Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Атайымдың яҙмышы асыҡланды”
Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар, йылдар үтһә лә, уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр менән тулылана бара. Һуғыш бер генә ғаиләне лә урап үтмәй. Етем ҡалған балалар атайҙары тураһында әле лә мәғлүмәт йыйыуҙарын дауам итә. Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында ла бар етем ҡалған балалар. Уларҙың береһе – Барый Нөғәмән улы СӘЙЕТОВ.

Уның атаһы – Нөғәмән Сәйетов 1910 йылда Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында тыуған. Атаһы Сәйет 1914 йылда Герман һуғышынан әйләнеп ҡайтмай, хәбәрһеҙ юғала. Шуға ла Нөғәмән әсәһе Аҙнабикә менән икеһе генә көн күрә, бала сағынан бик сос һәм оҫта һунарсы булып буй етә. Ул заманда ҡапҡалы өйҙәр бик һирәк булған, ә Нөғәмәндәрҙең кәртәһенең ишеге индек менән ябылған. Егет кәртә аша һикереп сығып йөрөр булған. 1933 йылда “Яҡтылыҡ” кооперативына (колхоз) ағза булып инә. Йәйен колхоз эшендә булһа, ҡышын һунар менән шөғөлләнгән. Уның атаҡлы һунарсы тигән даны тиҙ тарала һәм һунарсылар союзы ағзаһы итеп алалар. Һунарсылар союзы рәйесе Сопуновтың Нөғәмән Сәйет улына инселәп биргән фотоһы әле лә ғаилә архивында һаҡлана. Нөғәмән Бәлихиә Хөсәйен ҡыҙы менән ғаилә ҡора. 1932 йылда оло ҡыҙы Ҡафия тыуа. Улдары Ғәлимйәндең ғүмере ҡыҫҡа була, биш йәшендә генә үлеп ҡала. 1937 йылда Сәлимйән тыуа, ул әле иҫән, һуңынан Зәкиә ҡыҙы донъяға килә.
Нөғөмән Сәйет улы ауылдаштары Сәлим һәм Әнәс Һаруновтар менән Әлкәлә Фин һуғышына әҙерлек курсында була. Фин һуғышы туҡтағас, кире ҡайтаралар.

1941 йылдың 22 авгусында Ҡумырыҡ яланында колхозға бесән әҙерләп йөрөгәндә Нөғәмән Сәйетовҡа саҡырыу ҡағыҙы биреп китәләр. Иртәгәһенә иртә менән Белорет хәрби комиссариатынан бер төркөм ир-егетте тар колеялы тимер юлынан поезд һуғышҡа алып китә. Поездың һауа ярған тауышын Бәлхиә Хөсәйен ҡыҙы ғүмер буйы яратмай, ишеткән һайын: “Шым, ҡороғор! Алып китеп, балаларҙы атайһыҙ ҡалдырҙың”, – тип әйткәнен Барый Нөғәмән улы әле лә хәтерләй.

Белеме булмағас, әллә ни хат та яҙмағандыр, тип уйлай балалары. Әсәләре лә ул хаҡта һөйләмәҫ булған. Тик 1942 йылдың ғинуарында бер хаты килә. “Горький ҡалаһында госпиталдә ятам, Архангел районының Тирәкле ауылы егеттәре менән. Бер-ике көндән фронтҡа китәбеҙ”, – тип яҙған һәм фотоһын һалған. Был һуңғы һүҙе, һуңғы фотоһы була…

Атаһы һуғышҡа киткән саҡта әсә ҡарынында ҡалған улы Барый 1942 йылда тыуа. Әсәләренә дүрт баланы ҡарау еңелдән булмай: ул көн буйы колхозда эшләй, өрлөгөнә таяу терәтелгән бәләкәй генә өйҙә торалар. Еңеүҙән һуң, Нөғәмән Сәйет улы 1942 йылда хәбәрһеҙ юғалды, тигән ҡара ҡағыҙ алалар.

– Исмаһам, сабый күҙе менән дә күрмәнем, “атай” тигән һүҙҙе ғүмеремдә әйтә алманым. Шулай ҙа уның фотоһына ҡарап, мәргән һунарсы, спортсы булыуы тураһында ололар һүҙенән генә ишетеп, яҡшы кеше булғандыр, тип күҙ алдына килтерә торғайным.

Әсирлеккә эләккәндер йә хыянат иткәндер, йә дезертир булғандыр, тип бер ҙә уйламаным. Ниһайәт, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына атайыбыҙҙың яҙмышы асыҡланды: ҡыҙылармеец Нөғәмән Сәйет улы Сәйетов 1942 йылдың 29 апрелендә һәләк булып, Смоленск өлкәһенең Велиж районында ерләнгән, – ти Барый ағай.

Былтыр Бөйөк Еңеү көнө алдынан Барый Нөғәмән улы балалары менән атаһының ҡәберен күрергә юлға сыға. 18 сәғәт туҡтамайынса барып, 3 майҙа урында булалар.

Нөғәмән Сәйет улы Сәйетов ерләнгән зыярат Велиж ҡалаһында, Төньяҡ Двина йылғаһының бейек ярында – Лидово тауында урынлашҡан. Ҡәбер ташында Нөғәмән Сәйет улының исеме яҙылғанын күреп инанғас, атаһының ҡәберенә тыуған ер тупрағын һала Барый ағай.

“Атайымдың ҡәберен күреп, ғүмер буйы үҙемде уйға һалған һорауға яуап табып, тынысланып ҡайттым. Беҙ барғанда, бер ҡатын зыяратты таҙартып йөрөй ине. “Һеҙ бында эшләйһегеҙме?” – тип һораныҡ.

“Юҡ, мин хакимиәттә эшләйем. Был зыяратты таҙартыу – үҙе ғорурлыҡ”, – тип яуап бирҙе ул.

Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең исемен мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индергән мәктәп директоры менән дә осраштыҡ. Ул был яр өсөн ҡаты алыш барғанын һәм үҙ ғүмерен аямайынса һуғышҡан меңәр­ләгән яугирҙең ошонда ятып ҡалыуы, әммә ярҙы дошман ҡулына бирмәүе тураһында һөйләне.

Атайым 264-се уҡсылар дивизияһы һал­даты булған. Әлеге ваҡытта өс мең һал­даттың исеме асыҡланған. Атайымды 2007 йылда тапҡандар”, – тине Барый ағай.

Барый Нөғәмән улы үҙе оло йәштә. Бөгөн иһә атаһының яҙмышына ҡағы­лышлы ғүмер буйы оҙатып килгән ике­лә­неүҙәргә һуңғы нөктә ҡуйылыуы күңеленә тыныслыҡ бирҙе. Атаһы Тыуған иле өсөн яуҙа батырҙарса һәләк булған.


Автор: Р. МУСИНА әҙерләне


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Стәрлетамаҡтан Зәкиә Йосопова 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Стәрлетамаҡтан Зәкиә Йосопова 100 йәшлек юбилейын билдәләне 20.11.2026 // Йәмғиәт

Уның өс балаһы, 9 ейән-ейәнсәре һәм 12 бүлә-бүләсәре бар. Стәрлетамаҡтан Зәкиә Шәйғәрҙән ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы көсәйтелгән эш режимына күсә

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы көсәйтелгән эш режимына күсә 20.11.2026 // Йәмғиәт

Был рейдтар – штраф һалыу ғына түгел, ә юлдарҙы хәүефле ҡағиҙә боҙоусыларҙан таҙартыу буйынса ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда призывниктар хәрби хеҙмәтте пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә контракт менән алмаштыра ала

Башҡортостанда призывниктар хәрби хеҙмәтте пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә контракт менән алмаштыра ала 20.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан призывниктар саҡырыу буйынса хеҙмәт урынына пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә ......

Тотош уҡырға 2

Өфө студенттарына яһалма интеллект ярҙамында видео һәм музыка эшләү серҙәрен астылар

Өфө студенттарына яһалма интеллект ярҙамында видео һәм музыка эшләү серҙәрен астылар 19.11.2026 // Йәмғиәт

Өфө студенттарына яһалма интеллект ярҙамында видео һәм музыка эшләү серҙәрен астылар...

Тотош уҡырға 2

Өфө моделдәре Көньяҡ Кореяла Face of Asia – 2026 конкурсында ҡатнаша

Өфө моделдәре Көньяҡ Кореяла Face of Asia – 2026 конкурсында ҡатнаша 19.11.2026 // Йәмғиәт

10-25 ноябрҙә Көньяҡ Кореяла Face of Asia – 2026 халыҡ-ара моделдәр конкурсы үткәрелә. Проектта ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан районында автомобиль күпере ябылды
Республикала киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре вазифаһына конкурс иғлан ителде

Республикала киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре вазифаһына конкурс иғлан ителде 19.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре вазифаһына конкурс иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

«Халыҡҡа яҡын етәксе»: Хәйбулла районы халҡы Өфөнөң яңы мэрына рәхмәтле

«Халыҡҡа яҡын етәксе»: Хәйбулла районы халҡы Өфөнөң яңы мэрына рәхмәтле 18.11.2026 // Йәмғиәт

«Халыҡҡа яҡын етәксе»: Хәйбулла районы халҡы Өфөнөң яңы мэрына рәхмәтле...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә төп яңы йыл майҙансыҡтары 15 декабргә асыла

Өфөлә төп яңы йыл майҙансыҡтары 15 декабргә асыла 18.11.2026 // Йәмғиәт

Ҡала шулай уҡ республика етәкселегенең бойороҡтарын көтә....

Тотош уҡырға 2

Республикала ҡар яуыуға бәйле ике трасса ябылды

Республикала ҡар яуыуға бәйле ике трасса ябылды 18.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала ҡар яуыуға бәйле ике трасса ябылды...

Тотош уҡырға 3

Өфө мэрының яҡташтары уның Бөрйән районында ниндәй етәксе булыуы хаҡында һөйләне

Өфө мэрының яҡташтары уның Бөрйән районында ниндәй етәксе булыуы хаҡында һөйләне 18.11.2026 // Йәмғиәт

Өфө мэрының яҡташтары уның Бөрйән районында ниндәй етәксе булыуы хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 9

Республикала иң яҡшы Ҡыш бабай һынына конкурс иғлан ителде

Республикала иң яҡшы Ҡыш бабай һынына конкурс иғлан ителде 18.11.2026 // Йәмғиәт

Конкурсҡа йомғаҡ иҫке Яңы йылда – 13 ғинуарҙа яһала....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә