Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ул йығылды, ләкин башҡаларға ғүмер бирҙе, юҡҡа ауманы...”
“Ул йығылды, ләкин башҡаларға ғүмер бирҙе, юҡҡа ауманы...”Һуңғы һалдатты ер ҡуйынына бирмәйенсә, һуғыш тамамланған тип иҫәпләнмәй
Бөйөк Ватан һуғышы тиҫтә-тиҫтә йылдар төпкөлөндә ҡалһа ла, миллиондарса кешенең күңеле тынысланмай. Хәҙер һуғыштың афәтен, утты-һыуҙы үткән ветерандар, тылдың аслы-туҡлы михнәттәрен кисергән инәйҙәр ҙә бик аҙ. Хатта бала саҡтарында кәлйемә, ҡыҫыр башаҡ, үлән эҙләп тамаҡ аҫраған, билдән ҡар йырып урман киҫкән, нығынып та етмәгән иңдәрендә йөҙәр саҡрымда ятҡан станцияларҙан орлоҡ ташыған, станоктар артында баҫып торған 10–14 йәшлек малай-ҡыҙҙарҙы ла шул заманда алған ауырыуҙары арабыҙҙан алып китә. Әммә һуғыш шауҡымы уларҙың балаларында, ейән-ейәнсәрҙәрендә йәшәй.
Яу яландарында һәләк булғандарҙың ҡатындарының — тол ҡатындарҙың — һөйләп ҡалдырған хәтирәләре быуындан быуынға күсә. Беҙ мәрхүмдәрҙе ошо иҫтәлектәрҙә, күңел түрендә йәшәтә алабыҙ.
Һаҙлыҡтарҙа, ҡола яландарҙа, ҡара урмандарҙа күпме һалдат һөлдәһе тәүҙә ер ҡуйынына бирелмәйенсә, һуңынан үлән, күрән баҫып, ете тиҫтә йылға яҡын осорҙа ҡойолған япраҡ, ауған ағас, һынып төшкән ботаҡ аҫтында мәңгелек урынын тапҡан. Уларҙың ҡатындары “хәбәрһеҙ юғалған” ирен көтөп ала алмайынса фанилыҡтан китте.
Һуғыштан һуң ҡәберҙәрҙе асыҡлау, ҡаҙыныу эштәре алып барған яңынан-яңы ойошмалар барлыҡҡа килде, эҙләнеү отрядтары төҙөлдө. Шуныһын да билдәләргә кәрәк, “черный копатель” тип аталғандары ла бар. Улар ҡәберлектәрҙе мина эҙләү өсөн ҡулланылған махсус прибор менән таба ла, һалдаттың ҡоралы, каска, йәшерен баҙарҙа үтә торған башҡа кәрәк-ярағын алып, һөйәктәрен туҙҙырып, тайыу яғын ҡарай. Әҙәм аҡтыҡтарына ҡаршы көрәш алып барыла, тик һөҙөмтәһе бик аҙ, сөнки ҡайҙа ҡаҙыныуҙарын билдәләүе ауыр. Уның ҡарауы, энтузиастарҙан торған, коллективын башлыса патриот йәштәр тәшкил иткән эҙләнеү отрядтары ла әүҙемләшә.
2007 йылда Смоленск ҡалаһынан ошондай отряд Ленинград өлкәһе Вороново ауылы эргәһендә ике ҡәберлек таба. Әлбиттә, ер менән тигеҙләнгән, өҫтәренә үлән үҫкән була. Хәйер, ҡасандыр совет һалдаттары ятҡан ҡәберҙәрҙе иҫләүсе лә юҡтыр хәҙер. Яу үткән ерҙәрҙә аҙ түгел бит улар...
Ике ҡәберлектең береһендә беҙҙең яҡташыбыҙ, Ҡырмыҫҡалы районы Илтуған ауылынан Кәбиров Хисаметдин Миңлеғәлим улының һөлдәһе икәнлеге асыҡлана. Уның шәхесен гильза эсенә адресын, исем-шәрифен яҙып ҡалдырған ҡағыҙҙан асыҡлайҙар. Иҫ китерлек, 1942 йылдан бирле ер аҫтында ятҡан ҡағыҙ киҫәге һалдат тураһындағы мәғлүмәтте 65 йыл үткәс беҙҙең быуынға килтереп еткерә!
Архив документтары менән сағыштырып, тейешле документтар тултырғас, һалдат һөлдәһен Башҡортостанға — тыуған еренә ҡайтарырға ҡарар итәләр. Бөгөн Илтуғанда Хисаметдиндең улы Рауилдың ҡатыны ғына йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рауил ағай үҙе күптән мәрхүм инде. Ғүмере буйы почтала эшләне, хат, гәзит-журналдар ташыны. “Ташыны” тим, сөнки көн дә Илтуғандан алты саҡрым алыҫлыҡта ятҡан почта бүлексәһенән алып ҡайтырға ла өй беренсә таратырға кәрәк. Кем белә, ауылдаштарына яҙылған һәр хатты ҡулына алған һайын: “Атайым тураһында миңә лә берәй хәбәр юҡмы икән?” — тип уйлағандыр Рауил ағай. Сөнки тәүҙә бит атаһының үлеме тураһында бер ни әйтелмәй “ҡара ҡағыҙ”ында, ә “хәбәрһеҙ юғалды” тиелә. Тимәк, өмөт сатҡылары күңелдәрҙә йәшәй. Әсәһе Ғәтиә лә бит ошо сатҡыларҙы ғүмере буйы йәшәтеп, ирен һуңғы көнөнә саҡлы көттө.
