Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һуңлап килгән үкенес

Ғәфү үтенеп, хатаны төҙәтеп булмай икән...

Сәлим, ҡатыны фажиғәле вафат булғандан һуң, үҙенә урын тапмай ыҙаланды, йоҡоһо – йоҡо, ашауы аш түгел. Эй, был тормош кешене нисек үҙгәртә икән, үҙ башына төшкән әҙәм үҙе генә аңлай ундай хәлдәрҙе.

Ә ниндәй матур пар булып, бәхетле ғүмер кисерҙеләр Зәлиәһе менән. Ниңә аҡыл ваҡытында ултырмай икән? Үкенеүҙәр һуңлап килә шул...

Бер-береһен күреп-белеп, яратышып өйләнеште, матур йәшәне йәштәр. Өс малай тәрбиәләп үҫтерҙеләр, уландары әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтты. Фажиғәгә килтереп еткерерлек ниндәй хата эшләне һуң улар? “Тимәк, мин ҡәҙерлемде һаҡлай алмағанмын”, – тип өҙгөләнде ир. Ҡатынының туғандары бөтә ғәйепте кейәүҙәрендә күрҙе: “Рәхәтләнеп йәшә хәҙер, һинән ҡотолдо һеңлебеҙ, уны бер ваҡытта ла ҡәҙерләмәнең. Теләгәнеңде һайлап өйлән”.

Ошондай йөрәккә үтерлек һүҙҙәр Сәлимдең бөтә тәнен бысаҡ менән телгеләгән төҫлө була. Хәҙер ул киләсәк менән түгел, ә үткән тормош хәтирәләре менән йәшәй. Кешеләр менән осрашып, һөйләшеп тороуҙы ла бик хуп күрмәй. Ә инде үҙенең йәшендәге ир менән ҡатын парлашып үтһә, йөрәгенә ҡыйын булып китә. Улар урынына Зәлиә менән үҙен ҡуйып, оҙаҡ ҡарап, уйланып тора. “Бәғеркәйем, ниңә был яҡты донъяларҙан киттең, ниңә мине етем ҡалдырҙың, бер ҡыҙығы ла, йәме лә юҡ тормоштоң... Ә артабан һинһеҙ йәшәргә көстө нисек табырға?” Ер аҫтынан юлдар юҡ шул, мәңгелеккә киткән кеше ҡәберендә тыныс ҡына ята бирә. Яңғыҙ ир кис еткәнен түҙемһеҙләнеп көтә, сөнки Зәлиәһе уға төшөндә килә.
Бына уларҙың өйләнешкән генә сағы, гөр килеп туй үткәргән мәлдәре. Тәбиғәттең иң йәмле май айында, иң матур миҙгелдә ғаилә ҡорҙо улар.

Тирә-яҡ ап-аҡ балан, муйыл сәскәһенә төрөнгән саҡ, торғаны бер ожмах инде, оноторлоҡ түгел. Ике яҡтан да йыйылған туған-ырыу хөрмәт күрһәтә, өй беренсә ҡунаҡ итәләр. Зәлиәһе менән урам буйлап үткәндә һоҡланып та, көнләшеп тә ҡарайҙар, ә эскәмйәлә ултырған әбейҙәр йәш саҡтарын хәтерләй. Ниндәй ҡайнар мөхәббәт утында янып өйләнештеләр бит. “Ҡайһылай бәхетлебеҙ, ғүмеребеҙ буйы шулай бергә атлаһаҡ ине” тип эстән генә теләй торғайны Сәлим.

Йәштәр бер ауылда тыуып үҫте, бала саҡтары бергә үтте. Йәйҙең йәмле көнөндәге бер ваҡиға Сәлимдең һис ҡасан хәтеренән сыҡмай. Малай-ҡыҙҙар күмәкләшеп һыу ингән мәлдә бер саҡ китте ҡысҡырыш, тауыш, баҡһаң, бер ҡыҙ һыуға бата башлаған. Береһенең дә ҡотҡарырға батырсылығы етмәне. Ә Сәлим, уҡ кеүек атылып, бәләгә тарыусыны һөйрәп сығарҙы. Был Зәлиә ине. Ошо ваҡиға улар араһында мөхәббәт утын тоҡандырҙы ла инде, егеттең иптәштәре араһында абруйы артты, ата-әсәләре араһында туғанлыҡ ептәре һуҙылды. Әрменән ҡайтҡас та өйләнештеләр. Бына улар бергә, ниндәй бәхет!

Ҡапыл Сәлим һиҫкәнеп уянып китһә, Зәлиәһе эргәһендә юҡ. Эй, Хоҙай, былар бөтәһе лә төштә генә булған икән, ниндәй үкенесле. Хәҙер төн уның өсөн ҡәҙерлерәк, сөнки Зәлиәһе һәр саҡ эргәһендә. Артабан был яҡты донъяла нисек йәшәрен бер нисек тә күҙ алдына килтермәй, бер ниндәй маҡсат та, дәрт тә юҡ. Донъяның Сәлим өсөн бер ҡыҙығы ҡалманы, ул ғәмһеҙ, йәмһеҙ.

Татыу тормоштоң селпәрәмә килеүендә ир үҙен ғәйепле һанай. Аҙаҡҡы йылдарҙа арыу ғына эсә башланы шул, дуҫтар ҙа күбәйҙе. Ҡатынына ла күңелле тормош оҡшай төштө. Бына шулай башланды фажиғәгә юл. Баҡһаң, эскелек һаҙлығы үтә лә ҡурҡыныс икән. Батһаң, кире сығырмын тип уйлама, тәрәнгә һөйрәй ҙә һөйрәй. Ә был тормошта ошо һаҙлыҡтан сыға алмағандарҙың иҫәбе-хисабы юҡ. Эскән кешенең донъяһы теүәл, бер нәмә лә кәрәкмәй...

Зәлиәһен нисек битәрләүе, йәберләүе Сәлимдең күҙ алдына баҫты. Тик ҡатыны ауыҙ асып һис әрләшмәне, бөтәһенә түҙҙе, күрше-күләнгә лә хәбәр таратманы. “Кеше йөрәге тимер түгел бит, ошо фажиғәгә үҙем юл асҡанмын. Ғәфү үтенеп кенә хатаны төҙәтеп булмай. Йәшәү дәртем Зәлиәм менән бергә ер аҫтына күмелгән. Хоҙай шулай ҡуштымы икән, ғазапланһын, аҙапланһын был ир, гонаһ ҡылғаны өсөн янһын, көйһөн тигәндер инде”, – уйҙары иргә тынғы бирмәй йонсотто.

Сәлим Зәлиәһенең шкафтағы иң яратып кейгән күлдәген бына нисәнсе тапҡыр инде ҡулына ала. Ҡатыны уны кейер ҙә көҙгө алдында орсоҡ кеүек өйрөлөр ине. Был бәхетле минуттарҙы кире ҡайтарып булһа икән...

– Эй, Сәлим, ниңә ҡыҫҡа ғына ғүмереңде заяға уҙғараһың, донъя көтөрҙәй бына тигән яңғыҙ ҡатындар бар бит, әйҙә, димләйек, – тиеүселәр ҙә күп. Ундай димселәргә ирҙең яуабы бер: “Зәлиәм алдында ни тип яуап бирермен? Ул бит әле лә мине ҡурсалап тора, әллә ер аҫтында ла тормош бармы икән? Гонаһтарымды ғазаптарым менән юя алһам ине”. Эйе, тормоштағы үкенестәр һуңлап килә шул.


Автор: Вараҡа ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА Район: Ишембай районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә