Таң алдынан беҙҙе аталар,
Хуш, бәхил бул, Фатимам.
Йәшәһен тик тыуыр таңдар,
Йәшәһен тик саф иман!
Таң алдынан беҙҙе аталар,
Хуш, бәхил бул, Фатимам!
Мең-мең хаттар яҙһаң да һин,
Яуап яҙмам хатыңа...
Таң алдынан беҙҙе аталар,
Хуш, бәхил бул, Фатимам!
Балаларҙы һаҡла, уҡыһындар,
Һүҙем ҡайтыр, үҙем ҡайталмам.
Соранҡайым сыҡҡан ерҙә
Тыуыр шағир аунап илаһын...
Йөрәге һулҡылдап, ҡан һауып яҙған Рәми Ғарипов “Дауыт Юлтыйҙың һуңғы хаты”н. Тетрәнмәйенсә уҡып булмай шағир күңеленән сыҡҡан был юлдарҙы. Әйтерһең, ҡараға манылып ҡаурый осонан аҡ ҡағыҙға төшмәгән улар, Дауыт Юлтый яҙмышын ҡабатлаған меңдәрсә, миллиондарса нахаҡҡа рәнйетелгәндәрҙең ҡанына һуғарылған. Дауыт Юлтый, Ғөбәй Дәүләтшин, Афзал Таһиров, Төхвәт Йәнәби, Ғабдулла Амантай, Муса Мортазин...
Ҡанлы балтаЭске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, тарихҡа “Сталин репрессияһы” булып ингән афәт 1921 – 1954 йылдарҙа 3 миллион 777 мең 380 кеше яҙмышын һындыра, шуларҙың 642 мең 980-е атыла, 2 миллион 369 мең 220-һе төрмәләргә, лагерҙарға ябыла, 765 мең 180 кеше һөргөнгә оҙатыла.
Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алғанда, ғәҙәттә, беҙ 1937 йыл менән сикләнәбеҙ. Хәйер, айырым тарихсы, белгестәр күптән уның 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң уҡ башланғанлығын билдәләй. Ә 1918 йылдың сентябренән дәүләт сәйәсәте төҫөн ала. Нәҡ ошо ваҡыт Совнарком “Ҡыҙыл террор тураһында” ҡарар сығара. Шунан башлап большевиктарҙың ҡан дошманы, үҙҙәренә ҡаршы торған әүҙем сәйәсмәндәр генә түгел, ә эштәре менән килешмәгән ябай халыҡ вәкилдәре лә ҡанлы балта аҫтына эләгә. Бер үк ил халҡы социаль төркөмдәргә бүленә. Репрессияға иң тәү элекке жандармдар, чиновниктар, дин әһелдәре, помещиктар, сауҙагәрҙәр, башҡа эшҡыуарҙар дусар ителә.
Репрессияны белгестәр бер нисә этапҡа бүлеп йөрөтә. Тәүгеһе 1917 йылдың октябренән 1922 йылдың аҙағы менән билдәләнә. “Был арауыҡтың тәүге йылдары “стихиялы характер”ҙа була, ә 1918 йылдың яҙынан крәҫтиәндәргә ҡарата аңлы рәүештә һөжүм башлана”, — тип яҙа “Коммунизмдың ҡара китабы” авторҙары. Шулай уҡ большевиктарҙың терәге булған эшселәр тарафына ла “таяҡ” ташлана.
Репрессияның икенсе осоро 1928 йылдан башлана. Быны тәүгеһе менән сағыштырып булмай. Ни өсөн тигәндә, 1917 – 1922 йылдарҙағыһы стихиялы рәүештә, Совет власына ҡаршы дөйөм ҡаршылыҡ ваҡытында алып барыла. Икенсеһендә иһә крәҫтиәнгә ҡаршы һөжүм тыныс илдә ойошторола, киң ҡатламға үтеп инеп, тотош илде солғап ала. 1929 йылғы реформа ғәҙәти булған тотҡонлоҡ, лагерь системаһынан китеп, 30-сы йылдарға холоҡ төҙәтеү эштәренә (“исправительные работы”) нигеҙ һала. Йәғни тыуған еренән һөрөлөп ебәрелгәндәрҙе илдең социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыуҙа, төҙөлөштәрҙә, каналдар ҡаҙыуҙа файҙаланырға тейеш булалар. Шуға ла урындарҙа оторо агрессив төҫ ала: ялыу яҙыуҙар китә, кемдә кемдең ниндәй үсе бар – бөтә төр бәлә яғыуҙар башлана. “Дошмандар”ҙы үҙҙәре араһынан фашлайҙар, баҫмаларҙа урындағы аноним авторҙарҙың хәбәрҙәре баҫыла.
Сәйәси төҫ алыуы Граждандар һуғышы, унан һуң уҡ башланһа ла, ОГПУ органдарының махсус операцияларының киң төҫ алыуы 1927 йылдың йәйенә тура килә. Большевиктар революция идеяһын СССР-ҙа ғына түгел, башҡа илдәргә лә таратыу маҡсатын ҡуя. Был инде иң тәү Бөйөк Британия менән конфликтҡа килтерә: 27 майҙа улар британ-совет сауҙа һәм дипломатик килешеүен тарҡата. СССР-ҙа был хәлде “сит ил интервенцияһы”на тиңләйҙәр. Шулай итеп, илдә “һуғыш алды психозы” башлана. Тағы ла ғәйеплеләрҙе эҙләргә, эҙәрлекләргә, фаш итергә тотоналар. Етмәһә, Польшала СССР-ҙың полпреды П. Войков үлтерелә. Сталин ошонан һуң партиялағы монархик ҡарашлы, оппозицияһы булған аҡ көстәрҙе бөтөнләй юҡ итергә тотона. Сочиҙа ял иткән еренән Мәскәүгә: “Әле үк биш йәки ун монархисты атырға. ОГПУ органдарына монархист һәм аҡ гвардиясыларҙы барлыҡ ысул менән юҡ итеү тураһында директива бирергә. Войковты үлтереү уға нигеҙ булып тора...” тигән шифрограмма ебәрә.
8 июнь төнөнә ҡарай репрессияның барлыҡ механизмы эшкә егелә: элекке Рәсәйҙең 20 билдәле шәхесе атыла, 9 мең кеше ҡулға алына. Тарихсылар “июнь операцияһы”нда ҡорбан булғандар тураһында аныҡ ҡына һандар килтерә лә алмай. Ләкин ошо ҡанлы ваҡиғанан һуң, “тылды нығытыу” маҡсатында, “хәрби хәүеф” янауы тигән һылтауҙарға ышыҡланып, Бухарин төркөмөнөң ҡаршылығын баҫалар, Троцкий, Зиновьев, башҡа “оппозиция агенттары”н Үҙәк комитеттан сығарыуға, уларға ҡаршы “енәйәт эше” асыуға, ахыр сиктә юҡ итеүгә өлгәшәләр.
Улар артынса (“вәлидовсылар” тигән һымаҡ) меңдәрсә кешенең ғүмере ҡыйыла, төрмәләргә ябыла, “удар” төҙөлөштәргә ебәрелә. Үҙҙәре генә түгел, ҡатындары, балалары менән йәки һәр ҡайһыһы айырым-айырым төрлө тарафҡа оҙатыла.
Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр1937 йылға тиклем бик күп “енәйәт эштәре” асылып, “ғәйеплеләр” язаға тарттырыла: 1928 йылда “Шахта эше” ҡарала, 1929 йылдың майында — СССР тимер юлында “емерткес эш алып барған” НКПС контрреволюцион ойошмаһы ағзалары, 30-сыла — “Промпартия” “буржуаз интеллигенцияһы” вәкилдәре, ошо уҡ йылда ауыл хужалығында саботажлыҡ өсөн тип, “Эшсе крәҫтиән партияһы”ның Чаянов — Кондратьев төркөмө, 1931 йылда “Союз бюроһы” (меньшевиктар) ағзалары, улар ҡарашын яҡлағандар, шул процестар араһында сит ил техник инженерҙары (башлыса Германия һәм Британия) фашлана. Партияның үҙендә “таҙартыу” бара. Һанаһаң, уйылып китерлек. Кулактарҙы бөтөрөү ҙә ошо осорҙа башлана. Нәҡ крәҫтиәнгә ҡаршы ҡулланылған репрессия 1937 йылға табан һуңғы аҙым булып тора.
Был турала киләсәктә айырым һөйләшербеҙ. Шуға ла ентекле туҡталып тормайым. Тик уның тәүге тулҡыны күрһәтмәһенән, тәү сиратта ҡайһы төбәктән күпме кеше ебәрелергә тейешлеге хаҡында ғына әйтеп үтәйем.
Урта һәм ҡара тупраҡлы өлкә – 10-15 мең;
Урта Волга крайы — 8-10 мең;
Төньяҡ Кавказ һәм Дағстан – 10-12 мең;
Себер — 25 мең;
Урал — 10-15 мең;
Украина — 30-35 мең;
Белоруссия — 6-7 мең;
Ҡаҙағстан — 10-15 мең.
Кешеләрҙе күсереү менән Е. Евдокимов етәкселек иткән Йәшерен-оператив идаралыҡтың махсус оператив төркөмө шөғөлләнә. Махсус күсерелеүселәр буйынса ОГПУ бүлегенең белешмәһенән күренеүенсә, 1930 – 1931 йылға 381026 ғаилә махсус ҡасабаларға (урындарға) оҙатыла.
Ғаилә ағзаларын иҫәпләгәндә, был 1 миллион 803 мең 392 кеше тип иҫәпләнә. Һуңынан, 1932 – 1940 йылдарҙа, тағы ла 489 мең 822 “раскулаченный” өҫтәлә. Репрессиялар буйынса тарихсылар иҫәпләүенсә, 1930 – 1940 йылдарҙа “Кулак һөргөнө”ндә 2,5 миллион кеше була, 1930 – 1933 йылдар эсендә 600 мең кеше ауыр шарттарҙан, сирҙәрҙән үлә. Барлығы 4 миллион самаһы крәҫтиән репрессияға эләгә.
1934 йылдың 1 декабрендә Ленинградта С. Кировтың үлтерелеүе сәйәси золомдоң тулҡынын тағы ла көсәйтеп ебәрә. “Киров ағымы” исеме алған репрессия “Кремль эше” процесына сәбәпсе була. СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты һәм Халыҡ комиссариаты секретариаты Союз республикаларының Енәйәт-процессуаль кодексына үҙгәрештәр индерә. Уға ярашлы, террористик ойошмаларҙы һәм совет власы хеҙмәткәрҙәренә ҡаршы террористик акттарҙы тикшереү ун көн эсендә башҡарылырға тейешлеге, “эш”те тыңлағанда “яҡтар” булыуының шарт түгеллеге, кассацион ялыуҙар һәм ярлыҡау тураһында юллауҙарҙың тыйылыуы, хөкөм ҡарары сыҡҡас та ғәйеплеләрҙең шунда уҡ хөкөмгә тарттырылырға тейешлеге күрһәтелә. Кировты үлтереүҙә Г. Зиновьев, Л. Каменев һәм уның яҡлылар ғәйепләнә. Ғөмүмән, Киров эше тағы бер нисә йыл, Сталин режимы элекке сәйәси дошмандарын юҡ иткәнсе, һылтау булып хеҙмәт итә.
1936 йылдың 26 сентябрендә эске эштәр наркомы Ягода урынына Н. Ежов һайлана. 1937 – 1938 йылдарҙағы сәйәси репрессия тулҡыны үҙенең иң юғары нөктәһенә етә. Ике йыл эсендә 1 миллион 575 мең 259 кеше ҡулға алынып, шуларҙың 681 мең 692-һе атыла. Шуныһын да әйтергә кәрәк: бер осорҙа башҡаларға йәлләд булған кешеләр һуңынан үҙҙәре үк язаға тарттырыла. Мәҫәлән, Ягоданың үҙен дә 37-лә ҡулға алып, 1938 йылдың февралендә “сит ил разведкаһы менән бәйләнештә булғаны өсөн” хөкөм итәләр. 1936 йылдың 1 октябренән 1938 йылдың 15 авгусына тиклем 2273 дәүләт именлеге хеҙмәткәре ҡулға алына. Берия Ежовты алмаштырғас, 1939 йылда тағы 937 кеше өҫтәлә.
Тарихтың әсе һабағы
“Башҡортостанда репрессия НКВД органдары тарафынан “иң мөһим урындарҙа оялаған халыҡ дошмандарының, буржуаз милләтселәрҙең, троцкистарҙың, фашист диверсанттарының, шымсы һәм кеше үлтереүселәрҙең” фаш ителеүенән башланған. Быкин етәкселегендәге ВКП(б) өлкә комитеты ҡоторонған баш-баштаҡлыҡ һәм законһыҙлыҡтан ни эшләргә лә белмәгән. Ахыры, Быкин был эште ғәҙеллек менән тикшереүҙе үтенеп, Сталинға хат яҙған”, – тиелә Әкрәм Бейештең “Башҡорт халҡының тарихи һәм азатлыҡ көрәше” (Өфө, “Китап”, 1993 й.) тигән хеҙмәтендә.
Әлбиттә, Сталин БАССР өлкә комитетының һорауын “ҡәнәғәтләндерә” — Ждановты хәлде асыҡларға ебәрә. Уныһы килеп, эштең айышына төшөнмәйенсә, тикшереп тормайынса, пленум йыйҙырта һәм... “Үҙәк комитет Быкин менән Иҫәнсуринды эшенән алырға ҡарар итте” тип белдерә. Пленум бөткәнен дә көтмәй, икеһен дә алып китәләр. Бер нисә ай язалағандан һуң аталар...
Алдағы йылдарҙа золом тотош ил халҡыныҡынан айырылмаһа, 1937 йылғыһы “буржуаз милләтсе”, “вәлидовсылар”, һуңғараҡ “мортазинсылар” тигән һылтауҙар менән атҡарылған... “Һуңғы йылдарҙа үҫеп сыҡҡан башҡорт хеҙмәткәрҙәрен, партия һәм дәүләт эшмәкәрҙәрен юғарынан түбәнгәсә тиклем юҡ итеү, бөтә башҡорт интеллигенцияһын (ғилми хеҙмәткәр, уҡытыусы, яҙыусы, журналист, артист һәм башҡаларын) ҡалдырмай бөтөрөү рәүешен алған”, — тип әсенә Әкрәм Бейеш.
“Ҙур террор”ҙың тамамланыуын 1938 йылдың 25 ноябрендә Л. Берияның Ежовты алыштырыуы менән бәйләйҙәр. Нәҡ ошо осорға судтан тыш хөкөм һөргән “НКВД тройка”һы тарҡатыла, Ежов ҡуйған прокуратура, милиция, НКВД органдары хеҙмәткәрҙәрен ҡулға алыуҙар башлана. Ежовтың үҙен 1939 йылдың 10 апрелендә “сит ил разведкаһы менән бәйләнештә булғаны һәм террористик эше” өсөн ҡулға алып, 1940 йылдың 4 февралендә аталар. Берия килгәс, ил тарихында яңы этап башлана – “1939 – 1941 йылғы сәйәси репрессиялар” булып тарихҡа инә. Берия исеме аҫтында үтә...
Алда беҙ СССР Эске эштәр министрлығы килтергән мәғлүмәттәрҙе генә яҙғайныҡ. Ә бына тарихсы В. Попов, барлыҡ сығанаҡтарҙан йыйылған, РСФСР-ҙың дөйөм суды биргән мәғлүмәттәр буйынса 1923 – 1953 йылдарҙа 39,1 миллион кеше сәйәси золом ҡорбаны булған һәм енәйәт өсөн (һуңғыһына бер нисә башаҡ өсөн ултырғандарҙы ла индерә) хөкөм ителгән, тип иҫәпләй. “Был һандарға һөргөнгә ебәрелгәндәр, хәрби трибунал тарафынан хөкөм ителгәндәр, депортацияланған халыҡтар, НКВД тарафынан репрессияланғандар, Өлкә, край судтары һәм даими сессиялары, Юғары суд коллегиялары тарафынан хөкөм ителгәндәр инмәй”, — ти тарихсы.
Әлбиттә, төрлө сығанаҡ төрлө һандар килтерә. Эш һандарҙың нисә тиҫтә миллион булғанында түгел, нахаҡҡа рәнйетелгән бер кеше яҙмышы ла аяныс. Шуға ла Рәми Ғарипов:
“Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ,
Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?
Бер осоңдан һинең балың тамһа,
Бер осоңдан ниңә ҡан тама?..”
— тип яҙған “Табыныу” поэмаһында, әсенеп.
Ысынлап та, бер ҡараһаң, йәш Совет иле хеҙмәт уңыштары менән ҡыуандыра, завод-фабрикалар төҙөлә, яңы хужалыҡтар аяҡҡа баҫа, электр станциялары сафҡа инә, Чкаловтарҙың тиңһеҙ батырлығы һоҡландыра, икенсе ҡараһаң... “Ниңә ҡан тама?”
Әруахтарҙың ауазы йөрәктәргә үтеп инә: беҙҙе — тарихтың әсе һабағын онотмағыҙ, тыныслыҡты һаҡлағыҙ...