Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ашығыҙ тәмле булһын!”
Официант булыу еңелме?

…Клиент янына килдең, иҫәнләштең, нимә кәрәклеген һорап, ашын килтерҙең дә тәмле теләктәр теләп китеп барҙың. Официант һөнәре әллә ни ауыр ҙа түгел. Тик… тәү ҡарашҡа ғына. Быға беҙ “Восток” ҡунаҡханаһына барғанда төшөндөк.

— Беҙҙә 12 кеше официант булып эшләй – барыһы ла йәштәр, — тип таныштыра ҡунаҡхананың идарасыһы Марк Янкевич. – Кемгәлер 18 йәш, кемгәлер – 20, әммә 28-ҙән өлкәндәр әлегә юҡ. Студенттарҙы алырға тырышмайбыҙ, сөнки беҙ ваҡытлыса эшселәргә мохтаж түгел.

Студенттар булмаһа ла, йәш коллектив менән эшләүҙең, әлбиттә, үҙенсәлектәре барҙыр. Уларҙың “йүгәнһеҙ ат” осоро бит. Әммә бында юғары талаптар, юғары алымдар шул: официант булыр өсөн дә ҡырҡ иләк аша үтеп, булдыҡлығыңды күрһәтергә кәрәк. Башта әйткәнсә, йылмайып аш күтәреп йөрөү генә аҙ әле. Бигерәк тә әлегеләй исеме сит илдәрҙә лә билдәле булған ҡунаҡхана өсөн. Әллә ни саҡлы менюҙы ятларға, һәр кемдең ихтыяжын иҫәпкә алырға, ризыҡты ваҡытында килтереп еткерергә һәм башҡалар. Бынан тыш, сит ил ҡунаҡтары ла йыш килеп тора: поляктар, чехтар, ҡытайҙар, сербтар, инглиздәр, итальяндар, төрөктәр… Тимәк, инглиз телен белһәң дә артыҡ түгел. Ғөмүмән, официант булып эшләр өсөн тәржемәсе лә, психолог та булырға тура килә. Ә аш-һыу оҫталығы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.

Нисек кенә булмаһын, идарасы хеҙмәткәрҙәренең эшенән ҡәнәғәт. Егет-ҡыҙҙарын маҡтап-маҡтап телгә ала. Ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша, кәңәштәрен бирә. Йәштәрҙе аңлай Марк. Үҙе лә бит ҡасандыр ашнаҡсы булып башлаған, унан шеф-ашнаҡсы, идарасы. Хәҙер, ана, үҙен хатта сит илдән эшкә саҡыртып килтергәндәр. Йәштәрҙең үҫешенә ихласлап булышлыҡ итә ул, был ҡунаҡханала эшләгән егет-ҡыҙҙарҙың артабан донъяға билдәле ресторан-ҡунаҡханаларҙа хеҙмәт юлын дауам итеүе ошо хаҡта һөйләй һымаҡ.

Йәш коллективта кемдер бер нисә йыл эшләй, ҡайһы берҙәре быйыл ғына эш башлаған. Мәҫәлән, Алена Никитина өс йыл официант бурысын атҡарһа, Наталья Буркинаның бындағы хеҙмәт стажы бер нисә ай ғына әле. Әммә, ситтән күҙәтеп, шуға шаһит булаһың: күпме генә эшләһәләр ҙә, официанттарҙың артынан күҙ эйәреп өлгөрмәй.

Официант һөнәре хаҡында һүҙ йөрөткәндә, йәнә бер ҡалыпҡа инанаһың: башлыса был һөнәргә гүзәл зат эйә. Әммә шул уҡ ваҡытта ресторандарҙа йылмайып ҡаршы алған егеттәрҙе лә тап итәһең. Мәҫәлән, әлеге ҡунаҡхана официанты Азамат Юлҡотлин был өлкәлә күптән – хеҙмәт юлын студент сағында уҡ башҡа ресторанда башлаған. Тәжрибәле егетте, уҡып бөткәс, бер һынауҙа бында эшкә алалар. Әммә йәш кеше бәхетен сит ерҙә лә һынап ҡарарға була һәм ғаиләһе менән Себер тарафтарына сығып китә.

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаған белгесте сит ерҙә мәктәпкә ҡабул итәләр ҙә ул, тик, үҙе әйтмешләй, “ресторан сире” йоҡҡан егет официант эшен эҙләй башлай. Шуныһы ҡыҙыҡ: көндөҙ Азамат мәктәптә уҡытһа, кисен ресторанда официант бурысын башҡара. Дөрөҫөн әйткәндә, бындай үҙенсәлекле бәйләнеште тормошта йыш осратырға тура килмәй. Өҫтәүенә Азамат — һөнәре буйынса физик.

— “Официант булыр өсөн нисәмә йыл буйы ыштан туҙҙырҙыңмы ни?” тип аптыраусылар бар, әммә ғәмәлдә был һөнәргә эйә булыр өсөн дә, минеңсә, ярайһы оҫталыҡ, таһыллыҡ кәрәк. Әгәр абруйлы ресторан-ҡунаҡханала эшләргә теләһәң, юғары белемгә эйә булыу ҙа ҡамасау­ламай, — тип һөйләй ул эше хаҡында. – Ҡайһы бер клиенттарҙың артыҡ күңел асыуын иҫәпкә алһаң, официант булып егеттәрҙең эшләүе отошло.

Нисек кенә булмаһын, Азамат ғаиләһе менән тыуған Башҡортостанына кире күсеп ҡайта һәм яратҡан ҡунаҡханаһына эшкә килә. Әлбиттә, ул да ғүмер буйы официант булып эшләмәҫ, тәжрибә туп­лар. Кем белә, бәлки, киләсәктә милләттәш егет үҙе кафе-ресторан хужаһы булып китер. Һәр хәлдә, “Ашығыҙ тәмле булһын!” тип йылмайған егет-ҡыҙҙарға рәхмәт әйткән клиенттарҙың күберәк булыуын теләргә генә ҡала.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ әҙерләне Фото: Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә