыҡ ҡағылмай, үҙебеҙҙең ҡулдан килерҙәйенә генә туҡталайыҡ әлегә.
Һуңғы осорҙа республика халҡының тирә-яҡ мөхиткә битараф булмауы, үҙҙәренең позицияларын ҡурҡмай власть даирәләренә ишеттереүе һиҙелә. “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында” федераль закондың 1-се һәм 13-сө статьяларындағы талаптарҙың үтәлмәүенә лә шаһитбыҙ.
Производство эшмәкәрлеге тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереү ихтималлығы көслө булған объекттарҙы төҙөүҙән алда йәмәғәтселек уҡыуҙары үткәреү кәрәклеге һәр саҡта ла һанға һуғылмай, шуға күрә экология темаларына арналған митингтарҙың ойошторолоуы, халыҡтың хаҡлыҡ даулауы йыш күҙәтелде (мәҫәлән, өфөләр Блюхер урамы аша юғары тиҙлекле трамвай линияһы, баш ҡала эргәһендә “Кроношпан” заводы һалыныуға, салауаттар акрил кислотаһы заводы төҙөлөүгә ҡаршы сығыш яһаны). Эксперттарҙың раҫлауынса, халыҡтың борсолоуы урынлы, һуңғы осорҙа онкология сирҙәре менән ауырыған кешеләр һаны күпкә артты.
Урамдарҙың таҙалығы элек-электән башты ауырттырған мәсьәләләрҙең береһе булды. Таҙалыҡ тураһында һүҙ сыҡһа, үҙебеҙҙе сит илдә йәшәгәндәй тойоп, “теге”ләрҙә нисек барыһы ла ал да гөл булыуы, юлдарҙың көҙгөләй ялтырап ятыуы, сүп-сар әҫәренең күренмәүе, урамдарҙа ойоҡбаш кейеп йөрөһәң дә керләнмәүе хаҡында ауыҙ һыуын ҡоротоп һөйләп, европаларҙы маҡтап бөтә алмай йөҙәйбеҙ. Тик европаларҙы мәҙәнилеккә өйрәткән сараларҙың иң үтемлеһе штраф икәнлеген онотмайыҡ. Төкөрһәң – штраф, ҡағыҙ киҫәге ырғытһаң – штраф, этеңдең артынан йыйыштырмаһаң – штраф, тәрбиәләнмәгән газон өсөн дә штраф… Нисек барыһын да күреп өлгөрәләрҙер – хайран ҡалырлыҡ.
Ә беҙҙә хәл нисек?Ә беҙҙә нисек? Яҡшы закондар ҙа бар – үтәлмәй, мөһим ҡарарҙар ҙа етерлек – үтәлмәй… Мәҫәлән, баш ҡалала газондарға автомобилдәрҙе ҡуйыуҙы тыйған ҡарарҙың яҙмышын ғына алайыҡ. Тәртипте боҙған нисә кешене штрафҡа тарттырғандар икән? Беҙҙә, уларҙы кәртәләп алмаһаң, өй янындағы “йәшел күләүек”тән ҡара батҡаҡ эҙҙәре генә ҡала. Ышанмаһағыҙ, Әхмәтов урамындағы “Уралсиб” банкы, балалар поликлиникаһы янындағы газондарҙың бөгөнгө хәлен ҡарарға килегеҙ. Ҡасандыр йәшел хәтфәләй йәйрәгән ерҙәр ауыр машиналар эҙенән ҡатып, баҫылып бөткән. Контейнерҙар эргәһенә ауҙарылған сүп-сар өйөмө лә кәйефте төшөрә. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Өфөнөң Октябрь проспектындағы бысраҡты күреп борсолоуына һис аптырамайбыҙ, әгәр ҙә ул беҙҙең микрорайондағы тәртипһеҙлекте күреп, подъездарға күҙ һалһа... Хәйер, республика етәксеһен ул көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итергә тейешле хужалар бар саҡта борсоу әҙәпһеҙлек булыр ине.
Бөтә яҡшы эште лә үҙеңдән, балаларыңдан, яҡындарыңдан башлау хәйерлерәк. Махсус урындар була тороп, сүп-сарыңды сәсеп, туҙҙырып йөрөү менән нисек килешмәк кәрәк? Йортоңдоң һин йәшәгән фатирҙан түгел, ә ихатаңдан, подъезд төбөнән башланыуын аңлатып тороуҙың кәрәге бармы икән?
Һәр миҙал да ике яҡлы булған кеүек, был мәсьәләгә лә бер генә төрлө ҡараштың булыуы мөмкин түгел. “Ни өсөн Рәсәйҙә бысраҡ, ә Европа урамдары таҙа?” тигән һорауға, ғәҙәттә, чиновниктар бер төптән бик ихлас яуап ҡайтара: “Йыйыштырған ерҙә түгел, ә сүпләмәгән ерҙә таҙа”. Шулай итеп, бөтә тәртипһеҙлекте халыҡтың тәрбиәһеҙлегенә генә ҡайтарып ҡалдырмаҡсылар. Әммә сит илдәрҙә йәшәүсе ватандаштарҙың, сәйәхәтселәрҙең күҙаллауҙарына ҡарағанда, хәлде бөтөнләй башҡа юҫыҡта ҡарау кәрәк. Көнкүреш ҡалдыҡтары сит илдәрҙә лә күп, уларға ла әллә күпме турист, тәртиплеһе лә, мәҙәниәтһеҙе лә тигәндәй, йыл әйләнәһенә ағыла, ваҡытлыса урамдар сүп-сарҙан сыбарлана. Әммә бер нисә сәғәттә йыйыштырыусыларҙың хеҙмәте менән урамдар ялт итеп китә, тиҙәр. Хикмәт тәртип урынлаштырыуҙың Европа системаһы үҙенсәлегендә – эш бюджет аҡсаһын үҙләштереүгә һәм гастарбайтерҙарҙы яллауға ҡоролмаған, ә ысын мәғәнәһендә ҡалаларҙың санитария-гигиена торошон яҡшыртыуға, туристарҙы күберәк йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Унда закондар ҡаты һәм мотлаҡ үтәлә. Газировка банкаһын ырғытҡан өсөн 180 евроңды, тәмәке төпсөгөңдө ергә бәргәнең өсөн 1000 долларыңды әҙерләп ҡуй. Әйтеүҙәренсә, хәҙер Беларусь дәүләтендә лә урамдарҙа тәртип урынлаштырыуға өлгәшкәндәр. Маҡтаулы күренеш! Кешенең булмышы һәр илдә лә берҙәй, психопаттар ҙа, эскеселәр ҙә, наркомандар ҙа, тәрбиәһеҙҙәр ҙә етерлек. Айырма бары шунда: ҡайҙалыр урамдарҙы йыйыштыра беләләр һәм тәртипте һаҡларға теләйҙәр, ә беҙҙә ул етди эш һаналмай, еренә еткереп ойоштороу теләге һиҙелмәй. Үҙегеҙ ҙә иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: беҙҙә урам йыйыштырыусылар көнөнә бер нисә сәғәт кенә эшләй ҙә юҡҡа сыға, ә беҙ өлгө итеп күргән илдәрҙә урам һепереүсе үҙенең биләмәһендәге тәртипте даими күҙәтеп, йыйыштырып тора.
“Юҡ”тың башы ауыртмайБер миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән баш ҡалабыҙ йырҙарҙа йырланғанса матур ҙа, йәмле лә, ымһындырғыс та булһын өсөн беҙҙә барыһы ла эшләнәме? Уға яуапты һәр кем үҙенсә көндәлек тормошонан сығып та яуап бирә ала. Мәшәҡәттәр араһында иң ныҡ йәнгә тейгәне — йорт хужалары менән “Торлаҡ хужалығы тресы” йәмғиәте араһындағы аңлашылмаусанлыҡтыр. Миҫалды әллә ҡайҙан эҙләп тораһы юҡ, барыһы ла аяҡ аҫтында ғына. Күрше-күлән менән 16 йылға яҡын йәшәгән йортобоҙҙа ағымдағы ремонтты яһатыу уйы менән күптән янабыҙ. Тыштан ҡарағанда бына тигән, ҡыҙыл кирбестән һалынған күркәм йорт, ә подъезд эсе әҙәм ҡарағыһыҙ. Таныштарыбыҙҙың йортонда ошо осор эсендә (беҙ белгәне генә) өс тапҡыр ремонт яһанылар, ә беҙгә ни өсөн шундай мөнәсәбәт?
“Күпме зарланып ултырырға була, үҙебеҙгә лә нимәлер эшләргә кәрәк”, тигән ниәттән сығып, бер бит ҡағыҙҙы тултырғансы үтенестәребеҙҙе яҙып, “Торлаҡ-хужалыҡ тресы”ның 13-сө торлаҡ-эксплуатация участкаһының ул саҡтағы начальнигы Рим Ҡоҙаҡаевҡа киттек. Егет дәғүәләрҙе тыныс ҡабул итте. Аҡса юҡлыҡҡа, Затон биҫтәһендә иҫке йорттарҙың ифрат күплегенә, микрорайонға “ТЖХ” тарафынан иғтибар юҡлығына һылтанды.
“Юҡ”тың башы ауыртмай инде. Нисәмә йыл үтһә лә, коммуналь хеҙмәттәргә аҡса түләһәк тә, подъездарҙа косметик ремонт яһатып булмаясағын “аңлаттылар”, почта йәшниктәрен үҙебеҙ һатып алырға тейешлегебеҙҙе аңғарттылар, ә подъезд ишектәрен һеҙҙе хеҙмәтләндереүсе домофон компанияһы тәртиптә тоторға тейеш, уларға мөрәжәғәт итегеҙ, тинеләр. Ә уйын майҙансыҡтарын буяу эштәренә ваҡыттары ла, буяуҙары ла етешмәгән булып сыҡты. “Подъездарҙа ут янмай, тиҙ эшлектән сығыусы Ҡытай лампочкаларын сифатлыраҡтарына алмаштырып булмаймы?” тигән һорауға ла яуап әҙер: “Аҡса юҡ”. Ярай әле, талап итә торғас, һәр подъезд стенаһына элерлек биш иғлан таҡтаһын килтереп ҡаҙаҡланылар.
Ошо хәлдәрҙән һуң үткән йыл эсендә йортто хеҙмәтләндереүҙә бер ниндәй үҙгәреш тә күренмәне. Хәйер, газ торбаларын ярты-йорто буяштырып, алдаштырып китеүҙәренә дәғүә белдергәс, аҡланырға сәбәп таптылар: йәнәһе, участкала тейешле техника юҡ, трактор арбаһына ағас эскәмйә ҡуйып, буяп ҡараныҡ бит инде, еренә еткереп, тутыҡтарын ҡапларлыҡ итеп буяр инек тә буй етмәне… Беҙҙеңсә, “буй” түгел, ә үҙ эштәренә яуаплылыҡ, талапсанлыҡ етешмәне, халыҡтың аҡсаһын туҙҙырыу ғына булды был мәғәнәһеҙ эш. “Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе”, тип башҡарһалар ҙа, эш хаҡы алырға тартынмағандарҙыр, моғайын.
Коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр йыл һайын арта, ә хеҙмәтләндереү сифатында алға китеш һиҙелмәй, һәр хәлдә үҙебеҙҙең торлаҡ-эксплуатация участкаһына ҡарата шулай тип әйтеп булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бысраҡ лифт һәм подъездар, емерек юлдар, шыҡһыҙ ихаталар республикабыҙҙың һәр ҡалаһында етерлек.
Реаль эштәр кәрәкЭксперттарҙың әйтеүенсә, подъездарҙы ремонтлау эше, бинаның классификацияһына һәм туҙыуына ҡарап, өс-биш йыл эсендә бер тапҡыр мотлаҡ башҡарылырға тейеш. Эш барышында подъезды ремонтлауҙан тыш, ихаталағы тротуарҙарҙы, юлдарҙы, ҡоймаларҙы, спорт һәм хужалыҡ майҙандарын тәртипкә килтереү ҙә ҡаралған. Ағымдағы ремонт йорт хужаларынан йыйылған аҡса иҫәбенән финанслана, шуға күрә идарасы компаниялар йортта йәшәүселәрҙән өҫтәмә финанс талап итергә хаҡлы түгел.
Ошо көндәрҙә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы
Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттар подъездарында булғандан һуң төҙөкләндереү программаһын яңынан ҡарау кәрәклеген әйтте.
Һөйөнөслө хәбәр, әммә уның тормошҡа ашыуы өсөн, финанс мәсьәләһенән тыш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең йылдамлығы, ойоштороу оҫталығы, ихтыяр көсө етерме икән? Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүсе өфөләргә алда төҫмөрләнгән үҙгәрештәрҙең уларҙың тораҡтарына килеп етеренә өмөтләнергә генә ҡала.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһына сәфәре барышында йорттарҙың береһендәге подъезд торошон ҡараны, торлаҡҡа идара итеүсе компания етәкселеге менән күп ҡатлы йорттарҙы хеҙмәтләндереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Республика етәксеһе подъездарҙы һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса программаны яңынан ҡарау кәрәклеген билдәләне. Күп ҡатлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау берлектә финанслау принциптарына таянып башҡарыласаҡ — сығымдың бер өлөшөн муниципалитет үҙ өҫтөнә аласаҡ, икенсе өлөшөн республика бюджетынан бүлеү ҡарала. Ошондай уҡ механизм йорт алдарын ремонтлауҙа файҙаланыласаҡ. “Һәр башлыҡтан йыл һайын ҡала һәм ауыл ерҙәрендә ихаталарҙың 10 процентын ремонтлауҙы талап итәсәкмен”, — тип билдәләне Радий Хәбиров.