Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Еңеү көнөн нисек байрам иттек?
Октябрьский

Ҡалалағы байрам саралары 8 майҙа Зайыт, Нарыш, Мулла, Төрөкмән биҫтәләрендә яу ҡырында һәләк булғандар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәл һәм стелаларға сәскә һалыуҙан башланды, унда Еңеү һалдаттары ҡатнашлығында митингтар үтте.
9 Май иртәһендә октябрьскийҙар ҡаланың үҙәк майҙанына ағылды. Сафҡа баҫҡан ветерандарҙың ҡайнар хистәр диңгеҙендә йөҙгәнен, шатлыҡ һәм ғорурлыҡ кисергәнен тойорға була ине.
Митингта ҡатнашҡан ветерандар “Һалдат хәтере” мемориалына сәскә гөлләмәләре һалды, яу ҡырында һәләк булған яугирҙәрҙе бер минут тын ҡалып иҫкә алды. Артабан байрам саралары “Нефтсе” стадионында дауам итте. Үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының сығышы һәр кемдең күңеленә хуш килде. Еңеү паркында “Октябрьский нефтяник” гәзите призына еңел атлетика эстафетаһы үткәрелде.

Борай

1941—1945 йылдарҙа райондан 13 мең 149 кеше, шул иҫәптән 77 ҡатын-ҡыҙ фронтҡа алына. Шуларҙың 5 мең 242-һе тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Бөгөн төбәктә 67 һуғыш ветераны йәшәй. Уларҙың иң йәше — 1925 йылғы, ә Иҙрис Мирхәйҙәров 102-се йәше менән бара.
Борай ере өс Советтар Союзы Геройы — Сәхип Майский, Әхмәт Закиров, Тажетдин Ғиләжетдиновты һәм Дан орденының тулы кавалеры Уршат Кашаповты бирҙе. Әле Өфөлә йәшәүсе ҡаһарман Т. Ғиләжетдинов алтмыш етенсе Еңеү яҙын тыуған яғы Оло Баҙраҡ ауылында ҡаршылай, уға 2 майҙа һикһән һигеҙ йәш тулды.
9 Май иртәһендә халыҡ Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған Һағышлы әсә һәйкәле эргәһенә йыйылды. Тантаналы митингта сығыш яһаусылар дошман менән көрәштә борайҙарҙың күрһәткән батырлығы, тылдағыларҙың фиҙаҡәрлеге тураһында ғорурланып һөйләне.

Балтас

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яугирҙәрҙең сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Әле төбәктә 54 ветеран иҫән-имен ғүмер итә. Улар кешеләрҙең ихтирамын күреп, ил, республика, район етәкселегенең ярҙамын тойоп йәшәй.
Иҫке Балтас ауылындағы Совет майҙаны халыҡ менән шығырым тулды. Бөтәһе лә яугирҙәрҙе тәбрикләргә, яуҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алырға ашҡынып килгәйне.

Мишкә

Был төбәктән дүрт Советтар Союзы Геройы — Егор Орсаев, Степан Казаков, Ишмай Ишкинин һәм Мәхмүт Аҡтуғанов сыҡҡан. Йәнә бер “указ”һыҙ герой бар. Ғәзиз Заһитов 1945 йылдың 30 апрелендә тәүгеләрҙән булып рейхстагка Еңеү байрағы ҡаҙай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкән сержанттың был батырлығына тейешле баһа бирелмәй.
Алтмыш етенсе Еңеү көнөн 27 яугир ҡаршылай. Оло байрам сараларында улар район үҙәгендәге Геройҙар аллеяһына венок һәм сәскәләр һалды.

Дүртөйлө

Дүртөйлөләр байрамды ҙур әҙерлек менән ҡаршыланы. Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бағышланған “Тере шаһиттар” тигән мөйөш, район үҙәгендәге флагтар, паннолар яңыртылды.
8 майҙа Советтар Союзы Геройы Василий Горшковтың тыуған ауылы Байгилделәге музейҙа ветерандар менән осрашыу булды. Шулай уҡ традицияға ингән марафон ярышы уҙҙы.
Артабан байрам Ағиҙел буйында дауам итте. Ошонда халыҡ сәғәт ун берҙән алып кискә тиклем сәхнәләштерелгән тамашаны ҡараны. Ә кисен, Ағиҙелгә венок ағыҙып ебәргәндән һуң, күк йөҙөн байрам фейерверкы меңәрләгән утлы сәскәгә күмде...

Илеш

Бөйөк Еңеүҙең 67 йыллығы районда киң билдәләнде. Һәр ауылда тантаналы йыйылыш, мәҙәни сара, һуғыш ветерандары һәм тыл эшсәндәре менән осрашыу уҙҙы.
9 май көндө илештәр район үҙәгендәге Дан монументына йыйылды. Байрам яҡташыбыҙ, осоусы-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды.
Район таланттары әҙерләгән, һәр номеры Еңеү тематикаһы менән һуғарылған театрлаштырылған тамаша байрам тантанаһында ҡатнашыусыларҙың күңел түрендәге иң нескә хистәрҙе тибрәтте. Һәр йылдағыса райондың “Маяҡ” гәзите призына еңел атлетика буйынса ярыштар үтте.

Баҡалы

Еңеү көнөнә арналған саралар ойошҡан рәүештә һәм яҡшы әҙерлек менән башланды. Мәктәптәрҙә аҙналыҡтар, ветерандар менән осрашыуҙар үтте. Байрам уңайынан бөтә ауыл биләмәләрендә обелисктар яңыртылды, төҙөкләндерелде.
Тантананы үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары концерты, байрам парады дауам итте. Ошонда уҡ еңел атлетика буйынса ярыштар үтте. Байрам йәштәр дискотекаһы һәм салют менән тамамланды.

Ейәнсура

Районда әлеге ваҡытта 38 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй.
Еңеүҙең 67 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау һәм билдәләү өсөн алдан уҡ әҙерлек эше алып барылды. Һәр ауыл хакимиәте биләмәһендә байрамға бағышланған тантаналы йыйылыш һәм концерт, ә Еңеү көнөндә митинг, обелисктарға сәскә һалыу ойошторолдо.
Район үҙәгендә 7 майҙа көндөң тәүге яртыһында спорт саралары — еңел атлетика буйынса ярыш һәм велокросс уҙҙы, “Салауат” физкультура-сәләмәтләндереү үҙәгендә тир асылды. 8 майҙа мәҙәниәт үҙәгендә байрам концерты үткәрелде. 9 майҙа һуғыш һәм тыл ветерандары ҡатнашлығында Еңеү паркында митинг үтте. Ветерандарға ҡиммәтле бүләктәр, ҡотлау открыткалары тапшырылды.

Нефтекама

Байрам саралары иртән Еңеүсе-яугир һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды, тантаналы митинг, театрлаштырылған тамаша ойошторолдо. Һуңынан көноҙоно ҡаланың ял һәм мәҙәниәт паркында “Ер шарын балалар ҡулына тапшырабыҙ” тип исемләнгән концерт булды, ветерандар өсөн һалдат бутҡаһы бешерелде. Кис байрамды йәйге сәхнәлә “Еңеү йәш булып ҡала” тигән хәрби-патриотик концерт дауам итте.

Ҡалтасы

Байрам көндәрендә район үҙәге Ҡалтасыла митинг, мәҙәниәт һарайында һуғыш ветерандары өсөн концерт, үҙәк майҙанда мәҙәни тамаша булды. Ошондай уҡ саралар башҡа ауылдарҙа ла ойошторолдо.

Краснокама


Еңеү көнөндә районда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, тыл эшсәндәрен ҡотлау кисәләре, мәҙәни тамашалар ойошторолдо, яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдәргә сәскәләр һалынды.
Район үҙәге Николо-Березовкала тантаналы митинг уҙҙы, ижади төркөмдәр сығыш яһаны.
Байрам репортаждарын Л. ГӘРӘЕВА, М. МОРАТОВ, Р. МӘХИЙӘНОВА, К. УСМАНОВА, Ф. ШАКИРЙӘНОВ, М. ШӘРИПОВ әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан 05.06.2026 // Йәмғиәт

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан...

Тотош уҡырға 3

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты 05.06.2026 // Йәмғиәт

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты...

Тотош уҡырға 1

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла 05.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла...

Тотош уҡырға 1

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде 05.06.2026 // Йәмғиәт

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин 04.06.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 4

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған 03.06.2026 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште 03.06.2026 // Йәмғиәт

Ауыл халҡы айына уртаса 22 гигабайт ҡуллана, эре үҙәктәрҙән алыҫыраҡ урынлашҡан ҡасабаларҙа ......

Тотош уҡырға 2

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә