Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыҙҙар ниңә аяуһыҙ?
Ҡыҙҙар ниңә аяуһыҙ?“Әсәй менән гөл ултырттыҡ…”

Бынан бер нисә йыл элек беҙҙең ауылға ике балалы ғаилә ситтән күсеп килде. Килмешәктәр шунда уҡ үҙҙәрен башҡасараҡ тотоуы менән ауыл халҡының иғтибарын йәлеп итте. Тиҙҙән “йүкә телефон” уларҙың сектант икәнлеге тураһында хәбәр итте. Үҙ Аллаһына табынып, ит ашамай, үлән менән генә туҡланып, башҡа сәйер ғәҙәттәре менән аптыратып йәшәне улар. Ғаиләлә ике бала тәрбиәләнде. Ҡыҙҙары Кристина менән малайҙары Олег яңы мәктәпкә тиҙ өйрәнде. Шулай ҙа шуҡлыҡтары менән айырылып торҙолар.
Кристинаның холҡо VII-VIII класта уҡығанда үҙгәрә башланы. Ата-әсәһенең араһы боҙолоп, өйҙә көн һайын ыҙғыш сыға башлау быға төп сәбәпсе булғандыр. Өйҙә тыныс булмағас, уның ҡайтҡыһы ла килмәй, көнө буйы тышта йөрөүҙе хуп күрә ине. Урам үҙенекен итә. Кристина алсаҡ, көләкәс ҡыҙҙан уҫал, ярһыу, асыулы үҫмергә әйләнде. Класташтары менән дә аралашмаҫ булды. Һәр нәмәгә ҡәнәғәтһеҙлек белдереү, тормоштоң йәмен күрмәү, яҡындарын кәмһетеү ғәҙәти хәлгә әйләнде. Ата-әсәләрен мәктәпкә йыш саҡырта башланылар, ләкин ҡыҙыҡай ҡулдан ысҡынды. Уҡытыусылар артабан нимә эшләргә тип аптырай башланы, сөнки ҡыҙыҡайҙың уҡырға теләге бөтөнләй юҡ ине. Тәртип яғы ла ныҡ аҡһаны. Шул саҡ Кристинаның ата-әсәһе, айырылышып, ауылдағы өйҙәрен һатып, ҡалаға күсенде.
Был ғаиләне ауылда онота ла башлағайнылар инде. Тик былтыр үҙәк гәзиттәрҙең береһендә бер ҡыҙҙың 35 йәшлек ирҙе үлтереүе тураһында мәҡәлә сыҡҡас, бөтөн ауыл “гөж” килде. Был бит – Кристина!
Ирҙе үлтергән енәйәтсел төркөм ойоштороп, бойороҡтар биреүсе лә ошо ҡыҙ булған. Башҡа һыймаҫлыҡ, йыртҡыстарса енәйәтте тап ошо үҫмер етәкселегендә ҡылғандар. Ирҙе үлтергәндән һуң үҫмерҙәр, уның мәйетен яндырырға булып, башын киҫеп алған. Һуңынан ҡорбандың ҡыйбатлы машинаһы янында ирҙең өҙөлгән башын тотоп фотоға төшкәндәр. Һуңынан уларҙы ҡараған хоҡуҡ һаҡсыларының сәстәре үрә торған.
Кеше үлтергәндән һуң был төркөм әлеге затлы машинала оло юлға сығып йөрөргә булған, тик алыҫ китә алмай, аварияға эләккән. Енәйәтселәрҙең ҡорбаны булған ирҙең ҡатыны, йәш балаһы, ата-әсәһе ҡалған.
Кристинаны иркенән мәхрүм иттеләр. Уның яҙмышы артабан нисек булыр – билдәһеҙ. Тик ҡасандыр мәктәп сәхнәһенән: “Әсәй менән гөл ултырттыҡ, гөлдәр хуш еҫ тарата”, – тип моңло тауышы менән тамашасыларҙы әсир иткән, аҡ таҫма таҡҡан ҙур күҙле ҡыҙ һаман күҙ алдынан китмәй.

Ғәйепте Интернетҡа ғына япһармайыҡ


Үрҙә Кристинаның тарихын телгә алыуым юҡҡа түгел. Беҙҙең мәктәптәрҙә лә ҡаты бәғерле үҫмерҙәр бар, тип әйтмәксемен. Ҡыҙҙың яңылыш юлға баҫыуына, хәлде бер нисек тә үҙгәртә алмауҙарына ваҡытында үҙем шаһит булғанға был ваҡиға шул тиклем йөрәккә уйылып ҡалған. Әле үҙәк матбуғат сараларынан ҡыҙҙарҙың тиҫтерҙәренә ҡарата аяуһыҙлығы тураһында йыш һөйләйҙәр. Бының төп сәбәбе – Интернет селтәрен файҙаланыусыларҙың күплеге һәм виртуаль донъяла кире йоғонто яһаусы мәғлүмәттәрҙең өҫтөнлөк итеүе.
Үҫмерҙәр һәр аҙымын тиерлек видеоға яҙҙырып, төрлө социаль селтәрҙәргә һалып бара. Бер-береңә ҡарата йыртҡыстарса мөнәсәбәт тә юҡтан ғына килеп сыҡмаған. Был тәү сиратта ғаиләлә тыуған ауырлыҡтарға бәйле. Ыҙғыш-талаш, эскелек хөкөм һөргән ерҙә бала ҡайғыһы юҡ, әлбиттә. Шуға ул урамда йөрөй, телевизорҙан, Интернеттан яуған үлтереш, талаш, көсләү тураһында тапшырыуҙар ҡарай һәм тормошто шулай булырға тейеш тип ҡабул итә башлай. Бынан тыш, ғаиләнең матди хәле шәптән булмаһа, 12-14 йәштәрҙәге балалар үҙен башҡалар менән сағыштыра, хәллерәк тиҫтерҙәренә ҡарата көнләшеү тойғоһо барлыҡҡа килә. Ошо көнсөллөк күп осраҡта баланың күңелен ҡатыра ла инде. Тормош ҡараңғы төҫтәргә мансыла. Енәйәт ҡылған өсөн язаға тарттырылмаясағына ныҡлы ышана. Тап ошо сәбәп күпселек осраҡта енәйәт ҡылыуға этәрә лә инде.
Психологияла “буллинг” тип аталған төшөнсә бар. Ул көслө үҫмер тарафынан көсһөҙөнөң гел генә кәмһетелеүен һәм был хаҡта өлкәндәрҙең белеүен аңлата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙгәртеп ҡороу йылдары илдең мәғариф өлкәһенә ҙур йоғонто яһаны. Уҡытыусылар тәрбиә эшенән ситләште. Улар хәҙер белем биреү менән генә шөғөлләнә. Атайҙар йә эсә, йә баш күтәрмәй аҡса эшләргә мәжбүр. Уларҙың бала тәрбиәләргә ваҡыты юҡ. Әсәйҙәр ҙә көнө буйы эштә. Байтаҡ илдәрҙә буллинг менән дәүләт кимәлендә көрәшәләр. Бының өсөн махсус программалар булдырылған. Тәү сиратта уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәрәләр, имен булмаған ғаиләләр менән етди эш алып баралар. Хатта уҡыусы балаларға видеояҙмалы телефондар йөрөтөүҙе тыйғандар. Ә кемделер туҡмаған, ҡыйырһытҡан видеояҙманы Интернет селтәренә һалған өсөн закон буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә был эш алып барылмай, ә енәйәт ҡылыусы балалар артҡандан-арта.
Илде тетрәткән ҡайһы бер хәлдәрҙән һуң (беҙ ҡайһы бер миҫалдарҙы килтерҙек) Дәүләт Думаһында енәйәткә тарттырылыу йәшен 12-гә тиклем кәметеү хаҡында закон проекты әҙерләнә. Был законға ярашлы, енәйәт ҡылған балаларҙан тыш, уларҙың ата-әсәләре лә хөкөм алдында яуап бирәсәк. Документ әлегә ҡабул ителмәгән. Шуныһы көн кеүек асыҡ: тәрбиә нигеҙҙәре бары тик ғаиләлә һалына. АТАЙ менән ӘСӘЙ генә баланы нимә яҡшы һәм нимә насар икәнлеген биләүҙән аңлатып үҫтерә ала.
Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, сәстәр үрә тора: йылына 100 меңдән ашыу ауыр енәйәт 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр тарафынан башҡарыла. Һәр кемдең үҫмер саҡта йоҙроҡ менән ғәҙеллек даулағаны барҙыр. Ләкин октябрят, пионер булған беҙҙең быуын насар менән яҡшы, ярай менән ярамай араһындағы айырманы белә ине. Ә хәҙерге быуын балаларында был төшөнсә юҡ. Ошо сикте кем юйған, әлеге хәлдәрҙә кем ғәйепле – һорауҙар күп.

Төмән. Наташа Суворова тиҫтерҙәренең язаһынан ҡотолоу өсөн 8-се ҡаттан һикерә. Ашығыс ярҙам, бәхеткә күрә, ваҡытында килеп өлгөрә. Ҡыҙыҡай әле реанимацияла. Табиптар бер ниндәй ҙә өмөт вәғәҙә итмәй. Бындай яра алған пациенттар һирәк аяҡҡа баҫа.
Бер йыл элек Наташа ҡаланың 64-се мәктәбенә күскән. Бында уҡый башлау менән класташ ҡыҙҙары уны үҙ итмәгән. Һылыу, модель булырға хыялланған Наташаға көнләшкәндәр, тип фаразлайҙар. Ҡыҙҙы ошаҡлашыуҙа ғәйепләп, уны “уҡытып” алырға булғандар. Язалауҙарын кеҫә телефонының камераһына төшөргәндәр.
Шул уҡ ҡала. “Был көндө һин мәңге хәтерләйәсәкһең”, – тип 15 йәшлек ҡыҙҙар тиҫтерен туҡмай башлай. Маша Багаева беренсе кластан уҡ улар тарафынан үгәйһетелгән була. Ләкин ҡыҙыҡай был хаҡта бер кемгә лә әйтмәй. Һәр нәмәнең аҙағы була, тиҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Машаның да түҙемлеге бөтә. Тиҫтерҙәре уға тағы ҡул күтәрә. Ваҡиғаны телефон камераһына ла төшөрәләр. Тәүҙә улар ҡыҙҙың сәсен ҡыра, кеҫә телефонының шнуры менән быуалар. Туҡмайҙар. Һуңынан яҫтыҡ менән баҫып үлтерергә булалар. Бәхеткә күрә, был ниәттәрен тормошҡа ашырып өлгөрмәйҙәр. Ике осраҡта ла енәйәт ҡылған үҫмер ҡыҙҙар биш йылға бәлиғ булмағандар өсөн холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәреләсәк, ти прокуратура.
Ростов өлкәһе, Цимлян ҡалаһы. Һигеҙенсе класс уҡыусыһы Влада класташтары алдында Катя исемле ҡыҙҙы туҡмай. Үҫмерҙәрҙең береһе лә йәберһетелгән ҡыҙҙы яҡламай. Киреһенсә, видеоға төшөрөп, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашып торалар. Был енәйәте өсөн Владаны яуаплылыҡҡа ла тарттырып булмай. Уны бары тик махсус мәктәпкә уҡырға ебәрергә мөмкин.
Миллерово. Дүртенсе класс уҡыусылары Сережа исемле класташын туҡмай. Йәберләүҙәрен видеотаҫмаға ла төшөрәләр. Был “ижад емеше”н мәктәптә күрмәгән кеше ҡалмай. Уҡытыусылар әлеге ваҡиға тураһында белгәс, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Енәйәтте ойошторған малайҙарға ни бары – 11 йәш. Уларҙы язаға тарттырып булмай. Сережаны ата-әсәһе икенсе мәктәпкә күсергән.
Лилиә НУРЕТДИНОВА


Белгес ФЕКЕРЕ
Зәйнәп НАЗАРОВА, психолог:
– Әлеге мәлдә балаларҙың үҙ-үҙен тотошонда йыш осраған күренеш – агрессия. Белгестәргә, ата-әсәләргә, уҡытыусыларға тап ошо күренешкә ҡаршы көрәшергә һәм эш итергә тура килә. Ҡыҙып китеүсәнлек, тыңлашмаусанлыҡ, сикһеҙ әүҙемлек, һуғышсанлыҡ, аяуһыҙлыҡ – былар барыһы ла агрессия төрҙәре. Был күренештең төп сәбәптәре — тиҫтерҙәренең иғтибарын йәлеп итеү, лидерлыҡҡа ынтылыу, теләгәнен тормошҡа ашырыу, үс алыу, тиҫтерен кәмһетеп, үҙенең өҫтөнлөгөн күрһәтеү. Балаларҙың үҙ-үҙен аяуһыҙ тотоу сәбәптәренә лә күҙ һалайыҡ: уйын эшмәкәрлегенең үҫешмәүе, үҙ-үҙен түбән баһалау, тиҫтерҙәре менән уртаҡ тел таба белмәү. Ата-әсәләргә баланы тәрбиәләгән ваҡытта тап ошо сәбәптәргә иғтибар итергә кәрәк. Баланы биләүҙән тәрбиәләргә кәрәк, ти халыҡ. Был, ысынлап та, шулай. Сабыйҙың тәүге ауазынан уның мыжыуҙарын үтәргә ашҡынып тормағыҙ. Был һуңынан үҙ “емеш”тәрен бирәсәк. Үҫә бара ул эгоцентрикка әйләнәсәк. Агрессив балалар менән бәләкәй саҡтарында һөйләшеп, килешеп була. Ә бына үҫмерҙәр менән уртаҡ тел табыуы ауырлаша. Уларҙың атай-әсәй күҙәтеүенән тиҙерәк ҡотолғоһо килә, өлкәнерәк тиҫтерҙәренең холҡон ҡабатлай башлай. Был осорҙа агрессив бала үҙен башҡалар һымаҡ тотмай. Уның бөтөн холоҡ-фиғеле үҙгәрә, ата-әсәһенә ҡаршылаша. Ошоноң ярҙамында “миңә бәйләнмәһәләр — булды” тигән теорияһын тормошҡа ашыра. Уҡытыусылар, ата-әсәләр бала менән мөмкин тиклем һирәгерәк аралашырға тырыша, һәм һөҙөмтәлә ул насар уҡый башлай, күпселек ваҡытын урамда үткәрә. Ә урам тәрбиәһе тураһында оҙаҡ һөйләп торорға кәрәкмәй. Агрессиялы балаларҙы бер нисә төргә бүләләр. Шулай ҙа уларҙы берләштергән бер һыҙат тураһында айырым әйтеп үткем килә. Ул да булһа — башҡа кешеләрҙе аңламау һәм аңларға теләмәү. Был сифат уның аң кимәленә бәйле. Бала үҙенең ҡыҙыҡһыныуҙары менән генә мәшғүл, ә башҡаларҙы ул маҡсатына өлгәшеү юлындағы кәртә һымаҡ ҡына ҡабул итә. Яҡындарын, таныштарын дошман күреүе арҡаһында, бындай бала йәмғиәттә, тиҫтерҙәре араһында үҙ урынын таба алмай һәм яңғыҙ бүрегә әйләнә. Шуға ла мәктәп психологтарына агрессив балалар менән ентекле эшләргә кәрәк.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Әгәр психолог Зәйнәп Рәсүл ҡыҙына һорауҙарығыҙ булһа, гәзиттең электрон адресына “психолог өсөн “тип хат яҙығыҙ йәки 8 (347) 272-86-29 телефоны буйынса шылтыратығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. ДАИМИ УКЫУСЫ
    ДАИМИ УКЫУСЫ от 11.05.2012, 15:29
    БОГЭНГЭ ГЭЗИТ ГЭЛЭМЭТ ШЭП! УКЫП ТУЙГЫhЫЗ! РЭХМЭТ ЯУhЫН УЗЕГЕЗГЭ! ЛИЛИЭ НУРЕТДИНОВАНЫН МЭКЭЛЭhЕ ТЭРЭН УЙГА hАЛА...ЛИЛИЭ ХАНЫМ, УКЫТЫУСЫЛАР ЗА УЗГЭРЗЕ ХЭЗЕР. 20-30 ЙЫЛ ЭЛЕК ПЕДУЧИЛИЩЕ,ИНСТИТУТ БОТКЭС, БЕР КИТАП УКЫП КАРАМАГАН ПЕДАГОГТАР БАР.ЙЭНЭhЕ, МАЛ-ТЫУАР,ЭШ КУП.БЕЛЕМ БИРЕУ СИФАТЫ ТУБЭНЭЙЗЕ.Э УКЫТЫУСЫЛАРЗЫН ЭЛЕККЕ УКЫУСЫЛАРЫ МЕНЭН КУНАККА САКЫРЫШЫП, БЕР-БЕРЕhЕН КЫСТАП-КЫСТАП АРАКЫ ЭСЕУЕН КЕМ БЕЛМЭЙ? МОhИМ ПРОБЛЕМА КУТЭРЭhЕЗ, РЭХМЭТ! ОШО ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТКЭНДЭ ЯКШЫ БУЛЫР ИНЕ.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 105

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 460

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 995

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 904

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 663

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 250

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 571

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 518

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527