Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дәрт-дарманлы Дәриғәт
Дәрт-дарманлы ДәриғәтСәмсел, еңмеш, тырыш. Белорет районының Хәйбулла ауылында донъяға килгән Дәриғәт Муллағәле улы Рәхимов ана шундай малай булып үҫә. Башлаған эшен ул еренә еткермәйенсә туҡтамай.
Атаһы Муллағәле ағай — һуғыш афәтен күреп ҡайтҡан яугир. Белемле, абруйлы булғанлыҡтан, төрлө урында етәксе вазифаларҙы башҡара: ауыл Советы рәйесе, урман участкаһы мастеры була. Етәкселек һәләте лә Дәриғәт Муллағәле улына атаһынан күскән. Тормоштоң асылын аңлаған атай кеше балаларына һәр ваҡыт: “Уҡығыҙ, белемле кешеләр булығыҙ”, — тип ҡабатлар булған. “Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән”, тигәндәй, ғаиләлә үҫкән туғыҙ бала ла, аталарына оҡшап, белемгә ынтыла, барыһы ла тормошта үҙ урынын таба.
Сос, үткер малай мәктәп йылдарында иң алдынғы уҡыусыларҙың береһе була, спортта ла һынатмай, йәмәғәт эштәрендә лә ихлас ҡатнаша. Бигерәк тә математиканы ярата, шахмат, саңғы ярыштарында гел тәүге урындарҙы яулай. Хатта бер мәл финишҡа етеп килгәндә саңғыһы һынып сыға. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һыңар саңғыһында иң тәүге булып килеп етә. Урман, тау-таш араһында йәшәгәс, һунарға йөрөү, балыҡ ҡармаҡлау, һыбай йөрөү — яратҡан шөғөлө.
Үҙен киләсәктә уҡытыусы итеп күрергә теләгән Дәриғәт, Баҡыйҙа һигеҙенсе класты тамамлағас, Белорет педучилищеһына уҡырға инә. Бында ла алдынғы була, спорт ярыштарында һыр бирмәй.
Педучилищены тамамлағас, уға Бөрйән районының Аҫҡар ауылы мәктәбенә эшкә йүнәлтмә бирәләр. Унда математика, физкультура дәрестәрен алып бара. Барлыҡ күңелен биреп эшләгән йәш уҡытыусының уҡыусылары ла район ярыштарында беренсе урындарҙы яулай.
Тиҙҙән егетте әрме сафына саҡыралар. Аҫҡар халҡы уны хөрмәтләп оҙатып ҡала. Ул ике йыл ГДР-ҙа хеҙмәт итә. Элемтәсе хеҙмәтенә өйрәнә, өлкән сержант званиеһын алып, 1975 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Юғары белем алырға хыялланған Дәриғәт БДУ-ның география факультетына ситтән тороп уҡырға инә һәм ошо йылда Ғафури районының Мәндем ауылындағы урта мәктәпкә эшкә килә. Таҙа һыулы Еҙем йылғаһы буйында тыуып, балыҡ ҡармаҡлап, мөһабәт Урал тауҙарының армыт-армыт һырттарында йәйен бесән сабып, ә ҡыштарын һунарға йөрөп үҫкән, ошо хозур тәбиғәт ҡосағында йәшәгән егеттең география факультетын һайлауы һис тә осраҡлы түгел.
Дәриғәт Муллағәле улы бында ла үҙен тырыш, һәләтле уҡытыусы, оҫта ойоштороусы итеп таныта. Шуның өсөн тиҙҙән директор итеп үрләтәләр. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ етәкселек эшенә башкөллө сумып, ошо вазифала 17 йыл арыу-талыу белмәй эшләй, тап уның тырышлығы менән яңы мәктәп төҙөлә. Талапсан, үҙ эшенә яуаплы ҡараған етәксене коллективы ла, ата-әсәләр ҙә, уҡыусылар ҙа хөрмәт итә.
1996 йылда Дәриғәт Муллағәле улы Рәхимовҡа яңы асылған Красноусол башҡорт мәктәп-интернаты директоры вазифаһын тәҡдим итәләр. Туплаған тәжрибәһен, оҫталығын файҙаланып, ул яңы урында ең һыҙғанып эшкә тотона. Тиҙҙән мәктәп-интернат гимназия-интернат итеп үҙгәртелә. Ошонан һуң мөғәллимдәр коллективына ла, уҡыусыларға ла үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр асыла.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Дәриғәт Муллағәле улы етәкселегендәге барлыҡ коллективтың көсө, тырышлығы менән гимназияның үҙенә генә хас йолалары, уҡытыу-тәрбиә ысулдары булдырылды, аныҡ йүнәлеше билдәләнде.
Ун биш йыл эсендә уҡыу йорто танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Бигерәк тә 2005 йылда шатлыҡлы ваҡиға булды: белем йортоноң иҫке бинаһында реконструкция һәм капиталь төҙөлөш эштәре үткәрелде.
Был осорҙа гимназия-интернатты 477 уҡыусы тамамлаһа, шуларҙың 95 проценты юғары уҡыу йортона ингән. Был уңыштарҙа ла директорҙың фиҙаҡәр хеҙмәт һөҙөмтәһе бар.
Алдына ҡуйылған маҡсаттарҙы, бурыстарҙы Д. Рәхимов тормошҡа ашыра алды, тип ныҡлап әйтә алабыҙ. Гимназияны тамамлаусылар районыбыҙҙың, республикабыҙҙың төрлө өлкәһендә уңышлы эшләп йөрөй. Тиҫтәнән ашыуы — аспирант, фән кандидаты...
Дәриғәт Муллағәле улы тормош иптәше Сәриә Шәрифулла ҡыҙы менән дүрт балаға ғүмер биреп, әлеге көндә ике ейән, ике ейәнсәренә олатай һәм өләсәй булып, бәхетле ғүмер кисерә. Атаһының мәғарифҡа бағышланған ғүмер юлын дауам итеп, уның ике ҡыҙы уҡытыусы һөнәрен һайлап, бөгөн мәктәптә балаларға белем һәм тәрбиә бирә.
Тырыш, сәмсел, оҫта етәксе. Был аҫыл сифаттар Дәриғәт Муллағәле улын ғүмер буйы оҙата килә.
Юлай МӘҮЛЕТҠОЛОВ.
Ғафури районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә