Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте

Моңо бар кеше илһамланмай сыҙай алмаҫ.

Ғәли Ильясов – шишмә кеүек ҡыҫҡа, ләкин яҡты, сағыу тормош юлы үткән кеше. Йәне ихлас, моңло, сыуаҡ булғанғалыр инде. Ҡы­рыҫ йән менән, нисек кенә ҡыланһаң да, ғүмереңде күпмегә һуҙһаң да, йәм тыуҙырыу мөмкин түгелдер шул. Ҡырыҫлыҡ, тәкәбберлек, илтифатһыҙлыҡ Ғәлиҙән өркөп, йөҙәр саҡрым ситтә йөрөнө. Ул бар ерҙә йомарт йылылыҡ, ҡыуандырғыс хәстәрлек йәшәр ине. Ундайҙар хаҡында “ысын кеше”, “моң шикелле, бүтәндәрҙең ғүмерендә лә йәшәй улар”, тиҙәр.

Ғәли 1938 йылдың 18 ноябрендә хәҙерге Мәләүез районының Әбет ауылында донъяға килгән. Атаһы – Йәләл. Әсәһе Миңзифа Бөрйән­дең Ғәлиәкбәр ауылынан килен булып төшкән. Ата-әсәһе буйынса ла Ғәлиҙең тыуған төйәге — хозур тауҙар иле. Башҡорт йырҙарында, риүәйәттәрендә, әкиәттәрендә, ҡоба­йырҙарында борондан изге­ләш­терелеп, илаһилаш­тырылып данланған, күп-күп сал быуаттарҙың ғүмер кисереп үткән ерҙәре ул был төйәк. Күңелендә саҡ ҡына булһа ла моңо, ғәме бар кеше мең төрлө тәьҫирҙәрҙән илһамланмай, йыр йыр­ламай сыҙай алмаҫ был яҡтар­ҙа! Ана шуғалыр ҙа инде Ғәли малай сағынан уҡ ҡурай тарта, йәп-йәш көйө генә илһамланып шиғырҙар яҙа башлай.

Йәшлеге уны Күмертау ҡалаһы­ның халыҡ театры актеры-ҡурай­сыһы ла, классик көрәш буйынса Башҡортостан чемпионы ла итеп таныта. Моңға моңдоң ылығыуы ла шулдыр: эшсе егет үҙҙәренең театрында яңы уйнай башлаған йырсы ҡыҙға ғашиҡ була, уға, Шәрифәгә, өйләнә.

Журналист эшенә күсеүен Ғәли­ҙең тормошонда боролош осоро тиергә мөмкин. Был йылдары уны, әлбиттә, ижад мөхитенә, шиғ­риәткә тағы ла нығыраҡ яҡынайтты. Тәүҙә үҙе хеҙмәт иткән Күмертау район гә­зитендә, аҙаҡ “Башҡортостан” гәзи­тендә уның ҙур-ҙур мәҡәлә­ләренән тыш, йыш ҡына шиғри шәлкемдәре лә донъя күрә килде. Әммә ысын мәғәнәһендә ижадҡа яңы ныҡлап аяҡ баҫа, уға яңы ныҡлап тотонам тигәндә, асылып өлгөрмәгән таж хәлендә генә ғүмер сәскәһе шиңеп ҡуйҙы...

Беҙгә мираҫҡа унан матур ғүмер өлгөһө, күбеһе ҡаралама хәлендә булһа ла, бай ғына ижад — шиғыр­ҙар, хикәйәттәр ҡалды. Вафатынан һуң миңә уның өс китабын баҫмаға әҙерләп, нәшерләшергә насип булды. Беренсеһе — “Күҙле шишмә”, икенсеһе — “Беҙҙең сәйәхәт”, өсөн­сөһө “Эйәрле тау” — “Тамғалар” йы­йынтығына ингән. Быныһы — “Эйәр­ле тау” китабының тулы варианты.

Ғәли Ильясовтың шиғриәте, үҙ күңеле, йөрәге, йәне кеүек үк, ихлас һәм тәрән хистәрҙән туҡылған. Уның ижади асылы халыҡ йырҙарындағы, ҡобайырҙарындағы сәсәнлек сифаттарына барып тоташа. Шуға ла беҙ ул яҙған шиғри юлдарҙың, ул тыуҙырған поэтик образдарҙың күңелдәребеҙгә, хистәре­беҙгә тәьҫир итеү көсөн тойоп, оҙаҡ ваҡыт дәртләнеп, илһамланып йә булмаһа һағышла­нып, уйланып йөрөйбөҙ. Ысын моң шулай кешене тыныс, битараф ҡалдырмайҙыр инде.

Йыр йәненән йыр яралмай ҡалмаҫ. Быны беҙгә Ғәлиҙең ҡыҙы, һәләтле йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова ла раҫлай. Уның башҡарыуында “Сәлимәкәй” нисек аһәңле яңғырай! Йотлоҡторғос та, һоҡландырғыс та!.. Моң да, ысын кеше лә шулай ҡат-ҡат йәшәй икән. Йәнә шуны өҫтәп әйткем килә: кеше заты, донъя тәрбиәнән туймаҫ. Ғәлиҙең тағы ике ҡыҙы, йәғни Йәмилә менән Сәлимә – юғары белемле уҡытыусы-тәрбиәселәр.

Ғәли Ильясовты күп ерҙә – Нөгөш буйҙарында ла, Бөрйән яҡтарында ла, Ейәнсурала ла әле булһа һағынып иҫкә алалар. Алсаҡлыҡ, моң һағындыралыр, юҡһынды­ралыр шул. Һағынған­дары, юҡһын­ғандары, ҙурлағандары өсөн дә инде Ейәнсура район үҙәге Иҫән­ғолда, “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән һәм йәшәгән ерендә, уның хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ та ҡуйҙылар, бер урамға исемен дә бирҙеләр.

Һуңғы осор башҡорт шиғриә­тендә Батыр Вәлид, унан Ғәли Ильясов ҡурайсы-әҙиптәр ине. Хәҙер иһә – Мәүлит Ямалетдинов. Барлап ҡарағыҙ: күп түгел улар.

Был йыйынтыҡ һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтар, 60-сы – 70-се йылдарҙағы башҡорт шиғриәтендә Ғәлиҙең дә үҙенсәлекле тауышы булғанлығын асығыраҡ аңларға ярҙам итһен ине. 74-се йылдың йәй аҙағында Ғәли беҙҙе ҡалдырып киткәс, был тауыш өҙөлдө, тип уйлаусылар ҙа булған­дыр. Ләкин, инде күп һыуҙар ағып, хәтһеҙ йылдар үтһә лә, күп ҡиммәт-төшөнсәләр үҙгәреп, донъябыҙҙың хатта аҫты-өҫкә килгәндәй булһа ла, шишмә кеүек ысын моң үҙгәрмәй, түңкәрелмәй икән. Уның шиғриәте ваҡыт һынауын ярайһы уҡ үтте, алда ла үтер әле.


Автор: Мәхмүт ҺИБӘТ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда Иҫке Ғүмәр – Кушнаренко автобус рейсы асылды

Башҡортостанда Иҫке Ғүмәр – Кушнаренко автобус рейсы асылды 29.05.2026 // Йәмғиәт

14 майҙан Иҫке Ғүмәр ауылынан Кушнаренкоға тиклем (Ҡаратәкә ауылында туҡтай) автобус маршруты ......

Тотош уҡырға 0

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү: Өфөлә ВИЧ-инфекциялы ҡатын нисек һау-сәләмәт бала тапҡан

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү: Өфөлә ВИЧ-инфекциялы ҡатын нисек һау-сәләмәт бала тапҡан 29.05.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн бар донъяла өсөнсө быуын ВИЧ-инфекция менән йәшәй. Араларында вирусты ата-әсәһенән йоҡторған ......

Тотош уҡырға 0

Республикала йәшәүселәрҙе ҡырау, ҡойма ямғыр һәм йәшен хаҡында иҫкәрттеләр
Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне 29.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 0

Авиакомпания Өфө – Владикавказ маршруты буйынса тәүге рейс башҡара
Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде

Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде 29.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда йәшәүселәр Салауат Юлаев майҙанының дизайн-проектын һайларға мөмкин

Башҡортостанда йәшәүселәр Салауат Юлаев майҙанының дизайн-проектын һайларға мөмкин 29.05.2026 // Йәмғиәт

2027 йылда Салауат Юлаев һәйкәлен һәм уның тирәләй майҙанды төҙөкләндереүҙе тамамлау планлаштырыла. ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Стажировка үҙәге аша үҙенең студенттарын нисек ҡайтарасаҡ

Башҡортостан Стажировка үҙәге аша үҙенең студенттарын нисек ҡайтарасаҡ 28.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын Башҡортостандан егет-ҡыҙҙар берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл йыйып, илебеҙҙең баш ......

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров: «Беҙҙең ир-егеттәрҙең миссияһы —  ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлау»
Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән

Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән 28.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт сикләнә 28.05.2026 // Йәмғиәт

Сикләү «Йәшел марафон» үткәреү менән бәйле, тип хәбәр иттеләр мэриянан....

Тотош уҡырға 1

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде 28.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә