Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хәйбуллала “Асыҡ ишек”тәр гөрләй
Районда Асыҡ ишектәр көнө сиктәрендә һәр ауылда тиерлек көҙгө муллыҡ йәрминкәләре үтә. Һәр кем үҙ баҡсаһында үҫкән емеш-еләкте, йәшелсә-картуфын һатыуға сығарған. Ә сәскәләрҙең матурлығынан күҙҙәр ҡамаша! Ниндәй генә төрҙәре, ниндәй генә төҫлөһө юҡ!

Сәскәләрҙән ҡылдым тамаша



Бәләкәй Арыҫланғол, Йәнтеш, Оло Әбеш, Әбүбәкер ауылдарында Сәскә байрамдары үткәрелде. Бәләкәй Арыҫланғол ауылы клубы етәксеһе Гөлназ Сурина әйтеүенсә, “Сәскә — күңел биҙәге” тип аталған байрамда ауылдаштары ҙур теләк менән ҡатнашҡан. Сәскәләрҙән төрлө композицияларҙың барыһы ла үҙҙәрендә үҫтерелгән сәсәктәрҙән яһалған. Бигерәк тә Айгөл Суринаның “Йәй һулышы”, Фирҙәүес Ямалетдинованың “Батмуста йәй”, Хәҙиә Байгилдинаның “Нәҙекәй бил” тип аталғандары барыһын да хайран иткән. Байрамда ҡатнашыусыларҙың сәскәләрҙең 40-тан ашыу төрөн файҙаланыуы үҙе үк ауылда сәскә яратыусыларҙың күп булыуы хаҡында һөйләй. Теләүселәр өсөн төрлө сәскәләрҙән эшләнгән ҡалпаҡ менән “Сәскәле фея” исемле фотосессия үткәрелде. Байрамдан барыһы ла күтәренке күңел менән таралышты.

Яңы Ергән ауылының сәскә үҫтереүселәре лә был көндә барыһын да “Сәскә байрамы”на саҡырҙы. Сәскәләр күргәҙмәһендә георгин, астра, флоксы, раузаларҙан ниндәй генә гөлләмәләр юҡ ине! Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа тарала башлаған “татлы букет”тарҙың урын алыуы — ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының яңыса йәшәргә өйрәнеүҙәрен, заман менән йәнәш атлауын күрһәтте.

Көҙҙөң сыуаҡ көнөндә йәнә күңелдәрҙе күтәреп Сәскәләр байрамы йәмле йәйҙең бер көнөн хәтерләтте, илаһи матурлыҡҡа ғашиҡ иттерҙе, киләһе йылда ла йорт хужабикәләре баҡсаларын тағы ла матур гөл-сәскәләр менән күмәсәктәрен белдереп, таралышты.

Муллыҡ йәрминкәләре



Сентябрь — көҙҙөң иң мул айҙарының береһе. Шуға күрә райондың күп кенә ауылдарында Уңыш байрамдары киң ҡолас алды. Әлибай, Һамар, Ғәлиәхмәт һәм Маҡан ауылдарында үткән йәрминкәлә тотош ауыл халҡы ихлас ҡатнашты. Кемдер йәшелсәләрҙән төрлө композиялар эшләһенме, муйынсаҡтар яһаһынмы, йә булмаһа ҡышҡа витаминдарға бай төрлө салаттар алып сыҡһынмы?! Шулай уҡ уңған хужабикәләрҙең тәмле-тәмле бәлеш-ләүештәре, аҡтан яһалған ризыҡтары, ҡомалаҡ икмәге, төрлө емештәрҙән әҙерләнгән ҡайнатмалар һатып алыусылар араһында ҙур һорау менән файҙаланылды. Ҡаҙ һәм өйрәк түшкәләре лә үҙ хужаларын тапты.

Ә бына Һамар мәктәбе уҡыусылары йәрминкәлә ҡатнашып, үҙҙәренә байтаҡ табыш алды.

Йыр-бейеү, төрлө уйындар менән үрелеп барған муллыҡ йәрминкәләре райондың башҡа ауылдарында ла гөрләне.



Беҙ сәләмәт тормош яҡлы



Сәләмәт тормошто үҙ иткән, спортты яратыусылар өсөн район үҙәге Аҡъярҙа төрлө спорт ярыштары ойошторолдо. Яңыраҡ ҡына файҙаланыуға тапшырылған яһалма япма менән түшәлгән өр-яңы спорт майҙансығында балаларҙың шат тауыштары әллә ҡайҙан ишетелеп тора. Районда бындай спорт майҙансығының булыуына ата-әсәләрҙең дә ҡыуанысы ҙур. “Хәҙер балаларыбыҙҙы ҡурҡмай, спорт секцияларын бирәсәкбеҙ. Элек имгәнеп, йығылып ҡуймаһындар, тип хафалана инек, хәҙер улар өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған”,тиҙәр.

Шахматта үҙ көстәрен һынап ҡараусылар өсөн дә, волейбол, футбол яратыусыларға ла ярыш урыны әҙерләнгән. Ә инде балаларға төрлө уйындар үткәреүҙе район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре үҙ өҫтөнә алған.

Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лариса Мәмбәтова әйтеүенсә, һәр ауыл мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре халыҡтың ялын матур һәм файҙалы үткәреү өсөн төрлө мәҙәни саралар үткәрә. “Беҙҙә халыҡ дәртле, ихлас, талантлы. Уларҙы ойошторорға ғына кәрәк, әйҙәүселәре булғанда, улар һәр сараны ла юғары кимәлдә атҡарып сыға ала ”, ти.

Көҙҙөң тәүге ял көндәрен хәйбуллалар күтәренке кәйеф менән үткәрҙе.Ошондай Асыҡ ишектәр көнө һәр миҙгелдә лә кәрәк, ти уны ойошторусылар ҙа һәм унда ҡатнашыусылар ҙа.


Автор: Кәримә УСМАНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп тәғәйенләнеүе ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп тәғәйенләнеүе ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 0

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана 27.10.2026 // Йәмғиәт

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә