Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт балы – халҡыбыҙ һағы
Милли байлығыбыҙҙы үҙ мәнфәғәтебеҙҙә файҙалана беләбеҙме?

Белеүебеҙсә, 2021 йылда беҙҙә ХLVII “Апимондия” халыҡ-ара конгресы буласаҡ. Уға ныҡлы әҙерлек эштәре башланды. Республикабыҙҙа был өлкәлә ниндәй уңыш-ҡаҙаныштар, шул уҡ ваҡытта хәл итәһе мәсьәләләр бар? Умартасыларыбыҙ ҙур сарала төбәк данын лайыҡлы яҡларға әҙерме? Халыҡ-ара конгресс беҙгә ниндәй мөмкинлектәр асыр? Яҙмабыҙҙың маҡсаты – ошо һәм башҡа һорауҙарға ябай умартасылар миҫалында яуап табырға тырышыу.

Умартасылыҡҡа — 614 миллион һум

Күптән түгел республика умартасылары Архангел районында ойошторолған семинар-кәңәшмәлә тармаҡтағы проблемалар хаҡында фекер алышты.

– 2019 йылда умартасылыҡты үҫтереү буйынса республика программаһын ҡабул итергә тейешбеҙ, — тине үҙ сығышында вице-премьер – Башҡортос­тан ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. — Эре умартасылыҡ хужа­лыҡтарына ла, кооперативтарға берләш­кән, эшен яңы башлаған йүнселдәргә лә ҙур ярҙам күрһәтеләсәк. Башҡорт балы донъя баҙарында лайыҡлы урын алырға тейеш, уны сит илдәргә күпләп һатыуҙы юлға һалырға бурыслыбыҙ. Урта рус тоҡомло башҡорт популяцияһы ҡорттарын һаҡлап ҡалыу, ошо маҡсатта “Алтын солоҡ” тәбиғәт резерватын булдырыу күҙ уңында тотола. Тармаҡ үҫешенә барлығы 614 миллион һум йүнәлтеләсәк.

Семинар-кәңәшмә артабан тармаҡ проблемаларын хәл итеү юлдары ха­ҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү юҫығына күсте, программаға индереү өсөн етди тәҡдимдәр яңғыраны. Умартасыларҙы барыһынан да бигерәк ситтән күпләп ҡорттар килтереп һаты­лыуы, улар менән ҡушылыу һөҙөм­тәһендә башҡорт тоҡом­ло ҡорттарҙың көсһөҙләнеүе, ауырыу­ҙарға бирешеүе, продукцияны һатыу буйынса ауыр­лыҡтар, арзан кредиттарҙың булмауы борсой. Әлбиттә, һуңғы осорҙа тармаҡҡа иғтибар көсәйеүен дә инҡар итергә ярамай. Башҡортостанда балдың сифатын һәм составын аныҡ билдәләүгә ҡулайлашҡан лаборатория булдырыуға 40 миллион һум бүленгән дә инде, йәнә шул тиклем самаһы яҡын киләсәктә кө­төлә. Был лаборатория эшләй башла­ғас, һәр умартасы үҙ балын ҡыйыу рә­үеш­тә сауҙа селтәрҙәренә, хатта сит ил­дәр­гә һатыу мөмкинлеге аласаҡ. Әлегә иһә беҙҙең бал сит ил лабораториялары һынауҙарын йыш ҡына үтә алмай. Си­фат­һыҙ балауыҙ, самаһыҙ шикле дарыу­ҙар ҡулланыу һөҙөмтәһендә балда анти­биотиктар, башҡа зарарлы матдәләр табыла.

Киләһе йыл һәр умартаға махсус чиптар ҡуйып сығыу планлаштырыла, ә республикаға индерелгән күстәр каран­тинға ҡуйыласаҡ. Был аҙым ситтән ин­дерелгән ҡорттар менән бергә ауы­рыуҙар таралыуына юл ҡуйылмаһын өсөн атҡарыла. Әлбиттә, ул эште баш­ҡарып сығыу еңел булмаясаҡ, сөнки күстәр айыра, көсһөҙҙәре берләштерелә, икенсе умартаға күсереп ултыртыла һ.б. Был инде һыйыр малына чип ҡуйыу һы­маҡ ҡына түгел, ҡатмарлыраҡ мәсьәлә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы умартасы­лыҡ инвентары етештергән завод йәнә үҙ эшен башланы. Ишембайҙа күпләп умарта етештереү юлға һалынды. “Баш­Инком” предприятиеһы антибиотиктар ҡушылма­ған дарыуҙарҙы тәҡдим итмәксе.

Үҫешкә нимә ҡамасаулай?

Башҡорттар борондан солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән. Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты П.И. Рычков беҙҙең яҡта 1760 йылда булып, ҡыҙыҡлы яҙыуҙар ҡалдырған.

“...Повсюду же леса, в которых множество пчел”, а главная экономия башкир состоит “в конских заводах, содержании скота и бортевых пчел. … Башкирцы, у которых лесные места, от сих пчел бортевых получают себе великий доход, и в размножении оных так искусны, что много таких, из которых у одного по нескольку тысяч бортевых деревьев имеется, а на одном дереве бывают по два, а иногда и по три бортя с пчелами. … а редкой в лесных местах живет, который бы ничего у себя не имел”.

Ревизия мәғлүмәттәренән, башҡа документтарҙан да башҡорттарҙың ошо шөғөл менән уңышлы шөғөлләнгәнен беләбеҙ. Егерменсе быуат башындағы революция, унан һуңғы Граждандар һуғышы, коллективлаштырыу, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был тармаҡ ҙур зыян күрә. Әммә алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙа умартасылыҡ яңынан ныҡлы аяҡҡа баҫа, СССР иһә донъяла балды иң күп етештергән илгә әүерелә. Башҡортостандағы колхоз-совхоздарҙа, шәхси хужалыҡтарҙа дүрт-биш мең тонна бал етештерелә башлай.

Әле республикала йыл һайын биш-алты мең тонна тауар балы етештерелә, 336 мең күс иҫәпләнә. Был әҙме, әллә күпме? Волга буйы федераль округында етештерелгән балдың – 30, Рәсәйҙекенең туғыҙ процент самаһы тап Башҡортостан өлөшөнә тура килә. Ғорурланыр өсөн сәбәп ҙур. Ил буйынса беренселекте бирмәйбеҙ бит, өҫтәүенә беҙҙә балдың да ниндәйе! Был инде башҡорттарҙың быуындан быуынға күсеп килгән шөғөлөнөң замандаштарыбыҙ тарафынан лайыҡлы дауам иттерелеүе хаҡында һөйләй.

Шулайын шулай. Әммә һандарға йәнә күҙ һалайыҡ әле. Донъя буйынса етеш­терелгән балдың дүрт процент тирәһе генә Рәсәй умартасыларыныҡы. Шулай булғас, Башҡортостан өлөшөнә 0,4 проценты ғына тура килә түгелме һуң? Ә бит беҙҙең мөмкинлектәр бик ҙур.

Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғоловтың фекеренсә, республика­лағы бал запасы 525 мең тонна иҫәпләнһә, бал ҡорттары кәмендә 175 мең тонна бал йыя алыр ине. Икенсе төрлө әйткәндә, төбәктең һәр районында умарталар һанын биш тапҡырға, тау-урман зонаһында унан да күберәккә арттырыу мөмкинлеге бар. Әлегә айырыуса Ишембай, Ғафури, Мәләүез, Архангел, Иглин районда­рындағы йүкә урмандарын тейешенсә файҙаланмайбыҙ. Башҡорт­ос­танда умарта һанын 1 миллион 350 меңгә еткерһәк тә, тейешле күләмдә бал йыя алабыҙ. Быны бөгөнгө 336 мең умарта менән сағыштырып ҡарағыҙ. Тәбиғәт беҙгә байлығын йәлләмәй бирә, тик уны ала белмәйбеҙ генә, буғай.

Умартасылыҡтың үҫешенә ниҙәр ҡамасаулай һуң? Күптәр өсөн иң төп проблема – балды ҡулайлы хаҡҡа һатып булмауы. Ысынлап та, умарталар һанын 30 – 50 башҡа еткергән һәр кем, балды ҡайҙа итеп бөтөргә, тигән һорауға яуап эҙләй. Һәр умартанан 20 – 25 килограмм, йәғни яртышар феләк бал алһаң да, уны туғандарға, таныш-белештәргә генә өләшеп, урынлаштырып бөтөп булмай шул. Унан килеп, һата белеү – үҙе бер һөнәр. Әлбиттә, иң шәп бал һиндә икән­леген үҙеңдән башҡа кеше белмәһә, йәрминкәләргә, ҡалаларға сығып йөрө­мәһәң, даими клиенттар базаһы булдыр­маһаң, ашап туйғыһыҙ йүкә балын да һатыуы ҡыйын. Шикле аралашсыларға өс литр банкаһын 600-700 һумға биреп ебәрә ундайҙар аптыраған көндән.

– Былтырғы егерме, быйылғы егерме феләк ултыра, килгән, бал алған кеше юҡ, кәйеф төшә, был шөғөлдө ташларҙай булаһың, – тип зарланып торғайны урта йәштәрҙәге тәжрибәле умартасы. ­– Йәйҙе лә, ялды ла күрмәй булашаһың шул ҡорттар менән, ә бер рәхәтен күрмәйһең.
– Өс литрын 600 һумдан биреп ебәрҙем бер йылғыр әҙәмгә, бөтә балды алып китте, – ти икенсе әңгәмәсем.

Балын һатып бөткән, ә тауышында шатлыҡ ауазы ишетелмәй. Уны яҡшы аңлайым. Өс йөҙләп умарта тота, ҙур ғаиләһе, йәнә ялланған ике-өс ярҙамсыһы йылына бер килер уңышҡа өмөт итеп тора бит. Ә табыш иҫәп тотҡандан ике тапҡырға әҙерәк булып сыҡҡан. Йылғыр әҙәм тигәне иһә шул тиклем үк аҡсаны әллә ни көс һалмайынса бер көндә эшләй ала бит.

Етештергәнеңде һата белһәң…

Бындай умартасыларға Рөстәм Рез­баев­тың һүҙҙәре менән яуап ҡайтарғы килә. Уның умарталары 700-ҙән ашыу. Тотош Рәсәй буйынса йүкә балын иң күп етештереүсенең фекере былай:

– Етештергәнде һата белһәң генә, үҙеңде эшҡыуар тип һанай алаһың, кәсебеңдең мәғәнәһе лә, файҙаһы ла була. Ваҡытымдың 70 проценты балды һатыу, клиенттар эҙләү мәшәҡәттәре менән үтә. Ә был эш еңел түгел. Продукцияны күпләп алған эре заказсылар менән эшләргә тырышам. Шул уҡ ваҡытта 15-20 процент бал ваҡ күмәртә аша һатыла. Балды кеше өҫтәлендә икмәге, һөтө, ярмаһы булған саҡта ғына ала. Беҙҙә төп ҡулланыусылар – йәше 40-тан уҙған, һаулығы ҡаҡшай башлап, балдың мөғжизәле дауалау көсөнә иҫәп тотҡан кешеләр. Етештергәнеңде һата белеү – үҙе бер сәнғәт.

Рөстәм Таһир улы менән килешмәү мөмкин түгел. Ул ғәҙәти умартасыларҙан кәмендә ун – егерме йылға алдараҡ бара кеүек. Умарталары дүртәрләп паллеттарҙа (поддондарҙа) урынлаш­тырылған, уларҙы махсус тейәгестәр тейәй, бушата. Кәрәк икән, 700 умартаһын бер төндә икенсе урынға күсереп ултырта ала. Бөтә эште техника, механизмдар атҡара. Бер кем дә ауыр йөк күтәреп, бөксәнләп йөрөмәй. Америка, Канада умарталыҡтары кеүек үк, иң алдынғы технологияларға нигеҙләнгән уның хужалығы.

Ни өсөн беҙ данлыҡлы башҡорт балын сит дәүләттәргә күпләп һатмайбыҙ һуң? АҠШ, Германия, Монголия кеүек илдәргә айырым партиялар оҙатабыҙ, әлбиттә, әммә мөмкинлегебеҙ байтаҡҡа күберәк бит. Йылына ҡырҡар тонна йүкә балы ал­ған Резбаевҡа валюта кәрәкмәйме ни?
– Көнбайышта беҙҙе бер кем дә көтөп тормай, – ти Рөстәм Таһир улы. – Италияла, Милан ҡалаһындағы лабораторияла беҙҙең продукцияға, яһалма, тәбиғи юл менән барлыҡҡа килмәгән шикле бал, тигән баһа биргәйнеләр. Үҙ-ара осрашҡанда иһә ауыҙ һыуҙарын ҡоротоп маҡтайҙар, сәйәсәт, ни хәл итмәк кәрәк, тип баштарын сайҡайҙар. Уларҙың баҙарына инеү еңел түгел: шифалы, ысын бал тап ошондай булырға тейеш, тип Көнбайыш кешеһен үҙҙәрендә етештерелгән продукцияға күптән өйрәткәндәр, ышандырғандар.

Ысынлап та, донъя баҙарында һатыу­ға сығарылған балдың Рәсәй өлөшөнә 0,1 процент самаһы ғына тура килә. Ә бит уны етештереү буйынса Украина, Һиндостан менән бергә алтынсы-һигеҙен­се урындарҙы биләйбеҙ. Иҫәпләүҙәренсә, һуңғы 15 – 20 йылда Рәсәйҙә 50 – 60 мең тонна бал етештерелә. Дөрөҫөн әйт­кән­дә, күберәк бер урында тапанабыҙ, әллә ни алға китеш юҡ. Һуңғы йылдарҙа беҙҙе Украина ла уҙып китте, улар Европа илдәренә йыл һайын 13-15 мең тонна бал һатыуға өлгәшә, ә йән башына етеш­тереү кимәле буйынса (1,5 килограмм) донъяла беренсе урынға сыҡтылар.

Шулай ҙа донъя баҙарына иң күп бал сығарыусы, әлбиттә, Ҡытай. Башҡа бик күп тармаҡтарҙағы һымаҡ, унда умарта­сылыҡта ла һоҡланырлыҡ уңыштарға өлгәштеләр. Бынан 55 йыл элек кенә (1958 йылда) йылына 12 мең тонна етештергән ил ярты быуатта балды 30 тапҡырға күберәк ала башланы. Әле унда йыл һайын 400 мең тоннанан ашыу (Рәсәйҙә — 70 мең тонна) бал етеште­релә, 100 мең тоннанан күберәге сит илдәргә һатыла. Ҡытай балы донъяны баҫҡанға күрә, уның хаҡы сағыштырмаса осһоҙ килеш ҡала ла инде. Өҫтәүенә яһалма продукция, йәғни балға шикле компоненттар ҡушып, уны күпләп донъя баҙарына сығарыусылар ҙа – улар.

Иҫәп тә, тәртип тә самалы

Рәсәй умартасылары дәүләттән ярҙам тоймай, тармаҡтың норматив-хоҡуҡ базаһы юҡ, уның үҫеш программаһы билдәләнмәгән. Был да үҫешкә аяҡ сала. Умартасыларға ташламалы кредиттар, сит илдәрҙән индерелгән балға пошлина хаҡын күтәреү талап ителә. Ошо урында ҡайһы бер сит илдәр тәжрибәһенә күҙ һалайыҡ. Мәҫәлән, Канадала һәр умартасыға уртаса 86 күс тура килә, бында 500 – 2000 баш умарта тотоу – ғәҙәти күренеш, сөнки бөтөн эш механизацияланған, көйләнгән. Финляндияла, Германияла иһә һәр умартаға 300 евро (22 мең һум самаһы) дотация түләнә, страховка системаһы үҫешкән, йәғни юғалтыуҙарыңды ҡаплаясаҡтар. Умартасылар көслө союздарға, кооперативтарға берләшкән, улар инде бал һатыуҙан алып яҡшы тоҡомло ҡорттар һәм дарыуҙар менән тәьмин итеүгә тиклем ярҙам күрһәтә. Өҫтәүенә сәсеүлектәрҙе һеркәләндергән өсөн бал ҡорттары хужаларына мул ғына аҡса түләйҙәр.

Был мәсьәләгә айырым туҡталып үтәйек. “Һуңғы бал ҡорто һәләк булғандан һуң йәнә дүрт йылдан кешелек донъяһы юҡҡа сығасаҡ”. Альберт Эйнштейндың был ҡанатлы һүҙҙәрен беҙҙең илдә иҫкә лә алмайҙар, буғай. Ә бит үҫемлек донъяһының 80-90 проценты тап бал ҡорттары тарафынан һеркәләндерелә. Ғалимдар фекеренсә, уларҙың ошо йәһәттән файҙаһы, бал менән сағыштырғанда, байтаҡҡа күберәк. Беҙҙә иһә, киреһенсә, умарталарҙы ҡарабой­ҙай, көнбағыш сәсеүлектәренә яҡыныраҡ ултыртыу өсөн ыҙалыҡ аша ризалыҡ алына. Эшләйем тип торған кеше өсөн бөтөн шарттар тыуҙырырға ынтылыу зарур түгелме һуң? Тармаҡты эҙмә-эҙлекле үҫтереү, үҙ ағышына ҡуймау күп мәсьәләне яйға һалыр ине бит.

Ғөмүмән, умартасылыҡ ауыл хужалы­ғындағы дөйөм хәлде асыҡ сағылдыра. Иҫәп тә, тәртип тә самалы, закондар, ҡағиҙәләр теүәл үтәлмәй. Был фекер менән килешмәүселәр, субсидиялар, умартасылыҡты үҫтереүгә кредиттар бүленә бит, тиеүселәр булыр. Был ярҙам бик наҡыҫ шул. Әлбиттә, кредит алырға мөмкин, тик ауыл халҡын проценттарҙың ҙурлығы өркөтә.

Айыҡ дәүләт сәйәсәте булмауы кавказ, карпат тоҡомло ҡорттарҙың күс пакетта­рында Башҡортостанға күпләп индере­леүенә, һөҙөмтәлә уларҙың урта рус тоҡомло башҡорт популяцияһы ҡорттары менән ҡушылыуына килтерә. Вариҫтары иһә ике тоҡомдоң да иң көсһөҙ яҡтарын ала, буғай. Насар ҡышлай, балды хөртө­рәк йыя һ.б. Өҫтәүенә Кавказ яғынан килтерелгән ҡайһы бер шикле тоҡомдар урлашыуға әүәҫ. Ғәҙәттә, күмәкләп бер умартаға һөжүм итеп, һаҡсыларын үлте­реп, тиҙ арала әҙер балды үҙҙәренә ташып бөтәләр.

Белем һәм һөнәр белеү кәрәк

Умартасылыҡтың үҫешен әҙерлекле кадрҙар етешмәүе лә тотҡарлай.
– Ялланып эшләргә теләгән шәп умартасыны көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә таба алмайһың, – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша Рөстәм Резбаев. – Оҫталар күптән үҙҙәренә эшләй. Ә ҙур умарталыҡта ярҙамсыларһыҙ бер нисек тә булмай. Михайловкалағы умартасылар әҙерләү колледжы менән килешеү төҙөнөм, уҡыусы егеттәр минең хужа­лыҡта практика үтә. Ошо йылдар эсендә иллеләп кеше минең ҡул аҫтынан үтте, уларҙың араһынан ике егеткә генә үҙемдә даими эшкә ҡалырға тәҡдим иттем.

Шаран районында йәшәгән Олег Дмитриевтың хужалығында умарталар 200-гә етә.
– Ҡышҡылыҡҡа кәметтем әле, 150 башҡа ҡалдырҙым, – тип һөйләй ул. – Яңғыҙыма ҡарауы ауырыраҡ, бына улым уҡып ҡайтҡас, бәлки, йәнә арттырырбыҙ.

Олегтың улы Мәскәүҙәге К.А. Тимирязев исемендәге Рәсәй аграр университетында умартасы һөнәрен үҙләштерә икән. Быйыл тамамлаясаҡ. Аспирантурала уҡырға ҡалып, фән юлынан китеү мөмкинлеге лә бар. Шаранға ҡайтып, атаһына булышырға, бергәләп яңы үрҙәр яуларға ла теләге юҡ түгел.
– Үҙе ҡарар, ҡайһы юлдан китһә лә, ярҙам итәсәкмен, – ти атаһы ғорурлыҡ менән.

Маһайырлыҡ та шул. Улы күңелендә үҙ шөғөлөнә ҡарата мөхәббәт тыуҙырған, хәҙер эште тағы ла юғарыраҡ кимәлдә дауам итеүсе бар.

Шул уҡ ваҡытта умартасыларҙың 80 проценты самаһының бер ниндәй махсус белеме юҡ. Ғилем һәм тәжрибә етмәгәс, бал ҡорто биологияһын, бал биргән үҫемлектәр базаһын, ауырыуҙар менән көрәшеү үҙенсәлектәрен белмәгәс, көслө күстәр ҙә, мул бал да эләкмәй. Умартасы булыуҙы һаман да һөнәргә иҫәпләмәй яңылыша күптәр. Юғары уҡыу йортта­рының һанһыҙ филиалдарында төрлө “өҫтөнлөклө” һөнәрҙәргә мең бәлә менән түләп уҡып, һуңынан сауҙа үҙәктәрен ҡарауыллағандар, төҙөлөштә кирбес ташып көн күргәндәр етерлек бөгөн.

– Улымды район үҙәгендәге бер ойош­маға водитель итеп урынлаш­тырҙым. Эш хаҡы ун мең һум ғына, ярар инде, пен­сияға стажы бара бит, – тип ҡыуаны­сы менән уртаҡлашҡайны етмешләп баш умарта тотҡан бер ағай. Улын юғары уҡыу йорттарының береһендә умартасы­ға уҡырға дәртләндерһә, йә иһә Михай­лов­калағы колледжға ебәрһә, үҙенә алмаш, терәк-таяныс әҙерләр, улына ла бы­намын тигән һөнәр булыр ине. Һәр умар­тасы балды ни өсөн аҙ алыуына, күстәрҙең күпләп һәләк булыуына бихисап сәбәп таба ала, тик уға үҙенең беле­ме, тәжрибәһе етмәүен таныуы ғына ҡыйын.

Пенсия тигәндән. Умартасылыҡтың ауыл хужалығындағы иң табышлы тар­маҡ икәнлеген берәү ҙә инҡар итмәй. Ун мең һум хеҙмәт хаҡына эшләп, һуңы­нан һигеҙ мең һум пенсия алыуға “ҡы­уанып” йәшәгәнсе, етеш тормошло ҡарт­лыҡты йәш ваҡытта уҡ тәьмин итеү яҡ­шы­раҡтыр бит. Көслө умартасылар, ғә­ҙәттә, 100 процент рентабеллелек менән эшләүгә өлгәшә. Йәғни, һалынған бер һум уларға ике һум килтерә. Миҫал эҙләп йыраҡ та йөрөргә кәрәкмәй. Шул уҡ Резбаев йылына кәмендә һигеҙ миллион һумлыҡ бал һата. Әлбиттә, уның кеүектәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ә бына 50 – 70 баш умарта тотоп, йыл һайын 400 – 800 мең һумлыҡ продукция һат­ҡандар һис тә әҙ түгел. Баллы район­дарҙа ғына түгел, башҡаларында ла бар ундайҙар. Һәммәһе лә тиерлек заманын­да ниндәйҙер уҡыу йортонда умартасы һөнәрен үҙләштергән. Ихаталарында, ҡала янындағы баҡсаларҙа берәүҙән алып ун бишкә тиклем умарта тотҡан һәүәҫкәрҙәр барлыҡ умартасы­ларҙың 70 проценты тирәһен тәшкил итә, тип иҫәп­ләй белгестәр. Уларҙың махсус белеме лә, артыҡ уңыштары ла юҡ. Алған балдары ғаиләһен һәм яҡындарын тәь­мин итеүгә генә етә. Бары тик ныҡыш­тар, тырыштар ғына умарта һанын һәм оҫталығын арттыра барып, тонналап, мил­лионлап һумлыҡ продукция алыуға өл­гә­шә. Ғөмүмән, республикала 13 эшҡы­уар ғына 300-ҙән ашыу умарта тота. Йә­нә 147 кешенеке – 100-ҙән алып 300-гә тиклем.

* * *
…Бал ҡорто – Аллаһ Тәғәләнең бер мөғжизәһе ул. Ҡыҙыҡ бит: 40-50 мең ҡорттан торған күстә һәр береһенең үҙ тәғәйенләнеше бар. Береһе бал ташый, икенсеһе умарта һаҡлай, үҫеп килгән бә­ләкәстәрен ашата. Ошо көйлө меха­низм­дың туҡталып ҡалыуына ғаиләләге берҙән-бер инә ҡорттоң юғалыуы, нин­дәй­ҙер сәбәп менән һәләк булыуы ла етә. Оҫта умартасы ғына, яҡшы инә ҡорт­тай, күстәрҙе көсәйтеү, балды мул алыу серҙәрен белә.

Милли ризығыбыҙҙың бөгөнгө һәм киләсәктәге даны үҙебеҙҙең бал ҡортона, умартасыларыбыҙға бәйле. Был кәсепте үҫтереү буйынса программа ҡабул итеү, тиҙҙән “Апимондия” халыҡ-ара конгресын беҙҙә уҙғарыу тармаҡтағы күп проблеманы хәл итеүгә булышлыҡ ҡылыр, Баш­ҡортостан ысын мәғәнәһендә бал үҙәгенә әүерелер тип ышанғы килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872