Хисаметдин менән Ғәтиә һуғышҡа саҡлы ике малайға һәм бер ҡыҙға ғүмер биреп өлгөрә. Күңеле һиҙгәнме, ғаилә башлығы һуғыш башланып, фронтҡа алынғансы ҡатыны, сабыйҙары өсөн барыһын да эшләргә тырыша. Утыҙ йәше лә тулмаҫ борон өй-ҡаралтыһын нығыта, ул саҡта рөхсәт ителгән ҡәҙәре малын аҫрай, ҡош-ҡортон арттыра. Колхоз эшенә лә йүгерә, өйөндә лә баш баҫып тир түгә.
Һуғыш. Хисаметдин Кәбиров тәүге көндәрҙән үк фронтҡа алына. Был сағында уның бер туған ҡустыһы Саҙрислам Миңлеғәлим улы менән ике туған ҡустыһы Хөрмәт Мөхәмәтдин улы Кәбировтарҙың “ҡара ҡағыҙ”ы килгән була. Улар икеһе лә 717-се уҡсылар полкы, 170-се уҡсылар дивизияһында хеҙмәт иткән. Һуғыш башланған көндө үк тәүге фашист бомбалары өҫтәренә яуа... Икеһенең дә “ҡара ҡағыҙ”ына “1941 йылдың 22 июнендә һәләк булды” тигән йөрәк өҙгөс хәбәр яҙыла. Береһе — 1916, икенсеһе 1915 йылда тыуғандар, йәғни 26 һәм 25 йәшлектәр — типһә тимер өҙөр, ҡатындарын иркәләр, сабыйҙарын түшәмгә саҡлы сөйөп яратыр саҡтары...
— Атайым һуғышҡа киткәндә былай тигән: “Ғәтиә, ҡайтырымды белмәйем, балаларҙы һаҡла”, — тип хәтерләй Хисаметдиндең ҡыҙы Зөлфиә апай. Ул Стәрлетамаҡта йәшәй. Атаһының һөлдәһен ҡәҙерләп, оло ихтирам менән һуңғы юлға оҙатҡан барлыҡ ауылдаштарына, Ҡырмыҫҡалы хәрби комиссариатына, Смоленск эҙәрмәндәренә, Оборона министрлығына оло рәхмәтле ул. Үҙе әйтеүенсә, хәҙер ҡайтып, әсәһе менән атаһының ҡәберенә баш эйер урын бар. Ә бит, уйлап ҡараһаң, күптәр, бик күптәр мәхрүм ошо кисерештәрҙән.
Хисаметдин Миңлеғәлим улы һуғышҡа алыныу менән Ленинград фронтына эләгә. Ҡаланы блокада ҡулсаһына ҡамарға ниәтләгән фашистарға ҡаршы алышыусы ғәскәр составында була. Тик 1942 йылдың ғинуарында уның ғүмере өҙөлә.
“Хәтер китабы”ның 13-сө томындағы белешмәнән, йәғни хәрби комиссариат биргән мәғлүмәттәр буйынса, Хисаметдин Миңлеғәлим улы Кәбиров 1909 йылда Илтуған ауылында тыуған, 1942 йылдың ғинуарында һәләк булған. Ә бына эҙәрмәндәр һөлдәгә ҡушып килтергән документтарҙа башҡа дата күрһәтелә: 1905 йылда тыуған, 1942 йылдың февралендә батырҙарса һәләк булған. Тыуған йылы тураһында хәрби комиссариат мәғлүмәттәре дөрөҫтөр, сөнки фронтҡа оҙатҡанда документтар ҡабаланмайыраҡ тултырыла, ә яу мәлендә уның ҡайғыһы булмай. Ә бына фанилыҡтан китеүенә килгәндә, һалдат алданыраҡ (был осраҡта ғинуар) һәләк булып, документтарҙың — “ҡара ҡағыҙ”ҙың — февралдә генә тыуған еренә ебәрелеүе мөмкин. Хәйер, уныһы мөһимме ни...
Һуғышта, хәрби антына тоғро ҡалып, ҡуйылған бурысты үтәгәндә һәләк булыусы “хәбәрһеҙ юғалғандар” булмай. Һуңғы һулыштарын, ауаздарын ишетмәгәнгә, йәндәрен фиҙа ҡылғандарын кемдер күрмәгәнгә, ҡағыҙға теркәмәгәнгә генә улар Аллаһы Тәғәлә биргән ғүмерҙәренән һуң да ошо “билдәһеҙ”лекте күтәреп күңелдәрҙә, йөрәктәрҙә йәшәргә мәжбүр.
...Мин йығылһам әгәр, йәш түкмә һин,
Ә тын ғына шулай хәтерлә:
“Ул Ватанын һөйҙө, ут эсендә
Уның данын, намыҫын яҡланы,
Ул йығылды, ләкин башҡаларға
Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы”.
Был юлдарҙы ҡағыҙға төшөргәндә йәш башҡорт шағиры Мәлих Харис үҙенең дә яу яландарында башын һалырын тойомлағандыр. Был быуындың батырлығы, сыҙамлығы һис ҡасан да онотолмаҫ, сөнки улар бөгөн һаҡаллы ҡарттан, таяҡҡа таянған әбейҙән алып типһә тимер өҙөрлөк ирҙәрҙең, сабыйын тупылдатып һөйөр ҡатындарҙың күңелендә йәшәй, һеҙгә булған оло хистәр тәпәй баҫҡан балаға күсә. Быуындар күсәгилешлелеге нәҡ ана шунда сағыла...
Рәлис УРАҘҒОЛОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй 19.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй...

Тотош уҡырға 14

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла 19.08.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфө уҡтыусыларының август кәңәшмәһендә аҡсалата премия күләмен арттырыу тураһында тәҡдим...

Тотош уҡырға 15

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана 19.08.2025 // Йәмғиәт

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана...

Тотош уҡырға 16

Башҡортостанда 27 градус эҫе булыуы көтөлә

Башҡортостанда 27 градус эҫе булыуы көтөлә 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда, ямғыр яуыуына ҡарамаҫтан, йылы һауа торошо фаразлана, тип хәбәр итә Башгидромет...

Тотош уҡырға 21

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды...

Тотош уҡырға 22

«Сәләмәтлек поездары» табиптары республиканың 8 районына юллана

«Сәләмәтлек поездары» табиптары республиканың 8 районына юллана 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә....

Тотош уҡырға 23

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола...

Тотош уҡырға 33

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 90 йәшлек юбилейын билдәләне

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 90 йәшлек юбилейын билдәләне 18.08.2025 // Йәмғиәт

Вәзит Рәжәпов – совет сауҙаһы отличнигы, Жуков миҙалы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән....

Тотош уҡырға 20

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне

Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Ленин районынан тыл хеҙмәтсәне Зөбәйҙә Хәкимова 95 йәшен билдәләне. Район башлығы урынбаҫары...

Тотош уҡырға 36

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай 15.08.2025 // Йәмғиәт

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай...

Тотош уҡырға 44

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла...

Тотош уҡырға 38