Милли мәнфәғәттәрҙе яҡлаған каналдың маҡсаттары яҡты.
Бөгөн халыҡҡа мәғлүмәт төрлө яҡтан, төрлө сығанаҡтарҙан ағыла. Был осраҡта радио, телевидение, интернет ҡына түгел, ватсап кеүек бәйләнеште, социаль селтәрҙәрҙе лә күҙ уңында тотоп әйтәм. Хатта телевидение тапшырыуҙары ғына ла йөҙмәсә-йөҙ каналдан килә. Шулар араһынан үҙ каналыңды һайлап алыуы ла еңел түгел. Тик шуныһы бар: беҙ — милли республикала йәшәгән төп халыҡ. Шуға күрә башҡа телдәрҙәге тапшырыуҙарға ҡарағанда үҙ туған телебеҙҙә, башҡортса эфирға сыҡҡандарҙы көтөп алабыҙ. Бигерәк тә тарихҡа, үткәндәр менән бөгөнгөнө бәйләп, анализ яһалған, шәхестәр аша замана йөҙөн сағылдырғандарға ихтыяж ҙур.
“Башҡортостан 24” каналы яңыраҡ булдырылды. Хәйер, ул, замана талабы булып, үҙенән-үҙе федераль канал эсендә Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә халыҡ хөкөмөнә сыҡты. Ҡыҙыҡлы әңгәмәләр, үҙенсәлекле тапшырыуҙары менән был канал телевизор ҡараусылар араһында киң популярлыҡ яулай бара. Был аңлашыла ла: унда милли программаларҙы телевидение нескәлектәрен белгән генә түгел, халҡыбыҙҙың асылын ауылдарында, ҡалаларҙа күреп үҫкән ҡыҙҙар һәм егеттәр әҙерләй. Канал менән яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсатынан һүҙҙе уның етәксеһе Рәмзит АБУЛӘЕВкә бирәйек.
Рәмзит АБУЛӘЕВ:
– “Башҡортостан 24” – бөгөн башҡорт телендә иң сифатлы һүрәтле, юғары кимәлдәге тапшырыуҙар әҙерләгән канал, тип әйтер инем. Үҙ коллективым булғанға түгел, эшләй белгәндәре өсөн маҡтап әйтәм. Йәнә лә беҙҙәге һымаҡ юғары сифатлы һүрәттәр, иҫ китмәле асыҡ, төшөргән сюжеттарҙың бар нескәлектәрен картинкала сағылдыра алған бер канал да юҡ, тип әйтер инем хатта, сөнки Full HD форматында эшләйбеҙ. Йәғни, һүрәттәр ап-асыҡ күренеп тора. Социаль селтәрҙәргә күсергәндә лә сифат кәмемәй. Был форматта бары тик федераль каналдар ғына эшләй, төбәгебеҙҙә иһә бары тик беҙ тапшырыуҙарыбыҙҙы ошо ысул менән эфирға сығарабыҙ. Шуға күрә мин тулы ышаныс менән, “Башҡортостан 24” каналының киләсәге ҙур, тип әйтә алам. Башҡорт телендә, туған телебеҙҙә, республиканың дәүләт телендә һөйләгән ошо канал булдырылған икән, ул халыҡты юғары сифатлы тапшырыуҙары менән йәлеп итергә тейеш. Журналистар эҙләнә, ҡыҙыҡлы фекерҙәр, идеялар менән яна. Беҙ үҙебеҙҙең эфир ваҡытында телебеҙҙе һаҡлау, уның бар мөмкинлектәрен файҙаланыу өсөн барыһын да эшләргә бурыслы. Был йәһәттән бөтә шарттар ҙа булдырылған, хеҙмәтебеҙҙе тағы ла киңерәк йәйелдереп ебәреү мөһим. Ә беҙ шулайтабыҙ ҙа. Коллективта башҡорт милләте, уның бөгөнгөһө, киләсәге тип янып торған рухлы ҡыҙҙар һәм егеттәр эшләй.
Йәнә беҙҙең каналды телевизор аша ғына түгел, телефондан да ҡарап, тыңлап була. Беҙ тапшырыуҙарыбыҙҙы халыҡҡа һәр төрлө заманса юлдар аша алып сығабыҙ.
Эйе, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы эсендә бик күп тапшырыуҙар, каналдар бар. Улар элегерәк һәр береһе айырым ойошторола ине, ә хәҙер, “Башҡортостан 24” ойошторолғас, тапшырыуҙар бер ергә тупланды. Был дөйөм эш өсөн уңайлы. Башҡортса тапшырыуҙар өсөн айырым контент булдырылды һәм “Хәбәрҙәр”, “Аҙна яңылыҡтары”, “Музхәбәр” эфирға яңырып сыға башланы. Йәнә телевизор ҡараусылар өсөн “Ретро-плюс” тигән өр-яңы проект әҙерләйбеҙ. Мәҫәлән, “Ҡыҙыл паша” спектаклен төшөргән саҡта ниҙәр килеп сыҡҡан, артистар тормошондағы хәлдәр, үҙенсәлекле хәтирәләр буласаҡ унда. Халыҡҡа бит тамаша үҙе генә түгел, авторҙарҙың, артистарҙың ул саҡтағы кәйеф торошо ла ҡыҙыҡлы. Хатта ул ваҡыттағы кейемдәр, аралашыу манераһы, шул саҡтағы ҡиммәттәр... Хәйер, тапшырыуҙы ҡарағас, моғайын, халыҡ үҙ фекерен әйтер. “Ретро-плюс”ты диктор Флүрә Мурзина алып барасаҡ.
Мәҙәниәт яңылыҡтары айырым биреләсәк. Һәр журналистың үҙенең ижади мөмкинлеген асыу өсөн бар шарттар ҙа бар. Шуға күрә тиҙ арала каналдың йөҙөн билдәләрлек тапшырыуҙар әҙерләп, эфирға бирә башланыҡ. Элеккесә оҙаҡ план ҡороп, уны раҫлатып, эшләргәме-юҡмы тип икеләнмәйбеҙ, киреһенсә, идеялар шунда уҡ тормошҡа ашырыла бара. “Ҡош юлы” тапшырыуы әҙәбиәт донъяһына арнала.
“Башҡортостан 24” – ул тулы ҡанлы, үҙаллы, үҙебеҙҙең мәнфәғәттәрҙе сағылдырған канал. Республика Башлығы ла сығышында, беҙҙең мөмкинлектәрҙе юғары баһалап, уңышлы проект тип атап, киләсәктә мультиплекстың 21-се кнопкаһына индереүҙе хәстәрләргә кәрәк, тине. Был — беҙгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәгән баһа.
“Башҡортостан” телерадиокомпанияһында милли тапшырыуҙар бүлеге бар. Уға билдәле журналист Уйылдан Ғәлин етәкселек итә. Әңгәмәбеҙ тап башҡортса тапшырыуҙар хаҡында.
– Үҙең етәкселек иткән бүлек менән таныштырыуҙы ойоштороу эштәренән башлаһаҡ ине, Уйылдан?
– “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы һуңғы биш-алты йыл эсендә ҙур үҙгәрештәр кисереп, алға атланы тиһәк, моғайын, хата булмаҫ. Яңы йүнәлештәр, алымдар, технологиялар ҡулланып эшләү һөҙөмтәһендә каналдың йөҙө үҙгәрҙе, ул халыҡ өсөн яңы мөмкинлектәр асты. “Башҡортостан 24” каналының барлыҡҡа килеүе үҙе үк ҙур ваҡиға булды.
Быға тиклем башҡорт телендә сыҡҡан тапшырыуҙарҙың һаны аҙнаһына өс сәғәт кенә ине. Торараҡ каналдың директоры Азамат Сәлихов, Мәскәүҙәге генераль етәкселек менән бәйләнешкә инеп, башҡорт телендәге тапшырыуҙарҙы арттырыуға өлгәште.
Беҙ – милли республикала эшләгән канал. Төбәгебеҙҙә дәүләт теле икәү. Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһында башҡортса тапшырыуҙарҙың үҙ урыны булырға тейеш кенә түгел, киң булыуы мөһим икәнен иҫәпкә алып эшләнде был. Башта идея, ниәт булып йөрөгән маҡсаттарҙы етәкселеккә белдергәс, хуплау таптыҡ. Ситтән кешеләр йәлеп итмәнек, компания эсендәге коллектив төрлө йүнәлештә, төрлө эфир ваҡытында ең һыҙғанып эшкә тотондо. Башҡорт телендәге телевидение тапшырыуҙарының сифатын күтәреү, һанын арттырыу өсөн радиолағы коллегаларыбыҙҙы ла йәлеп иттек. Изге маҡсатта дөйөм команда булып тупландыҡ. Шул уҡ кешеләр, әммә эш күләме артты, ҡыҙыҡлы фекерҙәр күбәйҙе.
Тәүҙә рейтингты күтәреү өсөн эшләнек, йәғни беҙ булдыра алыуыбыҙҙы күрһәтергә тейеш инек. Маҡсаттар тиҙ арала тормошҡа аша башлағас, беҙ бит федераль канал, Мәскәүгә хаттар яҙҙыҡ. Эфир ваҡытын арттырыуҙы һорап.
– Рейтингты нисек күтәрҙегеҙ?
– Төп көс алып барыусылар иңенә төштө. Улар ҡыҙыҡлы темалар эҙләне, мауыҡтырғыс әңгәмәселәр менән эшләне, халыҡҡа ҡыҙыҡлы булған мәсьәләләрҙе күтәрергә тырышты. Һөҙөмтәлә беҙгә эфир ваҡытын арттырыу мөмкинлеге тыуҙы. Уны коллектив үҙе тыуҙырҙы, тиһәк тә, яңылыш булмаҫ.
Йәнә етәксебеҙ Азамат Рафаэль улы беҙгә һанлы камераға күсеү мөмкинлеген бирҙе. Хәҙер инде беҙ ошо форматта заманса эшмәкәрлек алып барабыҙ.
– Телевидениелағы мультиплекс тураһында ла әйтеп китһәң?
– Рәсәй Президенты Указына ярашлы, илдә мультиплекс булдырылды, йәғни 20 бушлай канал һәр өйҙә күрһәтеләсәк. Был төп маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанда ғына 216 вышка төҙөлдө. Рәсәй телерадиотапшырыуҙар селтәре һәр йортта төп каналдарҙы ҡарау мөмкинлеген тыуҙырыу өсөн эшләне быны. Беҙ тапшырыуҙарҙы әҙерләйбеҙ, ә улар бөтә Башҡортостанға юғары һанлы программаларҙы тарата. Әгәр беренсе мультиплексҡа ун канал инһә, икенсеһенә йәнә унау өҫтәлде. Бөгөн өсөнсөһөн булдырыу тураһында һүҙ бара, әгәр асылһа, унда БСТ ла инер тигән уй бар.
– Һеҙҙең каналда бөгөн башҡорт телендә нисә тапшырыу сыға?
– Беҙ башҡорт телендә юғары сифатлы тапшырыуҙар эшләп, эфир ваҡытын киңәйтеп булыуын тапшырыуҙарыбыҙ миҫалында иҫбатлай алғас, мөмкинлектәр артты, көн дә сыға алыу хоҡуғы бирелде. Элек шишәмбе, кесаҙна, йома эфир тулҡындарында булһаҡ, хәҙер инде халҡыбыҙға көн дә “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуы тәҡдим ителә. Федераль каналдың 128 филиалы бар, ә бына беҙҙәге һымаҡ милли эфир тағы Вайнахта, Югорияла ғына бар. Был беҙҙең өсөн, беренсенән, ҙур яуаплылыҡ менән яуланған үр булһа, икенсенән, эшләй алыуыбыҙҙың, коллективтың хеҙмәт кимәленең күрһәткесе лә.
Йәнә башҡортса реклама халыҡ араһында популяр түгел тигән ҡалыплашҡан фекерҙе емереп, ошо йүнәлештә лә үҫештек. Алып барыусылар ҙа, режиссерҙар ҙа, тауыш операторҙары ла – редакцияның һәр хеҙмәткәре халыҡҡа файҙалы, ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар эшләү өсөн бар көсөн һала. Заманса алымдар, бөгөн фәһемле күренештәр хаҡында һөйләгәс, шул хаҡта мәғлүмәт еткергәс, ысынлап та, телетапшырыуҙарҙы ҡараусылар һиҙелеп артты.
– Рекламаны нисек итеп эшләнегеҙ?
– Мәҫәлән, медицина препараттары икән, беҙ шул хаҡта киңәйтелгән мәғлүмәт бирәбеҙ, аңлатабыҙ. Үҙебеҙ ошо дарыу менән танышабыҙ һәм кешеләргә файҙаһы булһа ғына эфирҙа тәҡдим итәбеҙ. Нимәһе менән файҙалы, тигән һорау һәр саҡ иң алда тора. Хәҙер бит медицина препараттарын һатҡан шарлатандар ҙа күбәйҙе. Журналист, тапшырыуҙы әҙерләгән кеше өсөн ана шуны аңлау, төшөнөү ҙә мөһим. Үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияға өҫтөнлөк бирергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, ишембайҙарҙың боланут сәйен тәҡдим иттек. Беҙ улар менән бергә сәй етештерелгән урынға барып, уның бар нескәлектәренә төшөнөп, ниндәй ысул менән киптерелгәнен өйрәнеп, тапшырыу әҙерләнек. Улар тураһында реклама эшләнек, ә улар беҙҙең логотиптарҙы баҫа. Йәғни үҙебеҙҙең етештереүселәргә ярҙам да булырға тейеш. Хәҙер бит фәндә лә әйтелә: һәр кем тыуған ерендә үҫкән ризыҡты ҡулланырға тейеш. Үҙебеҙҙең эшҡыуарҙарҙы, үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарҙы күрһәтеү – ике яҡ өсөн дә файҙалы, халыҡҡа кәрәкле алым. Яңылышмаһам, компанияға былтыр ғына беҙҙең рекламаларҙан апаруҡ аҡса ингән. Улар – “Хәбәрҙәр”ҙә, “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуында сыҡҡан рекламанан килгән аҡса.
– Тапшырыуҙарҙың кимәле юғары тинең. Ул нисек билдәләнә?
– Беҙҙәге тапшырыуҙарҙың кимәле юғарылығын федераль конкурстарҙа лайыҡлы баһа алыуы күрһәтә. Мәҫәлән, уҙған йыл Волгоградта “Мәңгелек ут” конкурсына “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуының Бөйөк Ватан һуғышына арналған сығарылышы тәҡдим ителде. Ул сараның махсус бүләгенә лайыҡ булды. Оҙаҡламай режиссерыбыҙ Тобольск ҡалаһына юллана.
Беҙҙең башҡорт телендәге тапшырыуҙар илдә генә түгел, донъя кимәлендә юғары баһалана. Был – беҙҙең өсөн ҙур баһа, дәртләнеп эшләү өсөн ҡеүәт бирә торған күрһәткес. Тимәк, тапшырыуҙың профессиональ кимәле юғары булырға тейеш, ә ниндәй телдә әҙерләнеүе ул тиклем мөһим түгел, сөнки титрҙар менән тәржемә эшләп була. Йәнә бөгөн тел барьеры юҡ, минеңсә, сөнки һәр береһенә тәржемәсе табырға була. Заман менән бергә атларға кәрәк!
Киләһе айҙа режиссерыбыҙ Ҡаҙағстанға йыйына. Халыҡ-ара кимәлдә лә эш алып барабыҙ.
– Телевизор ҡараусылар менән бәйләнеш нисек?
– Шылтыраталар. Башта уҡ түгел. Бер-ике көн үтә һәм тапшырыу хаҡында фекерҙәрен әйтеп, йәки теләктәрен белдереп, һорауҙарын, үтенестәрен әйтеп, шылтырата башлайҙар. Беҙ һәр фекерҙе тыңларға әҙер. Хатта ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, сөнки битараф булмаған кеше шылтырата, тимәк, уның күңеленә нимәлер кәрәк. Һәр фекер тапшырыуҙарҙы яҡшыртыу өсөн файҙаланыла.
Яңыраҡ “Атай, әсәй һәм мин” тигән юрист кәңәштәре рубрикаһын булдырҙыҡ. Унда юристар халыҡҡа бушлай ярҙам күрһәтә.
Шылтыратып ярҙам һораған осраҡтар бар. Шунда уҡ эфирға ла сығарып булмауы ихтимал, әммә ул кешегә беҙ мотлаҡ барып етәбеҙ һәм уға булышлыҡ ҡылыу сараһын күрәбеҙ. Мәҫәлән, яңыраҡ Ҡариҙел районынан бер апай шылтыратып, үҙ хәлен һөйләне. Уның балалары ла, ире лә үлгән, ә үҙе сирләп тора икән, утын әҙерләй алмай. Урман хужалығы министрлығына шылтыратып, ярҙам һораныҡ һәм, Аллаға шөкөр, ыңғай һөҙөмтәгә өлгәштек. Был бер миҫал ғына. Журналист – ул күп яҡлы һөнәр эйәһе. Мәғлүмәт биреү, мауыҡтырғыс тапшырыу әҙерләү генә түгел, ә кешеләргә ярҙам итеү мөмкинлеге лә бар. Быны ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Бер-беребеҙгә таяныс, терәк булып йәшәү мөһим. Эшебеҙ көндәлек тормошобоҙҙан, йәшәйешебеҙҙән айырылмай, тип әйтергә теләйем.
Урындарға сығып, коллектив менән тирә-йүнде таҙартыу саралары ла ойошторабыҙ. Мәҫәлән, бер йәй Ғафури районындағы таштарҙы барып төшөргәндән һуң, халыҡ ошо изге урынды кәртәләп ҡуйҙы. Ҡайһы саҡта бергәләп уртаҡ идеяны күтәреп алыу ҙа етә. Ерекле ауылы халҡына, хакимиәтенә рәхмәт.
Коллективтың хеҙмәткәрҙәре – Башҡортостандың, Рәсәйҙең Журналистар союздары ағзалары. Үҙебеҙҙең профессиональ эшмәкәрлек буйынса һәр сарала ҡатнашабыҙ.
Беҙҙең иң ҙур байлығыбыҙ – ул ижади фекерләгән коллективыбыҙ.
– Сайтығыҙҙың эше нисек алып барыла?
– Бөгөнгө бөтә электрон сығанаҡтарҙа беҙҙе табырға була. Сайтта шулай уҡ тапшырыуҙар, программа, беҙҙең эшмәкәрлек тураһында бай мәғлүмәт туплана килә. Көнөнә 200 меңдән ашыу кеше инеп ҡарай. Беҙҙең сайттың үҙ лицензияһы бар, шуға күрә ул каналдың айырым мәғлүмәт сығанағы иҫәпләнә. Ниндәй генә илдәрҙән, ҡалаларҙан инмәйҙәр беҙгә! Ҡайсаҡ хатта аптырап китәһең. Һиндостанда беҙҙең менән кем ҡыҙыҡһына икән, тип ҡуяһың, мәҫәлән. Әммә милләттәштәребеҙ йәшәмәгән төбәк юҡ, уларға республикала, ошо төбәктә йәшәгән халыҡ тураһында белеп тороу ҡыҙыҡлы, тимәк.
– Интернет радиоғыҙ ҙа бар?
– Эйе, ди-джей Фәтих шөғөлләнә был эш менән. Уның өсөн махсус урын булдырҙыҡ, тәүлек әйләнәһенә интернет аша эфирға сыға. Йырҙар ҡуя, ҡунаҡтар саҡыра, үҙе тапшырыуҙар ойоштора. Ди-джейҙы, интернет аша инеп, һәр кем тыңлай ала.
– Коллективығыҙ менән дә танышып китәйек.
– Беҙҙә республикабыҙҙың төрлө райондарынан сыҡҡан журналистар, хеҙмәткәрҙәр эшләй. Был шулай уҡ ыңғай күренеш, тип иҫәпләйем, сөнки һәр төбәктең үҙ һөйләше, йолаһы, үҙенә генә хас күренештәре бар, шуға күрә төрлөлөк беҙгә халыҡтың ихтыяждарын тағы ла яҡшыраҡ, тәрәнерәк аңларға ярҙам итә. Етәксебеҙ Азамат Рафаэль улы – ябай журналистан компанияның генераль директоры вазифаһына тиклем үҫкән башҡорт егете. Салауат ҡалаһынан, ижади ғаиләлә тәрбиәләнгән. Ул беҙҙең эштең бар нескәлектәрен яҡшы белә, һорау бирер алдынан уҡ уның яуабы әҙер, тиергә була. Яңы идеяларҙы шунда уҡ күтәреп ала.
“Башҡортостан 24” каналының етәксеһе Рәмзит Абуләев – Стәрлебаш районы егете. Ул каналда башҡорт телен, халҡыбыҙ асылын күтәреү маҡсатын ҡуя. Алып барыусыбыҙ Ғәлимйән Ибатуллин – Ишембайҙан. Уның үҙенсәлекле, һис көтөлмәгән һорауҙар менән телевизор ҡараусыларҙы йәлеп иткәнен яҡшы беләләр. Алып барыусылар Ғәзиз Лоҡманов, Ләйсән Тимербулатова, режиссер Зилә Ихсанова – Баймаҡ районынан.
Режиссер Зарема Хисмәтуллина, алып барыусылар Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Дилара Мусина – Өфөнән. Режиссер Салауат Фәтхетдинов, алып барыусы Сәлимә Исламова – Бөрйәндән. Алып барыусылар Рәлиә Сәхибгәрәева – Дәүләкәндән, ә Гүзәл Ишкинина – Благоварҙан. Хәбәрселәр Закир Шәрипов – Әбйәлилдән, Иҙел Алсынов – Йылайырҙан, Нәфисә Кинйәбаева – Мәләүездән, Нәркәс Йосопова – Белореттан, режиссер Лидия Мусина – Силәбенән. Уларҙың һәр береһе хаҡында тик йылы һүҙҙәр генә әйтеп була. Коллектив ижади маҡсаттарға көйләнгән. Шулай уҡ беҙҙең менән танылған шәхестәр ҙә эшләй. Башҡортостандың халыҡ артистары Рәсүл Ҡарабулатов, Фирҙәт Ғәлиев, билдәле диктор Флүрә Мурзина – тапшырыуҙарыбыҙҙың алып барыусылары. Уларҙың тәжрибәһе йәштәр өсөн дә бик кәрәк.
Беҙҙә эшләгән һәр кеше – үҙенсәлекле хәбәрсе, сөнки тапшырыуҙарыбыҙ телевидениела ғына түгел, радиола ла, интернетта ла, сайтта ла сыға. Бер кем дә, мин телевидениела ғына эшләйем бит, тимәй, бөтөн эште бергәләп башҡарабыҙ.
“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директоры Азамат СӘЛИХОВ:
– Телевидениеның эше ҡыҙыҡлы. Шул арала хеҙмәткәрҙәрҙең баһаланыуы – беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. “Сәйәхәтсе һуҡмағы” программаһы хәбәрсеһе Ғәлимйән Ибатуллиндың өс тапшырыуы “Минең ерем Рәсәй-2018” тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсында 1612 эш араһынан иң яҡшыларҙан тип табылған. Тапшырыу эфирға башҡорт телендә сыға. Конкурсҡа эштәр титрҙар менән әҙерләнде. Видеокадрҙарҙы шулай уҡ үҙ эшенең оҫтаһы Илшат Ҡаҙаҡулов төшөрҙө. Башҡортостандың хозурлығын әллә нисәмә тапшырыуҙа ла күрһәтеп бөтөрлөк түгел, шуға күрә еңеү яулаған егеттәр киләсәктә лә үҙҙәренең үҙенсәлекле эштәре менән конкурстың баһалама ағзаларын ғына түгел, тәү сиратта телевизор ҡараусыларҙы ла ҡыуандырыр.
“Регион – Төмән” дәүләт телерадиокомпанияһы тарафынан ойошторолған “Кеше һәм иман” V Бөтә Рәсәй конкурсында беҙҙең журналистар шулай уҡ ике наградаға лайыҡ булды. Тобольскиҙа үткән был сарала Рәсәйҙең 60 төбәгенән 200 фильм һәм программа ҡатнашты. “Иң шәп телевизион репортаж” номинацияһында Әнүәр Әсләмовтың “Һуғыштан хаттар” репортажы 2-се урын алды. Башҡорт ере фронтовигының хаттары баһалама ағзаларын таң ҡалдырған: Емельян Данилов яҡын кешеләренә ай һайын яҙып торған һәм йәмғеһе 77 хат һаҡланған. “Вести” тапшырыуы хеҙмәткәрҙәре был яугирҙең яҙмышына бәйле архив документтарын да тапты. Шулай уҡ ошо фестивалдә “Уфимская крепость” фильмы “Царский круг” номинацияһында Төмән дәүләт университеты ректоры Валерий Фальковтың махсус бүләгенә лайыҡ булды.
Өҫтәп шуға ла баҫым яһар инем: федераль кимәлдә башҡорт телендәге тапшырыуҙар юғары баһаланды. Был конкурстарҙа милли тапшырыуҙарҙың урын алған осраҡтары бик һирәк. Хатта “ТЭФИ” Бөтә Рәсәй телевизион премияһы милли телдәрҙәге эштәрҙе ҡабул итмәй. Әммә “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре башҡорт телендә юғары кимәлдәге тапшырыуҙар эшләп, уны башҡаларҙың баһалауына өлгәшә алды. Был беҙҙең хеҙмәтебеҙҙең кимәлен күрһәтә. Иң мөһиме – профессионализм, туған телеңдәге тапшырыуҙы еренә еткереп, юғары сифатлы тәржемә менән титрҙар аша тәҡдим итә белеү.