"Аҡса тоҡсайҙары" ғынамы икән?Форумда Рәсәйҙең Хоккей федерацияһының презентацияһы ойошторолғайны, унда журналистар менән осрашыуға махсус ҡунаҡ – Олимпия һәм Донъя чемпионы Вячеслав Буцаев саҡырылды. Сер түгел, бөгөн Рәсәйҙең хоккей буйынса йыйылма командаһының "Сочи-2014"-кә әҙерлеге тураһында күп һөйләнелә. Көйәрмәндәр илебеҙҙең төп командаһынан үҙебеҙҙә үткән Олимпиадала бары "алтын" ғына көтә. Шуға ла ил намыҫын һаҡлаған хоккейсыларға йәмәғәтселек тарафынан иҫ киткес ҙур баҫым яһала. Тап ошо мәлдә журналистарҙың эше халыҡ менән спортсылар араһында барлыҡҡа килгән аңлашылмаусанлыҡтарҙы бөтөрөргә, көйәрмәндәрҙе борсоған һәр һорауға асыҡлыҡ индерергә ярҙам итергә тейеш. Был – киң мәғлүмәт сараларының төп бурысы, быны Вячеслав Буцаев та билдәләне. Әммә, үкенескә ҡаршы, йыш ҡына киреһе килеп сыға. Ҡайһы бер "оҫталар", "сенсация" табырға теләп, әҙәп һәм намыҫ сиктәренән аша атларға ла тартынмай. Ә "сенсация" геройы менән ни була, ул үҙен нисек хис итәсәк – былар ундай "ҡәләм оҫталарын" һис тә борсомай, әлбиттә.
Бында "Салауат Юлаев"тың элекке уйынсыһы Максим Сушинский менән булған хәлде миҫал итеп килтерҙеләр. Бынан бер нисә йыл элек, бер мөһим уйындан һуң, билдәле генә журналист уның менән әңгәмәләшергә инә. Ҡулындағы ҡәләм менән ҡағыҙҙан тыш, уның күкрәгендә йәшерен камера эленеп торған икән. Уйындан һуң "ҡыҙған" уйынсы "матбуғат өсөн түгел, сер итеп кенә" журналисҡа үҙенең бөтә уй-фекерен әйтә лә һала. Әлбиттә, бер аҙҙан уның әйткәндәре, ысын "сенсация"ға әүерелеп, бөтә илгә тарала. Хоккейсының йәмәғәтселек араһында абруйы бермә-бер түбән тәгәрәй, ул эшһеҙ тороп ҡалыу хәүефе алдына баҫа, команда серҙәрен асҡан өсөн штраф та сәпәйҙәр.
Бына нимәгә килтерә журналистың һаҡһыҙ ҡыланыуы! Эйе, журналист "сенсация" табыуға өлгәште, тик ниндәй хаҡ менән? Баҡһаң, ошо хәлдән һуң, үҙ абруйы өсөн хәүефләнеп, хоккейсылар араһында уның менән әңгәмәләшергә теләүселәр табылмаған, һәм уға һөнәре менән хушлашырға тура килгән...
– Һеҙҙең, журналистарҙың, мөмкинлеге ҙур, көйәрмәндәр һеҙгә ышана. Бөтәһе лә мәғлүмәтте халыҡҡа нисек еткереүегеҙгә бәйле, – тине Вячеслав Буцаев, –
Олимпиада кеүек турнир алдынан спортсыларға терәк-таяныс та була алаһығыҙ, шул уҡ ваҡытта беҙгә ҡаршы уйнағандарға ла "ярҙам итеү" ҡеүәтегеҙ бар.
Ғөмүмән, бындай уйындарҙы яҡтыртҡанда, ул журналистарға ыңғай күренештәргә нығыраҡ иғтибар бүлергә кәңәш итте. Эйе, кире күренештәр була, әммә улар тураһында халыҡтың белгеһе киләме һуң? Спорттан ыңғай энергия бөркөлөргә тейеш тигән фекерҙә Олимпия чемпионы. Шул ваҡытта ғына ул үҙенә балаларҙы, йәш һәм оло быуынды ылыҡтыра аласаҡ.
Бөгөн беҙҙә генә түгел, бөтә донъяла хоккейсыларҙы "аҡса тоҡсайҙары" тип әрләүселәр етерлек. Әммә уларҙың ошо ҡыҫҡа ғына сығыш яһау дәүерендә күпме һаулыҡтарын юғалтыуы сер булып ҡала. Ҡайһы берәүҙәр хатта ғүмере менән хушлаша. Бында "Авангард" командаһының йәш уйынсыһы Алексей Черепанов менән булған фажиғәне миҫал итеп килтерергә була. "Аҡса тоҡсайҙары" йыш ҡына етемдәргә, мохтаждарға ярҙам итеүҙән баш тартмай. Мәҫәлән, һөжүмсе Сергей Зиновьев үҙ аҡсаһына тыуған ҡалаһы Новокузнецкиҙа яңғыҙы тиерлек балалар йортон ҡарай. Иван Ткаченконың сирле балаларға йәшерен аҡса күсереүе ул "Локомотив" командаһы менән бергә һәләк булғандан һуң ғына асыҡланды. Ниңә ыңғай яҡтары тураһында бик аҙ беләбеҙ һуң? Тимәк, был йәһәттән журналистар эшләп еткермәй. Олимпиада алдынан ошолар тураһында уйланырға кәңәш итте чемпион.
Башҡортостан журналистары Олимпиадаға эләгерме?Эйе, Сочиҙа ҡышҡы Олимпия уйындары үтеүе бөтәһе өсөн дә ҡыуаныс. Әммә беҙҙең республика журналистары унда эләгә аласаҡмы? Ни тиһәң дә, унда "Первый канал", "Россия" кеүек телеканалдарға, үҙәк гәзиттәргә өҫтөнлөк биреләсәге көн кеүек асыҡ. Шулай уҡ сит илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары ла күпләп киләсәк. Олимпиада ваҡытында Сочиҙа йәмғеһе 2800 хәбәрсе һәм фотожурналист эшләйәсәк тип көтөлә. Бындай мәлдә төбәк журналисына унда эләгеү мөмкинлеге табылырмы? Әлбиттә, форумды ойоштороусылар бөтәһенең дә тиң мөмкинлеккә эйә булыуына ышандырырға тырышты-тырышыуын, әммә журналистар ғына быға әллә ни ышанманы. Ә бына BBC күҙәтеүсеһе, "Аllday Media" компанияһының директоры Дэвид Идс белдереүенсә, быйыл Лондонда үтәсәк Олимпиадаға бөтә донъянан 20 меңгә яҡын журналист килеүе көтөлә, улар араһында Бөйөк Британияның төбәк баҫмалары вәкилдәренә лә һис шикһеҙ урын биреләсәк. Бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк кеүек тә...
"Интеррос" компанияһы хужаһы, миллиардер Владимир Потанин да форумға килергә ваҡыт тапҡан. "Роза Хутор" тау саңғыһы һәм ял комплексын тап ул төҙөй. Бында дөйөм инвестициялар күләме яҡынса 60 миллиард һум тәшкил итәсәк. Әйткәндәй, форум алдынан ғына үҙәк гәзиттәрҙең береһенән был төҙөлөштө кредитлаусы Внешэкономбанктың финанслауҙы туҡтатыуы мәғлүм булғайны. Әммә Владимир Потанин белдереүенсә, төҙөлөш дауам итә, артыҡ шау-шыу ҡуптарырлыҡ әллә ниндәй яңылыҡ юҡ. Комплекстағы ҡайһы бер объекттар тапшырылған да инде, хатта тәүге ярыштар ҙа уҙған икән. Спортсылар уларҙың кимәлен бик юғары баһалаған.
Ғөмүмән, Сочиға инвестицияның күләменән хатта башыңдағы кәпәсең төшөп китерлек шул. Уны СССР заманындағы БАМ төҙөлөшө менән генә сағыштырып булалыр. Мәҫәлән, Внешэкономбанк ҡына Олимпиадаға әҙерлеккә 106,96 миллиард һум аҡса бүләсәк, бөгөнгә иһә, "Интерфакс" мәғлүмәттәренә ярашлы, 48,1 миллиард һум бүленгән. Ҡалала төҙөлөштә бөтә илдән йыйылған эшселәр ҡатнаша. Хатта Сочиға самолетта осҡанда ла, беҙҙең янға төҙөлөшкә юлланыусы икәү тура килгәйне. Баҡһаң, күптән эшләйҙәр, Новосибирскиға (шунда көн итәләр) ялға ҡайтып килгәндәр икән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәрӘлбиттә, Сочи ҡалаһының Олимпиадаға әҙерлеген иң тәүҙә унда барған төҙөлөш күләме сағылдыра. Әммә ҡаланың үҙгәреүе, күркәмлеге иң мөһиме тип фекерләүселәр яңылыша икән. Беҙгә быға үҙ күҙебеҙ менән шаһит булырға тура килде. Ни тиһәң дә, 2014 йылда бында бөтә донъянан ҡунаҡтар киләсәк һәм бәләкәй генә, башҡа ваҡытта иғтибарға алмаҫтай күренештең әллә ниндәй кире эҙемтәләр тыуҙырыуы ихтимал.
Ҡалала саҡта ер аҫты үткәүеле аша сығырға тура килде. Бында, һәр ерҙәге кеүек, бәләкәй генә магазиндар теҙелеп киткән. Әлбиттә, Сочи иң тәүҙә курорт булғанғалыр, күберәк сувенир-фәлән менән һатыу итәләр. Шул мәлдә айнығып етмәгән берәү күҙгә ташланды, ул юлына осраған һәр кемдән йортона ҡайтып етерлек аҡса таптыра ине. Туристар уның алдында аҡсаһын сығарыуҙан шөрләнеме, әллә башҡаһымы, әммә был әҙәмгә ярҙамға ашыҡманы. Теге оторо ярһыны ғына. Бөтәһен дә ҡолаҡ ишетмәҫ һүҙҙәр менән һүгеп әрләй башланы, хатта ир-егеттәрҙе "ситкәрәк китеп һөйләшергә" саҡырҙы. Үкенескә ҡаршы, эргә-тирәлә, исмаһам, бер полиция хеҙмәткәре лә күренмәне. Ярай, беҙ, Рәсәй халҡы, бындай күренештәргә күнегеп тә бөткәнбеҙ. Әммә беҙҙең урында сит ил ҡунаҡтары ла булыуы ихтимал бит. Улар ни әйтер ине икән? Рәсәйгә ихтирамы ҡалыр инеме бындай хәлдән һуң?
Икенсе осраҡ аэропортта булды. Беҙ ҡайтырға йыйынғанда, ҡапыл көн боҙолоп китте, күкте ҡуйы томан ҡаплап алды. Әлбиттә, бындай мәлдә бер самолет та оса алмай, уны ғына беҙ ҙә төшөндөк. Пассажирҙар ҙа күпселек осраҡта хәлде аңлап ҡабул итте. Авиакомпания ла ваҡытында уларҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итте, төндә булһа ла ҡунаҡханаға урынлаштырҙылар. Әммә был Рәсәй халҡының менталитетымы, әллә башҡа сәбәпме, ҡайһы бер аэропорт хеҙмәткәрҙәренең пассажирҙарға мөнәсәбәте эттең бесәйгә ҡарашын хәтерләтте. Һауа шарттарының боҙолоуына беҙ ғәйепле тиерһең. Ҡырыҫ мөнәсәбәт, хәлде йүнләп аңлатмауҙары күптәрҙең үҙәгенә үткәндер, моғайын. Ошондай күренеш менән Мәскәүҙең “Домодедово” аэропортында ла осрашырға тура килде. "Юл йөрөүселәрҙе кеше итеп тә белмәйҙәр икән бында", – тип билет ала алмай йонсоған ағайҙың уфтаныуына шаһит булдыҡ. Баҡһаң, ул да көн боҙолоу сәбәпле бында һуң ғына килеп төшкән, шунлыҡтан артабан ултырырға тейешле самолетына өлгөрмәгән. Бындай осраҡта уны сиратһыҙ хеҙмәтләндерергә тейештәр ҙә бит (бөтә яуаплылыҡ авиакомпания иңенә төшә), әммә уға кассалар алдынан ҡул болғап, етәкселәрҙе саҡырыуҙарын талап итеп оҙаҡ ҡына йүгерергә тура килде...
Тағы ла шул: беҙ Сочиҙа оса алмай ултырғанда, Краснодарҙа һауа шарттары бөтәһен дә ҡәнәғәтләндерерлек булған икән. Был ике ҡала араһы яҡынса 300 километр тәшкил итә. Пассажирҙарҙы ике көндән ашыу аэропортта тотҡансы, шунда оҙатып, артабан самолетҡа ултыртып булмай инеме ни? 2014 йылда етәкселәр бындай ғәҙәттән тыш хәлдәр (ғәҙәттән тышмы икән ни?) була ҡалһа, уларҙы хәл итеү юлын табыр тип ышанғы килә. Юҡһа, ҡунаҡтарҙы икешәр-өсәр тәүлек аэропортта тотҡарлау беҙгә һис тә мәртәбә өҫтәмәҫ...
Һүҙ аҙағында...Эйе, төрлө уй-фекер менән ҡайттыҡ сәфәрҙән. Олимпиада тиклем Олимпиаданы ҡабул итәсәк ҡаланың айлап түгел, көнләп күркәмләнеүен һәм матурайыуын күреп бер ҡыуанһаҡ, үҙебеҙ шаһит булған етешһеҙлектәр бер аҙ кәйефте ҡырҙы. Уйындарға тиклем ҡалған ошо ике йыл дәүерҙә төҙөү-төҙөкләндереүҙәрҙән башҡа ла башҡараһы эшебеҙ байтаҡ икән, тигән уй үтте баштан шул мәл...
(Аҙағы. Башы 91-се һанда).Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН