Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уйландырыр, хәтерҙе яңыртыр ғәмәл
Ололарҙың һүҙенә ҡарағанда, Ибраһим ауылы зыяраты үткән быуат башында уҡ барлыҡҡа килгән. Уның йөҙ йылдан ашыу тороуына ҡәберҙәрҙең күплеге генә түгел, әле генә япраҡҡа төрөнгән ҡайындарҙың ҡартлығына ҡарап та самалап була. Ни хәл итәһең, унда һирәкләп
булһа ла ҡара тупраҡ өйөмдәре өҫтәлә бара...
Яҙҙың ҡап уртаһында, ер өҫтө тәүге наҙлы сәскәләр менән ҡаплана башлаған мәлдә ибраһимдар зыярат янына дәррәү йыйылды. Быға ауылда тыуып үҫеп, сит тарафтарға таралышҡан яҡташтарҙы матбуғат аша ҙур өмәгә саҡырыу ҙа булышлыҡ иткәндер. Мәхәллә рәйесе Әнүәр Садиҡовтың барыһынан да алда килеүе тәбиғи. Һүҙ ыңғайы ғына әйтеп китәйем: Әнүәр Яҡуп улының алһыҙ-ялһыҙ тырышлығы арҡаһында былтыр мәсетле булдыҡ. Йылға яҡын инде ауылыбыҙ аҙан моңона уяна, аҙан моңо менән хәйерле төнгә инә. Әнүәрҙең атаһы Яҡуп атлы уҙаман өс һуғыш юлы үткән: йәш кенә килеш Урта Азия тарафтарына баҫмасыларға ҡаршы ебәрелгән, фин һуғышында алышҡан, унан Бөйөк Ватан һуғышына генерал Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт атлы дивизияһы менән бергә киткән, ҡаты яраланып, йылдан ашыу дауаланғас һуғыштан һуң ғына ауылына ҡайтып төшкән. Бөгөн ауылыбыҙҙың “Яҡуп” мәсете яугирҙең иҫтәлеге булып балҡып ултыра.
Ауылдаштары менән сәләмләшкәндән һуң мәхәллә рәйесе зыяратты тәртиптә тотоуҙың тәрбиәүи яҡтарын әйтеп үтте, фани донъяны ҡалдырған атай-әсәйҙәргә, туғандарға күрһәтелгән берҙән-бер изге ғәмәлдең асылын аңлатты, зыяратҡа ингәндә уҡыла торған доғаны иҫкә төшөрҙө. Кемгәлер кәрәге тейер, тип уны ҡабатлап китәйек: “Әс-сәләмү ғәләйкүм әһләд-дийәри минәл-мүьминин. Үә иннә ин шә Аллаһү бикүм ләхиҡун. Әсьәлүл-лаһә ләнә үә ләкүмүл — ғәфиәһ”. Әруахтарҙы ризалатыу йөҙөнән “Әл-Фәтиха” сүрәһенән башлап, “Йәсин”, унан “Тәбараҡ” уҡылды, бында йыйылған һәммәбеҙгә Ҡөрьән һүҙҙәре еткерелде. “Аллаһ, — ти Ҡөрьән, — һеҙҙе юҡтан бар итеп яралтты... Унан сабыйлыҡтан сығарып, көс бирә лә, ҡайһы берәүҙәрегеҙҙе ҡартлыҡ ҡорона еткерә, ҡайһы берәүҙәрегеҙ был фани донъянан иртәрәк китә. Быны Аллаһ бәндәләр үҙенә бирелгән ғүмерҙе йәшәй белеп үткәрһен өсөн шулай эшләй”.
Ибраһим зыяраты үҙ ҡуйынына бик күптәрҙе һыйындырған. Шулай ҙа бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир, ғалим, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың ҡәберенә килеп, иң элек уға баш эйеүемде берәү ҙә ғәйепләмәҫ. Зыяраттың ҡиблаға ҡараған өлөшөнә һыйынған изге урынды ауыл мәктәбе (директоры Ләйсән Хәмзина) уҡыусылары йыл да тәрбиәләп, ҡороған сәскәләрен яңыһы менән алыштырып тора. Быйыл да яҙ башынан уҡ балалар ҡәбер өҫтөн таҙартып, тырматып ҡуйған. Ә мин ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған ташбилгегә ҡарап, күренекле шағир Абдулхаҡ Игебаевтың:
Уның бай ижады хисте ялмай
Зауыҡтырғыс яҙғы сыуаҡтай.
Милли әҙәбиәттең, мәҙәниәттең
Мөхәббәтле пәйғәмбәрелер ул
Беҙҙең Мөхәммәтсәлим олатай, —
тигән юлдарын эстән генә ҡабатлап алдым.
Өмәгә иң иртә килеп, имам-хатиптың аяттарын тыңлағандан һуң күңел түрендәге һөйөүен, ҙурлауын, хәтерләүен ҡан-ҡәрҙәштәремә еткерергә ашығыусыларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ. Мәҙейәр Мирхәйҙәров ағай ҡатыны Менәүәрәнең, улы Илгиздең фотоһүрәте алдында тын ҡалған. Улы Фәнүр сәскә төптәрен йомшарта. Өфөлә йәшәүсе, ошо ауыл кейәүе Әсғәт Вәлинуров ҡайныһы Хәбибулла Хисамовтың, ҡайнағаһы Рәйестең, балдыҙы Минираның, ҡатыны яҡлап өләсәһе Ғәйникамалдың, ике туған ҡәрҙәштәре Фәнил менән Сәлимдең һуңғы төйәген һис ауырһынмай таҙартып йөрөй. Хәбирә менән Миҙхәт Хәсәновтар әле булһа күҙ йәштәрен тыя алмай. Ошо ҡыш иллеһе саҡ тулған ҡыҙҙары Рәмилә ҡаты ауырыуҙан аяҡҡа баҫа алмаған. Уға йөҙ ҙә бер йәшендә вафат булған өләсәһе Миңлесрур янынан урын бирелгән. Рауил Динисламов әсәһе Сәхибә, ҡатыны Рәмилә, ағаһы Насретдин, сабый ғына килеш вафат булған улы Ғабдулланың гүрҙәрен барлағанда кисергән тойғолары еңелдән булмағандыр. Зәки Мирхәйҙәровтың күңелендә улдары Закир, Фәйез, Зәбир, килене Әнисәнең бит-йөҙҙәре сағылып-сағылып киткәндер. Хәмит Ғәлиуллин атаһына, заманының алдынғы комбайнсыһы, Октябрь Революцияһы ордены менән бүләкләнгән Хәлиуллаға, әсәһе Асияға, ҡустылары Хәйҙәр менән Хәләфкә һағынышлы туғанлыҡ хистәрен белгертеп, ошонда уҡ Ҡөрьән сығартты. Ниндәйҙер бер мәлдә бюст ҡуйылған яҡындағы ҡәбергә күҙем төштө. Эске һиҙемләүем белгертте, ахырыһы. Был ҡәбер эйәһенән яңғыҙлыҡ хисе һирпелгәндәй тойолдо. Йөрәгем өшөп: “Был кем?” — тип һорамай булдыра алманым. “Данлыҡлы сөгөлдөр үҫтереүсе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Фәрит Садиҡов, — тине Хәмит. — Балалары булманы шул...” Йөҙөмдә йәлләү тойғоһо сағылғанғамы... “Борсолмағыҙ, апай, ҡәберен йылдағыса үҙем ипкә килтерермен”, — тип өҫтәп ҡуйҙы.
Күмәк эштең һөҙөмтәһе тиҙ күренә. Өйөм-өйөм сүп-сарҙы Иршат Әхмәҙиев, Илшат Баязитов, Рәйес Мөхәмәтйәров, Фәнзил Мирхәйҙәров атлы ир-егеттәр трактор арбаһына тейәп торҙо, Ғәзимйән Ибраһимов үҙ тракторында уларҙы сүплеккә ташыны...
Үҙенсәлекле өмә тураһында төпсөрләп яҙыуымдың сәбәбе шул: бергәләп зыярат ҡылыу туғандарҙы яҡынлаштыра, ер аҫтынан мәңге ҡайтмаҫ ҡәрҙәштәреңде иҫкә алыу менән бергә ауыл тарихында үҙеңдән һуң һағынып һөйләрлек яҡты эҙ ҡалдырыу зарурлығын ҡабат-ҡабат зиһенгә еткерә.
Фәүзиә ЛАТИПОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Ибраһим ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә