Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » СССР осоронда нисек булған?
1950 йылдарға тиклем СССР-ҙа өйһөҙ, торлаҡһыҙ ҡалғандарҙың проблемаһын етди хәл тип һанамағандар. Сөнки Конституция буйынса эшләгән һәр кеше бушлай фатир, һис булмаһа, “коммуналка”нан бүлмә алған.

Шунан һуң, һуғыштан һуңғы йыл­дарҙа – ил емереклектәрҙе аяҡҡа баҫтырғанда, иҡтисадты тергеҙгәндә, был проблема әллә ни иғтибарҙы йәлеп итмәй, ғәҙәти һанала. Ә бына социаль-иҡтисади хәл яҡшыра баш­лағас, тәүҙә балалар, үҫмерҙәрҙе тәшкил иткән “беспризорниктар”ға, берәҙәктәргә ҡаршы көрәш башлана.

Ошо осорға тағы бер көрәш майҙаны асыла – “хрущевкалар”ҙан тотош ҡалалар үҫеп сыға. Күпселек фатирҙар, йорттар ойошмалар, завод-фабрикалар тарафынан төҙөлөп, үҙҙәренең эшселәренә бирелә. Был да торлаҡ­һыҙҙарҙың хәлен бер аҙ үҙгәртергә ярҙам итә.

1961 йылдан башлап СССР-ҙа бер ҡайҙа ла эшләмәгәндәр, йәғни “әрәм­тамаҡтар”ға ҡаршы көрәш асыла. Тәғәйен генә эш урыны булмағандарға енәйәт эше ҡуҙғатыла. Был закон рәсми килеме, йәшәгән урыны бул­мағандарҙың һанын ҡырҡа кәметә.

Эске эштәр министрлығының 1970 йылғы 140-сы бойороғо, КПСС Үҙәк Комитетының һәм СССР Министрҙар Советының 1970 йылдың 23 февра­лендәге “Ижтимағи-файҙалы хеҙмәттән тайпылған һәм йәмғиәткә ҡаршы, әрәмтамаҡтарса йәшәү рәүеше алып барған кешеләргә ҡарата көрәште көсәйтеү буйынса саралар тураһын­дағы” ҡарарына ярашлы, торлаҡһыҙ, өйһөҙҙәр милицияның махсус приемниктарына ябылған.

1980 йылда СССР-ҙа рәсми рәүештә 142 мең кешенең тәғәйен генә йәшәү урыны булмай. Белгестәр әйтеүе буйынса, был һан кәметеп күрһәтелгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, әрәм­тамаҡлыҡты, рәсми рәүештә эшһеҙ йөрөгәндәрҙе, тәғәйен йәшәү урыны булмағандарҙы тулыһынса бөтөрөүгә йүнәлеш алына.


Ҡанундар яҡшы ла ул...

“Бомждар” 1991 йылдан алып “законлаштырыла”, йәғни енәйәтсе һаналмай. РСФСР Енәйәт кодексының 209-сы (системалы рәүештә берәҙәклек итеү, һораныу) һәм 138-се (прописка-рәсми теркәлеү ҡағиҙәһен боҙоу) статьялары ғәмәлдән сығарыла.

1990 йылдарҙа совет осороноң яза биреү саралары тулыһынса битараф­лыҡ һәм дәүләт органдарының өйһөҙ ҡалғандарҙың проблемаларын хәл итә алмаған көсһөҙлөк менән алмашына. Торлаҡты бушлай хосусилаштырыу, уның менән бәйле күп төрлө мут­лашыуҙар тәү сиратта эскеселәрҙе, психик ауырыуҙарҙы, етем балаларҙы урам буйында ҡалдыра. Ошо осорҙа риэлторҙар барлыҡҡа килә. Улар аҙ килемле граждандарға финанс ярҙамы күрһәткән булып, торлаҡтарын алмаша, һаттыра. Элекке союздаш республиканан ағылған ҡасаҡтар ҙа Рәсәйҙә йортһоҙҙар һанын арттырыуға булышлыҡ итә.

1993 йылдың 2 ноябрендә Рәсәй Президентының берәҙәклекте, һора­ныуҙы иҫкәртеү буйынса Указы сыға. Уға ярашлы, элекке “приемниктар”ҙы Эске эштәр министрлығы ҡарамағынан алып, социаль-реабилитация үҙәктәре ойошторолдо. Унда “бомждар”ға медицина, социаль һәм башҡа ярҙам күрһәтелә башланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был Указ тулыһынса тормошҡа ашырылманы. Әйтәйек, 1995 йылға бөтә Рәсәй буйынса 25 кенә төнөн ҡунып сыға торған өй, 40 махсус интернат һәм биш социаль ҡунаҡхана була.

“Ночлежка” хәйриә ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1998 йылда “бомждар”ҙың өстән бер өлөшө элекке иркенән мәхрүм ителеүселәр булған. 1990 йылдан иһә хәл үҙгәрә: күсемһеҙ милек мутлыҡтары сәбәпле торлағын юғалтҡандар күбәйә. Йортһоҙ ҡалған­дар иҫәбенә шулай уҡ “беспризорник” балалар ҙа инә. Уларҙы балалар йорттарына оҙаталар.

Йәшәргә урыны булмағандарға муниципаль берәмектәр һәм хәйриә ойошмалары тарафынан төнөн ҡунып сығыр өсөн урындар асыла. Унда уларға йылы аш бирелә, медицина ярҙамы күрһәтелә. Ләкин күпселек осраҡта берәҙәктәр өйрәнгән тормоштарынан арына алмай, кире урамға китә.


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ әҙерләне / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә