Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Динебеҙҙә – сәс хаҡында
Һаулыҡта матурлыҡтың сағылышы бар, тиҙәр. Ысынлап та, тән сәләмәтлеге, күңел бөтөнлөгө һәм таҙалыҡ – гүзәллектең бер билдәһе. Бындай камил сифаттарға эйәме беҙ? Һаулыҡ-сәләмәтлегебеҙ, тимәк, матурлығыбыҙ хаҡында даими хәстәрлек күрәбеҙме? Ошо хаҡта динебеҙҙә бик матур һәм фәһемле һүҙҙәр бар. Шулай ҙа күп осраҡта боронғоларҙың әйткәне онотола, ә заман ағышында аҡыл һәм хаҡлыҡ өлгөһө булған ҡайһы бер тәғлимәттәргә үҙебеҙ ҙә иғтибар итмәйбеҙ кеүек. “Күңелдәрҙе яҡтыртыусы нур” тибеҙ... Нимә ул? Таҙалыҡ – ярты иман тигәне ни? Кеше һаулығына, таҙалыҡҡа һәм матурлыҡҡа ҡағылышлы һанһыҙ һорауҙарҙың яуабы ни? Ошо хаҡта бер кәлимә һүҙ.

Уйлап ҡараһаң, ысынлап та, серле был донъя. Аллаһ Тәғәлә кешеләрҙе йән һәм тән камиллығында яралтҡан. Ғәҙәттә, кешеләр иң тәүге нәүбәттә сәсенә иғтибар биреүсән. Ул – һаҡлаусы, йөҙ-ҡиәфәтебеҙҙең бер биҙәге, барлыҡ кешеләр, ир һәм ҡатындар өсөн берҙәй матурлыҡ өлгөһө.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡарағусҡыл төҫтәге тулҡын­ланып торған сәстәре, уның күркәм ҡиәфәтенә тағы ла матурлыҡ өҫтәп, ҡолаҡ япрағына йә елкәһенәсә, ҡайһы саҡта ҡалаҡ һөйәгенә йәки арҡаһына тиклем етер булған. Үҙенең хәҙистә­ренең береһендә Пәйғәмбәребеҙ: “Сәсегеҙ үҫкән хәлдә, уға ихтирам менән ҡарағыҙ”, тигән. Ысынлап та, был матурлыҡҡа ихтирам да, иғтибар ҙа талап ителә, сөнки ул – Аллаһ Тәғәләнең мәрхәмәте һәм әҙәми заттар өсөн бирелгән бүләге.

Беҙ сәстәребеҙҙе таҙа тоторға, һәр ваҡыт тәрбиәләп торорға тырышабыҙ. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән ҡалған тәрбиә был. Ул үҙе менән һәр саҡ тараҡ алған. Өйҙән сыҡҡанда ла, оло сәфәргә юлланғанда ла туҙан йә эҫенән һаҡланыу өсөн башын ҡаплап йөрөр булған, ә туҡландырыу өсөн сәсенә үҫемлек майҙары яҡҡан. “Аллаһ Тәғәлә матур һәм Үҙе лә матурлыҡты ярата”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Шуға ла күркәмлеккә ынтылған һәр кем Раббыбыҙ һәм Уның рәсүле һөйгән бар нәмәне лә үҙ итер.

Пәйғәмбәребеҙ үҙе менән көҙгө лә йөрөткән, йөҙ-ҡиәфәтенә иғтибарлы булған. Беҙ ҙә эшкә барыр, урамға сығыр алдынан көҙгөгә ҡарап алабыҙ. Ошо саҡта һәр кемгә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәлләм әйткәнсә: “Йә, Раббым, минең йөҙөмдө матур иткән кеүек, холоҡ-фиғелемә лә күркәмлек бир”, – тиеү зарур. Йән һәм тән паклығын, сәстәрҙең сәләмәтлеген һәм күркәмлеген һорау менән бергә эске һәм тышҡы матурлыҡ тураһында хәстәрлек күреү – сөннәт, йәғни сауаплы эш. Ә уны ғәмәлгә ашырғандар тормошонда Раббыбыҙ тарафынан бар ителгән матурлыҡтың мәғәнәһен табыр.

Сәстәрҙе тәрбиәләү ҙә – Пәйғәм­бәребеҙ сөннәте. Күп кеше тәненә яғыу өсөн крем һәм майҙар ҡуллана, был бик яҡшы һәм файҙалы. Бигерәк тә зәйтүн майын ҡулланыуҙа бәрәкәт бар, һәм был – сөннәт. Уны Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙе лә файҙаланған. “Зәйтүн майын туҡла­ныуҙа һәм сәсегеҙҙе тәрбиәләгәндә ҡулланығыҙ, сөнки ул изге ағастан” тиелә хәҙистә. Был үҫемлек майы хаҡында Ҡөрьәндә лә әйтелә.

Пәйғәмбәребеҙ майҙы матур һәм ипле итеп ҡулланған, ул яһаған һәр бер хәрәкәт камил, күркәм булған. Әйтеүҙәренсә, ул көршәктәге зәйтүн майын һул ҡулына һалып, уңының һуҡ бармағы менән башта – уң, унан һул ҡашына һөрткән. Артабан эйәгендәге сәс өлөштәренә, күҙ ҡабаҡтарына яҡҡан. Аҙаҡтан устарына ыуып, майҙы битенә, сәстәренә һәм тәненә һөрткән. Зәйтүн майын ҡулланғанда беҙ ҙә ҡылыҡ­тарыбыҙ менән Пәйғәмбәребеҙгә оҡшарға тырышабыҙ һәм сауап алабыҙ, сөнки уның йәшәү рәүеше – барлыҡ мосолмандар өсөн өлгө. Сәстәре саллана төшкәс, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм уларҙы буяр булған, салланғандары күбәймәһә лә, даими тәбиғи ҡына иҙмәһен яҡҡан. Тимәк, матур һәм күркәм күренергә теләү – Пәйғәмбәребеҙ юлынан барыу.

Ә сәсте киҫеүгә килгәндә, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм уларҙың ҡайһы бер төрҙәренән тыйылырға ҡушҡан, сөнки улар Хоҙай тарафынан бирелгән тәбиғи матурлыҡҡа ҡаршы килеү менән бер. Беҙҙең Ислам – матур дин, Пәйғәм­бәребеҙ – мосолмандарҙың күркәмлек өлгөһө. Сәстең бер өлөшөн алып, икенсеһен ҡалдырыу тыйыла, сөнки тәбиғи камиллыҡ юғала. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе камил сәс менән яралтҡан, әммә ниңә кеше башын тәбиғи булмаған торошҡа килтерә? Ошо хаҡта уйланыу зарурҙыр.

Сәсте киҫкәндән һуң күмеү – беҙ белеп бөтмәгән сөннәттәрҙең береһе. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис­сәләм киҫелгән сәс һәм тырнаҡтарын ергә күмер булған. Улар ҙа бит кешенең бер өлөшө. Матур булырға, уға оҡшарға тырышыу – күркәм эш, сөнки Изге китапта ла: “Әгәр ҙә һеҙ Раббығыҙҙы яратһағыҙ, артымдан эйәрегеҙ, һәм Аллаһ Тәғәлә һеҙҙе яҡын күрер”, – тиелә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби иҫәп тураһында белдереү ҡағыҙы ала башланы. Был нимәне аңлата?

Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби иҫәп тураһында белдереү ҡағыҙы ала башланы. Был нимәне аңлата? 12.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби иҫәп тураһында белдереү ҡағыҙы ала башланы. Был нимәне аңлата?...

Тотош уҡырға 0

Стәрлебаштан тыл эшсәне 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Стәрлебаштан тыл эшсәне 100 йәшлек юбилейын билдәләне 12.08.2025 // Йәмғиәт

Стәрлебаштан тыл эшсәне 100 йәшлек юбилейын билдәләне...

Тотош уҡырға 4

Республикала ямғырлы һауа торошо һаҡлана

Республикала ямғырлы һауа торошо һаҡлана 12.08.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә Башҡортостанда ямғырлы һәм йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо һаҡлана 12.08.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә Башҡортостанда ямғырлы һәм йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика...

Тотош уҡырға 5

«Сәләмәтлек поездары» табиптарының ҡайһы райондарға барыуы билдәле булды

«Сәләмәтлек поездары» табиптарының ҡайһы райондарға барыуы билдәле булды 11.08.2025 // Йәмғиәт

«Сәләмәтлек поездары» табиптарының ҡайһы райондарға барыуы билдәле булды...

Тотош уҡырға 15

Башҡортостан Башлығы ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға сыҡты

Башҡортостан Башлығы ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға сыҡты 11.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға сыҡты...

Тотош уҡырға 14

Бүздәктә 250 килограмлыҡ бәлеш бешергәндәр

Бүздәктә 250 килограмлыҡ бәлеш бешергәндәр 11.08.2025 // Йәмғиәт

Бүздәк районында «Бәлешфест-2025» фестивале уҙҙы. Республика Башлығы һәм хөкүмәте ярҙамында бойомға...

Тотош уҡырға 3

Бүздәктә 250 килограмлыҡ бәлеш бешерҙеләр

Бүздәктә 250 килограмлыҡ бәлеш бешерҙеләр 11.08.2025 // Йәмғиәт

Бүздәк районында «Бәлешфест-2025» фестивале уҙҙы. Республика Башлығы һәм хөкүмәте ярҙамында бойомға...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда ишле ғаиләләргә балаларҙы уҡытыуҙы компенсациялау шарттары киңәйтелде

Башҡортостанда ишле ғаиләләргә балаларҙы уҡытыуҙы компенсациялау шарттары киңәйтелде 11.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ишле ғаиләләргә балаларҙы уҡытыуҙы компенсациялау шарттары киңәйтелде...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртәләр

Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртәләр 08.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртәләр...

Тотош уҡырға 34

Йәйҙең һуңғы ял көндәрендә Өфөлә «Һөт иле» фестивале ойошторола

Йәйҙең һуңғы ял көндәрендә Өфөлә «Һөт иле» фестивале ойошторола 08.08.2025 // Йәмғиәт

Республикабыҙҙың баш ҡалаһында һөт ризыҡтары фестивале 2011 йылдан үткәрелә....

Тотош уҡырға 35

Өфө үҙәгендә 15 сентябргә тиклем хәрәкәт сикләнә

Өфө үҙәгендә 15 сентябргә тиклем хәрәкәт сикләнә 08.08.2025 // Йәмғиәт

Баш ҡалала Цюрупа һәм Коммунистик урамдары төҙөкләндерелә....

Тотош уҡырға 35