Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һанлы телевидениеға күсеү – ул заман талабы”
Илебеҙҙә телевидение өр-яңы этапҡа аяҡ баҫа.

2019 йылдың ғинуарынан барлыҡ федераль каналдар һанлы тапшырыу алымына күсәсәк. Был башланғыс “2009–2018 йылдарға Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы нигеҙендә бойомға ашырыла. Әлеге яңылыҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһына ҡағыламы? Һанлы телевидениеның өҫтөнлөктәре, үҙенсәлектәре нимәлә? Уға күсеү өсөн ябай телетамашасы нимә эшләргә тейеш? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән республикабыҙҙың төп телеканалы – Башҡортостан юлдаш телевидениеһын, “Ҡурай”, “Тамыр” телеканалдарын, “Юлдаш”, “Ашҡаҙар”, “Спутник ФМ” радиостанцияларын берләштергән “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм ЗӘРӘФЕТДИНОВҡа мөрәжәғәт иттек.

– Рөстәм Ришат улы, иң тәүҙә гәзит уҡыусыларҙы һанлы телевидениеның үҙенсәлектәре, был башланғыстың асылы менән таныштырып үтәйек.
– Һанлы телевидение – ул заман талабы. Йыл аҙағына тиклем илебеҙҙең барлыҡ биләмәһе Рәсәй теле- һәм радиотапшырыуҙар селтәренең (РТРС) ике мультиплексы – РТРС-1 һәм РТРС-2 сигналы менән тәьмин ителергә тейеш. Һанлы телевидениены һайлаусылар абонент хаҡы түләмәйәсәк, йәғни тулыһынса бушлай 20 федераль каналды ҡарау һәм өс радиостанция тапшырыуҙарын тыңлау мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ошоға бәйле бөгөн тотош ил күләмендә һанлы телевидениеға күсеү буйынса киң даирәлә аңлатыу эше алып барыла. Әммә был әлеге алымда (аналогта) күрһәтеүҙең тулыһынса ябылыуын аңлатмай, бары тик дәүләт тарафынан уның өсөн субсидия бүлеү туҡтатыла. Шуға күрә һәр телеканал аналогта күрһәтеүҙе һаҡлау-һаҡламауҙы үҙе хәл итә һәм сығымдарҙы ҡаплай. Мәҫәлән, Беренсе канал, НТВ кеүек ҙур телекомпаниялар әлеге алымды һаҡлаясағы хаҡында белдерҙе. Был формат телевизор ҡараусыларҙың уға ихтыяжы бөткәнсә ғәмәлдә буласаҡ тип күҙаллана.

– Бөгөн ҙур ҡалалар халҡы ғына түгел, күпселек ауыл кешеләре лә кабель операторҙары хеҙмәтенән йәки юлдаш антенналарынан ҡуллана. Был үҙгәрештәр уларға ҡағыламы?
– Юҡ, ҡағылмай. Уларҙың оператор­ҙары әкренләп үҙҙәре “һанлы” күрһәтеүгә күсәсәк, ә абоненттарға бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй. Тик һанлы телевидениены һайлаусыларҙан айырмалы рәүештә улар кабель операторҙары хеҙмәте йәки юлдаш антенналары өсөн абонент хаҡы түләүҙе дауам итәсәк.

– Барыбыҙ ҙа яратып ҡараған Башҡорт­остан юлдаш телевиде­ние­һы­ның һанлы күрһәтеүгә күсмәйәсәге тура­һында хәбәрҙарбыҙ. Был уны ҡарай алыу мөмкинлеген сикләмә­йәсәкме?

– Эйе, үкенескә ҡаршы, төбәк телеканалдарының береһе лә Рәсәй теле- һәм радиотапшырыу селтәренең ике төп мультиплексына индерелмәне, шуға күрә улар, шул иҫәптән беҙҙең Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла, эшмәкәрлеген әлеге алымда дауам итәсәк. Бында күп нәмә төбәк етәкселегенә, уның был мәсьәләгә ҡарашына, ярҙамына бәйле. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов шәхсән үҙе республиканың төп телеканалына киләсәктә лә төбәк бюджетынан аҡса бүленәсәге, уға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында белдерҙе. Йәғни һанлы күрһәтеүгә күсмәһәк тә, тамашасыларыбыҙ беҙҙе ҡарай аласаҡ.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуҙарын ҡарау өсөн универсаль антенна һатып алырға йәки һанлы ҡорамал урынлаштырған хәлдә лә метрлы диапазонда ҡабул иткән антеннаны һаҡларға кәрәк буласаҡ. Әгәр һанлы телевидение ҡарау мөмкинлеге булмаған ерҙә юлдаш антеннаһы ҡуйырға уйлаһағыҙ, операторҙар тәҡдим иткән пакетта беҙҙең канал бармы-юҡмы икәненә иғтибар итегеҙ.

– Аңлауыбыҙса, илебеҙҙә телевиде­ниеның өр-яңы этабы башланып тора, быны заман талабы тип әйтеп үттегеҙ. Ә шулай ҙа һанлы күрһәтеүҙең төп өҫтөнлөктәре нимәлә?
– Һанлы сигнал сифатына һауа торошо йоғонто яһамай. Бынан тыш, экрандағы сағылыштың, тауыштың күпкә сифат­лыраҡ, таҙараҡ булыуын, каналдар һанының күплеген һәм башҡа ыңғай яҡтарын билдәләп үтергә мөмкин. Тағы ла бер ҙур өҫтөнлөгө – һанлы телевидение иҡтисади йәһәттән отошло, сығымдар күпкә аҙыраҡ.

– Киләсәктә төбәк телеканалда­ры­ның уға күсеү мөмкинлеге ҡараламы?
– Был йүнәлештә әле үк эш алып барыла. Татарстан, Яҡут-Саха, Кавказ республикалары ла үҙҙәренең төп телеканалдарын һаҡлап ҡаласағы хаҡында белдерҙе. Яҡын киләсәктә уларҙы әлеге көндәге мультиплекстарҙың береһенә ҡушыу мөмкинлеге күҙаллана. Бәлки, төбәк телеканалдары өсөн айырым мультиплекс та булдырылыр. Ул саҡта инде Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ғына түгел, республика халҡы яратып ҡараған “Ҡурай”, “Тамыр” телеканалдары ла һанлы күрһәтеүгә күсә аласаҡ.

– Бөгөн интернет селтәрендә “һанлы телевидениеға күсеү менән элекке телевизорҙар күрһәтеүҙән туҡтаясаҡ, улар сығарып ташлауҙан башҡаға эшкинмәйәсәк” тигән һүҙҙәр йөрөй...

– Юҡ, был һис тә улай түгел. Әммә бында ниндәйҙер кимәлдә өйҙәге техниканың торошо роль уйнай. 2014 йылдан һуң етештерелгән заманса телевизоры булған кешеләргә дециметрлы диапазонлы антеннаға эйә булыу етә. Уның шәхси, коллектив, тышҡа йәки бүлмәгә ҡуйыла торған төрҙәренең барыһы ла ярай. Ә инде 2014 йылға тиклем сығарылған телевизор эйәләренә антенна һәм һанлы приставка алырға кәрәк. Приставка электроника магазиндарында һатыла, хаҡы яҡынса 700–2500 һум. Ошо шарттарҙы үтәп, телевизорығыҙҙы көйләһәгеҙ, 20 һанлы телеканал һәм, шуларға өҫтәп, беҙҙең Башҡортостан юлдаш теле­ви­дениеһын ҡарау мөмкинлегенә эйә буласаҡһығыҙ.

– Ябай кешеләргә был эш мәшәҡәтле булмаҫмы?
– Үрҙә әйтеп үтеүемсә, ил күләмендә күптән инде киң даирәлә аңлатыу эше алып барыла. Башҡортостанда һанлы эфир телеселтәре булдырыу менән Рәсәй теле- һәм радиотапшырыуҙар селтәре филиалы – “Башҡортостан Республикаһы радиотелетапшырыу үҙәге” шөғөлләнә. Бынан тыш, төбәк консультация ярҙамы үҙәге, тәүлек әйләнәһенә эшләгән бушлай федераль “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырылған.

Республикала һанлы телевидениеға күсеү буйынса махсус эшсе төркөм төҙөлгән. Уның составына Хөкүмәт, төбәк Башлығы Аппараты, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы вәкилдәре инә. Был мәсьәлә урындарҙа ҡала һәм район хакимиәттәре етәкселәре тарафынан даими контролдә тотола. Йыш бирелгән һорауҙарға яуап рәүешендә ҡулайламалар эшләп таратыла. Тиҙҙән беҙҙең Башҡортостан юлдаш телевидениеһында махсус роликтар күрһәтелә башлаясаҡ. Шулай уҡ үҙебеҙҙең “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны ла булдырыласаҡ. Ғөмүмән, һанлы күрһәтеүгә күсеү халыҡҡа артыҡ ҡатмарлы, мәшәҡәтле эш булмаҫ, һәр кем һорауҙарына ваҡытында тейешле яуап алыр, уларҙы бергәләп хәл итербеҙ, тип ышанам.

– Форсаттан файҙаланып, Башҡорт­остан телерадиокомпанияһы эшмәкәр­легенә ҡағылышлы яңылыҡтар менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине. Тамаша­сыларҙы ниндәй проекттар, яңы тапшырыуҙар көтә?

– Телеканал – ул йәнле организм кеүек, һәр саҡ үҙгәрештә, һәр саҡ хәрәкәттә. Шунһыҙ мөмкин дә түгел. Октябрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тыуған көнө айҡанлы яңы телевизион миҙгелгә старт бирҙек. Башланғыстарыбыҙҙың ҡайһы берҙәрен тамашасы хөкөмөнә сығарып өлгөрҙөк, бәғзеләре яҡын арала тәҡдим ителәсәк. Мәҫәлән, 1 октябрҙән башҡортсаға тәрже­мәләнгән сериалдар күрһәтә башланыҡ.

“Ҡурай” телеканалы аша тәҡдим ителгән башҡортса хоккейҙы ла тамашасы яратып ҡабул итте. Әлбиттә, был эш ҡатмарлы булды: спорт терминдарын тәржемәләү, тура эфирҙа саф башҡорт телендә һөйләй алырлыҡ комментаторҙар табыу һәм башҡалар. Әммә бөгөн беҙ башҡорт телендә хоккей артабан да күрһәтеләсәк тип ышаныс менән әйтә алабыҙ.

Башҡа яңылыҡтарға килгәндә, ҡайһы бер тапшырыуҙарҙы берләштереү, улар урынына яңыларын тәҡдим итеү, телевидениены яңы йөҙҙәр, яңы исемдәр менән байытыу күҙаллана. Шулай уҡ биҙәлеш йәһәтенән дә яңы төҫтәр, биҙәктәр барлыҡҡа киләсәк.

Дөйөмләштереп әйткәндә, “Башҡорт­остан” телерадиокомпанияһы даими үҫеш, үҙгәрештәр юлында. Әгәр беҙ бөгөн иле­беҙҙең төбәк телеканалдары араһында иң яҡшы өсәүҙең береһе һаналабыҙ, 40 миллиондан ашыу аудиторияға эйәбеҙ, Рәсәйҙең биш мең самаһы тораҡ пунктын­дағы кабель телевидениеһы пакетына ингәнбеҙ икән, тимәк, башҡарған хеҙмәте­беҙ, тырышлығыбыҙ, эҙләнеү­ҙәребеҙ юҡҡа түгел.

– Рөстәм Ришат улы, ихлас әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Яуаплы, тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Зәңгәр экрандар аша халыҡты мөмкин тиклем күберәк һөйөнөслө яңылыҡтар менән ҡыуандырып, йөкмәткеле тапшырыу­ҙарығыҙ менән тамашасыларға ғәм, сәм, рух өләшеп эшләргә яҙһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872