Баҫыуҙарҙа бер башаҡ ҡалмаһынБеҙ икенсе класҡа барасаҡ йәйҙә Сталинград һуғышы тураһында күп ишетергә тура килде. Фашистар Волганы кисеп сыға ҡалһа, беҙгә лә ҡул һонорлоҡ ҡына ара ҡаласаҡ, имеш.
Икмәк ҡәҙере ныҡ артты. Мәктәптә бер көн уҡыһаҡ, икенсе көн баҫыуға йүгерәбеҙ. Һәр бала ҡулында — киндер тоҡ. Ураҡ менән урылған арыш, бойҙай, тары башаҡтарын йыябыҙ. Һәр кем ярты тоҡ башаҡ йыйырға бурыслы. Бының өсөн сәғәттәр буйы йөрөргә тура килә. Йыйылған башаҡты уҡытыусыға күрһәтәһең, унан һуң колхоз келәтенә тапшыраһың. Ә ҡыш көнө йорттан йортҡа йөрөп, көл, тауыҡ тиҙәге йыябыҙ.
Өлкәнерәк балалар ҡыш буйы ырҙында. Көлтә-көлтә өйөлгән эҫкерттән иген һуғалар. Ҡатмарлы һуҡтырғыс көнө буйы эшләп тора. Двигателенән киң ҡайыш шап-шоп йүгереп йөрөй. Уны нефттә эшләтәләр. Киң ҡайыш аша көс-ҡеүәт молотилкаға бирелә. Үҫә төшкәс, мин дә унда эшләнем. Кемдер уң ҡулыңа көлтәләрҙе һона, ә һин уның бауын сисеп, таяҡ менән таратып, молотилкаға йоттораһың. Бушҡа әйләнһә, ҙур тауыш сығара, ә мулыраҡ “йотторһаң” — тонсоға ла ҡуя.
Егет ҡорона ингән минең кеүек “подавальщик”тар менән иҫәпләшәләр, кәңәш бирәләр. Танауҙы күтәрмәй, эйәкте алғараҡ ҡуйып, тамаҡ төбөнәнерәк тауыш сығарып һөйләшә белһәң, үҙеңде һанлай башлайҙар. Бына кем ул — “подавальщик”!
“Капитал” менән ҡыҙыҡһыныуБөгөн бындай хәлде күҙ алдына килтереү мөмкин түгел: дәреслектәр юҡ. Китапты уҡытыусы ҡулында күреп ҡалабыҙ. Бындай аяныслы хәл һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла дауам итте.
Карл Маркстың “Капитал” исемле китабын нисек бүлгеләүебеҙҙе һис онотмайым. Йыртҡыстар йәнлек түшкәһен йолҡҡолаған кеүек ҡыланабыҙ. Һарғая төшкән ҡағыҙы һәйбәт, юл аралары иркен. Яҙ ҙа яҙ. Тик перо юҡ. Дуҫым Әнүәр ҡалайҙан ҡырҡып перо эшләй, мин мейес ҡоромон иретеп ҡара яһайым. Пероны саған ботағына бәйләйбеҙ.
Шәп уҡыйым, “биш”легә генә. Бер мәл бүләккә ике дәфтәр менән ҡәләм бирҙеләр. Эй һөйөндөм, ләкин үҙемә яҙманы, өлкәнерәк бер малай талап алды. Уҡыуының барымы юҡ ине, рәт сыҡманы үҙенән. Ә мин һаман “Капитал”ды “үҙләштерәм”. Сәйәси белемгә ынтылыуыма, бәлки, мәшһүр ғалим яҙған ошо тәғлимәт тә этәргес булғандыр. Был китапты әле лә ҡулға алғылайым.
Һуғыш хәүефе зиһендәргә 1942 йылдың йәйендә ныҡлап инде. Немец ғәскәрҙәре Сталинград янында. Ауыл ҡарттары уфтаныша, фашист Сталинградты алһа, эш харап, тиҙәр. “Япондарға ышаныс юҡ”, тигәнгә икенсеһе “һин төрөктө уйла, төрөктө”, тип утҡа май һипкәндәй өҫтәп ҡуя. “Төрөк ҡуҙғалһа, ахырзаман буласаҡ. Был турала китапта яҙылған”, — тиеүҙәренән тән зымбырҙап китә.
Ололарҙың әңгәмәһе күңелдә ғүмерлеккә уйылып ҡалды. Тарихтың мәңге үҙ төҫөн юғалтмаҫ биттәре. Орсоҡтай ғына малай булыуыма ҡарамаҫтан, донъялағы тигеҙһеҙлекте, көстәр нисбәтен шунда аңлай башлағанмын һымаҡ тойола.
Верна алышҡа сығаАуыл ситендә бүре олоғаны күңелгә шом һала. Ас бүре олой-олой ҙа бер-ике баш малды боғаҙлап та китә. Ас ғаиләнең һуңғы өмөтө өҙөлә.
Ҙур ауылда ни бары бер һунарсы — Хәйрулла бабай. Мыйыҡлы булғас, уға “Буденный” ҡушаматын “йәбештергәндәр”. Тик һунарсыбыҙҙың мылтығы юҡ. Һуғыш башланғас, уны тапшырырға тура килгән.
Хәйрулла бабай һис аптырап тормай, бүрене ҡапҡанға тота. Уның тере бүре алып ҡайтыуы ауылда ҙур ваҡиға булды. Ҡырҡ эште ҡырҡ яҡҡа ташлап, күрергә барҙыҡ.
Хәлһеҙ бүре ятһа ла, тештәрен ыржайтып ырылдай. Эй ҡурҡыныс, юлыңда осрай күрмәһен.
Алғы аяғының ҡапҡанда икәнен күреп, бик ауырталыр инде, тип йәлләп тә ҡуям. Әллә ысҡындырайыҡмы? Хоҙай үҙе яратҡан мәхлүк тәһә. Ул да үҙ булмышы менән иректә йәшәргә хаҡлы.
Яҡын-тирәбеҙҙә йыртҡыс ныҡ үрсене. Өйөрө менән һөжүм иткәндәре булғыланы.
Бер көн этебеҙ Верна уларға ҡаршы сыҡты. Сылбырҙан ысҡындырығыҙ тигәндәй оҙаҡ иланы. Китер алдынан ҡапҡа төбөндә шыңшып оҙаҡ ҡына ултырҙы. Бәлки, хушлашыуы булғандыр.
Үҙе теләп алышҡа сыҡты яратҡан тоғро дуҫыбыҙ. Әммә йәнен фиҙа ҡылғанлығы асыҡ төҫмөрләнә. Этебеҙ үтә аҡыллы йән эйәһе ине.
Аслыҡ үҙәккә үттеУрманда ҡар билдән. Сатнама һыуыҡ үҙәккә үтә. Ошо шарттарҙа беҙ — ике малай — бәрәңге бешереп ашарға булдыҡ.
Беҙ — дүртенсе класта. Әхәт әйтә: “Һин шырпы, ҡағыҙ һәм бер көлтә һалам ал”. Ә үҙе, ҡартинәһе тышҡа сыҡҡан арала, йәһәт кенә баҙға төшөп, ике кеҫәһенә бәрәңге йәшереп алып сыҡты.
Ауыл күҙҙән юғалғас, усаҡ әтмәләй башланыҡ. Мин, ҡорһағым менән ҡар һөрә-һөрә, ҡоро утын ташыйым. Әхәт (ул минән булдыҡлыраҡ), ҡар өҫтөндә сыбыҡ-сабыҡ түшәп, усаҡ яҡмаҡсы.
Ҡағыҙ тиҙ генә янып елгә осто. Һалам янған һайын уның аҫтында ҡаҙан һымаҡ соҡор барлыҡҡа килә. Ә саған, йүкә, имән ҡабыҡтары ялҡынды ҡабул итмәй. Ситтә ҡалған һаламды “ҡаҙан”ға һалыу усаҡҡа көс өҫтәмәне.
Әхәт, ас кешенең асыуы яман тиһәләр ҙә, миңә ҡаршы һүҙ әйтмәне. Бер бәрәңгене алып кимермәксе итһә, уныһы туңа башлаған. Сәйнәп йотҡас, сырайын һытты һәм бәрәңгеләрҙе атып бәрҙе. Аслыҡтың ахыр сигенә етелгән, дуҫым нимә эшләгәнен үҙе белмәй ине...
Рузвельт үлгәндән һуң...Уҡытыусыбыҙ күңелһеҙ хәбәр алып килде: “АҠШ Президенты Рузвельт үлгән”. Беҙ ни әйтергә белмәй шымып ҡалдыҡ. Дүртенсе класты тамамларға йыйынабыҙ, аҡты ҡаранан айырырлыҡ хәлдәбеҙ бит инде. Хәбәр беҙгә ауыр тәьҫир итте. Оло ихтирамға лайыҡ кеше яҡты донъянан китеп барған. Беҙ уны ололап телгә алырға өйрәнгәйнек.
Арабыҙҙа кемдәрҙер илап та алды. Беҙ, малайҙар, бирешмәнек. Кем нисек уйлағандыр, мине АҠШ башына ҡурҡыныс кеше килеү ихтималлығы ныҡ һағайтты. Бер йүнлегә бер йүнһеҙ тап килеүен тормошта аҙ күрмәнек. Уҡытыусы апай ҙа фекеребеҙгә ҡаршы төшмәне. 1945 йылдың апрель уртаһы, һуғыш тамамланыуға бара. Борсолоуҙарыбыҙ урынлы булған. АҠШ хөкүмәте башына Трумэн тигән тиҫкәре бәндә килгәс, беҙҙең ил менән ара боҙолдо ла ҡуйҙы.
...Фекер уртаҡлашыр өсөн тормош һис көтөлмәгән мөмкинлектәр бирә лә ҡуя. 2011 йылдың 22 июнь иртәһендә Мәскәүҙең тап үҙәгендә Манеж тип аталған ҙур һарайҙа ҡуҡырайып торам. Бурысым ҡатмарлы түгел. “Мемориал-2011” тип аталған сарала Башҡортостан делегацияһының бер ябай вәкиле. Күренекле эҙәрмәндәр етәксеһе, армия подполковнигы “Эҙләнеүгә саҡырыусы хаттар” исемле баннерҙың мәғәнәһен аңлатып тороуҙы йөкмәтте. Үҙенсәлекле баннерға фронттан килгән хаттар ҡуйылған. Бына ике урыҫ егете ҡурсалауында сит ил кешеһе эргәбеҙгә туҡтаны. Пентагондан икән. Мин тулҡынланып һуғыш йылдары, Икенсе фронт тураһында үҙ фекерҙәремде бәйән итәм, өҫтәүенә бала саҡ хәтирәләрен дә ҡушам: Рузвельттың үлеме тураһында ишеткәс, барыбыҙ ҙа илаштыҡ, тим. Сит ил кешеһенең күҙҙәре шарҙай булды. Урыҫса аңлай. “Бына ошо китаптарҙа был турала тулыраҡ яҙылған”, — тим. Пентагон кешеһе юлдаштарына күҙ һирпеп алды ла минең “Аҡ аманат — һалдат хаттары” тигән китаптарымды ҡулына алды.
Башҡорт телендәге баҫмаларҙы һатып алып, эсенә-тышына күҙ йүгертеп сыҡты, рәхмәт әйтеп, үҙ юлында булды.
Ризыҡ ҡәҙерен белеп үҫтекЕңеү тантанаһын хәтерләйһеңме, тип бөгөн һораусылар бар. Еңеү шатлығын кисерһәк тә, байрамы булдымы икән? Атайым, Ғайса ҡустым менән бәрәңге баҡсаһын ҡаҙабыҙ. Атай ағас аяҡта. Казенный протезды ситкә ҡуйып, үҙе эшләп алғанды тағып йөрөй. Бик ҡулайлы. Нәҙек осон көрәккә тура килтереп баҫа ла тупраҡты мул итеп әйләндереп һала. Олоғайғас ҡына аңланым: атайға илле йәш тулыр-тулмаҫ булған. Көслө, тырыш, һәләтле, булдыҡлы ине.
Еңеү хәбәрен бер һыбайлы ҡысҡырып үтте. Атай туҡтауһыҙ тәмәке тартты. Әсәйебеҙ йүгереп сыҡҡан, “Миңләхмәтем...” тип үкһеп илай ҙа илай. Беҙ ҙә тыныслана алмайбыҙ.
Әминә апайым колхоз эшендә ине. Осо-ҡырыйы күренмәгән баҫыуҙа эркелешеп ер ҡаҙығандары беҙҙең үрге остан уҡ күренеп тора. Әсәйебеҙ сирле булғанлыҡтан, 15 йәшлек апайым уның урынына колхозға йөрөй, мәктәптә уҡыуын дауам итә. Ярҙамға мин дә барғаным булды. Бригадир иртән ерҙе билдәләп биргәс, ҡатын-ҡыҙ алды бүлешеп ала. Кемдер аҙымлап һанап сыға. Артта ҡалһаң да, үҙ алдыңды сыҡмай тороп ҡайтыу юҡ.
Әминә апайым көрәген һөйрәп көскә ҡайтып керҙе. Йөҙө ҡасҡан. Аяғында баҫып торор хәле юҡ. Лып ултырҙы. Беләген асып күрһәтһә, иҫебеҙ китте, һеңере бүлтәйеп сыҡҡан. Йыуан беләҙек һымаҡ. Көс төшкәнлектән шулай була икәнлеген элек тә белә инек.
Еңеү көнө. Тантанаһы булдымы икән? Шуныһы хәтерҙә: мәктәпкә сеүәтә, ҡалаҡ тотоп килергә ҡушылды. Итле аш, берәр телем икмәк ашаныҡ. Шат һәм ҡәнәғәт инек, хәтирәләр әле лә һис онотолмай.
* * *
Фатиха ҡартинәйем: “Халыҡ туйып һикерҙе. Әпәкәй ҡәҙерен онотто. Аслыҡ тикмәгә килмәй ул”, — тип әйтер ине. Әхлаҡтың боҙолоуына әрнене. Уның һүҙҙәре әле лә ҡолаҡ төбөндә яңғырай, хәтерҙән сыҡмай. Бигерәк тә муллыҡты күктән төшкән бәхет тип һанаған бәндәләрҙең тәртибе ауыр уй-хис тыуҙыра ине.
Ысынлап та, беҙ ризыҡ ҡәҙерен белеп үҫтек. Аслыҡты ғына түгел, яланғаслыҡты ла еңергә өйрәндек. Кеше булып тыуғас, яҙмыш ҡоло булмаҫҡа, яуыз дошман ғәскәрен генә түгел, балалар өлөшөнә төшкән ауырлыҡтарҙы ла еңергә өйрәндек, сөнки сабыйҙарҙы көслө рухлы өлкәндәр ҡурсаланы. Ғүмеркәйҙәрҙең ҡабатланмаҫ осоро — балдай тәмле, ал-ҡыҙыл сәскәле бала саҡ аҡ томандар артынан һаман да үҙенә саҡырып тора һымаҡ...
Мөхтәрәм “Башҡортостан” гәзите биттәрендә һуғыш осоро балаларына дәүләт тарафынан льготалар булдырыу, тормош сифатын яҡшыртыу тураһында тәҡдимдәр яңғырап тора. Минең яҙмаларым да шул теләккә көс-ҡеүәт бирһен ине...
(Аҙағы. Башы 84, 87-се һандарҙа).Фәрит ВАХИТОВ.