Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Көнсөл дә, артыҡ оялсан да булма
Күп ауырыуҙарҙың сәбәбе нервынан икәнлеге сер түгел. Ә бына шул юҡ-барға туҙыныуҙың нигеҙе лә кеше холҡондағы тиҫкәре сифаттарға бәйле.

Һау-сәләмәт йәшәргә теләһәгеҙ, иң элек шул насар ғәҙәттәрҙән ҡотолорға кәрәк. Был тиҫкәре сифаттарҙың барыһы ла динебеҙҙә телгә алына, тип әйтергә мөмкин. Иманлы, динде ихлас ҡабул иткән кеше, ошо алама күренештәрҙән алыҫ тороп, һаулығын да нығыта тигән һүҙ.
Ҡара көнсөллөк – кешеләге бик насар сифаттарҙың береһе. Көнсөл кешеләр гел бүтәндәргә ҡыҙығып йәшәй, уларға һаман нимәлер етмәй. Ә һәр ваҡыт борсолоп, ҡәнәғәт булмайынса йәшәү, билдәле инде, йөрәк ауырыуҙарына, бигерәк тә стенокардияға илтә.

Ғорурлыҡ тигән төшөнсә бар. Ундай кеше үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуйырға ярата, ауыр хәлдә ҡалһа ла, ярҙам һорамаҫҡа тырыша. Ғәҙәттә, уның яҡшы сифаттарын, таланттарын башҡалар дөрөҫ баһаламай, күрмәмешкә һалыша. Һөҙөмтәлә был кеше күңелһеҙләнә, үҙен кәрәкһеҙ кеше итеп тоя башлай, психик баҫым йонсота. Ә был иһә ашҡаҙан аҫты һуты эшләп сығарыуҙы арттыра, ә артыҡ һут лайлалы тышсаны “ашай”, шулай итеп, ашҡаҙан ауырыуҙары – гастрит, ашҡаҙан йәрәхәте килеп сыға.

Күңелһеҙ йөрөү һөҙөмтәһендә, бындай кешенең организмында шатлыҡ гормондары – серотонин һәм эндорфин кәмей. Уларҙы тулыландырыу юлын ул, ғәҙәттә, араҡынан эҙләй башлай. Кәйеф күтәреү өсөн аҙ-аҙлап төшөрә торғас, үҙенең эскесегә әйләнгәнен дә һиҙмәй ҡала. Эскелек иһә тағы ҡатмарлыраҡ ауырыуҙарға юл аса.

Ҡышын ҡарын да бирмәҫ һарандарҙы инсульт гел һағалап тора, сөнки һаран кеше тинләп һанап тота, ҙурыраҡ әйбер һатып алған йәки бурысҡа аҡса биреп торған һайын стресс кисерә. Ә был баш мейеһендәге ҡан тамырҙарының тарайыуына килтерә, һөҙөмтәлә уға ҡан һауырға мөмкин. Инсульттан һуң һауығыу процесы ла һарандарҙа бик ауыр бара.

Аҫтыртын, үсле, тиҙ бәхәскә кергән кешеләр араһында аллергия киң таралған. Тауыш сығарыу, бәхәсләшеү арҡаһында уларҙың нервы системаһы гел әүҙем эшләй. Һөҙөмтәлә ҡанға күп күләмдә ферменттар ҡушыла, тәндәге күҙәнәктәр бер-береһе менән көрәшә башлай. Аллергия, биттәге бетсәләр – шуның һөҙөмтәһе. Ундайҙарҙың бәләкәй генә яралары ла оҙаҡ төҙәлә.

Ә бына бөйөр ауырыуҙары ҡурҡаҡтарҙы “ярата”. Ҡурҡҡанда организмда адреналин күп эшләнә һәм, билдәле, ағза, артыҡ шыйыҡлыҡты сығарырға теләп, көслөрәк эшләй башлай. Гел хәүефләнеп йәшәгәндә ул һаман да шулай саманан тыш һейҙек ҡыуа. Кеше һейҙекте тота алмай башлай, сутозлар нисбәте үҙгәрә, нефриттар үҫеш ала, бөйөр эшмәкәрлеге тамам боҙола. Ахырҙа ул йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарына – гипертония, дистония, атеросклерозға килтерә.

Артыҡ оялсанлыҡ, кәрәгенән тыш тыйнаҡлыҡ кеүек сифаттарҙың да зыяны бар. Үҙ-үҙенә ышанмаған, үҙен түбән баһалаған, гел үҙенән ҡәнәғәт булмаған кешеләрҙә депрессия йыш күҙәтелә. Ундайҙар, ғәҙәттә, алға ҙур маҡсат ҡуя, әммә бер аҙҙан был хаҡта ентекләп тикшереп, үтәп булыуына шикләнә башлай. Һөҙөмтәлә даими стресс, ҡәнәғәтһеҙлек, күңел төшөнкөлөгө күҙәтелә. Иң элек нервы системаһына зыян килә. Ошо хәл дауам иткәндә, табип бер көндө “маниакаль-депрессив психоз” тигән диагноз ҡуя. Был иһә ауыр психик ауырыуҙарҙың береһе һанала.


Автор: Х. НОҒМАНОВ, табип Фото: pixabay.ru


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп тәғәйенләнеүе ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп тәғәйенләнеүе ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 0

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана 27.10.2026 // Йәмғиәт

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә