Ата-әсәнең сәләмәтлеккә мөнәсәбәтенән күп нәмә тора.
Демография мәсьәләһе – беҙҙең ил өсөн үтә етди, бәхәс тыуҙыра, борсолдора торған проблема. Үткән быуаттың 30-сы йылдарынан башлап Рәсәй халҡының һаны ҡыҫҡарыуға йүнәлеш алды. Халыҡтың тәбиғи кәмеүе төрлө ҡатмарлыҡ тыуҙыра, пенсия системаһына ауырлыҡ төшә, һаулыҡ һаҡлауҙа, хеҙмәт баҙарында ҡыйынлыҡтар арта, ҡулланыусылар баҙары ҡыҫҡара һ.б.
Социологтар әйтеүенсә, демографик көрсөк – үткәндәге йәмәғәтселек ваҡиғаларының шаңдауы. Хәҙер ҡабул ителгән сараларҙың һөҙөмтәһен бары алыҫ киләсәктә күрергә мөмкин буласаҡ.
Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ, социология фәндәре докторы, профессор Рауил Талип улы НАСИБУЛЛИН – тап ошо мәсьәләләрҙе тәрән өйрәнгән, даими рәүештә тикшеренеүҙәр үткәргән ғалим. Уның фәһемле һығымталары бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ тип уйлайбыҙ.
– Рауил Талип улы, һеҙ ғүмерегеҙҙең күп өлөшөн социология, йәшәйеш, ғаилә мәсьәләләрен тәрән өйрәнеүгә арнаған шәхес. Ошо йүнәлештә илебеҙҙә власть тарафынан байтаҡ эш башҡарыла, маҡсаттар билдәләнә, закондар ҡабул ителә. Әммә уларҙың тормошҡа ашасағына икеләнеүселәр ҙә, хупламаусылар ҙа табылып тора. Сәбәбе ниҙә?
– Бер пролетариат шағирының һүҙҙәрен миҫалға килтерәйек: “Беҙҙә иң мөһим һүҙҙәр ҙә, ғәҙәткә әүерелеп, күлдәк кеүек иҫкереп туҙа…” Был ҡанатлы фраза бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған, бер үк ғәмәлде урынлы-урынһыҙ ҡабатлау уның мәғәнәһен арзанайтыуға килтерә.
Мәҫәлән, “власть” һүҙен алайыҡ. Нобель премияһы лауреаты Б. Рассел уның мәғәнәһен “билдәләнгән маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу” тип аңлата. Тарих быны яҡшы раҫлай: әгәр ҙә халыҡҡа вәғәҙә биреп, маҡсат ҡуйып та, уны тормошҡа ашырмайһың икән, тимәк, ышанысты ла, һүҙ көсөн дә ҡаҡшатаһың. Заманында беҙгә “киләһе быуын коммунизмда йәшәйәсәк” тип вәғәҙә иттеләр. Юҡ, маҡсатҡа өлгәшелмәне.
Һығымта шул: кешеләрҙең ышанысын һаҡларға теләһәң, министрмы һин, ферма мөдиреме, маҡсат ҡуйғанға тиклем уға өлгәшеү юлдарын, ресурстарҙы, бөтә мөмкинлектәрҙе барларға тейешһең. Ҡулыңдан килмәҫтәй булһа, тотонмауың хәйерлерәк. Бик күп кешенең мәнфәғәттәренә ҡағылған маҡсатты бар ғаләмгә яңғыратыуҙың йәмғиәттә төрлө фекер тыуҙырыуы тәбиғи. Бынан ҡурҡырға ярамай. Эштең ыңғай яҡҡа тәгәрәгәнен күреү менән икеләнеүселәр ҙә, ҡаршы сығыусылар ҙа кәмейәсәк.
– Рәсәй Президентының инаугурациянан һуң йәмәғәт иғтибарына сығарылған “2024 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында”ғы Указын да халыҡтың төрлөсә ҡабул итеүе билдәле. Кемдер хупланы, кемдер ышанып етмәне. “Бындай проекттар элек тә булды, барыһы ла тормошҡа ашманы”, тиеүселәр ҙә бар.
– Минеңсә, ҡайһы бер уҡыусыларыбыҙ документты тулыһынса иғтибар менән уҡып сыҡмағандыр төҫлө. Бәлки, бөтә хәлде асыҡ анализлай, күҙ алдына килтерә лә алмайҙарҙыр. Демография мәсьәләләренең мөһим өлөшө булған бер генә маҡсатлы пунктҡа байҡау яһайыҡ. Указға ярашлы, Рәсәй Хөкүмәте алдына “ғүмер оҙайлылығын 78 йәшкә тиклем еткереү” бурысы ҡуйылды.
Ошо маҡсат дәүләт демография сәйәсәтенең нисек принципиаль рәүештә үҙгәреүен раҫлай: әгәр ҙә быға тиклем “халыҡты һаҡлау”, “һанын арттырыу” тураһында күберәк һөйләһәк, хәҙер һүҙ яңы сифатҡа күсеүҙе тәьмин итеү, көтөлгән ғүмер оҙайлылығын арттырыу хаҡында бара. Айырманы һиҙҙегеҙме?
– Миҫалдар менән нығытһағыҙ яҡшы булыр ине.
– Ғүмер оҙайлылығы халыҡтың социаль-иҡтисади именлеге күрһәткесе булып тора. Ысынбарлыҡҡа күҙ һалайыҡ: әгәр ҙә бөгөн донъяға 100 кеше килгән икән, ҡасандыр уларҙың 100 проценты ла вафат буласаҡ. Тормош шулай ҡоролған. Проблема шунда: уларҙың һәр береһе күпме ғүмер кисерер һәм нисек йәшәр? Көнкүреш сифаты ҡәнәғәтләнерлек булырмы, юҡмы?
Указға әйләнеп ҡайтайыҡ. Уртаса ғүмер оҙайлылығын 78 йәшкә еткереү өсөн нимә эшләргә кәрәк? 1995 йылда был күрһәткес 66,2 йыл тәшкил иткәйне. 2010 – 2017 йылдарҙа республикала ул 72 йылға тиклем күтәрелде. Алдағы алты йылда 78 йылға тиклем арттырыу һис тә утопия түгел, әгәр ҙә тейешле шарттарҙы үтәй алһаҡ. Мәҫәлән, Указда телгә алынған “ярлылыҡты ике тапҡырға кәметеү” шарты үтәлһә. Ғүмер оҙайлылығы – социаль-иҡтисади үҫеш кимәлен һәм тормош сифатын билдәләгән күрһәткес, шул уҡ ваҡытта ул халыҡтың төрлө йәштәге төркөмдәрендәге үлем кимәленә бәйле.
Был барыһынан да элек сабыйҙар үлеменә ҡағыла. 1995 йылда ул 1000 сабыйға 18,3 промилле тәшкил итһә, 2017 йылда был һанды 6,8-гә тиклем кәметергә мөмкин булды. Бала үлеме – һәр ғаилә өсөн аяныслы фажиғә, әммә әлегә бер генә илдә лә был кире күрһәткесте тамырынан бөтөрә алғандары юҡ. Тимәк, беҙгә алты йылда 4,5 промилле кимәленә сығырға кәрәк.
– Тәү ҡарашҡа һандар ҙур ҙа түгел һымаҡ…
– Эйе, тик был юлы эш ҡатмарлы буласаҡ, сөнки һуңғы йылдарҙағы алға китеш – сабыйҙар үлемен өс тапҡырға тиерлек ҡыҫҡартыу – күп һаулыҡ һаҡлау объекттарының торошон яҡшыртыу, яңы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу, эш ысулдарын камиллаштырыу һөҙөмтәһе. Ә хәҙер тыуым процесында ҡатнашыусылар – атай, әсәй, уларҙың яҡын туған-тыумасаларының сәләмәтлеккә мөнәсәбәтенән күп нәмә торасаҡ. Беҙ үҙебеҙҙең һәм балаларыбыҙҙың һаулығын нисек ҡайғыртабыҙ – бөтәһе лә күҙ алдында, миҫалдар тирә-яғыбыҙ тулы.
Яңыраҡ район дауаханаһында оҙаҡ йылдар эшләүсе таныш табип бала табыу бүлексәһенә иҫерек ҡатынды ҡабул иткәндәрен һөйләп аптыратты. Әсә лә, сабый ҙа иҫән, әммә балала хәүефле патологик тайпылыштар табылған. Эскелек менән мауыҡҡан ғаиләләрҙе һауыҡтырмай тороп, һау-сәләмәт быуын тәрбиәләү тураһында һүҙ алып барыу мөмкин түгел. Үкенескә ҡаршы, сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итмәгән, имен булмаған ғаиләләр етерлек. Бына ҡайҙа ең һыҙғанып эшләргә кәрәк беҙгә, проблемалар медицина тармағынан бигерәк ғаилә ҡорған парҙарҙан башлана.
– Демографик күрһәткестәр хәҙерге осорҙа ла социаль-иҡтисади хәл менән тығыҙ бәйле, тимәксеһегеҙме?
– Бер нисә шәкертемде алып, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәт-аналитика үҙәгендә фәнни тикшеренеүҙәр үткәрҙек. Унда республикабыҙҙа йәшәгән һәр кемдең ниндәй сир менән ауырыуы, ҡайҙа дауаланыуы тураһында ҙур мәғлүмәт тупланған. Ә кеше ни өсөн ауырыуҙан яфалана, торлаҡ хәле нисек, ниндәй шарттарҙа эшләй? Ул хаҡта бер ауыҙ һүҙ ҙә юҡ. Ошо мәғлүмәтте анализлап, белемгә әүерелдереү файҙалы булыр ине.
Һәр район, ҡала хакимиәте башлығының өҫтәлендә демографик күрһәткестәр ята: күпме кеше тыуған, күпмеһе вафат булған – бөтә мәғлүмәт тупланған. Сир һәм үлем сәбәптәре асыҡ күрһәтелгән: суицид, һыуға батыу, ҡартлыҡ, хеҙмәтте һаҡлауҙың насар ойошторолоуы һ.б. Хәүефле күрһәткестәр – ҡыҙыл, нормала тип иҫәпләнгәндәре йәшел төҫкә буялған. “Ҡыҙыл” зоналағы Архангел, Борай, Стәрлебаш, Балтас, Ғафури һәм Баҡалы райондарында социологик тикшеренеүҙәр шуны күрһәтте: кешенең киләсәккә өмөт юғалтыуы оло социаль проблемаға килтерә.
Юҡҡа ғына Рәсәй Президентының үрҙә әйтелгән Указында маҡсатҡа өлгәшеү өсөн 12 пункттан торған бурыс билдәләнмәгән бит. Шартлы рәүештә уны өс төркөмгә бүлергә мөмкин: йәмғиәт өсөн дөйөм проблемалар; һәр йәш төркөмөндәге үҙенсәлекле мәсьәләләр; һәр айырым ғаиләнең һәм кешенең проблемалары. Тимәк, Указдың үтәлеше лә республикабыҙҙа йәшәгән дүрт миллиондан ашыу кешенең теләгенән, сәләмәтлеккә мөнәсәбәтенән тора.