Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ни тиклем иртәрәк — шул тиклем хәүефһеҙерәк
Ҡатын-ҡыҙ араһында киң таралған онкология сирҙәренән һөт биҙҙәре яман шеше “лидер”лыҡты тота. Донъяла йыл һайын бер миллиондан ашыу ошо сир асыҡлана. Рәсәйҙә 2010 йылда илле меңдән ашыу ауырыу теркәлгән, Башҡортостанда — 1200-ҙән күберәк.
Йыл һайын был күрһәткес 5-6 процентҡа арта бара. Рәсәйҙә тәүге тапҡыр сиргә юлығыусыларҙың 60 процентында ул I һәм II стадияһында уҡ асыҡлана, ә 40 процентында бик һуң, III һәм IV стадияһында ғына билдәле була. Айырыуса сирҙең 55 — 69 йәштәге ҡатын-ҡыҙҙа осрауы йыш күҙәтелә.
Һөт биҙҙәре яман шеше гүзәл затта онкология сирҙәренән үлем осрағының төп өлөшөн алып тора. Хәҙер хәүефте арттырыусы сәбәптәргә туҡталып үтәйек. Кешенең йәше хәүефтең дәрәжәһен билдәләүҙә тәүге урында торалыр.
Әйтеп үтеүебеҙсә, сир өсөн үтә ҡурҡыныслы осор 55 — 69 йәш арауығы. Пациенттарҙың ни бары 10 проценты ғына — 30 йәшкә тиклемгеләр.
Ваҡытынан иртәрәк башланған күрем дә (13 йәшкә тиклем) яман шеш хәүефен 2–2,5 тапҡырға арттыра. Күрем 55 йәштән һуң туҡталған осраҡта ла хәүефләнергә урын бар. Ауырыуҙарҙың 78 процентына төрлө климактерик тайпылыштар хас. Тәүге баланы һуңлап табыу ҙа сәләмәтлек файҙаһына түгел. Ауырлы саҡта гормональ препараттар файҙаланыуҙың да кире һөҙөмтәһе булыуы мөмкин.
Эндометрий йәки түллек шештәренән яфаланыусылар араһында башҡа төрлө онкологик тайпылыштарҙың барлыҡҡа килеү хәүефе икеләтә арта. Ионлау нурланышы ла һөт биҙҙәренең яман шешенә юлыҡтырыуы ихтимал.
Көн һайын 50 мл алкоголь ҡулланыу ҙа сир хәүефен 1,4 — 1,7 тапҡырға арттыра. Ауырыуҙарҙың 10 — 20 процентына генетик факторҙарҙың сәбәпсе булыуы билдәле. Һимереү, бауыр сирҙәре, гипертония, шәкәр диабеты ла сиргә юл аса.
Һөт биҙҙәре яман шешенә юлыҡмау өсөн ҡайһы бер ябай ғына кәңәштәрҙе үтәргә тәҡдим итәбеҙ. Тәүге балағыҙҙы табыуҙы һуңға ҡалдырмағыҙ, ни тиклем иртәрәк — шул тиклем һаулығығыҙ өсөн яҡшыраҡ. Белгестәргә мөмкин тиклем йышыраҡ күренегеҙ. Сабыйығыҙҙы күкрәк һөтө менән туйындырһағыҙ, үҙегеҙ ҙә, балағыҙ ҙа сәләмәт булыр.
Гормондар көйләнешенең боҙолоуы һөҙөмтәһендә һөт биҙҙәрендә барлыҡҡа килгән үҙгәрештәр яман шештең баш ҡалҡытыуын ҡуҙғытып ебәреүе мөмкин. Мастопатияның төрҙәре күп. Оҙайлы стресс, эндокрин системаһы һәм ҡалҡан биҙе торошо, нәҫелгә хас бирешеүсәнлектең сиргә этәргес булыуы ихтимал.
Һөт биҙҙәре сирҙәрен диагностикалау ысулдары яҡшы билдәле. Маммолог йәки башҡа белгес ауырыуҙы тәүге тапҡыр ҡабул иткәндә үк ҡул ярҙамында сирҙе асыҡлауы мөмкин. Махсус аппаратта рентген тикшеренеүе һөт биҙҙәре туҡымаһы, лимфа төйөндәре төҙөлөшөндәге үҙгәрештәрҙе асыҡлай. Ҡырҡ йәште уҙған һәр ҡатын-ҡыҙ ике йылға бер тапҡыр ошо ысул ярҙамында тикшеренеү үтергә тейеш.
Ультратауыш эхографияһы 35 йәшкә тиклемге ҡатындарҙың сәләмәтлеген асыҡлау өсөн ҡулланыла. Әммә бер сантиметрҙан бәләкәйерәк шештәрҙе был аппарат ярҙамында яҡшылап күреп булмай.
Морфологик тикшереү сир оялаған туҡыма киҫәген ентекләп өйрәнеүҙе аңлата. Төйөрҙәр барлыҡҡа килгәндә, мотлаҡ ошо процедураны үткәрәләр. Ҡайһы бер осраҡта тығыҙланған, ҡаты биҙҙәрҙе тикшергәндә хирургик ярҙам талап ителә.
Һәр ҡатын-ҡыҙ һөт биҙҙәрен даими тикшереп торорға, аҙ ғына үҙгәрештәр күҙәтелгәндә лә белгескә мөрәжәғәт итергә тейеш. 18 йәште уҙған һәр гүзәл зат йылына бер тапҡыр маммологка йәки хирургка күренгәндә, ультратауыш тикшереүе үткәндә яман шеште иҫкәртеүе лә, дауалауы ла еңелерәк, һөҙөмтәлерәк буласаҡ. Нисә йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан, үҙеңдең һаулығыңа иғтибарҙы кәметмәү, даими тикшеренеү үтеү һәр кемдең дә ҡулынан килә.
М. ҒӘЛИЕВ,
медицина фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә