Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Намыҫына тоғро ҡалды
Намыҫына тоғро ҡалдыОшо көндәрҙә республика йәмәғәтселеге, Дәүләт Йыйылышы депутаттары, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары республикабыҙҙың уңышлы социаль-иҡтисади үҫешенә күп көс һалған күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Әнәс Ғәббәс улы Хәсәновты иҫкә ала.
Замандаштары уны юғары яуаплылыҡ тойғоһона эйә булған сағыу талантлы, үҙенсәлекле, көслө шәхес тип хәтерләй. Ошо һыҙаттарының барыһын да Әнәс Ғәббәс улы дөйөм эш мәнфәғәтендә файҙаланды. Тыуған яҡҡа ихлас һөйөүе, кешеләрҙең социаль именлеге хаҡында даими хәстәрлек күреүе һөҙөмтәһендә ул лайыҡлы абруй һәм ихтирам ҡаҙанды. Әнәс Хәсәновтың юғары профессионализмы һәм тырышлығы граждандар файҙаһына, республикала тотороҡлолоҡто нығытыуға хеҙмәт итте.
Миңә Әнәс Ғәббәс улы Хәсәнов менән йыш аралашырға тура килде. Беҙ кәңәшмәләрҙә, республика Эске эштәр министрлығы коллегияһының ултырыштарында, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелгән башҡа сараларҙа, һирәк булһа ла эштән буш ваҡытта ла осраша торғайныҡ. Был осорҙа милиция полковнигы Хәсәнов, республика эске эштәр министры урынбаҫары булараҡ, оператив хеҙмәт мәсьәләләрен көйләй ине. 1990 йылда ул эске эштәр министры итеп тәғәйенләнде.
Әнәс Ғәббәс улы иң абруйлы милиция офицерҙарының һәм эске эштәр органдары етәкселәренең береһе булды. Ул 1937 йылдың 18 майында Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылында тыуған. Ябай оператив хеҙмәткәрҙән алып республика министрына, эске хеҙмәт генерал-лейтенантына тиклем ауыр һәм ҡатмарлы юл үтә.
Беҙ йыш осраша, кәңәшләшә, ниндәйҙер көнүҙәк мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итә торғайныҡ. Әнәс Ғәббәс улының әңгәмәсеһенә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәте, проблеманың асылын күрә белеү, ҡулай ҡарар табыу һәләте шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә ине. Ул принципиаль мәсьәләләр хаҡында һүҙ барғанда ныҡышмалы, бер үк ваҡытта итәғәтле һәм аралашыусан шәхес, тыуған Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең ысын патриоты, оҫта сәйәсмән булды. Ундай кеше менән разведкаға барырға мөмкин, тиҙәр. Яҡшы юридик әҙерлеккә эйә булыуға ҡарамаҫтан, һәр саҡ белемен камиллаштырҙы, тарих, тел, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт мәсьәләләрен, республикабыҙ тарихын, күренекле эшмәкәрҙәрҙең исемдәрен яҡшы белә, улар менән ғорурлана ине.
Оло йөрәкле шәхес бар булмышын эшкә арнаны. Бер үк ваҡытта ҡәтғи, талапсан һәм принципиаль етәксе абруйына тап төшөрмәне. Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре, дуҫтары, коллегалары ғәҙеллеге һәм кешелеклелеге өсөн генерал Хәсәновты ихтирам итә ине. Ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ул коллегаларының, йәш хеҙмәткәрҙәрҙең хәле менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынды, ауыр мәлдә эш менән дә, һүҙ менән дә ярҙам итергә тырышты.
Юғары профессионализмы, бай тәжрибәһе, ойоштороу һәләте Хәсәновҡа 1995 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Закондар сығарыу палатаһы рәйесе һәм Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫары итеп һайланғас, яңы эшмәкәрлек йүнәлешенең айышына төшөнөргә булышлыҡ итте. Әнәс Ғәббәс улы ул осорҙа фекерҙәш депутаттарҙан эшкә һәләтле коллектив туплай алды. Парламентаризмдың үҫеш перспективалары һалынған әүҙем һәм инициативалы эш йылдарында республика ҡануниәте ышаныслы үҫеш алды, хоҡуҡи киңлектәге бушлыҡ йылдам юҡҡа сығарылды. Шуға күрә Әнәс Ғәббәс улы Хәсәновтың хеҙмәттәре хаҡында һүҙ алып барғанда, уның республикалағы социаль-иҡтисади үҫешкә һәм Башҡортостанда парламентаризмды камиллаштырыуға ҙур өлөш индереүе хаҡында әйтмәү мөмкин түгел.
Әнәс Хәсәнов етәкселегендәге Закондар сығарыу Палатаһына ул дәүерҙә ике мөһим бурысты тормошҡа ашырырға: нормалар сығарыу механизмын эшләргә һәм сифат йәһәтенән яйға һалырға, ҡануниәт базаһын да үҫтерергә тура килде. Ваҡыт тығыҙ ине, сөнки илдәге һәм республикалағы хәл йылдам үҙгәрҙе, яңы күренештәрҙе хоҡуҡи көйләү, реформаларҙы закондар менән ышаныслы тәьмин итеү зарурлығы тыуҙы. Өҫтәүенә федераль закон сығарыусылар төрлө сәбәп буйынса тормоштан артта ҡалды, төбәк парламенты күп йәһәттән уларҙы уҙып китте. Шул осорҙа ҡабул ителгән Башҡортостан Республикаһы закондарының күбеһе — башҡа төбәктәр, ә ҡайһы берҙәре хатта федераль закон сығарыусы өсөн дә өлгө булды.
1995 йылғы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы өсөн яңылыҡтар күп булды. Ләкин уның эшмәкәрлеге республиканың әүәлге саҡырылыш Юғары Советы тарафынан һалынған ныҡлы ерлеккә нигеҙләнгәйне. Шул дәүерҙә парламентта бәхәстәр һәм дебаттар байтаҡ үтте. Ләкин уларҙың һәр береһендә Әнәс Ғәббәс улының һүҙенә ҡолаҡ һалдылар. Депутаттар араһында уның кеүек бай эш тәжрибәһенә эйә булғандар һирәк ине.
Һәр кеше тормош юлын үҙе һайлай. Берәүҙәр шатлығын уртаҡлашып яҡындары менән бергә атлай, икенселәре ошо шатлыҡ-ҡыуанысты күреү һәләтенән дә мәхрүм. Миңә күңел йылылығын өләшкән, ихлас һәм тырыш шәхес менән осрашыу бәхете тейҙе. Кешеләрҙе, тормошто яратҡан Әнәс Ғәббәс улы Хәсәнов башҡаларҙың йөрәгенә дәрт өҫтәне, ышаныс тойғоһо тыуҙырҙы. Ул стратегик маҡсаттарҙы аныҡ билдәләү, эш йүнәлешен йылдам табыу, уртаҡ бурыстарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән фекерҙәштәр туплау, кешене тыңлай белеү, үҙ фекереңде яҡлау һәләтенә эйә ине. Ошондай шәхес менән тығыҙ аралашыу, эшләү мөмкинлеге биргән өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен.
Әнәс Ғәббәс улы Хәсәнов кеүек кешеләр милләтебеҙҙең һәм республикабыҙҙың ғорурлығын тәшкил итә. Уның данлы эштәре, яҡты иҫтәлеге оҙаҡ йәшәр.
Константин ТОЛКАЧЕВ,
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы —
Ҡоролтай Рәйесе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә