Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Барыһын да һыйындырған Урал...

Милләттәр дуҫлығы – яҡты киләсәккә асҡыс

Урал – уртаҡ йортобоҙ. Ниндәй генә халыҡ вәкилдәре йәшәмәй унда! Силәбелә үткән “Урал – беҙҙең уртаҡ йортобоҙ” өлкә-ара балалар фестивалендә быға йәнә бер ҡат инандыҡ. Сарала төрлө милләттәрҙең мәҙәниәте сағылыш табыу менән бер рәттән, улар араһында дуҫлыҡ күпере лә һалынды.

Аҫылташтар йыйылған ерҙә

Был ҙур сара – Президент грантын алған “Башҡорт халыҡ үҙәге” Силәбе өлкә йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәренең хеҙмәт емеше. Берләшмә рәйесе Венера Аҡмөхәмәтова фестивалде үткәреүгә күп көс һалған, сара барышында ла ул бер минут та тик торманы. Конкурсҡа килгән балалар иртә менән Суғояҡ күле буйында урын­лашҡан “Муйылҡай” сәләмәтлек үҙә­генә йыйылды ла фестивалдең гала-концертына әҙерләнә башланы. Пласт, Копейск ҡалаларын­дағы балалар йорттары тәрбиәләнеү­селәре тарафынан ойошторолған күргәҙмәләр эшләне.

Һайлап алыу турын үткәндәр ҡат­нашлығындағы гала-концертты “Палитра” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамб­ле асты. Башҡорт, рус, татар, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ һәм башҡа милләттәр кейе­мендә сәхнәлә орсоҡтай өйөрөл­гән ҡыҙ һәм малайҙарға ҡарап, тамашасылар Уралдың ысын мәғәнәһендә күп милләтле уртаҡ төйәк булыуына йәнә бер ҡат ғорурлыҡ тойғоһо кисергәндер.

“Паспорту” шоу-дуэтының һәм “Энджел” вокаль ансамблдәренең моңло йырҙарынан һуң һүҙ урындағы Хөкү­мәт­тең йәмәғәт бәйләнештәре идара­лығы етәксеһе Дмитрий Семенов­ҡа бирелде, ул йыйылған халыҡты Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский исеменән сәләмләне.
– Мәҙәниәт, үҙенсәлекле йолалар, Силәбе өлкәһендә, Көньяҡ Уралда йәшәгән төрлө халыҡтарҙың дуҫлығы – беҙҙең оло хазинабыҙ, – тине ул. – Аҫылташтар менән тулы бөгөнгө залыбыҙ.

Артабан фестивалде “Йәшлек”, “Бала саҡ” бейеү коллективтары дауам итте. Силәбе өлкәһе башҡорттарының һөйләше генә түгел, йыр-бейеүе лә беҙҙекенән айырыла икән. Әммә һәр береһенән ихласлыҡ, тамырҙарыбыҙға ҡарата хөрмәт тойғоһо аңҡый. “Тамсылар” коллективы “Башҡорт балы” бейе­үен өҙә баҫҡанда, кескәй генә булыу­ҙарына ҡарамаҫтан, ташып торған дәрттәренә бер һоҡландырһа, башҡорт милли кейеме, ҡамсат бүрек кейгән өс бәләкәй малайҙың “Любизар”ҙы йырлап ебәреүе тағы ла хайран итте. Данил Ғирфанов, Рауил Ғәлиев һәм Айҙар Копчев “Өс таған” төркөмөндә дүрт йәштән үк шөғөлләнә, төрлө конкурс­тарҙа еңеү яулай икән. Быйыл яҙ Екатеринбург ҡалаһында үткән “Ватандың ул һәм ҡыҙҙары” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик йыр бәйгеһендә ошо уҡ “Любизар” менән алтын миҙалға лайыҡ булғандар.

“Палитра” өлгөлө бейеү коллективы солисы Ренат Хәлиловтың “Һунарсы” башҡорт бейеүен айырыуса йылы ҡаршы алды тамашасы, тын да алмай ҡараны. Шулай уҡ ҡаҙаҡ, корей, сиған бейеүҙәре лә ихлас ҡабул ителде. Йырсылар ҙа ҡалышманы: Наил Байымов “Эх, һеҙ, матур ҡыҙҙар!” тип сағыу тауышы менән иғтибарҙы йәлеп итһә, Руфина Сәхәеваның:
“Ожмах кеүек тыуған еребеҙҙә
Бәхет өсөн тағы ни кәрәк?” –
тип саф башҡортса йырлауы күңелгә майҙай яғылды. Владислав Швецов бәрхәттәй баритон тауышы менән инглизсә “Нью-Йорк”ты башҡарҙы; “Йәйғор” вокаль ансамбле Владимир Шаинскийҙың йырҙарынан попурри яңғырағанда, уларға бар зал ҡушылды, кескәй тамашасылар айырыуса кинәнде.

Сараға саҡырылған мәртәбәле ҡунаҡтар араһында Силәбе өлкәһе Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, урындағы башҡорт ҡоролтайы рәйесе урын­баҫары Наил Шәйҙуллин да бар ине.


– Сараның төп маҡсаттарының береһе – төрлө милләт балаларына бар кешеләрҙең дуҫ, татыу йәшәргә тейешлеген, милләт-ара ыҙғыштарға юл ҡуймау зарурлығын аңлатыу. Өҫтәүенә бындай байрамдарҙа мәҙәни кимәл дә арта, йәш быуын вәкилдәре үҙҙәрен күрһәтергә өйрәнә, – тине ул.
Артабан Силәбе ҡалаһының ҡурай­сылар ансамбле залды ҡурай моңона күмде, тора-бара уға һыбыҙғы һәм ҡумыҙ ҙа ҡушылып, балаларҙың сығышын йәмле, йәнле итте. Етәкселәре Радик Заһиров әйтеүенсә, ансамбль ун йылдан ашыу эшләй, унда 8 – 18 йәшлек ҡырҡтан ашыу бала шөғөлләнә.

Гала-концерт һуңында бар ҡатна­шыусылар ҡулға-ҡул тотоношоп, концерт залын уратып тороп баҫты. Башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, рус, мордва һәм башҡа милли кейемдәрҙән күҙ ҡамаша, һәр бала йөҙөндә – ихлас йылмайыу. Халыҡтар дуҫлығына бынан да уңышлыраҡ миҫал бармы икән?..

“Изге кино” изге эштәр ҡыла

Фестивалдең икенсе көнөндә “Изге кино” балалар киностудияһы тарафынан төшөрөлгән фильмдар күрһәтелде. Улар ярайһы күп, һәр береһе Силәбе өлкә­һенең теге йәки был ҡалаһына арналған. “Изге кино”ның үҙенең тарихына килгәндә, бындай проект төҙөү уйы етәксе Ольга Малахованың күңелендә күптән йәшәп килгән була. Балаларҙың белемен тап киноиндустрия юлы аша байытыу теләгенән тотона ул был эшкә.
Йәш быуын вәкилдәре был киностудияла шөғөлләнеп, бер-береһенә Ватанға булған мөхәббәтен, уның тарихи мәлдәрен үҙҙәренсә, балалар телендә, еткерә ала, – ти ул.

Әйткәндәй, “Изге кино”, Силәбенең элекке башҡорт ерҙәре булыуын билдә­ләп, киләһе фильмын башҡорт телендә төшөрөргә йыйына. Ул шулай уҡ күлдәр хаҡындағы риүәйәттәргә бағышланасаҡ.

* * *
Бала саҡта бөтәһе лә ҡыҙыҡ, ә ҡатнашҡан һәр сара хәтерҙә оҙаҡҡа (ғүмерлеккә булмаһа әле) уйылып ҡалыусан. “Урал – уртаҡ йортобоҙ” кеүек фестивалдәр бигерәк тә. Унан кескәйҙәр ҡанатланып таралышты. Ошолай гелән үҙ-ара татыу булып, күркәм сараларҙа берҙәм ҡатнашып, мәҙәниәттәрҙе өйрәнеп, тәжрибә бүлешеп йәшәргә яҙһын йәш быуынға.

Башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе Венера АҠМӨХӘМӘТОВА:
– Киләсәктә ошондай фестивал­дәргә Башҡортостандан да конкурсанттар саҡырырға уйлайым. Ундағы Республика халыҡ ижады үҙәге менән тығыҙ бәйләнеш булдырырға ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда Шәйехзада Бабич исемендәге премияға ғаризалар ҡабул итеү башланды

Башҡортостанда Шәйехзада Бабич исемендәге премияға ғаризалар ҡабул итеү башланды 23.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Шәйехзада Бабич исемендәге премияға ғаризалар ҡабул итеү башланды...

Тотош уҡырға 20

Республикала «Сәләмәтлек поезы» туберкулезға шик тыуҙырған тәүге осраҡты асыҡлаған

Республикала «Сәләмәтлек поезы» туберкулезға шик тыуҙырған тәүге осраҡты асыҡлаған 23.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала «Сәләмәтлек поезы» туберкулезға шик тыуҙырған тәүге осраҡты асыҡлаған...

Тотош уҡырға 17

Өфөлә башҡортса китап уҡыу марафоны еңеүселәре бүләкләнде

Өфөлә башҡортса китап уҡыу марафоны еңеүселәре бүләкләнде 23.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә башҡортса китап уҡыу марафоны еңеүселәре бүләкләнде...

Тотош уҡырға 20

Башҡортостанда боҙ-борсаҡ яуып үткән

Башҡортостанда боҙ-борсаҡ яуып үткән 23.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда боҙ-борсаҡ яуып үткән...

Тотош уҡырға 19

Студент әсәләр өсөн пособиелар 90 мең һумға тиклем арттырыла

Студент әсәләр өсөн пособиелар 90 мең һумға тиклем арттырыла 23.05.2025 // Йәмғиәт

Студент әсәләр өсөн пособиелар 90 мең һумға тиклем арттырыла...

Тотош уҡырға 18

Башҡортостан юлдарында махсус операция башланды

Башҡортостан юлдарында махсус операция башланды 23.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан юлдарында махсус операция башланды...

Тотош уҡырға 17

Республикала йәйгеһен 192 рәсми пляж асыла

Республикала йәйгеһен 192 рәсми пляж асыла 23.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала йәйгеһен 192 рәсми пляж асыла...

Тотош уҡырға 18

Башҡортостанда ҡырау төшөүе фаразлана

Башҡортостанда ҡырау төшөүе фаразлана 23.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡырау төшөүе фаразлана...

Тотош уҡырға 19

Рәсәйҙә балаларға энергетиктар һатҡан өсөн штрафтар индерелде

Рәсәйҙә балаларға энергетиктар һатҡан өсөн штрафтар индерелде 22.05.2025 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә балаларға энергетиктар һатҡан өсөн штрафтар индерелде...

Тотош уҡырға 31

Өфөлә суд нефть университеты проректорын Тәфтиш изоляторына оҙатты

Өфөлә суд нефть университеты проректорын Тәфтиш изоляторына оҙатты 22.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә суд нефть университеты проректорын Тәфтиш изоляторына оҙатты...

Тотош уҡырға 26

Башҡортостанда Дүртөйлө — Груздевка юлын ремонтлау эштәре тамамланды

Башҡортостанда Дүртөйлө — Груздевка юлын ремонтлау эштәре тамамланды 22.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Дүртөйлө — Груздевка юлын ремонтлау эштәре тамамланды...

Тотош уҡырға 31

Башҡортостан ҡурсаулығында ҡырағай орхидея сәскә атҡан

Башҡортостан ҡурсаулығында ҡырағай орхидея сәскә атҡан 22.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡурсаулығында ҡырағай орхидея сәскә атҡан...

Тотош уҡырға 31