Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ауылдаштарымдың ҡаһарманлығы
Илебеҙҙе һаҡлаған, кешелек донъяһын фашизмдан ҡотҡарған кешеләргә рәхмәтебеҙ сикһеҙ булырға тейеш. Ир-ат менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙ ҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҙур батырлыҡ күрһәтте. Шулар рәтендә Инйәр ауылынан Таисия Голубева ла бар.

Инйәрҙә тыуып үҫкән ҡыҙ 1942 йылда Белорет районы военкоматы тарафынан хеҙмәткә саҡырылып, элемтәсе һөнәрен үҙләштерә. Яуҙың аҙағына тиклем ҡатнашып, ефрейтор Таисия Михайловна тыуған яғына орден-миҙалдар тағып ҡайтып төшә. Тыныс тормошта ла һынатмай ул, һәр саҡ алдынғылар рәтендә була. Оҙаҡ йылдар Инйәр урман хужалығында эшләп хаҡлы ялға сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған иҫке йортта көн күрергә мәжбүр була.

Анна Бушмакина ла Инйәрҙә тыуа һәм уҡый. 1943 йылда хеҙмәткә алынып, госпиталдә санитарка булып хеҙмәт итә. Рядовой Анна Ивановна 1945 йылда Инйәргә әйләнеп ҡайта. Хәҙер улар беҙҙең арала юҡ инде.

Тыл батыры Хөснийыһан Янышева 1923 йылда Йәрмәкәй районында тыуа. Репрессияға эләгеп, Урта Төлмәйгә килеп эләгә. Белорет ҡалаһына йөрөп уҡый. Педагог һөнәрен алып, Инйәр урта мәктәбе ятағында тәрбиәсе булып хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. 2016 йылда баҡыйлыҡҡа күсә. Репрессия ҡорбандарына беренсе сиратта фатир бирелергә тейеш булһа ла, Х.Ғ. Янышева иҫке һәм һалҡын йортта ғүмерен үткәрҙе.

Һуғыш яланында һәм тылда батырлыҡ күрһәткәндәр хәҙер бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Улар тураһында хәстәрлек күреү һәр кемдең изге бурысына әүерелергә тейеш. Нисек кенә булмаһын, бөтә халҡыбыҙ — һуғыш яланындағылар, тылдағы ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро, бала-саға ил өсөн барыһын да эшләне, Ватан именлеге өсөн үҙҙәрен йәлләмәне. Был бар халыҡтың еңеүе булды.

Тыл батырҙары Сәрбиямал Сәлимова, Тәнзилә Ғүмәрова, Менәүәрә Миһранова, Сабира Хәсәнова, Хәбирә Фәтҡуллина, Шәрифә Көлсөбаева, Хәбибъямал Асҡарова һәм башҡа бик күптәр Инйәр урмандарында Белорет металлургия комбинаты өсөн ағас күмере әҙерләне.

Белорет районынан һәм ҡалаһынан Евгений Губинға, Иван Оглоблинға, Иван Суховҡа, Владимир Артамоновҡа, Александр Серебрянниковҡа, Павел Кудимовҡа, Зөбәй Үтәғоловҡа, Степан Полуэктовҡа, Шаһи Ямалетдиновҡа, Федор Беловҡа, Алексей Ташкевичҡа, Степан Пугаевҡа, Павел Алексеевҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелде. Илебеҙҙе һаҡлаған, кешелек донъяһын фашизмдан ҡотҡарған кешеләргә ҙур рәхмәт!

Ватанды һаҡларға ауылыбыҙҙан иллегә яҡын ир-егет фронтҡа оҙатылды. Уларҙың яртыһы һуғыш яланында ятып ҡалды, ҡайтҡандарының да күбеһе яралы ине. Ғәббәс Әбүбәкиров тыуған еренә аяҡ баҫыу менән баҡый донъяға китте. Нәҙерғәле Байрамғоловтың бер аяғы операциянан һуң ҡыҫҡа булып ҡалды. Ул урман хужалығына эшкә сыҡты. Урман ҡырҡты, ат менән утын ташыны. Хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләне. Зыятхан Абдрахманов, Әйүп Ғәббәсов, Мосауир Ғүмәров, Ишбирҙе һәм Ишбулды Хафизовтар, Исмәғил Кәримов, Мөсәлләм Хәсәнов, Абдрахман Әбүбәкиров, Ғилфан Ғилманов һәм башҡалар һуғыш яланында ятып ҡалды.

Тылдағы ҡатын-ҡыҙҙың төп эше 1,25 метр оҙонлоғондағы йәш, һыу, ауыр утындарҙы 68 һәм 90 кубометр мейестәргә тултырырға кәрәк була. Бер эш көнөндә бының менән дүрт кеше шөғөлләнә. Мейестәр тулмаһа, план үтәлмәһә, аҙыҡ билдәләнгән норманан кәм бирелә. Был ваҡытта инде, билдәле, үҙең дә, балаларың да ас ҡала. Беҙҙекеләр Түбәнге Төлмәйҙә эшләй. Төрлө ауылдарҙан Белорет заводы өсөн бөтәһе 206 мейес күмер әҙерләп оҙаталар.

Һуғыштан һуң да маныштылар һынатманы, ағас әҙерләүҙә, ташыуҙа алдынғылыҡты бирмәне. Рәжәп Мирасовтың бригадаһы айҙан-айға план нормаһын 130 — 150 процентҡа үтәне. Бындай күрһәткес урында ғына түгел, ә бөтә “Башлес”та беренсе булды. Шуның өсөн бригадир Р.Б. Мирасов күп тапҡыр орден-миҙалдар, ордендар, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде.

Юғарыла телгә алынған ауылдаштарҙан әле Ғәзиз Шаһыбал улы Байрамғәлин генә иҫән, ә башҡалар яҡты донъянан китеп бөттө. Беҙ уларҙың береһен дә онотмайбыҙ. Йәндәре йәннәттә булһын.


Автор: Нурулла МИҺРАНОВ Район: Белорет районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә