Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дамир күҙҙәрен аса
Ике йыл элек Альбина Кираманованың ҡулына Гүзәл Яхинаның “Зөләйха күҙҙәрен аса” романы килеп эләгә. Уҡый башлағас, хайран ҡала: Зөләйха — ХХ быуат башында, үҙе ХХI быуатта йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, яҙмыштары бик оҡшаш. Икеһенең дә арҡаланыр ире юҡ, икеһенең дә улдары бәләкәйҙән сиргә дусар, икеһен дә яҙмыш тыуған ауылдарынан айыра. Етмәһә, Зөләйха менән Йософ кеүек, Альбина һәм улы Дамир ҙа йәшел күҙле. Бер йылдан ошо әҫәр Альбина Байраҡ ҡыҙының тормошонда йәнә пәйҙә була...

Хәйбулла районында тыуып үҫеп, шунда кейәүгә сыға Альбина Кираманова. Тормоштарына йәм өҫтәп, улдары Дамир тыуа. Йылмайып-көлөп торған һымаҡ тойолһа ла, яҙмыш уларҙы аяуһыҙ һынай: бер йәш тирәһендә табиптар улыҡайҙарына “балалар церебраль фалижы” тигән диагноз ҡуя. Бындай һынау алдында ғаилә ептәре сыҙай алмай, һәм йәштәр айырылыша.

Йәтеш кенә ҡаҡса кәүҙәле ҡатын, улын һәм юл сумкаларын күтәреп, Мәскәүҙәге махсус үҙәккә балаһын дауалатырға биш тапҡыр алып бара. Унан тыш, Дамир Ҡурған, Тула ҡалаларында ҡатмарлы операциялар кисерә. “Сәләмәтлеге тағы ла насарайып китмәҫме, яңылышмайыммы икән, тип операциялар алдынан күп өҙгөләндем, икеләндем. Ваҡыттың тиҙ үтеүен дә аңлай инем, сөнки организмдың ыуыҙ ғына сағында яһатҡанда операцияның файҙаһы күберәк, тине табиптар. Балам үҙ аяҡтарында атлаһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләнем”, — ти Альбина Байраҡ ҡыҙы.

Улы беренсе класҡа барғас, йәш әсә йәнә һынау менән осраша. Хәйбулла районында, республиканың башҡа күп төбәктәрендәге кеүек, физик мөмкинлектәре ҡайтышыраҡ балалар өсөн махсус мәктәптәр юҡ, ябайҙары ла ундайҙарҙы ҡабул итергә әҙер түгел. “Рәнйетеүсе, ситләтеүсе булманы, шулай ҙа дөйөм белем биреү мәктәбендә ҡалырға ярамағанын аңланым. Миҫал өсөн физкультура дәресен алып ҡарайыҡ. Башҡалар уйнағанда, балам ситтә генә ултырырға мәжбүр. Күмәкләп сығыш яһаған саҡта ла гел артҡа ҡуялар, ә Дамир һәр саҡ алға сығып йырларға хыялланды. Тәнәфестә йүгереп йөрөгән балалар этеп имгәтеп ҡуймаһын тип тә борсолдом”,— тип иҫенә төшөрҙө әсә ул мәлдәрҙе. Ошондай күренештәрҙән күңеле һыҙа, әллә бала хаҡына берәй ҡалаға күсергәме икән, тип уйлана башлай.

Терәк-хәрәкәт ағзаларында кәмселектәре булған уҡыусылар өсөн Өфөләге 13-сө мәктәп-интернат тураһында ишеткәс, Альбина Кираманова тәүҙә баш ҡалаға яңғыҙы күсеп килә, балаһын әсәһенә ҡалдырып тора. “Шулай итмәй ҙә булманы, сөнки эш һәм йәшәр урын табып, яңы ерҙә тормошто яйға һалырға кәрәк ине”,— ти сабыр ҡатын. Бөгөн ул мәктәпте алыштырыуҙарына бик һөйөнә. Унда балалар, дәрестәрҙе ҡалдырмайынса, йылына ике тапҡыр дауаланыу үтә — дарыуҙар ҡаҙата, массаж яһата. Өҫтәүенә яңы мәктәптә Дамирҙың һәләтен күрәләр: ул алғы рәттә генә йырлап ҡалмай, яңғыҙы ла уңышлы сығыш яһай, конкурстарҙа еңеү яулай. “Һиңә тормошҡа яраҡлашыу, уңышҡа өлгәшеү өсөн ҙур мөмкинлектәр бар, үҙеңә тырышырға ғына кәрәк”, — тип хәстәрлекле әсә улын хәҙерҙән оло тормошҡа әҙерләй.

Һиҙгер күңел был мәлдең ҡасан да булһа етерен алдан бе­леп, һыҙланып йөрөй. 12 йәше тулғас, улы, ниһайәт, шул һорау­ҙы бирә. “Ни өсөн минең аяҡтарым аҡһай? Ни өсөн фәҡәт мин шундай булып тыуғанмын?”— тип әсәһенең йөрәген өҙгөләй. Бүтәндәр янында үҙен тиң тойһон өсөн Альбина Байраҡ ҡыҙы Дамирға кескәй сағынан матур һүҙҙәрен йәлләмәй, үҙ һәләттәрен те­йешле баһаларға өйрәтергә тырыша. Шулай ҙа үҫмер йыш ҡы­на илай, төшөнкөлөккә бирелеүсән булып китә. Күңеленә нин­­дәйҙер дауа эҙләпмелер, бер мәл социаль селтәрҙә атаһының сәхифәһен табып, уға өмөт тулы хат яҙа, әммә яуап көтөп ала алмай...

Әсә менән улды ошондай ҡатмарлы кисерештәр солғап алған мәлдә мәктәп-интернатҡа режиссер Айрат Абушахманов килә. Гүзәл Яхинаның билдәле романы буйынса ҡуйыласаҡ спектаклгә Зөләйханың улы Йософтоң роленә бер малай эҙләгән икән. Дамир башҡортса шытырлатып шиғыр һөйләп күрһәткәс, режиссер аңлай – оҙаҡ эҙләгән бала бына ошо! Режиссерға, бәлки, Дамирҙың күҙ ҡарашы ла тәьҫир итмәй ҡалмағандыр: оло­ларса аҡыл, уйсанлыҡ бар уларҙа. Шунан барыһы ла хас әкиәттәгесә: ҙур сәхнә, яҡты ут, билдәле актерҙар менән уйнау, фәҡәт үҙенә тип тегелгән кейем, туп-тулы зал, алҡыштар, сәскәләр гөлләмәһе...

Дамир күҙҙәрен аса. Баҡтиһәң, тормош һынауҙарҙан, ауыртыныу­ҙарҙан ғына тормай икән. Кешеләрҙең дә әсе телле, һынсыл ҡарашлыларына ҡарағанда, ихластары, изгеләре күберәк тә баһа. “Тыштан ниндәйлегең мөһим түгел, эстән һәйбәт булырға кәрәк”. Инде был һүҙҙәрҙе 13 йәшлек малай үҙе әсәһенә әйтә. Спектаклдә уйнау, бөтөнләй икенсе һауа һулаған артистар араһында йөрөү баланың иңдәренә ҡанат ҡуя. Атлап түгел, осоп йөрөй ул хәҙер.

Дамирҙың күңелен үҫтергән тағы бер бәхетле ваҡиға була. Бергә шау-гөр килеп телевизорҙан футбол ҡарарға, яурынына ултырып йөрөргә, урам буйлап эргәһендә ғорур баҫып атларға Атай табыла. “Бығаса, Дамирға минең булыуым еткән, тип уйлай инем. Ныҡ хаталанғанмын. Атай менән әсәй балаға берҙәй мөһим. Тормошобоҙҙа терәк булырҙай кеше осраны. Улым “атай ҙа атай” тип алдынан төшмәй”,— тип һөйөнә Альбина Байраҡ ҡыҙы.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 99-сы ижад миҙгеле “Зөләйха күҙҙәрен аса...” спектакленән башланып китте. Ул көндә йәш “йондоҙ”обоҙға шылтыратып уңыштар теләнек. Хәбәрен төптән уйлап һөйләүе менән һоҡландырҙы беҙҙе Дамир.

— Был ролемде әсәйемдең өләсәһе Хәтирә менән уның атаһы Хәкимйән Ҡәйеповтарға бағышлайым. Улар Хәйбулла районында йәшәгән, “кулак” тип тотош ғаиләләре менән һөргөнгә ебәрелгән. Ҡарт өләсәйем тыуған яғына иҫән әйләнеп ҡайтҡан, ә уның атаһы Иркутскиҙа ятып ҡалған. Спектаклдә уйнау миңә тарихты яҡшыраҡ аңларға ярҙам итте. Сәхнәлә саҡта “уйнайым икән” тип бөтөнләй уйламайым, ә Зөләйха, Игнатов һәм башҡалар өсөн ныҡ итеп борсолам,— ти кескәй актер.

Дамир, һинең ысын күңелдән уйнауыңды тамашасылар ҙа тоя һәм юғары баһалай. “Сәхнәлә үҙен матур тота”, “Бер ҡарашы менән генә күңелде өтөп ала”, “Был малайҙы ҡайҙан таптылар икән? Хәтәр илатты бит!” — былар барыһы ла тамашасыларҙың һинең уйының хаҡында әйткән һүҙҙәре. Уңыштар һиңә, йәш талантыбыҙ! Гел шулай тырыш, аҡыллы, матур бул, йәме?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы 21.08.2025 // Йәмғиәт

Сараның маҡсаты – водитель таныҡлығы булмаған, шулай уҡ машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 5

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ураҡта иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн сираттағы республика конкурсы ойошторола....

Тотош уҡырға 19

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә 20.08.2025 // Йәмғиәт

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итә....

Тотош уҡырға 17

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай 20.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй вуздарында һәм колледждарында уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөк һәм бала табыу буйынса...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 20

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 15

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр 20.08.2025 // Йәмғиәт

Уның 800 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған....

Тотош уҡырға 14

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр 20.08.2025 // Йәмғиәт

Уның 800 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған....

Тотош уҡырға 17

Республикабыҙҙа слесарь-ремонтсы лотереяла миллион отҡан

Республикабыҙҙа слесарь-ремонтсы лотереяла миллион отҡан 20.08.2025 // Йәмғиәт

Еңеүсе үҙенең бәхетле билетын дәүләт лотереяһының мобиль ҡушымтаһында һатып алған....

Тотош уҡырға 17

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторола

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторола 20.08.2025 // Йәмғиәт

6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле янында дүртенсе тапҡыр «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале...

Тотош уҡырға 16