Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә тәүге һөйөү...
Ысын тойғо ҡасан беленә?

Мин эшләп йөрөгән ҡала мәктәбенә йәш уҡытыусы килде. Ҡул аҫтымдағы VII класта 30 бала, уларға математик кәрәк ине. Яңы уҡытыусыны тәғәйенләнеләр. Әлбиттә, йәш кешегә еңел булманы, мин һәр саҡ ярҙам итергә тырыштым, дәрестәренә лә инеп ултырҙым.

Бик аҡыллы, тотанаҡлы Нурзилә Дәүләт ҡыҙына балалар тиҙ өйрәнде. Уның исемен ҡыҫҡартып Зилә Дәүлә­товна тип йөрөттөләр. Йәш уҡытыусының кейәүҙә булғанын, өс йәшлек балаһы барлығын белдек.

– Үҙегеҙ йәш кенә булһағыҙ ҙа, ғаилә­геҙ бар икән? – тип һораным бер көн.

– Мин институтта уҡығанда уҡ кейәүгә сыҡтым, – тип яуапланы Нурзилә. – Рәмил – матур, ҡыйыу егет, күп ҡыҙҙарға оҡшай ине. Волейбол секцияһына йөрө­гәндә таныштыҡ. Дуҫлашып киттек. Уларҙың ауылына барып килдек. Ата-әсәһе – абруй ҡаҙанған кешеләр, бай йәшәйҙәр. Егет үҙе лә минең өсөн үлеп торҙо. Ата-әсәһе улдарына, “өйләнәһең!” тигән талап ҡуйҙы. Уҡыу йылын тамам­лағас, туй үткәрҙек. Ситтән тороп уҡырға күстек тә уларҙың ауыл мәктәбенә эшкә урынлаштыҡ.

Тышҡы ялтырауыҡтың ялған икәнен аңламаған бер ҡатлы ҡыҙ булғанмын. Был ғаиләлә байрам итергә яраталар ине. Сәбәбе табылып тора: тыуған көн, юбилей, байрам, кемдеңдер балаһы тыуған һәм башҡалар. Ирем дә эсә башланы. Иҫерһә, холҡо юҡ, йоҡламай, төнө буйы болара, ҡул күтәрергә лә оялмай. Ҡайнымды ғына тыңлай. Сабыйыбыҙ тыуһа, тынысланыр тиһәм, юҡ, киреһенсә, эсеүе, һуғышыуы йышайҙы ғына.

Балаға бер йәш тулғайны, эшкә сыҡтым. Мәктәптә оялам: Рәмил дә уҡыта бит, беҙҙең хәлде белеп торалар кеүек. Бер саҡ, сираттағы боларыштан һуң, баламды төрөп алдым да автобусҡа ултырып ҡайттым да киттем. Ғаиләлә кинйә­кәй алтынсы баламын, мине иркәләтеп кенә үҫтерҙеләр, үҙ һүҙле, еңмеш булдым. Әсәйемдәр бындай хәл килеп сыҡҡанға аптыраны. Артымдан ҡайным, ирем килеп, һөйләшеп алып ҡайтып киттеләр. Рәмил ғәфү үтенде, башҡаса эсмәҫкә һүҙ бирҙе, ләкин тағы шул уҡ хәл ҡабатланды. Балама өс йәш тигәндә бөтөнләй ҡайттым. Әле ауылда йәшәгән әсәйем улымды ҡарай, үҙем көн дә автобус менән эшкә килеп-ҡайтып йөрөйөм.

– Әле ирегеҙ ни эшләй?

– Ҡайным үлгәс, бөтөнләй бәйһеҙлән­де, әсәһен тыңламай, мәктәптән эштән китте. Улы янына килеп йөрөй. Әсәйем: “Кейәүҙең төҫ-башы бар. Төҫө барҙан төңөлмә, тиҙәр бит, айырылышырға ашыҡма. Улыңдың атаһы, килешегеҙ, ярашығыҙ”, – ти. Эсеүен ҡуйһа ярар ҙа ул... – тип уфтанды әңгәмәсем.

...Беҙҙең класс мәктәп буйынса дежур ине. Ишек янында торһам, бер егет килеп инде лә Нурзилә Дәүләт ҡыҙын һораны. Оҙон буйлы, ҡаҡса кәүҙәле, ипле һөйләшә.

– Уның дәрестәре бөттө, ҡайтып китте. Кем булаһығыҙ? – тим.

– Класташы, мәктәптә бергә уҡыныҡ, – тине лә сығып китте.

Аҙаҡ Нурзилә миңә һөйләне:

– Шамил эҙләп килгән, ауылға ла барған. Мәктәп-интернатта бергә уҡыныҡ. VI кластан дуҫлашып йөрөй башланыҡ. Ул рәсем төшөрә, ә мин – стена гәзите мөхәррире. Өлкән класҡа еткәс, иптәш ҡыҙым янына Шамилдың ауылына барып ҡайттым. Бик оҡшаны. Аттестат алғас, мин институтҡа юлландым, ә ул техникумға уҡырға инде. Ваҡыты еткәс, үҙен әрмегә саҡырҙылар. Өфө эргәһендә генә хеҙмәт итте, һалдат кейемендә институтҡа яныма килеп йөрөнө. Ниңәлер ояла торғайным иптәштәрҙән. Минең тирәлә егеттәр күп урала, ә Шамил ныҡ көнләшә. “Ниңә был егеткә йылмайып ҡараның, ниңә анау һиңә һүҙ ҡушты, ни эшләп уның менән һаулыҡ һорашаһың?” – тип һәр егеттән ҡыҙғана. Шуғалыр инде, ҡапыл икенсе егетте һайланым да ҡуйҙым. Тормоштоң ошолай боролош алыуына үҙем генә ғәйепле.

– Шамил өйләнгәнме?

– Эйе. Ауылдарына йәш уҡытыусы ҡыҙ килгән дә шуға өйләнгән. Ҡыҙҙары тыуғас, ҡайныһы ҡаланан фатир алып биргән. Ҡатыны һүҙ сыҡҡан һайын торлаҡ уныҡы булыуын әйтә икән. Кәләшенең ата-әсәһе лә: “Бешмәгән ирһең, ялҡауһың, ғаиләңде аҫрай алмайһың”, – тип тормоштарына ҡыҫылып аптырата, ти. Шамил ситкә китеп эшкә төшкән, ә ҡатыны янына күсмәй. Ул әле: “Һине онота алмайым. Яратам үҙеңде. Нисек тә бергә булайыҡ”, – ти. Үҙем дә бик үкенәм Шамилды рәнйеткәнемә, – тине Нурзилә, күҙ йәштәрен һөртөп.

Мин уны йыуатырға тырыштым:

– Һеҙ әле йәш, барыһы ла алда, тик уйлап эш итергә кәрәк, йөрәгеңде тыңла.

Бер аҡыл эйәһенең һүҙҙәре хәтергә килде. “Кеше донъяға килгәндә, уға тәғәйен яртыһы ла тыуа. Шул ике йән бер-береһен эҙләй икән. Әгәр ҙә тап килеп ҡауышһалар, бәхетле пар булып ғүмер итәләр. Ә күпме йән үҙенең яртыһын таба алмай аҙашып йөрөй, интегеп йәшәй. Йөҙ кешенең егермеһе генә үҙ бәхетен таба икән”, – тип яҙған ул.

...Күп йылдар үтеп китте. Мин хаҡлы ялға сыҡтым. Бер мәл баш ҡалаға килгәнемдә көтмәгәндә Нурзиләне осраттым. Тулы кәүҙәле, матур ҡатын сәләм биргәс, башта танымай торҙом. “Колледжда уҡытам, өйгә ҡайтып барам, әйҙәгеҙ, беҙгә барып ял итеп алығыҙ”, – тип ҡыҫтай башланы. Таксиға сығам тигәс, еңел машинала автовокзалға алып барҙы. Байтаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ.

– Шамил менән өйләнештек. Ул эшсән, уңған ир булып сыҡты. Ҡаланан алыҫ түгел ер алып, атай-әсәйҙәр, туғандар ярҙамы менән өй күтәрҙек, донъябыҙ бөтөн. Ирем механик, заводта эшләй. Уртаҡ ике балабыҙ бар. Минең улымды ла үҙенекеләй күреп үҫтерҙе. Әле ул хәрби училищела уҡый. Үҙенең ҡыҙына ла ай һайын аҡса ебәреп, һәр яҡлап ярҙам итеп тора. “Йәш ғүмерҙең күпме матур мәлен заяға үткәрҙек. Бында икебеҙ ҙә ғәйепле”, – ти. Һине аңлаған, яратҡан кешең менән ғүмер итеүе оло бәхет икән, – тип һөйләне Нурзилә Дәүләт ҡыҙы, күҙҙәрендә бәхет осҡондары балҡытып.

Уның тормошона мин дә ҡыуандым. Ғүмер ике килмәй, шуға күрә яҙмыштың ҡоло түгел, ә хужаһы булып йәшәргә кәрәк, тип уйландым, ҡайтыр юлға сыҡҡас...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509