Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сочи Олимпиадаға әҙерме?
Сочи Олимпиадаға әҙерме?2014 йылда үтәсәк Олимпия уйындарының баш ҡалаһы Сочи беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршыланы. Күктә болот әҫәре юҡ, әйтерһең дә, июль айы – ҡояш нурҙарын йәлләмәй һибә лә һибә. Самолет аэропортҡа төшә башлағанда уҡ офоҡтан түбәләре ағарып ятҡан бейек тауҙар күҙгә ташланды.
Ә аҫта диңгеҙ – иге-сиге булмаған, офоҡтарғаса йәйрәп ятҡан зәңгәрһыу диңгеҙ...

Уй-фекерҙәр, борсолоуҙар менән уртаҡлашыу майҙаны


Сочиға килеүебеҙҙең төп маҡсаты, әлбиттә, диңгеҙ буйында ял итеү түгел ине. Хәйер, апрелдә бында диңгеҙ һыуында ҡойонормон тимә. Көндөҙгө эҫе июль айын хәтерләтһә лә, барыбер һыуығыраҡ. Республикабыҙҙың “Кызыл таң” гәзите хәбәрсеһе Айҙар Зәкиевтең, “Башинформ”дан Дмитрий Слезиндың һәм минең, “Башҡортостан” гәзите вәкиленең, бында юлланыуының төп сәбәбе ошо ҡалала үтәсәк Бөтөн Рәсәй спорт журналистарының форумында ҡатнашыу һәм Олимпиадаға әҙерлек менән танышыу ине. Был сараны “РИА Новости” медиа холдингы менән “Р-Спорт” спорт яңылыҡтары агентлығы Рәсәйҙең Олимпия комитеты ярҙамында ойошторҙо. Өс көн дауамында илебеҙҙең төрлө төбәгенән йыйылған 170-тән ашыу журналист Олимпиадаға әҙерлек менән танышты, үҙ-ара фекер алышты, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Ни генә тиһәң дә, бөгөн бөтөн Рәсәй 2014 йылда үтәсәк донъя кимәлендәге ҙур спорт байрамын түҙемһеҙлек менән көтә. Шуға күрә төбәк баҫмаларына ла Олимпия яңылыҡтарын дөрөҫ күрһәтеү һәм уларҙы халыҡҡа еткереүҙең өр-яңы технологик үҙенсәлектәре менән танышыу зарур.
“Бөгөнгөбөҙҙө сифатлы һәм ваҡытында еткерелгән спорт яңылыҡтарынан тыш күҙ алдына килтереп булмай. Олимпиада алдынан был форум-семинар бында ҡатнашҡан барлыҡ журналистар өсөн дә әһәмиәтле, сөнки ул заман журналистикаһының кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итә”, – тип белдергәйне “РИА-Новости”ҙың башҡарма директоры Дмитрий Тугарин.
Форумға Рәсәйҙең Олимпия комитеты рәйесе президенты Александр Жуков та килгәйне.
– Тап һеҙҙең мәҡәләләр менән һүрәтләмәләр аша илебеҙ халҡы ярыштар нисек үтә, унда кемдәр ҡатнаша, ниндәй еңеүҙәргә өлгәшә – ошолар һәм башҡалар тураһында ваҡытында белеп-ишетеп торасаҡ. Һеҙҙең баһалар оҙаҡ йылдарға хәтерҙә ҡаласаҡ. Ысынлап та, бөгөн Рәсәйҙә спортҡа һәм уны яҡтыртыусы Сочи Олимпиадаға әҙерме?журналистарҙың хеҙмәтенә ҙур иғтибар бүленә. “РИА-Новости”ҙың бөтөн ил журналистары өсөн ошондай ҙур сараны үткәреү буйынса яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуҙан ҡурҡмауы – яҡшы күренеш. Форумда алынған мәғлүмәттең һеҙҙең өсөн бары тик файҙаға ғына булырына икеләнмәйем, – тине ул сәләмләү һүҙендә. Ысынлап та, “РИА-Новости” – Сочиҙа үтәсәк Олимпиаданы яҡтыртыу һәм унан фоторепортаж алып барыу хоҡуғына эйә берҙән-бер милли агентлыҡ, Александр Жуков та быны һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бөгөн унда 1500 хеҙмәткәр эшләй (шуларҙың 600-ө журналист, 30-ы спорт темаһын яҡтырта), көнөнә 16 телдә 1200 самаһы яңылыҡ баҫтырыла. Ә сайтына инеүселәрҙең һаны ғына көнөнә бер миллион кешенән ашып китә! Был тиклем “ҡунаҡтар” тураһында беҙгә, төбәк баҫмаларына, хыялланырға ғына ҡала әле...
Александр Жуков шулай уҡ Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты Жак Рогге ебәргән сәләмләү һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе. Етәксе был форум Олимпиада кеүек мөһим сара алдынан Рәсәйҙең спорт темаһына яҙыусы журналистарына халыҡ-ара кимәлдә абруйын үҫтерергә һәм исемен нығытырға ярҙам итәсәк тигән фекерҙә.
Әлбиттә, был форум рәсми сара булараҡ ҡына үтһә, унан әллә ни фәтүә көтөүе ауыр. Ул иң тәүҙә журналистарҙы борсоған көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу майҙанына әүерелергә тейеш ине. Быны “РИА-Новости”ҙың баш мөхәррире урынбаҫары Максим Филимонов та билдәләне. Ул журналистарҙы үҙҙәренең уй-фекерҙәре, шик-борсолоуҙары менән уртаҡлашырға саҡырҙы.

Сочи Олимпиадаға әҙерме?Йәш быуын өсөн өлгө

Форумда Сочиҙың Паралимпия уйындарына әҙерлеген күрһәтеүгә лә ҙур иғтибар бүленгәйне. Ни тиһәң дә, Рәсәйҙә инвалидтарҙың дөйөм һаны халыҡтың 20 проценты самаһын тәшкил итә. Тимәк, уларҙың да мәнфәғәте башҡаларҙыҡы менән бер кимәлдә яҡланырға тейеш. Был йәһәттән 2014 йылғы Олимпиаданың баш ҡалаһында ярайһы уҡ эштәр башҡарыла икән. Мәҫәлән, әле Сочиҙың 503 объекты инвалидтар өсөн ҡулайлаштырылған. Киләсәктә уларҙың һаны артасаҡ. Тимәк, һәр кем бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ Олимпиадаға барып, ундағы сараларҙы күреү мөмкинлеге аласаҡ. Теләк кенә булһын!
Олимпиада һәм Паралимпия уйындарына әҙерлек менән беҙҙе Сочи-2014-тең вәкиле, алты тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Сергей Шилов менән саңғыла уҙыш һәм биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры Ирина Громова таныштырҙы. Олимпиадаға инәсәк спорт төрҙәре, әлеге көнгә тиклем еңеү яулаған, киләсәктә ил намыҫын яҡлаясаҡ спортсылар тураһында ентекле һөйләне улар. Нисек кенә булмаһын, бөгөнгө һәм иртәгәге чемпиондарға тиңләшеп, шуларҙан өлгө алып үҫә йәш быуын. Бөтөн Рәсәй халҡы Олимпиада алдынан уларға ҙур өмөт бағлай, яңы еңеүҙәр көтә. Бигерәк тә Паралимпия уйындарында ҡатнашыусылар – ябай халыҡ өсөн генә түгел, хатта һау-сәләмәт спортсылар, шулай уҡ был тормошта ниндәйҙер маҡсат ҡуйып йәшәгән барыһы өсөн дә тиңләшеү өлгөһө. Мәҫәлән, Ванкуверҙа үткән уйындарҙа беҙҙең һау-сәләмәт спортсыларыбыҙ әллә ни уңыштары менән ҡыуандыра алмағанда, Ирек Зарипов, Кирилл Михайлов кеүек паралимпиясыларыбыҙ, яңынан-яңы еңеүҙәр яулап, халыҡҡа ҙур ҡыуаныс бүләк итте.
Александр Жуков Олимпия комитетының халыҡ араһында спортты һәм физик культураны пропагандалау буйынса эшмәкәрлеге тураһында ла һөйләне.
– Беҙ ил буйынса Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында меңәрләгән дәрес үткәрҙек. Олимпия чемпиондары мәктәптәргә килеп уҡыусыларға үҙҙәре шөғөлләнгән спорт төрө, уның үҙенсәлектәре, Олимпия хәрәкәтенең тарихы тураһында бәйән итте. Әлбиттә, былар һәр кемде ҡыҙыҡһындырырлыҡ ине. Мин үҙем дә ошондай тиҫтәгә яҡын дәрестә ҡатнаштым һәм уларҙың бала күңелендә ниндәй ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Ысынлап та, бындай осрашыуҙарҙан һуң бик күптәрҙең спортҡа мөнәсәбәте үҙгәрә, улар спортсыларҙы таный башлай, йыш ҡына үҙенә кумир итеп ала, – тине ул форумда ҡатнашыусы журналистарға.

Сочи-2014 ниндәй булыр?


Сочи – көнбайыш Кавказда Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан курорт-ҡала. Уға 1838 йылдың 21 апрелендә нигеҙ һалынған тип иҫәпләнә. Бөгөн ул — Рәсәй халҡының иң яратҡан ял һәм дауаланыу урыны. Айырыуса үткән быуаттың башында шифаханалар һәм курорттар бында күпләп төҙөлә. Мәҫәлән, 1934 — 1939 йылдарҙа ғына 19 яңы шифахана барлыҡҡа килгән.
Сочи Ҡара диңгеҙ буйлап 145 километрға һуҙылған. Рәсәйҙең иң ҡояшлы урындарының береһе булараҡ, бында курорт миҙгеле йыл әйләнәһенә 200 көн тирәһе дауам итә. Йәй һауа температураһы уртаса 25 — 28, диңгеҙҙә 22 — 25 градус йылы.
Диңгеҙ буйында урынлашһа ла, хәҙер Сочиҙа тау саңғыһы спорты менән дә шөғөлләнергә мөмкин. Уның өсөн декабрь — май айҙарында Красная Поляна курортында бөтөн мөмкинлектәр булдырылған.
Әйткәндәй, Сочи – тәбиғи ҡурсаулыҡ биләмәһендә урынлашҡан Рәсәйҙәге берҙән-бер курорт. Ул дәүләт тәбиғәт милли паркы менән Кавказ дәүләт биосфера ҡурсаулығы сиктәрендә урын алған. Һуңғы йылдарҙа бында бихисап санаторий һәм пансионат сафҡа индерелгән.
Билдәле булыуынса, Халыҡ-ара олимпия комитетының Гватемалала үткәрелгән 119-сы сессияһы ултырышында Сочи 2014 йылғы ҡышҡы Олимпиаданың баш ҡалаһы тип иғлан ителгәйне. Бөгөн уйындар үткәреү өсөн бында йәмғеһе 200 меңдән ашыу кешене һыйҙырған 11 спорт объекты төҙөлә. Улар ҡаланың диңгеҙ яры буйында һәм таулы өлөшөндә урынлашасаҡ.
Диңгеҙ буйындағы төп объект Олимпия паркы буласаҡ. Унда бөтөн спорт һәм инфраструктура объекттары, парк зонаһы урынлашасаҡ. “Олимпстрой” вәкиле Алиса Симоньян әйтеүенсә, ул бер юлы үҙенә 70 меңдән ашыу кешене ҡабул итә аласаҡ. Әйткәндәй, ҡышҡы Олимпия уйындары тарихында беренсе тапҡыр бөтөн боҙ һарайҙары бер-береһенә бик яҡын урынлашасаҡ.
Ҡаланың таулы өлөшөндә биатлон һәм саңғы ярыштары комплекстары, сана һәм бобслей трассалары, тау саңғыһы үҙәге, трамплиндар комплексы, сноуборд паркы менән фристайл үҙәге буласаҡ. Бынан диңгеҙ буйындағы спорт объекттарына килеп етеү өсөн яңы тимер юлынан ни бары ярты сәғәт самаһы ваҡыт талап ителәсәк. Һәр кластерҙа Рәсәйҙең бөтөн төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар өсөн Олимпия ауылдары урынлашасаҡ.
Ҡыҫҡаһы, Cочи ҙур сараға әҙерләнә. Ҡайҙа ҡарама, төҙөлөш бара: яңынан-яңы юлдар һалына, йорттар ҡалҡып сыға. Элегерәк ҡалала еңелсә генә кейенгән ял итеүселәр йышыраҡ күренһә, хәҙер туҙанға батып йөрөгән эшселәрҙең күплеге күҙгә ташлана. Төҙөлөш эштәренең киң ҡолас алыуы һөҙөмтәһендә юлда һәр саҡ тығындар. “Сочи Олимпиаданы тулы әҙерлектә ҡаршыларға йыйына”, – тине шаяртып юлсыларҙың береһе. Ысынлап та, ҡайһы саҡ Олимпиада Сочи ҡалаһын төҙөкләндереү өсөн кәрәк булдымы икән тигән шик тә тыуып ҡуя.
Ҡала хакимиәте башлығы Анатолий Пахомовтың брифингы был фекеребеҙҙе раҫланы ғына. Ул һис берәүҙән йәшермәй асыҡтан-асыҡ былай тине: “2014 йылғы Олимпиада спортты ғына үҫтереп ҡалмаясаҡ, ул шулай уҡ ҡаланың йылдан-йыл йыйылып килгән киҫкен мәсьәләләрен дә хәл итә. Бөгөн беҙҙә йорттар, дауаханалар төҙөкләндерелә һәм яңылары төҙөлә, юлдар, газ торбалары һалына. Ҡаланы заманса, күркәмерәк итеү өсөн бөтөн көсөбөҙҙө һалабыҙ”, – тине башлыҡ. Мәҫәлән, ҡалала өр-яңы һигеҙ юл айырсаһы сафҡа индерелә. Шулай уҡ тиҙҙән “Адлер әйләнеше” лә асыласаҡ – был иһә юлдарҙа беҙ шаһит булған тығындарҙы кәметеүгә булышлыҡ итәсәк. Ғөмүмән, ҡала башлығының әйтеүенсә, төҙөлөштәрҙең байтағы Олимпиада башланырҙан күпкә алдан тамамланасаҡ, тимәк, халыҡ оҙаҡламай халыҡ-ара спорт байрамының файҙаһын татый ҙа башлаясаҡ. “Олимпстрой” барлыҡ төҙөлөш эштәрен дә 2012 йылдың аҙағына тамамлаясаҡ, бары Үҙәк стадион ғына (бында Олимпиаданы асыу һәм ябыу тантанаһы, шулай уҡ 2018 йылда футбол буйынса донъя чемпионаты үтәсәк тип көтөлә) киләһе йылда ҡулланыуға тапшырыласаҡ. Бер кемгә лә сер түгел, әлегә Сочи йылы ваҡытта ғына курорт булараҡ халыҡты үҙенә йәлеп итә, ә 2014 йылдан бында йыл әйләнәһенә курорт буласаҡ, тип белдерҙе ҡала башлығы.
Ҡунаҡтар Рәсәй Халыҡ-ара олимпия университеты менән дә таныша алды. Уның генераль директоры Лев Белоусовтың белдереүенсә, донъяла башҡа бер илдә лә бындай уҡыу йорто юҡ. Университет 2011 йылдан квалификацияны камиллаштырыу буйынса махсус курстар үткәрһә, 2013 йылдан спорт менеджерҙарын әҙерләй башлаясаҡ. Уҡыу йортонда теләгән һәр кемдең спорт объекттарына идара итеү, күмәк саралар ойоштороу йүнәлешендә икенсе юғары белемгә эйә булыу мөмкинлеге бар. Әлбиттә, унда белем алыу хаҡы Европа илдәрендәге юғары уҡыу йорттарынан кәм булмаясаҡ. Журналистарға университет ҡаласығында барған төҙөлөштәр менән танышыу форсаты ла сыҡты.
(Аҙағы бар).
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН
Өфө — Сочи — Өфө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай 22.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда популяр курортҡа автобустар йөрөй башлай...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды 22.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан вуздарына бюджет урындары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районындағы табип амбулаторияһының эшен күрһәтте
Республикала Курбатовтарҙың ишле ғаиләһендә алтынсы сабый тыуған
Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы

Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эвересты яуланы 21.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ донъяның иң бейек түбәһенә флаг ҡаҙаған һәм «ҡолағандан һуң тормош бөтә тип уйлағандар ......

Тотош уҡырға 3

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды

«Шүлгәнташ» музейы Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды 21.05.2026 // Йәмғиәт

«Шүлгәнташ» «Милли ҡаҙаныш» номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 4

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға 21.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ҡайҙа ҡорбан салырға...

Тотош уҡырға 3

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы күперендә хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде 21.05.2026 // Йәмғиәт

Төбәктә 2022 йылдан алып 269 километр инженер селтәрҙәре файҙаланыуға тапшырылған....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған 21.05.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта Байсыуаҡовтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған...

Тотош уҡырға 2

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә

Май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанға ямғырҙар килә 21.05.2026 // Йәмғиәт

Гисметео мәғлүмәттәренә ярашлы, май аҙағында һәм июнь башында Башҡортостанда тотороҡһоҙ һауа торошо ......

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне 20.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә