Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Матур йәшәй ағай менән еңгә
Быйыл Аҡташ ауылында йәшәгән өлгөлө ғаиләләрҙең береһе Фәриҙә Ғилемдар ҡыҙы менән Фәнил Зиннур улы Иҙрисовтарҙың күркәм ғаилә байрамы – бергә ғүмер итеүҙәренә 40 йыл тула.

Ә ғүмер юлында ниндәй һынауҙар үтергә тура килгәнен улар үҙҙәре генә белә. Тормош ҡанундары аяуһыҙ: матур ғына йәшәп ятҡанда Фәнил ағайҙың һөйөклө ҡатыны вафат була, ул береһенән-береһе бәләкәйерәк өс, алты, ете йәшлек улдары менән япа-яңғыҙ ҡала. Ауыр ҡайғынан нимә эшләргә лә белмәй ғаилә башлығы, сабыйҙарының әсәй наҙынан мәхрүм үҫеүен ауыр кисерә.

Бәхеткә күрә, Фәнил ағайҙың юлында Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылынан үҙе кеүек тол ҡалған Фәриҙә еңгә осрай. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң улар яҙмыштарын бәйләргә ҡарар итеп, никахҡа инә.

Был ваҡиғаларға 40 йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Улар дүрт тиҫтә йыл инде бер-береһенә, балаларына терәк-таяныс булып, ғүмер йомғағын һүтә. Ғаиләгә шатлыҡ өҫтәп, тағы өс балалары донъяға килә, һәр ҡайһыһы тәртипле булып, татыу, мул тормошта буй еткерә. Хәҙер уларҙың  барыһы ла башлы-күҙле, үҙаллы тормош көтәләр, яратҡан һөнәрҙәрен һайлаған. Балаларының иң өлкәне Вәкил Себер тарафтарында эшләп йөрөй, ғаиләһе менән Красноусолда йәшәй. Йәмил Салауат ҡалаһында эске эштәр органдарында хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡты, әле лә дәүләт органдарында эшләй. Хәбинур тыуған ауылында төпләнде, биш бала атаһы. Фәнүр менән Флүр  – Себерҙә, Зиләләре – Өфөлә.

Фәнил ағай ҙа, Фәриҙә еңгә лә – һуғыш осоронан һуң тыуған балалар. Уларға бала ғына көйөнә эшкә егелергә тура килә. Фәнил ағайҙың атаһы Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған, шуға ла үҫмергә әсәһенең төп ярҙамсыһы булырға тура килә – 16 йәшенән “Мағаш” колхозында төрлө эштәрҙә эшләгән.  Мәктәп тамамлап, армия сафында өс йыл хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Ишембай районының Петровский һөнәрселек училищеһында электромонтер һөнәрен үҙләштергән. Салауат ҡалаһындағы заводта электрик булып хеҙмәт юлын башлаған, әммә тыуған яҡтары тартҡас, кире әйләнеп ҡайтҡан. Артабан Салауат индустриаль техникумын ситтән тороп тамамлаған.

Ф. Иҙрисов энергетика системаһында 38 йыл лайыҡлы хеҙмәт итеп, Ҡарағай ярҙамсы станцияһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Ә Фәриҙә еңгә 27 йыл тыуған районының Куйбышев исемендәге хужалығында һауынсы булып эшләгән, артабанғы хеҙмәт юлын беҙҙең районда дауам иткән. Уның хеҙмәте күптәргә өлгө булырлыҡ: III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнгән, “XI биш йыллыҡ ударнигы”, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәләренә лайыҡ булған. Хеҙмәттәге уңыштары өсөн Фәриҙә еңгәгә 1964 йылда Мәскәүгә, Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә (ВДНХ) делегат булып барыу бәхете лә тейгән. Бына шундай уңған, булдыҡлы минең яҡташтарым.

Әлбиттә, Фәнил ағай менән Фәриҙә еңгәнең тормошо гел шатлыҡтарҙан ғына тормаған, ауырлыҡтарҙың, ҡаршылыҡтарҙың төрлөһөн күрергә-кисерергә тура килгән уларға. Әммә түҙемле, сабыр, бер-береһенә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булыуҙары арҡаһында ошондай тулы ҡанлы, матур ғүмер юлын үтеү насип булған. Олоғайҙыҡ, тип тормайҙар, әле һаман күпләп мал-тыуар – дүрт баш йылҡы, дүрт һыйыр, тиҫтәнән ашыу баш һарыҡ, бихисап ҡош-ҡорт аҫрай, умарта тота Иҙрисовтар. Әлбиттә, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хужалыҡ эштәрендә балалары ярҙамдан ташламай.
Артабан да шулай йәштәргә өлгө булып, ауылдаштарын, туған-ырыуын һоҡландырып, оҙон-оҙаҡ йәшәһен Фәнил ағай менән Фәриҙә еңгәбеҙ.


Автор: Әлмира ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА Район: Ғафури районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә