Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҡшыға өмөт итәйек
Рәсәйҙә — яңы Президент. Хәйер, дүрт йыл элек был вазифала һигеҙ йыл эшләп алған Владимир Путинды яңы тип әйтеү бик дөрөҫ тә түгел. Һәр хәлдә ил халҡы сираттағы тапҡыр Владимир Владимировичҡа ышаныс белдерҙе һәм иң юғары вазифаға уны һайлап ҡуйҙы. Ә Дмитрий Медведев эшен Премьер-министр булараҡ дауам итә. Халыҡҡа нимә көтөргә? Ғөмүмән, Рәсәйҙең киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ? Ошо һорауҙар буйынса айырым эксперттарҙың һәм халыҡ фекерен белештек.

Николай ЕВДОКИМОВ, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының сәйәси тикшеренеүҙәр бүлеге начальнигы, сәйәсәт фәндәре кандидаты:
— Әлбиттә, әле генә ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр буласағы тураһында әйтеүе ауыр. Шулай ҙа ниндәйерәк сәйәси яңылыҡтар булырын күҙалларға мөмкин. Путин беҙгә таныш кеше һәм артабан нисек эш итере яҡынса булһа ла билдәле. Тәүге тапҡыр ил Президенты булып һайланғанда уның алдында Рәсәйҙе дәүләт булараҡ һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу бурысы тора ине. Күреүебеҙсә, ул быға өлгәште. Хәҙер уға яңы бурыстар ҡуйырға һәм уларҙы тормошҡа ашырырға кәрәк. Минеңсә, Рәсәйгә демократия етмәй. Илде демократлаштырыу — иң мөһим мәсьәлә. Шулай уҡ сәйәси системала үҙгәрештәр ҙә булыр тип иҫәпләйем. Власты асыҡ, заманса, динамикалы итергә кәрәк. Артабан да власть вертикале нығыныр тип уйлайым.

Эдуард ГӘРӘЕВ, Өфө дәүләт нефть техник университетының политология, социология һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш кафедраһы мөдире, философия фәндәре кандидаты, доцент:
— Был юлы Путиндың власҡа килеүе тәүге тапҡырҙағы кеүек еңел булманы, ҡаршылар ҙа етерлек ине. Элек ул тиҙ генә тормошҡа аша торған пландар ҡуйҙы, хәҙер ваҡыты күп, оҙайлы перспективаны иҫәптә тотоп эшләргә кәрәк. Тышҡы сәйәсәт яғынан ныҡлы берҙәмлек талап ителә. Донъяла финанс көрсөгө һаман бөтмәгән, шуға күрә һәр ил үҙен ҡайғырта. Ошо шарттарҙа ла Рәсәйҙе көслө, ҡеүәтле дәүләт итеп һаҡлап ҡалыу зарур. Владимир Путинға барлыҡ халыҡты берләштереүсе милли идея тәҡдим итергә һәм уны тормошҡа ашырырға кәрәк. Шул саҡта илебеҙҙең киләсәге өсөн тыныс була алабыҙ.

Илгиз МУСИН, программист:
— Нисек кенә булмаһын, Путинды үҙебеҙ һайлап ҡуйҙыҡ. Хәҙер Рәсәйҙең киләсәге яҡшыраҡ булыр тигән өмөт менән йәшәйбеҙ. Халыҡ уға икенсе мәртәбә ышаныс белдерҙе. Тормош сифатын яҡшыртыу, социаль тигеҙлек тураһында күберәк уйлау, ошоларҙы тормошҡа ашырыу — көн талабы. Ниһайәт, илдә ярлылыҡ һәм фәҡирлек бөтһөн, етеш Рәсәйҙә лә йәшәп ҡарайыҡ.

Рәзилә МӨХӘММӘТҒӘЛИЕВА, шәхси эшҡыуар:
— Илебеҙ Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инергә тора. Был яҡшымы, юҡмы — ваҡыт күрһәтер. Шулай ҙа һәйбәткә өмөт итергә кәрәктер. Владимир Путин менән Дмитрий Медведевтан бергәләп илде үҫтереү, донъяла уның йоғонтоһон һаҡлау һәм нығытыу талап ителә. Путиндың яңынан иң юғары вазифаға килеүе тәү сиратта тотороҡлолоҡ һәм тыныслыҡ вәғәҙә итә. Беҙҙең өсөн шуныһы мөһим.

Юлай КӘБИРОВ, Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты:
— Мин — оптимист кеше, һәр ваҡыт Рәсәйгә ышандым һәм ышанып ҡаласаҡмын. Беҙҙең тағы ла яҡшыраҡ йәшәү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Әйҙәгеҙ, яҡшыға өмөт итәйек.
Әлфиә ӘЙҮПОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 8

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 6

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 6

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә