Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Илгиҙәрлек – күңелендә
Атайым менән әсәйемдең йәшлек ҡалаһы, мөхәббәткә юл асҡан ҡала ул Сибай.

Исем кешене биҙәй, уға бөтәһе лә һалынған, тиҙәр. “Сабыйға исемде нисек ҡушыуға ҡарап, киләсәктә уның яҙмышы шуға ярашлы ҡорола” тигән ышаныс та йәшәй халыҡта. Шуға күрә лә ғәзиздәренә бәхет юрап, атаһы менән әсәһе иң күркәм, яңғырауыҡлы тип һанаған исемгә өҫтөнлөк бирә. Теләк изге – малайҙар – ҡыйыу булып, ә ҡыҙҙар наҙға төрөнөп үҫһен! Ысынлап та, был донъяла һәр беребеҙ өсөн иң ҡәҙерле, иң ҡиммәтле һүҙ ул исем, оло мәғәнәгә эйә төшөнсә лә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәр һирәк осрай торғандарына ла өҫтөнлөк бирә. Мәҫәлән, Мәрүәрә шәхсән минең өсөн ят һаналды башта. Мәрүәр ағасы менән китап аша танышмын, әммә уның ҡайҙан килеп сығышын белеү маҡсатында әңгәмәсемдең үҙенән дә һораштым, һүҙлеккә лә күҙ һалдым. Ул ғәрәпсәнән алынған, ынйы-гәүһәрҙе аңлата.

Эргә-тирәбеҙҙе ынйылай балҡытҡан, Учалы ҡалаһы 2-се мәктәбенең география уҡытыусыһы Мәрүәрә ХАЖИНА менән әңгәмәбеҙ ғәмәлдә ошо хаҡта.


– Һүҙҙе гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙ менән таныштырыуҙан башлаһаҡ ине. Кем булаһығыҙ, ҡайһы яҡта тыуып үҫкәнһегеҙ?

– Ҡолош ауылы Учалы менән Белорет райондарының сигендә урынлашҡан. Тәбиғәте иҫ киткес күркәм, үҙенсәлекле уның, урман-тауҙар ҡосағына һыйынып ҡына ултырған. Шәгәр йылғаһының йом­шаҡ та, татлы ла һыуын эсер өсөн ҡайҙан ғына килмәйҙәр! Уны күккә күтәреүем тиккә түгел, ошонда тыуып үҫтем, буй еткерҙем. Тыуған яҡтарға бер ҡайтып килеү илһам өҫтәй, күңел күтәренкелеге бирә.

Кем мин тигәндән, уҡытыусы булыу теләге нәҡ Ҡолошта күңе­лемә һалынғандыр тип уйлайым. Педагогтар ҙа, атай-әсәйем дә даими дәртләндереп торғас, әле мәктәптә уҡығанда уҡ үҙемде бер башҡа үҫкәндәй хис иттем. “Мин киләсәктә уҡытыусы буласаҡмын!” Ошо хыял педагогия училищеһына килеп ингәнсе әйҙәп йөрөнө.

– Һүҙегеҙҙе бүлдерәм, белем эстәү кеүек ҙур маҡсат менән һеҙ Сибайға юлланып, педагогия училищеһына (хәҙер колледж) уҡырға ингәнһегеҙ. Берәйһенең өгөтләүе буйынса ситкә сығып киттегеҙме, әллә уның төбөндә бүтән төрлө сәбәптәр ятамы?

– Бәләкәй саҡта “ҙур үҫкәс кем булырға теләйһең?” тигән һорауға һәр ваҡыт “уҡытыусы” тип яуап бирә торғайным. Мәктәптә уҡығанда ирекле темаға инша яҙғанда ла мәктәп, мөғәллим, уҡыусы, дәрес кеүектәрҙә туҡтала инем. Сәбәбе ябай ғына, биш йәштән үк хәреф таныу ғына түгел, ә уҡырға өйрәндем, бәләкәйҙән китаптарға ғашиҡ булып үҫтем. Өҫтәүенә наҙлы тауышлы, һәр кем менән йомшаҡ мөғәмәлә иткән тәүге уҡытыусым Мөслимә апай Мөхәмәтйәнова кескәй баланың йөрәгенә ошо һөнәргә ҡарата һөйөү тойғоһо һалғандыр.

Ысынлап та, ә ниңә Учалыға яҡы­ныраҡ булған Белорет ҡала­һына түгел, ә ул саҡта ныҡ алыҫ тойолған Сибайға юлландым икән? Ҡыҙыҡ һорау. Сер әллә ни төпкә йәшерелмәгән дә, шулай ҙа... Атайым менән әсәйемдең йәшлек ҡалаһы, мөхәббәткә юл асҡан ҡала ул Сибай. Башҡорт егете Хәбил менән ҡаҙаҡ ҡыҙы Арсалы Сибай ауыл хужалығы техникумының агрономия һәм зоотехния бүлегендә уҡығанда танышып ҡауыша. 
– Һеҙҙең өсөн уҡытыусылыҡ нимә ул?

– Ул – уҡыусыларға белем биреү генә түгел, ә иң беренсе сиратта оло һәм ҡатмарлы тормошҡа әҙерләү ғәмәле. Ҡайһы уҡытыусы тормошта үҙ урынын тапҡан уҡыу­сылары менән ғорурланмаһын, ти! Әлбиттә, бала шатлығы уныҡы ла. Ә инде юғалып ҡалыусыларға, аҙашыңҡырап йөрөүселәргә эсе бошоуы юҡҡа түгел. Биргән белемеңдең файҙаһы тураһында телгә алыу артыҡ, ә бына үҙ ваҡытында әйтелгән кәрәкле кәңәшең, ваҡытында күрһәткән йүнәлешең, бәлки, бәғзе берәүҙе яҙыҡ юлдан алып ҡалыр. Ошо турала ла уйланам.

Студенттар йәки һөнәр алған­дары ғына түгел, инде донъялары бөтөндәрҙең дә килеп рәхмәт әйтеп китеүе хеҙмәтемдең, түккән көсөм­дөң бушҡа түгеллеген иҫбатлай. Ғөмүмән, рәхмәт әйтеүҙән тарты­нырға ярамай. Шәхсән үҙем иһә тыуған ауылымдағы яратҡан уҡытыусым – Мөслимә Шакир ҡыҙына һәм, әлбиттә, 15-16 ғына йәштәрҙә, тап шәхес булараҡ формалаша башлағанда, дөрөҫ юлға баҫтыра алған Сибай педагогия училищеһының уҡытыусылар коллективына рәхмәтем сикһеҙ. Кемдәр тиһегеҙме? Бигерәк тә класс етәксебеҙ Рәшиҙә Ғәфүр ҡыҙына, директорыбыҙ Хөснөтдин Хәйбулла улына, уҡытыусыбыҙ Марат Хәйрулла улына һәм башҡа бик күп талантлы мөғәллимдәргә хөрмәтем ҙур.

– Ҡайһы бер уҡытыу­сылар­ҙың яратҡан уҡыусыһы була, тигән ҡараш йәшәй. Һеҙҙең фекерегеҙ нисек?

– Ҡайһы бармаҡты тешләһәң дә ауыртыуын яҡшы беләм. Ғө­мү­мән, барыһына ла тигеҙ ҡараштамын.

– Быйыл Ишембайҙа география уҡытыусыларының фестивале үтте. Маҡсат менән йә­шә­гән һәр конкурсант, тулы әҙер­лектән тыш, ниндәйҙер яңы­лыҡ та алып килә унда. Мә­рүәрә Хәбил ҡыҙы, һеҙ бүтән­дәр­ҙе нимә менән шаҡ ҡатырҙығыҙ?

– Өсөнсө йыл рәттән уҙғарылған география уҡытыусыларының слеты – үҙебеҙ тураһында һөйләү генә түгел, ә башҡалар менән дә танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу һәм яңы ерҙәр күреү өсөн отошло сара. Мәҫәлән, быйыл Баймаҡтан килгән Айҙар Мәжитов башҡорт яугире кейе­мендә сығыш яһаны. Ул сәхнәгә сығып баҫҡас, күҙ алдынан тарих биттәре үткәндәй тойолдо. “Уҡытыусы – уҡ атыусы, ә уҡыусы – уҡ йыйыусы” тигән уның ялҡынлы телмәре миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Ә беҙ иһә төп иғтибарҙы халыҡ ҡомартҡыларының һаҡла­ныуына бүлдек. Үҙ сиратында, “Үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ материалдар” тигән диплом менән бүләкләндек.

– Белеүебеҙсә, йыш сәфәр сығаһығыҙ? Юл йөрөү һеҙгә нимә бирә?

– Булмышым шундай – һәр ваҡыт хәрәкәт яҡлымын, ҡыҙыҡ­һыныу мине төрлө яҡтарға әйҙәй. Хәйер, сәфәр сығыуға кем генә атлығып тормай икән. Ер-һыу күреү – үҙе бер ғүмер тиһәң дә була.

– Бынан тыш, күп йылдар гид ролен үтәнегеҙ – Ирәмәлгә күтә­ре­леүселәрҙе ярҙамдан өҙмәне­геҙ. Уның ни тиклем яуаплы ла, ауыр ҙа икәнен беләм. Ул нисек башланды?

– Йөрөгән таш шымара, ятҡаны мүкләнә, тигән әйтемгә таянып йәшәйем. Әлбиттә, кемгәлер мүк – үҙе байлыҡ, ә минең бер бирелгән ғүмерҙә хозур урындарҙы күберәк күргем килә. Һәр урындың үҙенсә­лекле матурлығы бар, тик уны тоя белергә генә кәрәк. Урманда үҫһәм дә, дала иркенлеген яратам, унда­ғы ҡылғандың, сәскәләрҙең хуш еҫтәре иҫте китерә. Мәғрур тауҙар, текә ҡаялар, шаян йылғалар һәм тымыҡ күлдәргә лә күңелем тартыла. Нисек инде дүрт стенаға бикләнеп ятмаҡ кәрәк? Учалының ҡайһы нөктәһенән ҡараһаң да күренгән изге, серле Ирәмәлгә йөрөмәй нисек түҙәһең?

Ҡаланың йәш туристар үҙәгендә эшләгәндә миңә сәфәр сире йоҡто. Тормош иптәшем Әҡсән Күсәев һәм балаларыбыҙ, хатта бәләкәсте лә алып, Ирәмәлгә күтәрелгән һайын тәжрибәм артты, шуға үҙем дә туристар йөрөтә башланым. Илгиҙәрлек – күңелемдә. Яуаплы булһа ла эшем бик оҡшай торғай­ны. Әле ҡаланың 3-сө лицейында географиянан уҡытам, туризмдан йыраҡ китмәнем, тип әйтмәксемен.

– Учалыны ҡайһы берәүҙәр төпкөлгә тиңләй. Уның ҡарауы, тәбиғәте хозур, кешеләре ихлас. Ғөмүмән, был яҡтарҙа халыҡ­тың көнитмеше нисек?

– Учалы республикабыҙҙа иң йәмле райондарҙың береһе генә түгел, ә ер аҫты һәм ер өҫтө бай­лыҡтары буйынса ла алдын­ғы­лыҡ­ты бирмәй. Уның даны баҡырынан башланып, алтыны, йәшмәһе, граниты һәм башҡа байлыҡтары ме­нән дауам итә. Ә сәсәндәре, бейеү­селәре, йырсылары! Ҡымыҙ, ҡаҙы, талҡан, әжегәйе телеңде йоторлоҡ. Ғөмүмән, халыҡ бөгөн боронғо­лоҡто ташламай, хәҙерге замандан артта ҡалмай, гөрләтеп донъя көтә.

– Мәрүәрә Хәбил ҡыҙы, һо­рау­ҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн рәхмәт! Хәрәкәттә – бәрә­кәт, тиҙәр. Киләсәктә лә юлда­рығыҙ уң булһын!


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә