Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙҙе комсомол сыныҡтырҙы
Һынауҙарҙа һынмаҫҡа өйрәтте ул.

Мин 1939 йылдың 22 апрелендә Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Яратҡол ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуғанмын. Атайым тракторсы булды, әсәйем төрлө эштәрҙә йөрөнө.

Атайҙың күп һөнәргә өйрәткәне

1946 йылда Яратҡол ете йыллыҡ мәктәбенә беренсе класҡа барҙым. Яҡшы уҡыным, яратҡан дәресем математика була торғайны. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ашау, кейем яғы наҡыҫ булды. Минән башҡа өс туғаным – Йәүҙәт, Альфред, Ғайса бар. Өйөбөҙ бәләкәй генә: майҙаны дүрткә биш метр. Колхозда бер “трудодень” өсөн 200 грамм он бирелә, әммә ул ҙур ғаиләгә етмәй, шуға икмәк урынына күберәк картуф ашаныҡ.

III класта уҡығанда мин талдан кәрзин, тауыҡ-ҡаҙ ояһы, балыҡ тотор өсөн мурҙа үрергә өйрәндем. Ҡустыларым Йәүҙәт менән Альфред уларҙы һата. Ауылда беҙҙән башҡа был һөнәрҙе белгән кеше булманы, шуға күрә ихтыяж ҙур ине. Ҡайын миндеге, төрлө ағас ҡайырыһын әҙерләп, уларҙы йыйған ойошмаларға тапшыр­ҙыҡ. Атайыбыҙ күп һөнәргә өйрәтте. III класты тамамлаған йылдан бесән саба башланым, ҡустыларым тырмап өйә ине. Беҙ шулай йәшәргә тырыштыҡ.

1953 йылда Ҡолой урта мәктәбенә VIII класҡа уҡырға барҙым, шул уҡ йылда мине комсомолға алдылар.

Ҙур эштәр башҡарҙыҡ

Ҡолой урта мәктәбен 1956 йылда тамамлағандан һуң “Урал” колхозында төрлө эш башҡарҙым, яҙ­ғы осорҙа сәсеүҙә, һөрөүҙә йө­рө­нөм, ат фермаһында, колхоз бухгал­терия­һында хисапсы булдым.

1957 йылда “Урал” колхо­зының комсомол ойошмаһы секретары итеп һайланылар. Төп бурысым йәштәр араһында тәрбиә эштәре алып барыу, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу, комсомолдарҙың объекттар буйлап дежур итеүен ойоштороу, йәштәрҙе ВЛКСМ сафына инергә әҙерләү ине.
Был ваҡытта беҙҙең комсомол ойошмаһы районда иң ҙурҙарҙан һаналды. ДОСААФ ойошмаһын етәкләнем, йыш ҡына төрлө ярыштар үткәреп, винтовканан атырға, противогазда йүгерергә, граната ырғы­тырға өйрәттек. Уларҙа йәштәр һәм комсомолдар ғына түгел, ололар ҙа теләп ҡатнашты.

1958 йылдың июлендә Арғаяш районының башҡарма комитеты мине Яратҡол ауылы клубы мөдире итеп тәғә­йен­ләне. Унда ике йыл эшләнем, шул уҡ ваҡытта комсомол һәм оборона эштәрен дә алып барҙым. Бөтә мәсьәлә­ләр ҙә комсомол ойошмаһы ҡатнаш­лы­ғында хәл ителә ине.
Артабан “Арғужа” совхозы­ның комсомол комитеты секре­тары итеп һайландым. Совхоз ҡарамағында 24 ауыл, 400 комсомол иҫәптә тора. Биш бү­лексәлә комсомол-йәштәр фермалары төҙөнөк. Ай һайын эш­тәрҙе йомғаҡлап, бүлексә етәк­се­ләре, комсоргтар сығыш яһай, киләсәккә пландар бил­дәләй. ВЛКСМ-дың район коми­теты секретарҙары Ася Кәри­мо­ва, Владимир Шарманов, Силәбе өлкә комитетынан инструк­торҙар беҙҙә йыш була ине.

Алдынғы комсомолдар һәр ваҡыт ВЛКСМ-дың өлкә, район комитеттары грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бил­дә­ләнде. Хәтерләйем, “Урал” бүлексәһенән һауынсы Таңһы­лыу Нисапова ВЛКСМ-дың Үҙәк комитеты бүләгенә лайыҡ булды. Комсомол ойошмаһының уңышы бүлектең комсоргына бәйле ине. Мәҫәлән, “Заря” бүлексәһенән механизатор Сә­миғулла Төхвәтуллин, “Арғужа”­нан комбайнсы Иван Тарасов, “Ҡыҙыл байраҡ”тан электромонтер Әмир Япаров, “Урал” бүлексәһенән агроном Рәйеф Ғарипов, “1 Май”ҙан һауынсы Маһинур Абдрахмановаларҙы телгә алып үтке килә. Комсомол ойошмаһы эшмәкәрлегендә “Заря” хужалығы идарасыһы, Советтар Союзы Геройы Николай Иосифович Тузов, Хәлит­тән Николай Иванович Ершов, “Красное Знамя” бүлексәһе етәксеһе Яныбай Фазылов әү­ҙем ҡатнашты. Улар үҙ сығыш­тарында, хужалыҡ мәсьәлә­ләренән тыш, йәштәр араһында агитация эшен яҡшыртыуҙы бурыс итеп ҡуйҙы. Мәҙәни-ағар­тыу эштәренә колхоздың комсомолдары һәм йәштәренән тыш, Яратҡол ете йыллыҡ мәктәбе уҡытыусылары, күрше Ялтыр, Ҡуянбай, Сәйет, Ураҙ­бай ауылдарының башланғыс класс уҡытыусылары, медицина хеҙмәткәрҙәре, йәшенә ҡарамай барлыҡ теләүселәр йәлеп ителде.

Шулай итеп, беҙ даими эш­ләп килгән үҙешмәкәр коллектив тупланыҡ. Улар сәхнәләш­тергән “Ҡара йөҙҙәр”, “Башма­ғым”, “Ғәлиәбаныу” спектакл­дәрен халыҡ яратып ҡабул итте. Үҙешмәкәрҙәр беҙҙең “Урал” колхозында ғына түгел, күрше ауылдарҙа ла сығыш яһаны. Уҡытыусылар Сәрбиямал Камалова, Динә Кучукова, Асия Камалетдинова, Маһруя Әсәҙуллина, мәктәп директоры Абдрахман Хәлилов, фельдшер Һәҙиә Шаимова, тракторсылар Эльфруз Йыһан­гәрәев, Зөфәр Солтанов, Хәҙис Кәбиров, Зиннәтулла Әхмәт­йәнов, шулай уҡ Мәнүәрә Ғари­пова, Фәриҙә Әйүпова, Байтимер Латипов, Рәфҡәт Әсәҙул­лин, Рәжәп Аҙаугилдин был эштә әүҙем ҡатнашты. Комсомол йыйылыштары гөрләп үтте.

Артабан һәр бүлексә үҙенең үҙешмәкәр коллективын ойош­торҙо, стена гәзиттәре, листовкалар сығарҙы. Байрамғол урта мәктәбе уҡытыусылары, Бай­рам­ғол дауаханаһы хеҙмәт­кәр­ҙә­ре, совхоз эшселәрен айырым билдәләгем килә. Шуға бик шатмын – кем менән эшләһәм дә, бик ҡәнәғәт ҡала торғайнылар.

Махсус ҡорамал уйлап таптым

1961 йылдың ноябрендә Совет Армияһы сафына саҡы­рылдым. Өс йыл ракета ғәскәр­ҙәрендә хеҙмәт иттем, бер ыңғай комсомол ойошмаһын етәкләнем. Беҙҙең подразделение 1960 йылдың 1 майында Америка пилоты Пауэрстың шпион самолетын бәреп төшөрөүе менән данлыҡлы.
Силәбенән яҡташым Валерий Шанцын комсомол ойош­маһы эшендә әүҙем ҡатнашты. Ул һәр ваҡыт миңә ярҙамсы һәм терәк булды.

Урал хәрби округында беҙҙең подразделение алдынғылыҡты бирмәне, бында комсомол ойошмаһының өлөшө ҙур. Һәр көн беҙгә билдәләнгән аппаратура һәм ҡоролмаларҙы тикше­рәбеҙ, регламент эштәрен баш­ҡарабыҙ. Мин шул бурыстарҙы ҡулайлаштыра торған ҡорамал уйлап таптым. Бының өсөн аҡ­са­лата премия менән бүләк­ләндем. Фотоһүрәтемдең отличник-ракетчиктар араһында тороуы менән сикһеҙ ғорур­ландым.
Демобилизациянан һуң 1964 – 1969 йылдарҙа Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтында уҡыным. Унда ла биш йыл буйы институттың комсомол секретары урынбаҫары эшен алып барҙым.

Уҡыу йортон тамамлағас, Силәбе өлкәһенең “Красное поле” совхозында инженер-электрик булып эшләнем, шулай уҡ комсомол ойошмаһы секретары итеп тә һайландым. Әлбиттә, йәштәр араһында күп эш алып барырға тура килде, сөнки совхоз Силәбегә бик яҡын урынлашҡан, һәр 15 минут һа­йын автобус йөрөй. Йәштәр­ҙең күбеһе шул ҡалала эшләне. Улар кистәрен йәки ял көндәре ауылға ҡайтып закон боҙа: урлаша, һуғыша... Беҙ милиция хеҙмәткәрҙәре менән бергә эш алып барҙыҡ, һөҙөмтәлә ете енәйәтсе хөкөм ителде.

Партия ағзаһы булараҡ, миңә коммунистар менән сәйәси дәрес алып барыу бурысы йөкмәтелде. Әммә йәшәү шарттарым бик насар ине: таҡтанан ғына ҡоролған иҫке йорт, ҡыш хатта биҙрәләге һыу туңа. Шуға күрә Башҡортостандың Өлкә комитетына мине республикаға эшкә күсереүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттем.

Күп тә үтмәй Өфөгә саҡыр­ҙылар һәм Дүртөйлө районы комитеты секретары Өлфәт Мәккен улы Хафизов менән таныштырҙылар. Иртәгәһенә үк Дүртөйлөгә юлландым һәм пропаганда бүлеге инструкторы булып эш башланым. Райондың ауыл хужалығы идаралығында электрлаштырыу буйынса белгес булмағас, ул эште лә миңә йөкмәттеләр. Төбәктәге 103 ауыл 17 колхозға ойошҡайны. Колхоз етәкселәре менән бергә һәр объектты тикшерҙек, киләһе 10 йылға электрлаштырыу планы төҙөнөк.

Иҙәндәрҙе электр менән йылыттыҡ

Артабан Бүздәк районына эшкә күстем һәм “Агропром­энерго” район хужалығын ойошторҙом. 1986 йылға ҡәҙәр ошо ойошманы етәкләнем. Төрлө объекттарҙа көс һәм яҡтыртыу ҡорамалдарын монтажлау, мал фермаларының иҙәнен электр ярҙамында йылытыу, быҙауҙарҙы, сусҡа бәрәстәрен инфраҡыҙыл нурҙар ярҙамында дауалау, елләтеү һәм йылытыу системаларын автоматлаштырыу, бойҙай таҙалау һәм киптереү ҡорол­маларын, “АВМ” витамин оно агрегаттарын, “ЭПЗ-100” электр ҡаҙанлыҡтарын, “КЭПР” электр-быу ҡаҙанлығын ҡороу һәм эшләтеү – былар хеҙмәт бурыстарымдың бер өлөшө генә. 1974 йылда Бүздәк “Агропромэнерго” предприятиеһы янында электр двигателдәрен һаҡлау буйынса Бөтә Союз кәңәшмәһе үткәрҙек.

1972 йылда ошондай уҡ предприятие Туймазы районында ла ойошторолдо. Республи­каның башҡа райондарынан һәм сит өлкәләрҙән беҙҙең тәжрибәне өйрәнеү өсөн делегациялар күп килде. 1975 йыл­ғаса һәр районда “Агропром­энерго” төҙөлдө.

Бүздәк “Агропром­энерго”һын­да эшләгән йылдар дауамында берҙәм коллектив тупланды. Район колхоз-совхоздарында ғына түгел, Өфө ҡалаһы, Силәбе өлкәһе предприятие һәм хужалыҡтары иҙәнде электр менән йылытыу алымын үҙләштерҙе. Монтажсылар Вил Ҡотошов, Ғәли Йәнекәев, мас­тер Юрий Зарипов, көйләүсе­ләр Виталий Грошев, Валерий Кулешов, инженер Александр Андрияшин, водителдәр Марат Ғималетдинов, Хәниф Ҡәрипов­тарҙың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Кадрҙарҙы һаҡлауға иғтибар көслө булды, эшселәр өсөн предприятие иҫәбенә йорттар төҙөлдө. Хужалыҡ энергетиктарының фиҙакәр хеҙмәтен дә телгә алғы килә. Улар – Мәхмүт Гәрәев (“Сигнал” колхозы), Йәғәфәр Нариманов (“Мир” колхозы), Рифҡәт Вәлиев (“Ҡыҙыл байраҡ” колхозы), Мәжит Нафиҡов (“Ҡыйҙаш” колхозы), Шәкүр Ҡотлоев (“Ур­такүл” совхозы), Фидрат Мө­лөков (“Бүздәк” совхозы).

Артабан “СвердловскАгропромэнерго” предприятиеһы саҡырыуы буйынса Түбәнге Һырға “Агропромэнерго” директоры, Сыбаркүл “Агропром­энерго”һы директоры урын­баҫары булып эшләнем. 1988 – 1998 йылдарҙа “Башкирагропромэнерго” берләшмә­һендә генераль директор урынбаҫары булдым. Унан инде “Уфимск-агропромэнерго” предприя­тиеһын етәкләнем.

Умыртҡа бағанам һыныу менән тамамланған бәхетһеҙ осраҡ хеҙмәтемде дауам итергә мөмкинлек бирмәне. 2000 йыл­дың февралендә эштән китергә мәжбүр булдым. Һаулығымды нығытҡандан һуң, 2014 йылдың 31 декабренә тиклем Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалында әйҙәүсе инженер вазифаһын башҡарҙым. Хаҡлы ялға киткән ваҡытта миңә 75 йәш ине.

Бына шулай, бөтә ғүмерем хеҙмәттә, кешеләр араһында үтте. Был – минең өсөн оло бә­хет, тимәк, бушҡа йәшәмә­гәнмен. Хеҙмәт баҫҡыстарын лайыҡлы үтергә, һынауҙарҙа һынмаҫҡа, сетерекле хәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа беҙҙе комсомол өйрәтте, комсомол сыныҡтырҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872