Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тынғыһыҙ ғалим
Тынғыһыҙ ғалимУл һөнәрен 60-сы йылдарҙа, илебеҙҙә физика фәне юғары баһаланған ваҡытта, һайлай. Хәтерегеҙҙәлер, тап ошо осорҙа беренсе булып, донъяны таң ҡалдырып, һоҡландырып, Йыһанға совет космонавы Юрий Гагарин оса. Ошо заманда кемдәр генә космонавт булырға теләмәй ҙә кемдәр генә Айҙа яланаяҡ йөрөргә хыялланмай икән! Тыныс тормошта термоядро энергияһын ҡулланыу беренсе булып илебеҙҙә үҙләштерелә, телемеханика ҙур үҫеш ала. “Йыһанлы” мөхит йәштәргә лә тәьҫир итмәй ҡалмай. Күптәр космос карабында Марс планетаһына барып етеп, унда алмағастарҙы сәскә аттырам, илем данын артабан күтәрәм тигән алһыу хыялдар эсендә йөҙөп үҫә. Ә бының өсөн иң элек физика закондарын ныҡлап өйрәнеү мотлаҡ. Шуға физик булыу Ейәнсура районының Үтәғол ауылында тыуып үҫкән Роберт Яҡшыбаевтың да иң саф, иң нурлы хыялына әйләнә һәм ошо изге маҡсат уны Башҡорт дәүләт университетына алып килә...
Был йылдарҙан һуң күпме ваҡыт үткән инде. Әммә ҡасандыр физик булыу теләге менән баш ҡалаға килеп төпләнгән егеттең генә тормошо хыялындағыса үҙ яйына барған кеүек. Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультеты студенты, Урал дәүләт университеты аспиранты, 1978 йылдан алып БДУ-ның дөйөм физика факультетында ассистенттан алып профессор дәрәжәһенәсә үҫеү, 1992 йылда Екатеринбург ҡалаһының Фәндәр академияһында физика-математика фәндәре буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлау, Юғары һәм урта һөнәри белем биреү буйынса дәүләт комитетына етәкселек итеү, Башҡорт дәүләт университетының физика факультеты деканы, дөйөм физика кафедраһы мөдире, 2009 йылдан алып университеттың физика-техника институты директоры... Һанап китеүе генә еңел. Ә был дәрәжәләрҙең, еңеү-ҡаҙаныштарҙың артында күпме тырышлыҡ, йоҡоһоҙ төндәр ятҡанын геройыбыҙ үҙе генә белә. Ғөмүмән, Роберт Әсғәт улының тормошон барлаған һайын уның биләгән вазифаларынан да бигерәк хеҙмәт һәм тормош юлы нығыраҡ һоҡландыра. Бер ҡытыршылыҡһыҙ үткән кеүек. Сабырлыҡтың, ныҡышмалылыҡтың, айыҡ аҡылдың һөҙөмтәһелер был. Мәктәп йылдарында ла, тиле йәшлек осоронда ла, ир ҡорона инеп, аяғына ныҡлы баҫҡанда ла, хатта бөгөн алтмышҡа артылғанда ла уны фекер ҡеүәһе, яҡты зиһене ташламаған. Һәр һүҙен үлсәп һөйләр, һәр кем менән уртаҡ тел табыр, һәр нәмәгә үҙ фекерен әйтер.
Роберт Яҡшыбаев менән май байрамдары алдынан осраштыҡ. Тулҡынлана ине ул. Быны, үҙемсә, юбилей алды мәшәҡәттәренә һылтарға тырыштым. Әммә асылда, геройымдың эске донъяһына нығыраҡ үтеп ингән һайын, уйҙарымдың бер ҡатлылығынан сирҡандым.
— Яҙ йылдағыса күңелемде болоҡһотоп килә. Яҙғы шарлауыҡтар, гүйә, бала саҡ хәтирәләрен, йәшлек йылдарын, атайым, әсәйем тураһындағы иҫтәлектәрҙе яңырта... Атайым — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Дошманға ҡаршы ҡорал күтәргәндә унынсы класты тамамлаған үҫмер генә була әле ул. Сталинград яуында ҡаты йәрәхәтләнеп, ун ай тирәһе госпиталдә ятып, тыуған яғына 1944 йылда ғәрип булып ҡайтып төшә. Һуғыш сыныҡтыра уны. Ҡайтыу менән эшкә тотона. X класс белеме менән Абҙан урта мәктәбендә уҡытыусы вазифаһында хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Төрлө йылдарҙа ауыл Советы рәйесе, мәктәп директоры, урындағы Салауат исемендәге колхоз рәйесе, партком секретары булып эшләй. Әйткәндәй, атайым заманында, колхоз иҫәбенә, биш ауылға мәктәп һалдырған кеше. Бының өсөн ул “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусы” тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ булды. Әсәйем Гөлйыһан менән алты балаға ғүмер бүләк иткәндәр, һәр ҡайһыбыҙ юғары белемле. Ошоларҙы уйлайым да, Хоҙай Тәғәләгә ошондай аҡыллы, булдыҡлы, хәстәрлекле атай-әсәй биргәне өсөн рәхмәт уҡыйым. Бөтә нәмә ғаиләнән башлана. Әлбиттә, атайҙың ҡаты ҡулын, әсәйҙең өгөт-нәсихәтен татыманыҡ, ишетмәнек түгел, барыһы ла булды. Әммә ошо тәрбиә беҙҙе сыныҡтырҙы, йәшәргә өйрәтте, кеше итте, — тип хәтирәләрен яңырта әңгәмәсем.
Роберт Әсғәт улы — үҙ яҙмышын үҙе яҙған кеше. Ул һәр ваҡыт үҫештә. Ябай ауыл малайының профессор дәрәжәһенәсә күтәрелеү миҫалы ғына ла күп нәмә тураһында һөйләй. Башҡорт дәүләт университетында эшләй башлағас та үҙен саҡ машина йөрөтөргә өйрәнеп, ҙур ҡаланың транспорт ағымына эләккән тәжрибәһеҙ шофер менән сағыштырған саҡтары аҙ булмай уның. Әммә тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ эҙһеҙ үтмәй. Үҙ предметынан һабаҡ биргән һайын, аҡыл һәләтен үҫтереүҙә физиканың мөмкинлектәренең сикһеҙ даръя кеүек киң булыуына төшөнә бара. Өфөлә, Екатеринбургта алған белеме менән сикләнмәй, махсус гәзит-журналдарға яҙыла, ғилми китаптар уҡый һәм уларҙан алған өҫтәмә белемен хеҙмәтендә камиллаштыра. Ғилем донъяһына башкөллө сума ул. Төрлө тәжрибәләр өҫтөндә ныҡышмалы эшләй. Роберт Яҡшыбаевтың аномаль юғары ток үткәргестәрендә ҡатмарлы күп компонентлы системалы заряд һәм массаларҙың күсеү үҙенсәлектәре хаҡында тикшеренеүҙәре Рәсәй ғалимдарының ғына иғтибарын йәлеп итмәй ҡалмай. Был тема буйынса уның тарафынан үҙәк һәм Халыҡ-ара журналдарҙа 160-тан ашыу ғилми эше баҫылған, ул Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конференцияларҙа, симпозиумдарҙа даими ҡатнаша. Роберт Әсғәт улы йәмәғәт тормошонан да айырылманы. Төрлө йылдарҙа Юғары һәм урта һөнәри белем биреү буйынса дәүләт комитетына етәкселек итте, Башҡортостан Хөкүмәте ағзаһы булды. Университеттың физика факультеты деканы вазифаһында эшләү дәүерендә кадрҙарҙы әҙерләүҙә күп кимәлдәге системаны тормошҡа ашырыу, уҡыу процесына яңы дәүләт стандарттарын индереү, белгестәр әҙерләү сифатын күтәреү буйынса күп көс һалды. Уға намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән, “Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү буйынса почетлы хеҙмәткәре” билдәһе менән бүләкләнгән.
Унан бит бөтөн нәмә лә физика законына ғына ла буйһонмай. Күңел, иғтибар, ихтирам тигән мәңгелек төшөнсәләр ҙә бар. Роберт Әсғәт улы: “Физиктар — лириктар, тиҙәр. Асылда мин ысын физикмын”, — тип шаяртһа ла, уның булмышынан барыбер ҙә ижад һулышы бөркөлгән кеүек.
— Тормошомдан уңдым. Тыуған ауылымда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районына велосипедта йөрөп уҡыным. Ҡайҙа ла көслө, тәжрибәле, үҙ һөнәренә мөкиббән киткән уҡытыусыларҙа белем алдым. V класта физиканан Фәтих ағай Саматов уҡытты. Әле булһа хәтеремдә: ҡышын ағайыбыҙ бер нисә уҡыусыны толопҡа төрөп ат санаһына ултыртып ала ла күрше ауылға олимпиадаға алып китә. Үҙе юл буйы мәсьәләләр сисә, аңламағандарын төшөндөрә. Университетҡа уҡырға ингәс, Фәтих ағайҙың “юлын” билдәле профессор Виталий Конев дауам итте. Ул минең ғилми етәксем булды. Һуңғы йылдарға тиклем тығыҙ бәйләнештә йәшәнек. Кәңәшсем, остазым ине ул. Уҡыусыларымдан уңдым. Уларҙың күбеһе бөгөн фән кандидаты, фән докторы дәрәжәһен йөрөтә. Профессор Рафаэль Әлмөхәмәтов, Малик Балапанов, Нурия Бикҡолова һәм башҡалар ышанысымды тулыһынса аҡланы тип ғорур әйтә алам, — ти Роберт Яҡшыбаев.
Шулай ҙа Роберт Әсғәт улын профессор дәрәжәһенәсә үҫтергән мөхит барыбер ҙә уның ғаиләһе. Ул быны үҙе лә йәшермәй. “Ғаиләм — ҡәлғәм”, — тип кенә яуапланы ул. Утыҙ ете йыл бергә иңгә-иң терәшеп йәшәгән ҡатыны Зәкиә Ғөбәй ҡыҙы, улы Булат, ҡыҙы Айгөл, биш ейән-ейәнсәре — әңгәмәсемдең, ысын мәғәнәһендә, ҡәлғәһе лә, ышанысы ла, өмөтө лә.
— Ир кеше үҙ ғүмерендә ағас ултыртырға, өй һалырға, ул үҫтерергә тейеш, тиҙәр, — тим, әңгәмәсемә ҡарап.
— Өйөн һалдым. Әле тыуған ер йылыһын һыуытмайым тип, Үтәғолда ла йорт алдым. Йәй һайын ейәндәрем менән шунда ҡайтып төпләнәбеҙ. Ер ҡөҙрәте, атай-олатайҙар рухы, тыуған яҡ һауаһы көс, дәрт биргәндәй. Ағастар ҙа ултырттым. Хәтеремдә, VI-VII класта уҡығанда эргә-тирәләге тау итәктәренә ҡарағай үҫентеләре ултыртҡайныҡ. Бөгөн шул ағастар урман булып шаулап ултыра... Аллаға шөкөр, улым Булат та башлы-күҙле булды инде. Ул да минең юлды һайланы, һөнәре буйынса физик. Ә ҡыҙым — хоҡуҡ белгесе. Әлеге көндә өс бала әсәһе, ейәндәремде уҡытыу, тәрбиәләү менән мәшғүл, — ти Роберт Әсғәт улы, тормош юлын тағы бер тапҡыр барлап.
Тағы... Үтә етди, баҫалҡы кеше ул Роберт Әсғәт улы. Эшендә лә, тормошта ла. Бигерәк тә дуҫ-иштәренә, яҡындарына, туғандарына һәр саҡ йөрәкһенеп ҡарауы һоҡландыра. Тормошто яратыуҙан киләлер ул. Ошо мәңгелек тойғо уны йәшәртә лә, йәшәтә лә инде.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ветеран Григорий Савинға 100 йәш тулды

Башҡортостанда ветеран Григорий Савинға 100 йәш тулды 06.02.2026 // Йәмғиәт

Һуғышта яраланғандан һуң фронттағы табип уға оҙон ғүмерле буласағын әйткән....

Тотош уҡырға 2

МХО-ла ҡатнашыусылар Абхазияла ял итергә мөмкин

МХО-ла ҡатнашыусылар Абхазияла ял итергә мөмкин 06.02.2026 // Йәмғиәт

МХО-ла ҡатнашыусылар Абхазияла ял итергә мөмкин...

Тотош уҡырға 2

Републикала һауа температураһының күтәрелеүе фаразлана

Републикала һауа температураһының күтәрелеүе фаразлана 06.02.2026 // Йәмғиәт

Републикала һауа температураһының күтәрелеүе фаразлана...

Тотош уҡырға 2

Республикабыҙҙа «Балаҡатай мəргəне» турниры уҙҙы

Республикабыҙҙа «Балаҡатай мəргəне» турниры уҙҙы 06.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Яңыбай ауылында традицион уҡтан атыу буйынса «Балаҡатай мәргәне» төбәк-ара турниры ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайған

Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайған 05.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайған...

Тотош уҡырға 2

Республикала Стәрлетамаҡ — Раевка юлы яңыртылды

Республикала Стәрлетамаҡ — Раевка юлы яңыртылды 05.02.2026 // Йәмғиәт

Былтыр мөһим төбәк трассаһының өс участкаһы норматив хәлгә килтерелде....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет – илдә иң яҡшыларҙың береһе

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет – илдә иң яҡшыларҙың береһе 05.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү ......

Тотош уҡырға 3

Республикала оло йәштәгеләр өсөн интернаттар социаль йорттар тип үҙгәртелде
Башҡорт йырсыһы Элвин Грей легендар «Тыуған яҡ» хитын башҡарыу хоҡуғына эйә булды

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей легендар «Тыуған яҡ» хитын башҡарыу хоҡуғына эйә булды 05.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей легендар «Тыуған яҡ» хитын башҡарыу хоҡуғына эйә булды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан халҡын финанс пирамидаһы хаҡында иҫкәрттеләр

Башҡортостан халҡын финанс пирамидаһы хаҡында иҫкәрттеләр 04.02.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Нефтекамала клиенттар менән осрашыуҙар үткәргән «Добролайф» компанияһында намыҫһыҙ эш ......

Тотош уҡырға 2

Башҡорт йырсыһы Альбина Килдейәрованы ни өсөн бала табыу йортонда алмаштырғандар?

Башҡорт йырсыһы Альбина Килдейәрованы ни өсөн бала табыу йортонда алмаштырғандар? 04.02.2026 // Йәмғиәт

Билдәле йырсы Альбина Килдейәрова үҙенең яҙмышы хаҡында йыр сығарырға әҙерләнә....

Тотош уҡырға 2

Республикала -33 градусҡаса һыуыта

Республикала -33 градусҡаса һыуыта 04.02.2026 // Йәмғиәт

5 февралгә ҡарай төнгә температураның ныҡ түбәнәйеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә