Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ергә һеңгән иҫке өйҙән үтеп-һүтеп йөрөүселәрҙең аяғынан башҡа бер нәмә лә күренмәгәс, Сара урамға сығырға мәжбүр булды. Яратҡан "Еңеү көнө" йыры яңғырай. Ҡулдарына гөлләмә тотҡан бала-саға һәм яугирҙәр Сибай ҡалаһы паркындағы Еңеү һалдаты обелискыһы эргәһенә ашыға.
"Яҙмыш миңә йәнә һынауын әҙерләгән... Эй, Хоҙайым, ниңә генә шул тиклем ыҙалатаһың, яратмайһың? Күпме түҙергә була? Атаҡайым иҫән-һау булһа..." Алтмыш йәшен үрләгән Сара ирекһеҙҙән һорауына үҙе яуап эҙләне. "Ҡайҙа ул мин бахырҡайға атай-әсәй! Ғүмерем буйы ғәзиз кешеләремде белмәнем", — тип өҙгөләнде. Һалҡын өйөнә инеп, сумаҙандан альбомын алып, атаһының фронттан ебәргән берҙән-бер фотоһүрәтенә текәлде. Уға пилотка, гимнастерка кейгән йәп-йәш һалдат — 18 йәшлек мыйыҡһыҙ егет төбәлде.
— Атаҡайым, еңеүең менән ҡотлайым! Һинһеҙ йәшәүе шул тиклем ауыр, — тине ҡайнар йәштәренә быуылып.
Атаһының ошо фотоһүрәтен Шәйхиғәлләм олатаһы уға тәүге Еңеү көнөндә күрһәткәйне. Эйе-эйе, нәҡ шул саҡта! Олатаһы көнэлгәре Уралтауға йүкә һуйырға барғайны. Һаҡмар буйы ап-аҡ, сәскәләрҙән хуш еҫ бөркөлә. Әйтерһең дә, тәбиғәт ниндәйҙер оло ҡыуаныс көтә. Ысынлап та, тәбиғәт яңылышмаған булып сыҡты. Ғәйнур әхирәте менән онотолоп уйнағанда, кешеләр килеп тулды ла колхоз аттарына кипкән йүкәнән йүгән ишкән олатаһына:
— Ура! Һуғыш бөткән, олатай! Һуғыш бөткән!.. — тип һөрән һалып, уны күккә сөйҙө.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, орден-миҙалдар таҡҡан әхирәтенең атаһы ҡайтып төштө. Шәһиҙә менән Маһинур ғәзиздәренең ҡосағына атылды. Тик уның ғына атаһы юҡсы...
— Ҡарағай морондоң иң бейек еренә менәм дә атайыма ҡул болғайым, тиҙерәк ҡайта һалһын, — тине ауырып ятҡан Нәбирә өләсәһенә.
— Сабыр бул, балаҡайым, сабыр бул. Оҙаҡламай ҡайтыр атайың, — тине өләсәһе. Шуны ишеткәс, урамға сапты.
— Минең дә атайым тиҙҙән ҡайта! — тине ҡыуанып әхирәтенә.
— Атайың һуғышта үлгән, әсәйем әйтте, — тине Ғәйнур.
— Юҡ, үлмәгән, үлмәгән, тиҙҙән ҡайта атайым, — тип үкһеп-үкһеп иларға тотондо ул. Әйтерһең дә, атаһы ишетер ҙә йүгереп ҡайтып килер... Өйгә инеп, өләсәһенә һорау яуҙырҙы. Тауышҡа олатаһы килеп инде лә, изге китап араһынан атаһының фотоһүрәтен алып, ҡулына тотторҙо.
— Ҡайтмай шул, ҡыҙым, атайың ҡайта алмай. Ул алыҫҡа-алыҫҡа китте лә күккә йондоҙ булып атылды. Атайың һине лә, беҙҙе лә күктән күҙәтеп тора. Ул һәр саҡ, ҡыҙым матур булып үҫһен, яҡшы эштәр генә эшләһен, һәйбәт йәшәһен, тип һине ҡайғырта. Йондоҙҙар үлемһеҙ, ҡыҙым, илама, — тип йыуатты.
— Атайым күктә, әле ҡайтмай, — тип һөйләне ҡыҙҙарға.
Атаһының фотоһүрәтен сумаҙанына һалды. "Ни эшләргә? Булмаған бәхетем булманы инде. Донъяға килеп алты ай ҙа үтмәгән әсәйем күренгә киткән дә юғалған, өләсәйемде имеп үҫкәнмен. Сабыр бул, балаҡайым, тип юҡҡа әйтмәгәндер, күрәһе көндәремә әҙерләгәндер”. Ә улар еңелдән булманы.
Атаһының туғандары күптән мәрхүм булып бөттө. Ауыр һуғыш йылдарында тиҫтерҙәренең дә күбеһе, аслыҡтан интегеп, фани донъянан китте. Олатаһы уларҙы ас итмәне. Көнө-төнө йүкә һуйып, йыл әйләнәһенә алыш-биреш итте. Арбаһына тауарын тейәп гел юлда булды. Бер мәл Сараның йөҙөндә йылмайыу балҡыны. Олатаһын Ҡырҙасҡа ауыл Советына саҡырҙылар. Баҡтиһәң, уйынға әүрәп һиҙмәй ҙә ҡалған, әхирәттәре мәктәпкә уҡырға төшкән, уны ла олатаһы мәктәпкә беренсе класҡа уҡырға алып барырға тейеш икән. Олатаһы таң һарыһынан этеп йөрөтмәле арбаһына тауарын тейәп, Магнит баҙарына юлланды. Ул ауылда ейәнсәренән дә бәхетлерәк бала булғанын һиҙҙеме икән? Алдағы йылдарын да күҙаллап, олатаһы уға йәшел төҫтәге оҙонораҡ йылы пальто алды. Ейәнсәренең шатлығынан түбәһе күккә тейҙе. Бишенсе класҡа барғансы өҫтөнән төшөрмәне пальтоһын. Етмеш йәшкә етеп, ундай ҙа йылы пальтоны кейгәне булманы! Юнып, таяҡсалар эшләп, егермегә тиклем һанарға өйрәтеп, ике айҙан мәктәпкә алып барҙылар. Теүәл фәндәрҙе үҙ итте, сөнки атаһы математик, йәғни бухгалтер булған бит.
Бер аҙна эсендә юғалтты иң яҡын кешеләрен — олатаһы менән өләсәһе мәңгелеккә ташлап китте. Сараның яҙмышы атаһының ҡустыһы Әхмәтшәриф ағаһы ҡулында ҡалды. Ул Магнитогорск ҡалаһында уҡыуын ташлап ҡайтырға мәжбүр булды. Бәхетенә күрә, ағаһы иҫ китмәле кеше йәнле, изге күңелле, егәрле ине.
Ҡыҙ үҙҙәренең ауылындағы мәктәпте тамамлап, биш километр арауыҡта ятҡан Ҡырҙас мәктәбенә йөрөп уҡырға ла өлгөрҙө. Ҡырҙас мәктәбендә Мөхтәримә Мәсәлимова апай физика фәненә һөйөү уятты һәм Сара Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика бүлеген уңышлы тамамланы. Хеҙмәте "Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы" билдәһе менән баһаланды. Атаһының фронттан яҙған хатында, ҡайтмаһам, баламды һаҡлағыҙ, белемле булһын, тигән аманаты еренә еткереп үтәлде. Әлбиттә, ғүмеренең төрлө һикәлтәләрендә яҡшы кешеләр осрап тормаһа, уға икеләтә ауыр булыр ине. Ҡыштың сатнама һыуыҡтарында район үҙәге Асҡарға ат менән алып барып йөрөгән Әхмәтшәриф ағаһы, күҙҙәренән нур бөркөп торған, күңеленә изгелек орлоҡтары ғына сәскән Нәбирә өләсәһе, кәсепсән, юҡты бар иткән, рухи байлыҡты үҙендә туплаған иманлы олатаһы, етемде ҡайғыртҡан ғәзиз Тыуған иле булмаһа, ул замандарҙағы ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алыр инеме икән?! Уларҙың рухына тап төшөрмәй, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, Сара етмеш йәше тулыуға биш бүлмәле йорт һалып сыҡты. Яңы өйөндә күргән төшөндә оҙон шинелен кейгән, күк күҙле, ыҫмала кеүек йылҡылдап торған ҡап-ҡара сәсле, пилоткаһын ҡулына тотҡан атаһының эргәһенә килеүен күрҙе. "Атаҡайым, ҡалай оҙаҡ юғалып торҙоң? Ҡайҙа булдың?" Ысынмы-бушмы, өнөммө-төшөммө тигәндәй, Сара ҡәҙерлеһенә ҡаршы йүгерҙе, әммә барып етә алманы, атаһы томан эсенә инеп юҡҡа сыҡты. Кисен ейәнсәре Интернеттан "Ягафаров Галляметдин Шайхигаллямович, уроженец Башкортостана, Абзелиловского района, Кирдасовского сельсовета, деревни Ахметова, 1924 года рождения, пропал без вести, г. Смоленск, 1942 год" тигән белешмә табып уҡып ишеттерҙе. Етмеш йәшендә Сара атаһы тураһында берҙән-бер хәбәр алды, атаһының Рәсәйҙә Смоленск ҡалаһы өсөн яуға ингәнен белде.
"Тормош — боҙбармаҡтай, ғүмер — тамсылай, балаҡайым, кеше ғүмерен ергә сәскән изгелек орлоҡтары оҙонайта", — тигән өләсәһенең мәслихәтен йөрәгенең төпкөлөндә һаҡлап, Сара ла етмеш йәшенә етте. Һуғыш осоро балалары Йыһанды яуланы, ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштерҙе, яңынан-яңы ғилми асыштар яһаны, Тыуған илдең бураларын иген менән тултырҙы, ҡатмарлы операциялар яһаны, үлемһеҙ картиналар яҙҙы, музыка, әҙәби әҫәрҙәр тыуҙырҙы, меңәрләгән йорттар төҙөп илебеҙҙе данға күмде. Уларҙың быуыны еңелмәй, алғы сафта барырға ғәҙәтләнгән. Хәйер, иртә алағарҙан көҙгө тупраҡ туңғансы ялан аяҡ йөрөп, таш кеүек ҡатҡан ҡурайҙай ғына аяҡтары иҙәндә таҡта шикелле туҡылдап торған, атай-әсәйҙең нимә икәнен дә белмәгән етем малайҙар үҫеп етеп, илебеҙҙең юғары исемдәренә лайыҡ булды. Һуғыш осоро етемдәренең 70–80 йәшен туйлаусылар ҙа, 50–60-ҡа ла етә алмай яҡты донъя менән хушлашҡандары ла бихисап. "1928 —1945 йылғы үҫмерҙәргә ата-әсәләренән яҙып, етем тигән мөһөр генә ҡалған, дәүләт тарафынан яугир аталарын хәтерләткән, исмаһам, берәй сәғәт тә бирмәйҙәр", — тип үпкәләгәйне бер һуғыш ветеранының ҡыҙы. Эйе, "етем күңеле — бер һөйәк" тигәндәй, атайҙарынан яҙған быуындың бәләкәй генә иғтибарға ла күңеле булыр ине, моғайын.
Зөһрә ЙӘҒӘФӘРОВА.
Әбйәлил районы,
Теләш ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн яңы Өфө – Владикавказ йүнәлеше асылды

Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн яңы Өфө – Владикавказ йүнәлеше асылды 07.04.2026 // Йәмғиәт

Рейстар аҙнаһына бер тапҡыр – йома көндәрендә башҡарыла....

Тотош уҡырға 1

Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эверест тауына артыла
Радий Хәбиров Асҡар ауылында Үҙәк район дауаханаһының яңы балалар поликлиникаһын ҡараны

Радий Хәбиров Асҡар ауылында Үҙәк район дауаханаһының яңы балалар поликлиникаһын ҡараны 07.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Әбйәлил районына эш сәфәре Үҙәк район дауаханаһының яңы ......

Тотош уҡырға 1

«Башҡортостан ирекмәне» почет билдәһен кем һәм нисек алырға мөмкин
Радий Хәбиров Өфө мэрияһына БПЛА-нан зыян күргән йорттарҙы тергеҙергә ҡушты
Республика ветерандарына Еңеү көнө уңайынан аҡса пенсия менән бергә бирелә

Республика ветерандарына Еңеү көнө уңайынан аҡса пенсия менән бергә бирелә 06.04.2026 // Йәмғиәт

Республика ветерандарына Еңеү көнө уңайынан аҡса пенсия менән бергә бирелә...

Тотош уҡырға 2

Йәнә +20°: Башҡортостанда йылы көндәр көтөлә

Йәнә +20°: Башҡортостанда йылы көндәр көтөлә 06.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанға легендар «Еңеү паровозы» килә

Башҡортостанға легендар «Еңеү паровозы» килә 03.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанға, шулай уҡ Рәсәйҙең тағы бер нисә төбәгенә легендар «Еңеү паровозы» килә....

Тотош уҡырға 2

Рельстан сыҡҡан поезд пассажирҙарының күбеһен Ульяновскиға алып килгәндәр
Башҡортостанда Яҡуповтар ғаиләһендә туғыҙынсы бала тыуған

Башҡортостанда Яҡуповтар ғаиләһендә туғыҙынсы бала тыуған 03.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Яҡуповтар ғаиләһендә туғыҙынсы бала тыуған...

Тотош уҡырға 4

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу көнө билдәле булды

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу көнө билдәле булды 03.04.2026 // Йәмғиәт

Быйыл Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант 17 апрелдә уҙа. Һәр ваҡыттағыса акция онлайн һәм офлайн ......

Тотош уҡырға 3

7 майҙа Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

7 майҙа Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 03.04.2026 // Йәмғиәт

7 майҙа Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә