Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер тарихҡа ике ҡараш
Бер тарихҡа ике ҡарашҺуңғы йылдарҙа көнбайыш секталары Рәсәй, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Азербайжан һәм Төркиә мосолмандарын үҙҙәренә йәлеп итеү өсөн ҙур көс түгә. Был йәһәттән айырыуса “свидетели Иеговы”, “адвентисты седьмого дня”, мормондар һәм үҙҙәрен “Ғайса сиркәүе” тип атаусылар, йәнә лә бер нисә неопротестант сиркәүе тырышлыҡ күрһәтә.

Мосолмандың Инжилға мөнәсәбәте

Неопротестанттар 2000 йылда Мәскәүҙә “Авраам балалары” тигән үҙәк төҙөй, уның маҡсаты — Мәскәүҙәге һәм уның эргәһендәге төркиҙәрҙе христианлаштырыу. Ҙур тираждар менән татар, башҡорт, төрөк, авар, ҡаҙаҡ, үзбәк телдәрендә Тәүрат нәшер ителә башлай.
Үҙ инаныуыңды вәғәҙәләү — һәр кемдең хоҡуғы. Тик әле телгә алынған осраҡта беҙ бик йомарт финансланған прозлитизм (икенсе дингә күсереү) ағымына ҡуйылған йүнәлеш менән осрашабыҙ, һәм ул айырыуса бик дини ғилеме булмаған мосолмандарға асыҡ төбәлгән. “Яңы” насради йәки иегоно ойошмаһына йәлеп итеү православие һәм ислам динендәге ярлы ҡатламды һатып алыу юлы менән башҡарыла. Уларҙы беҙ атап үткән секта һәм сиркәүҙәрҙең сараларына ҡатнаштырыу өсөн гуманитар ярҙам тараталар.
СССР-ҙа 70 йыл буйы динде өйрәнеү тыйылғанлыҡтан, халыҡ был өлкәлә белемһеҙ, тап шул хәл ундай “гуманитарҙар” өсөн бик ҡулай сара. Атеистик эҙәрлекләүҙәрҙән бигерәк тә мосолман халҡы оло зыян күрҙе: уларҙың дин әһелдәрен айырым теүәллек менән ҡырҙылар, хатта ғәрәп телендә китап һаҡлағаны өсөн генә лә кешеләрҙе аттылар, батырҙылар, лагерҙарҙа сереттеләр. Аҡсалы Көнбайыш миссионерҙары өсөн был өҫтөнлөккә әйләнде, үҙҙәренең ҡармағына эләктерер өсөн төрлө сара ҡуллана. Уларҙың ошо ғәмәлдәренән мосолмандар ғына түгел, атеистик ҡыҫырыҡлауҙы кисергән православие динендәгеләр ҙә зыян күрә. “Рухи пирамида”ны тоҫмаллатҡан был алымды “дини браконьерлыҡ” тип тә атарға була. Бер үзбәк ҡатыны гәзиткә ялыу яҙып ебәргән: насрани диненә күсһә, уға 100 доллар вәғәҙә иткәндәр. Ҡатын ризалаша, тик 50 доллар ғына тотторғандар, әлеге дингә тағы ла берәйһен күсерһәң генә ҡалған суммаңды ала алаһың, тигәндәр.
1800-ҙән 1950 йылға тиклем насраниҙар тарафынан исламға ҡаршы 60 меңдән ашыу китап яҙылған, был һан даими арта бара. Мосолман халыҡтары араһында профессиональ эш алып барыусы протестант миссионерҙарының яҙмалары урыҫ теленә лә тәржемәләнә һәм нәшер ителә. Мәҫәлән, ғәрәп илдәренә радио аша 30 йыл буйы тапшырыу алып барыусы Бессам М. Меданиҙың “Мосолманға Инжилды нисек шаһитлыҡ итергә” тигән китабы донъя күрҙе. “Адвентисты седьмого дня” иһә “Фәҡәт Аллаһ ҡына хаҡ донъяны бирә ала!” тигән брошюра нәшерләй. Ул тыштан ҡарағанда мосолмандыҡы һымаҡ, ләкин эсенә икенсе мәғәнә һалына — Аллаһ үҙенең рәсүлен үлтермәй тороп, кешелекте ҡотҡара алмаҫ ине, тип ышандырырға тырышалар. Дон Мак Кэрриҙың “Авраамдың һынған ботағын дауалау. Мосолмандарға яҡшы хәбәр” тигән китабы ябай мосолмандарҙы имандан яҙҙырыу өсөн энциклопедик ҡулланма булып тора. Был яҙмалар Ҡөрьәнде “ентекле байҡай”, насраниҙарҙың “илаһ кеше” (“богочеловек”) тигән ғилеме Аллаһ тарафынан индерелгән тип күрһәтелә.
Насраниҙарҙың мосолман халыҡтарында таратыла килгән “Новый завет”тары хәҙер “Инжил” (“Яҡшы хәбәр”) тип атала. Аҫтыртын маҡсаттары шунда: уны Ҡөрьәндә телгә алынған Ғайса аша йәһүдтәргә индерелгән шул уҡ Инжил тип ышандырырға тырышалар. Ғайса пәйғәмбәрҙе “Иса Мәсих” тип атайҙар. “Новый завет”тағы фразалар “этник мосолмандар” өсөн ғәрәпсә яңғыраған һымаҡ, ә ысынбарлыҡта Ҡөрьәнгә ҡапма-ҡаршы фекер әйтелә: “Иманға килгән кеше һәләк булмаһын һәм мәңгелек тормош тапһын өсөн, Аллаһ Үҙенең улы Иса Мәсихте ҡорбан итте” (Аллаһ уны кемгә ҡорбан иткән — быныһы әйтелмәй).
Бына шул рәүешле насрани миссионерҙарының һәм “Свидетели Иеговы” тигәндәренең өгөт-нәсихәте түбәндәгесә: Аллаһтың Ғайса аша “Инжил”ды индереүе тураһында Ҡөрьәндән аяттар килтерелә, һуңынан насраниҙарҙың рәсми “Новый завет”тары тәҡдим ителә һәм әйтелә: был һеҙ өйрәнергә тейеш “Инжил”, ә сөннәтте ғәрәптәр уйлап сығарған, йәнәһе, Аллаһтың әмерен боҙоу. Бынан ары инде һиҙҙермәй генә Ҡөрьәнде “ситкә этерлек” насрани диненең дөрөҫлөгө тураһында цитаталар ташҡыны китә, ә артабан гуманитар ярҙам вәғәҙә итеп, сиркәү хеҙмәтенә саҡырыу һәм сектаның әҙәбиәтен таратыу башлана.
Ҡайһы бер яңы насрани ойошмалар психокодлаштырыу йолаһын атҡара: бер нисә сәғәт буйы ниндәйҙер “изге рухты саҡырыу” сараһы үткәрә, ул бер нисә сәғәт дауам иткәндән һуң кешеләр хәлдән тайып иҙәнгә ҡолай, ниндәйҙер аңлайышһыҙ һүҙ бутҡаһы бешерә башлайҙар (“икенсе телдәрҙә һөйләү”).
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, неопротестанттар ғына түгел, ҡайһы бер ультрарадикаль ойошмалар православие исеме менән исламға ҡаршы яҙмалар нәшерләүҙәрен дауам итә (дөйөм алғанда, мосолмандар һәм православныйҙарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте сабыр). Йәнә лә шул: дәлилдәре булмау сәбәпле, уларҙың ҡайһы бер хеҙмәттәре Рәсүлде һәм ислам тәғлимәтен әрләүгә генә ҡайтып ҡала.
Миссионерҙарҙың агрессив прозелитик эшмәкәрлеге ҡыҫымына дусар ителгән Рәсәйҙең һәм БДБ-ның традицион динен тотоусы һәр гражданы үҙенең законлы хоҡуғын яҡлай ала. Бына шуға күрә дин ғилеме буйынса мосолман ҡарашынан яҙылған дәреслектәр кәрәк, шулай уҡ мосолман-насрани фекер алышыуҙар буйынса ла ҡулланма сығарыу ихтыяжы бар. Был ҡулланмала Ҡөрьәнгә һәм шәриғәткә һөжүм итеүселәргә, аңлы рәүештә Аллаһ ҡанундарын икенсе диндең ҡарашы менән алмаштырырға маташҡандарға аныҡ һәм тәфсирле яуап булырға тейеш. Беҙҙең маҡсат — үҙебеҙҙе һаҡлау, Көнбайыш миссионерҙарының аҫтыртын ниәттә Аллаһы Тәғәләнең әмерен һәм ҡанундарын боҙорға тырышыуҙарына ҡаршы тороу, яҡлау, мосолмандарҙы хата яһауҙан ҡурсалау.

Китапты яҙыуҙың маҡсаты

Тәүге маҡсаты — мосолмандарға Аллаһтың Ғайсаға “Инжил”де телдән индереүен күрһәтеү, ул “Инжил” төп нөсхәлә һаҡланмаған, “Новый завет” иһә исламдың тәү сығанағы булып һаналмай.
Исламдың бүтән диндән айырмаһы бар. Шулай ҙа динебеҙ, бүтән диндәр ҙә Аллаһтың ихтыяры менән барлыҡҡа килгән тип аңлата, шуның өсөн мосолмандар ул инаныуҙарға һөжүмгә ташланырға тейеш түгел.
“Әгәр ҙә Аллаһ теләһә, Ул һеҙҙең барығыҙҙы ла бер өммәттән иткән булыр ине. Ләкин һеҙҙе үҙе биргәне менән һынарға теләй. Шуға ла яҡшы эштәрҙә бер-берегеҙ менән ярышығыҙ, бер-берегеҙҙе уҙҙырығыҙ. Бөтәгеҙ ҙә Аллаһҡа ҡайтарыласаҡһығыҙ, һәм үҙ-ара бәхәсләшкән нәмәгеҙгә ҡағылышлы Ул асыҡ хөкөмөн әйтәсәк” (Ҡөрьән, 5:48).
Икенсе маҡсат мосолмандарҙы һәм традицион насраниҙарҙы берләштергән ҡараштарҙы асыҡларға, анализларға һәм Бер Аллаһтың Яхъя, Ғайса һәм Мөхәммәд (с.а.с.) кеүек пәйғәмбәрҙәр аша бөтөн кешелекте ҡотҡарыу тарихын теркәү, аңлатыу һәм айырмаһын асыҡлау. Уртаҡлыҡты һәм айырымлыҡты белеү бер-береһенә яҡшыраҡ аңларға ярҙам итәсәк, ә аңлау — бер-береһенә ихтирамлы мөнәсәбәттә йәшәү тигән һүҙ. Был Раббының әмеренә тап килә:
“Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Шул хаҡ, беҙ һеҙҙе бер ир һәм бер ҡатындан яралттыҡ һәм һеҙ бер-берегеҙҙе белһен, өйрәнһен өсөн халыҡтар һәм ҡәбиләләр яһаныҡ, сөнки Аллаһ ҡаршыһында һеҙҙең иң хөрмәтлеһе — тәҡүәле булғандарығыҙ. Шул саҡ Аллаһ бөтәһен дә белеүсе, хәбәрҙар!” (Ҡөрьән, 49:13)
Был осраҡта шуны ла өҫтәргә кәрәк, мосолмандар, прозелитизм менән дә, насраниҙарҙан айырмалы, миссионерлыҡ менән шөғөлләнмәй, сөнки аңлы рәүештә үҙ юлын һайлағандар — беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө һәм кәрәгерәк.
“Көсләп дингә индереү юҡ” (Ҡөрьән, 2:256)
“Ислам саҡырыуы” — ислам тәғлимәтен белергә теләгәндәр өсөн дөрөҫ мәғлүмәт биреүгә генә ҡайтып ҡала. Артабан инде бөтәһе лә кешенең үҙенән, уның хәҡиҡәткә ынтылыуынан тора һәм Раббының мәрхәмәтенән!
Мосолмандар һәм, бер һүҙһеҙ, был китап авторы “Яҙыу кешеләренә”, йәғни йәһүдтәргә һәм насраниҙарға хөрмәт менән ҡарай, сөнки уларҙың бабалары ҡасандыр боронғо замандарҙа Аллаһтан хаҡ әмер һәм изге хәбәр алған. Көнбайыш насрани миссионерҙарының бай һәм агрессив икәнен таныйбыҙ, шулай ҙа мосолмандарға ыңғай ҡараған традицион насраниҙар араһында улар әҙселекте тәшкил итә.
“Улар араһында мосолмандарға иң яҡшы мөнәсәбәт булып: “Ысындан, насраниҙар беҙ”, тигәндәрҙе табырһың, сөнки улар араһында ғалимдар һәм раһиптар (монахтар) бар, улар тәкәббер түгел” (Ҡөрьән, 5:82)
Ҡөрьән Кәрим бөтөн мосолмандарҙан да икенсе дин тотоусыларға ихтирамлы мөнәсәбәт талап итә һәм шаһитлыҡ итә: “Әгәр ҙә улар Тәүрат, Инжил һәм Раббыларына индерелгән (Ҡөрьән) менән ғәмәл ҡылһалар, улар аяҡ аҫтарындағы һәм өҫтәрендәге ниғмәттәргә туйырҙар һәм байлыҡ эсендә йәшәрҙәр ине” (Ҡөрьән, 5:66).
Йәһүдтәрҙең һәм насраниҙарҙың тотҡан диндәрендә ҡайһы бер Ислам килешмәгән принципиаль ҡараштар менән осрашһаҡ та, беҙ уларҙың барыһына ла Аллаһтың Хөкөм көнөндә ҡәнәғәт булырлыҡ эштәр эшләүен теләйбеҙ!
Был китаптың авторына төрлө конфессия кешеләре менән һөйләшергә тура килде, ул шулай уҡ Интернет материалдарын да файҙаланды. Китап Көнбайыш “дин браконьерҙары”ның прозелитизмы менән осрашҡан кешеләр өсөн ярҙамсы ҡулланма, шулай уҡ үҙ иманын даусыл “исламофоб”тарҙың һөжүменән һаҡларға теләгән мосолман өсөн белешмә булыр. Әгәр ҙә урыҫ телендә “Мосолманға Инжил тураһында нисек шаһитлыҡ итергә” тигән китап күп тираж менән таратыла икән, тимәк, Инжилға мосолман күҙе менән дә ҡарарға ваҡыт еткәндер. Ә хаҡ ғилем — Аллаһы Тәғәлә.
Вячеслав ПОЛОСИН,
Рәсәй мөфтиҙәре советы рәйесе кәңәшсеһе,
“Мосолмандарҙың Инжилға мөнәсәбәте” китабы авторы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872