1984 йылдың апрелендә КПСС Үҙәк Комитеты халыҡ мәғарифын тамырынан үҙгәртеп ҡороуға йүнәлтелгән “Дөйөм һәм профессиональ белем биреүсе мәктәптәрҙе реформалауҙың төп йүнәлештәре тураһында” тигән ҡарар ҡабул иткәйне. Уны киләһе ике биш йыллыҡ эсендә тормошҡа ашырыу планлаштырылды, ә ҡайһы бер йүнәлештәрен атҡарыу 2000 йылға тиклем ҡаралғайны.
Мәктәп реформаһы партия етәкселегендә бөтә ил, бар халыҡ менән тормошҡа ашырылырға тейеш ине. Үҙәк Комитеттың ҡарары атҡарыласаҡ үҙгәрештәрҙең йүнәлештәрен, тормошҡа ашырылыу шарттарын, бөтә ведомстволарҙың, ойошмаларҙың бурыстарын аныҡ итеп билдәләгәйне. Ҡыҫҡаһы, мәктәп реформаһын үтәү буйынса ғәйәт ҙур эштәр билдәләнгәйне.
Мәғариф министрлығында мәктәпте реформалауҙың бар йүнәлештәре буйынса эш ҡайнап торҙо. Бындай яуаплы бурысты атҡарыу өсөн бик эшлекле, белемле, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙән торған аппарат тупланды. Үҙ эшен яҡшы белгән урынбаҫарҙар ҡуйылды: Р.М. Арыҫланов (беренсе урынбаҫар), М.И. Бирюков, М.Е. Иваньшин.
Ошо осорҙа Миңдебай Юлмөхәмәтов Учалы районынан Өфөгә Мәғариф министрлығына эшкә күсерелде. Уны беренсе тапҡыр Рәсәй Федерацияһы Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалында осраттым. Мин шунда эшләй инем. Ул Мәскәүҙән кандидатлыҡ һынауҙары биреп ҡайтып килешләй ингән икән. Һөйләшеп киттек. Һынауҙарҙың барыһын да “биш”кә тапшырыуын әйтте. Аҙаҡ уның Башҡорт дәүләт университетында Радищев стипендияһы алып уҡыуын, уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға бөтөүен, Учалы районының ике мәктәбендә директор булып эшләүен, Марксизм-ленинизм университетында белем алыуын белдем. Һәйбәт кадр, сос эшмәкәр икәнен башыма һалып ҡуйҙым. Министр булып эшләй башлағас, уны Уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтына эшкә саҡырҙым. Бер аҙҙан министрлыҡҡа инспектор итеп алдым.
Миңдебай Бәхтийәр улы беренсе көндән үк үҙен иҫ киткес эшмәкәр, белемле, аҡыллы белгес итеп танытты. Был йылдарҙа министрлыҡта эштең күләме, йүнәлештәре буйынса бик ҙур бүлеккә етәкселек иткән урынбаҫар ун ай булмай торҙо. Үҙем тәҡдим иткән кешене ҡуймайҙар, партияның өлкә комитетында “үҙебеҙ билдәләйәсәкбеҙ” тип ышандырып көттөрҙөләр. Был киң күләмле эште йылға яҡын үҙемә тартырға тура килде. Ниһайәт, 1987 йылда урынбаҫарҙы коллективта һайлап ҡуйыу йолаһы сыҡты. Тиҙ арала министрлыҡтың дөйөм йыйылышында халыҡҡа Миңдебай Бәхтийәр улының кандидатураһын тәҡдим иттем. Бер тауыштан үтеп китте — эшһөйәр кешене кем хупламаһын инде! Ошо вазифала ул 20 йыл тирәһе эшләне.
Баштан уҡ Миңдебай Юлмөхәмәтов республикала һәм башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға ҙур иғтибар бирҙе. Уҡытыусылар өсөн һәр төрлө семинар үткәреү традицияға әйләнде. Башҡорт телен уҡытыу концепцияһы эшләнде, һәр система өсөн уҡытыу планы, дәреслектәр, методик ҡулланмалар әҙерләнде.
90-сы йылдарҙа Өфөлә М. Юлмөхәмәтовтың башланғысы буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу проблемаларына арналған халыҡ-ара конференция уҙғарылды. Унда Башҡортостандың, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, БДБ илдәренән, Германия, Венгрия, Төркиәнән килгән тел белгестәре сығыш яһаны. Был ғилми-ғәмәли конференция башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың кимәлен күтәреүҙә ҙур этәргес булды, конференцияның тәҡдимдәре мәктәптәргә таратылды.
Ул йылдарҙа башҡорт теле 9-сы класҡа тиклем генә уҡытыла ине. Миңдебай Бәхтийәр улының тырышлығы менән башҡорт теле 10–11-се кластарҙың уҡытыу планына индерелде. Уның һөҙөмтәлелеген контролдә тотоу өсөн 11-се класта имтихан үткәреү башланды. Әҙәбиәт буйынса имтихан билеттарын ул үҙе төҙөнө.
Миңдебай Бәхтийәр улы министрлыҡта эшләүенең тәүге йылдарында яңы дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары әҙерләү йүнәлешенә етәкселек итһә, артабан ул эштәрҙә үҙе ҡатнашты һәм күп кенә китап сығарҙы. Мәҫәлән: “Башҡорт әҙәбиәте” (5–6-сы кластар өсөн), “Балалар баҡсалары өсөн башҡорт теленән программа”, ошо программаға ярашлы ике киҫәктән торған “Йәйғор” уҡыу китабы, “Кластан тыш уҡыу китабы” (5-6-сы кластар өсөн), “Тормош һабаҡтары” тигән яңы предметтың программаһын һәм бар кластарға ла дәреслеген төҙөүҙә ҡатнашты. М. Юлмөхәмәтовтың сығарған китаптарының иҫәбен генә атағанда ла аптырарлыҡ: 68 дәреслек һәм методик ҡулланма, унға яҡын уҡытыу программаһы һәм һынауҙар өсөн билеттар, гәзит-журналдарҙа баҫылған, уҡытыу-тәрбиә эштәренә ҡулланма булырлыҡ 35 мәҡәлә, мәғариф эшенә етәкселек итеүгә арналған һәм журналдарҙа баҫылған тиҫтәгә яҡын доклад һ.б.
Мәғариф министрлығының эш төрҙәрен, уларҙың күләмен, ундағы эштең интенсивлығын һөйләп торорлоҡ та түгел. Миңдебай Бәхтийәр улы шуларҙың нәҡ уртаһында ҡайнаны. Йыл һайын ул мотлаҡ рәүештә уҡытыусыларҙың август кәңәшмәләрендә ҡатнаша һәм сығыш яһай торғайны. Уның инициативаһы менән һәм шәхси ҡатнашлығында башҡорт теленән олимпиадалар үткәрелә башланы. “Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы” конкурстары ойошторолдо, мәшһүр “Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләү буйынса уҡыусылар, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һәм мәктәп директорҙары, педагогия колледждары араһында конкурстар һәм башҡа төрлө эштәр ойошторолдо.
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһындағы законын әҙерләүҙә лә ул әүҙем ҡатнашты. Шулай уҡ федераль һәм төбәк дәреслектәре комплекты тураһындағы закон байтаҡ көс, тырышлыҡ талап итте. Рәсәй Дәүләт Думаһы ошо законды эшләп бөткәндән һуң, ул осорҙағы Рәсәй Президенты Борис Ельцин уға ҡул ҡуйманы. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ныҡышмаллыҡ күрһәтте, был закон ҡабул ителде. Ошо закон нигеҙендә республикабыҙҙың балалары бушлай дәреслек менән тәьмин ителә башланы.
Ул уҡытыусыларҙы, мәктәп етәкселәрен, мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәрен, методистарҙы, башланғыс һәм урта һөнәри уҡыу йорттарында эшләүселәрҙе дәртләндереү сараларын эшләүгә лә иғтибар итте. Уға тиклем республикала “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән почетлы исем генә бирелә ине. Был исемгә уҡытыусылар ғына лайыҡ була торғайны. Миңдебай Бәхтийәр улы ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн үҙенең тәҡдимдәре менән Хөкүмәт етәкселәренә йөрөп, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән почетлы знак булдырыуҙы хәл итте. Шулай уҡ “Башҡортостандың алдынғы мәғариф хеҙмәткәре” тигән почетлы билдә булдырҙы.
Миңдебай Бәхтийәр улының мәғариф өлкәһендә генә түгел, ә республика өсөн әһәмиәтле булған бер башланғысы хаҡында әйтеп китмәү гонаһ булыр ине. 1989 йылда Ҡырғыҙстанда “Манас” эпосының ҙур юбилейы булды. Унда беҙҙең республиканан да ҡунаҡтар ҡатнашты. Ошо ваҡиға Юлмөхәмәтовты тәрән уйға һалды ла инде. Нишләп һуң беҙҙең мәшһүр “Урал” эпосы шундай киңлеккә сыға алмай? Ул бит йөкмәткеһе яғынан да, эшләнеше, образдарҙың бирелеше, унда күтәрелгән мифология ҡанундарын күтәреүе менән дә “Манас”тан кәм түгел. “Урал батыр” эпосын донъя күләменә күтәреү өсөн иң тәүҙә уны башҡарыусылар институтын булдырырға кәрәк тигән фекергә килде ул. Ә уны бары башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ғына атҡарып сыға аласаҡ, шулай булғас, был эште беҙгә, уҡытыусыларға, башлап ебәрергә кәрәк! Әйткән һүҙ — атҡан уҡ тигәндәй, ул был уйын тормошҡа ашыра башланы.
1989 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә беренсе тапҡыр “Урал батыр” эпосын башҡарыусылар конкурсы ойошторолдо. Әлбиттә, тәүгеһендә ҡатнашыусылар һаны күп булманы, шулай ҙа был сара республиканың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын йоҡонан уятты. Мәктәптәрҙә “Урал батыр” эпосын өйрәнеү түңәрәктәре эшләй башланы, район, ҡала күләмендә конкурстар үткәреү матур йолаға әүерелде.
Ошо көндән алып йыл һайын “Урал батыр” эпосын башҡарыусыларҙың республика конкурсы традицион рәүештә үткәрелә килә. Шуныһы ҡыҙыҡ: конкурс йыл һайын эпоста телгә алынған географик атамаларға бәйле урындарҙа, райондарҙа, ҡалаларҙа үтә. Мәҫәлән, ул Бөрйән, Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура, Стәрлетамаҡ, Миәкә райондарында ҙур ойошҡанлыҡ менән барҙы.
Һөҙөмтә үҙен күрһәтмәй ҡалманы, эпосты тулыһынса, йәғни 5 мең юлды ятлап алған уҡыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта башланы, хәҙер уларҙың һаны бер нисә тиҫтәнән ашыу. Ул ғына түгел, эпосты төрлө телдәрҙә, мәҫәлән, урыҫ, татар, инглиз, удмурт, мари, сыуаш, испан, немец, француз телдәрендә башҡарыусылар һаны ла арта ғына.
Мин урынбаҫарҙан уңдым. Ҡойон һымаҡ эшләне, бүлекте лә йүгертеп йөрөтөп эшләтте. Миңдебай Бәхтийәр улы етәкләгән бүлектең эше һанап бөтөрлөк түгел ине. Реформаның иң мөһим, иң ҡатмарлы мәсьәләләрен атҡарыу ошо бүлек елкәһенә төштө: һәр фәнде уҡытыуҙы юғарыраҡ кимәлгә күтәреү, фән нигеҙҙәрен тәрәндән үҙләштертеү, идея-сәйәси хеҙмәт, эстетик һәм әхлаҡ тәрбиәһен, уҡыусыларҙың физик әҙерлеген тамырынан яҡшыртыу, уҡыусыларҙың уҡыу сифаты өсөн яуаплылығын күтәреү, уларҙың үҙаллылығын үҫтереү, уҡытыу пландарын, программаларҙы, дәреслек һәм башҡа уҡыу әсбаптарын яңыртып эшләү, уҡытыу һәм тәрбиә методтарын камиллаштырыу, уҡыу материалдарын ҡатмарлылыҡтан арындырыу, хеҙмәт тәрбиәһен тамырынан яҡшыртыу һәм башҡа бик күп эш йөкмәтелде.
Үкенескә ҡаршы, реформаны атҡарыу эше юлға һалынып, гөрләп барған саҡта, 1988 йылда, иҡтисади отошҡа өмөтләнеп, түрәләр республикаларҙа Мәғариф министрлығы менән ПТО-ларҙың бөтөрөлөүе тураһында указ сығарҙы. Был эш бишенсе йыл барған мәктәп реформаһына “һә” тигәнсе аяҡ салды.
Тормош дауам итә. Миңдебай Юлмөхәмәтов үҙ урынында ҡалдырылды, элекке темпта эшләүенән туҡтаманы. Илебеҙҙә барған ыңғай күренештәрҙе элеп алып, республикабыҙҙа яңы уҡыу йорттары, гимназия, лицей, колледждар селтәрен үҫтереүгә бар көсөн йүнәлтте.
Уның эшләү дәүерендә яңы типтағы уҡыу йорттары, гимназиялар, лицейҙар асыуға ҙур иғтибар бирелде. Әле был ваҡытта Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан бындай уҡыу йорттары тураһында положениелар ҙа эшләп, урындарға еткерелмәгәйне.
Миңдебай Бәхтийәр улы милли гимназиялар һәм лицейҙар асыуға айырым иғтибар итте, сөнки был гимназияларҙың күбеһе башҡорт телендә уҡыта һәм тәрбиә бирә ине. Шулай итеп, уның тырышлығы һәм ныҡышмаллығы менән Өфө ҡалаһының һәр районында, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Белорет, Учалы, Октябрьский, Бәләбәй, Туймазы, Нефтекама, Дүртөйлө, Ағиҙел, Сибай, Баймаҡ ҡалаларында, Салауат, Дыуан, Мәсетле, Әлшәй, Ауырғазы райондарында башҡорт гимназиялары эшләй башланы.
Етәксе кешегә ныҡышмаллыҡ, үҙ позицияңды яҡлай белеү оҫталығы кәрәк, тип әйтәләр. Был дөрөҫ һүҙҙәр. Ә Миңдебай Бәхтийәр улына ошо сифаттар хас күренеш ине. Шуға бәйле бер ваҡиғаны иҫкә төшөргөм килә.
КПСС Үҙәк Комитетының ХIХ пленумында Лигачев “Башҡортостан мәктәптәрендә татарҙарҙы башҡортлаштырыу бара” тигән фекер менән сығыш яһағайны. Шунан һуң ошо хәлде аңлатыу өсөн КПСС Өлкә комитетынан кеше ебәрергә әмер килде. Бер кемдең дә барғыһы килмәне, ошо хәлде, мәктәп тормошон яҡшы белгән кеше тип М. Б. Юлмөхәмәтовты ебәрергә булдылар. Үҙәк Комитеттың пропаганда бүлегенә инеп, хәлде бик яҡшы итеп аңлата, тегендә ысынлап та докладта дөрөҫ булмаған мәғлүмәт бирелгән тигән фекергә киләләр һәм Лигачев исеменә белешмә яҙырға вәғәҙә итәләр. Миңдебай уларға: “Мин хәҙер бер ҡайҙа ла китмәйем, ошонда тик ултырам. Лигачев республика халҡынан ғәфү үтенһен” тигән талап ҡуя. Ә тегеләр: “Беҙ бит инде аңланыҡ, Лигачев Үҙәк Комитеттың секретары, ул бит инде ғәфү үтенә алмай. Беҙ уға хәлде аңлатырбыҙ”, — тип ике сәғәткә яҡын уны ҡайтып китергә өгөтләйҙәр. Белешмә яҙа башлағанды күргәндән һуң ғына ул Башҡортостанға ҡайтып китә.
1988 — 2005 йылдарҙа ул Мәғариф министрлығының аттестация комиссияһы рәйесе вазифаһын башҡара. 1988 йылдан алып бөгөнгә тиклем “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының мөхәрририәт ағзаһы.
Министрлыҡта ҡайнап йөрөп эшләгән сағында, 1997 йылда, Миңдебай Бәхтийәр улы Мәскәүҙә “Башҡорт мәктәбенең 5-9-сы кластарында туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәре араһындағы үҙ-ара бәйләнештәрҙе тормошҡа ашырыу” темаһына диссертация яҡлай. Хайран ҡалырлыҡ! Был Юлмөхәмәтовтан ғына була торған эш, тип иҫәпләйем. Бәлки, етем үҫеп, ышаныр кешеһе булмағанға, Хоҙай уға сикһеҙ тырышлыҡ, көс-ҡеүәт, алға ынтылыш биргәндер. Ул бит алтынсы кластан алып республика гәзиттәренең әүҙем хәбәрсеһе була!
Министрлыҡтан хаҡлы ялға киткәс, әлбиттә, Миңдебай Бәхтийәр улы өйҙә генә ятманы — ул Башҡортостан Мәғариф министрлығының Республика ғилми-методик уҡытыу үҙәгенә директор урынбаҫары булып эшкә килде.
Башҡортостандың Мәғариф тураһындағы законының етенсе статьяһына башҡорт телен дәүләт теле булараҡ башланғыс һәм урта һөнәри уҡыу йорттарында уҡытыу тураһында өҫтәмә индерелгәндән һуң дәреслектәр һәм уҡытыу программалары эшләү көн тәртибенә килеп баҫты. Ул был эшкә лә ихлас тотондо, тиҙ арала башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса программа барлыҡҡа килде һәм уның тарафынан “Башҡорт теле һәм телмәр мәҙәниәте”, “Башҡорт теле һәм телмәр мәҙәниәте” дәреслегенә методик ҡулланма, “Башҡорт әҙәбиәте” дәреслектәре яҙылды.
М. Юлмөхәмәтов — хаҡлы рәүештә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы дөйөм белем биреү мәғарифы хеҙмәткәре. Күп тапҡыр Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Бына шулай алһыҙ-ялһыҙ, йүгереп йөрөп эшләп, Миңдебай Бәхтийәр улы Юлмөхәмәтов 40 йылдан ашыу ғүмерен түкмәй-сәсмәй республикабыҙҙың мәғарифына бирҙе.
Тәрән хөрмәт иткән коллегама артабанғы тормошонда иҫәнлек-һаулыҡ, көс-ҡеүәт һәм бәхет теләйем. Ә бәхет кешегә эше өсөн бүләк һымаҡ бирелә.
Сәбилә СӨЛӘЙМӘНОВА,
БАССР-ҙың 1985 — 1988 йылдарҙағы мәғариф министры, педагогия фәндәре кандидаты, доцент, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, БАССР-ҙың халыҡ мәғариф отличнигы.