Батырыбыҙҙың һуңғы төйәге – Эстониялағы Палдиски ҡалаһына милләттәштәребеҙҙең юлы өҙөлмәй. Йәй башында Башҡортостан Кинематографистар союзы башҡорт киноһы тарихында беренсе тапҡыр Президент гранты фондының федераль грантына лайыҡ булғандан һуң, кино сәнғәте ижадсыларынан бер төркөм үҙенсәлекле сәфәр ҡылып ҡайтты. Үҙенсәлекле тим, сөнки уларҙың юлы Эстонияға тиклем Салауаттың эҙе ҡалған ун бер ҡалаға инеп сығыуҙан ғибәрәт булды. Юҡҡа ғына киноэкспедицияның исеме “Салауат эҙҙәренән” тип аталмай. Сәфәрҙең ижад емеше булараҡ, көҙ киноэкспедиция, Салауаттың юлдары, Рогервик ҡәлғәһендә үткән йылдары хаҡында документаль фильмдың ҙур экрандарға сығыуы көтөлә. Режиссеры – Таңсулпан Бураҡаева.Сәфәр барышын Интернет селтәре аша даими күҙәткән халыҡ, имен-аман әйләнеп ҡайтҡан ижади төркөмдө, оҙатып ҡалғандағы кеүек, Салауат һәйкәле янында ҡаршы алды. Ни йөрәгең түҙеп тарихҡа инер был саранан ситтә ҡалаһың – беҙ ҙә киноэкспедиция вәкилдәрен ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитов, билдәле тарихсы, телсе, ғалим, яҙыусы Мирас Иҙелбаев, танылған режиссер Таңсулпан Бураҡаева, сценарист, драматург, яҙыусы Зөһрә Бураҡаева, оҙон юл буйына уларҙы ҡурай моңона сорнаған егет Руслан Мөлөков һәм кинооператор Илсур Ишаев “түңәрәк өҫтәл”дә экспедициянан алған тәьҫораттары, табыштары менән уртаҡлашты, иҫтә ҡалырлыҡ, ҡыҙыҡлы, уйланырға мәжбүр иткән ваҡиғалар хаҡында һөйләне. Йәнле әңгәмәлә шулай уҡ Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары, яуаплы секретарь Фәнил Ҡоҙаҡаев та ҡатнашты.
Таңсулпан БУРАҠАЕВА: Киноэкспедиция ойоштороу идеяһы Фәрит Ғәбитовта яралды, һәм ул миңә мөрәжәғәт итте. Башта фильмды документаль жанрҙа ғына төшөрөргә йыйынһаҡ та, мин нәфис кино төшөрөү буйынса режиссер булғас, сюжет һыҙығына үҙгәрештәр индерелде.
Фәрит ҒӘБИТОВ: Беренсенән, бында төп этәргес көс – ул Мәҙәниәт министрлығы. Тәғәйен киноэкспедиция буйынса өс тапҡыр йыйылыш үтте. Грантҡа йәлеп ителгән 57 ойошма араһында беҙ тәүге өс яҡшы проект исемлегенә индек. Салауат – күп милләтле Башҡортостан халҡының символы. Уға бәйле проектҡа Рәсәй кимәлендә ҙурлап грант бирелеүе илебеҙ киңлектәрендә Салауат исеменең билдәлелеге хаҡында һөйләй.
Беҙгә тиклем дә Башҡортостандан Эстонияға экспедициялар барған, әммә тап кино өлкәһендә, фильм төшөрөү маҡсатында беҙ – беренсе. Мирас Хәмзә улы менән маршрутты ентекләп уйлағас, юлыбыҙ Салауат һәйкәле янынан башланып китте. Киләһе туҡталыш Илеш районының Үрге Йәркәй ауылы ине. Беҙҙе һәр ергә Салауат хаҡында эшләнгән йөкмәткеле панно оҙата килде, унда батырҙың тыуған ере лә, кино донъяһындағы образы ла, экспедициябыҙҙың программаһы ла һыйған. Салауат хаҡында төшөрөлгән документаль фильмдарҙан торған видеоролик әҙерләнек, шулай уҡ һәр ерҙә, һәр сарала батырыбыҙҙың сәнғәттең башҡа төрҙәрендә нисек һынландырылыуын күрһәттек. Һәр ҡалала үткәргән сараларыбыҙ йәш, һәләтле ҡурайсыбыҙ Руслан Мөлөковтың ҡурай моңона сорналып барҙы. Уның хаҡында маҡтау һүҙҙәре генә әйтеп була, сөнки Руслан башҡа халыҡтарҙың көйҙәрен дә бик оҫта башҡара. Иң ҡыҙығы: сыуаштар янында – сыуашса, эстондарға барһаҡ, уларса уйнай. Программабыҙҙа ҡурай моңо – халыҡ рухы. Ысынлап та, Салауатты ҡурайсы, йырсы, шағир булараҡ асып биреүҙә Русландың ҡурайы бик ярҙам итте.
Зөһрә БУРАҠАЕВА: Ҡурайҙы тәүгә күргән, тәүгә ишеткән кешеләр бар ине. Уйнарға өйрәтегеҙ, тип бөттөләр, заказ биреп үҙҙәренә эшләтеп алырға теләүселәр ҙә табылды.
Таңсулпан БУРАҠАЕВА: Хатта һатып алырға ла әҙерҙәр ине...
Мирас ИҘЕЛБАЕВ: Башҡортостанда 1940 йылға тиклем Салауат Юлаевтың ҡайҙа ебәрелгәнлеген бер кем дә белмәй. Ә уның исеме, үҙ сиратында, Ҡазандағы 1797 йылға тура килгән исемлектә була, был исемлек Өфөгә 40-сы йылдарҙа ғына килеп етә һәм халыҡ аҙмы-күпме хәбәрҙар була башлай. 1973 йылдың ғинуар айында Салауаттың вафат булған датаһы билдәле була, мәғлүмәт төрлө гәзиттәрҙә баҫылып сыға. Шунан һуң Палдискиға юл асыла. Тәүҙә ғалимдар, аҙаҡ яҙыусылар барып ҡайта. Мәҫәлән, Ғәли Ибраһимов ул яҡтарға “Кинйә” романын яҙыр өсөн махсус рәүештә сәфәр ҡылды. 2003 йылда журналистар ҙур акция менән юлланды Эстонияға... Ғөмүмән, бөгөнгә тиклем Салауаттың һуңғы төйәгенә сәйәхәттәр йыл да дауам итә. Эстонияға тап киноэкспедиция сиктәрендә юлланыу иҫ киткес әһәмиәткә эйә, сөнки тап ошо юл батырыбыҙға ҡарата халыҡта ҡыҙыҡһыныу уята, Салауатты пропагандалау өсөн иң уңышлыһы ла.
Фәнил ҠОҘАҠАЕВ: Июль айында беҙҙең журналистар экспедицияһы менән барып ҡайтҡанға 15 йыл булды. Унан башҡа йылдарҙа ла беҙ күрше өлкәләрҙәге Салауат менән бәйле урындарға йыш сәфәр ҡылдыҡ: Пермь, Ырымбур, Свердловск өлкәләре, Татарстан... Сәйәхәттәребеҙҙең емеше булараҡ өс китап баҫылып сыҡты. Был эшебеҙ биш йыл рәттән дауам итте.
Фәрит ҒӘБИТОВ: Журналистарҙың экспедиция менән Эстонияға барып ҡайтыуы беҙгә йүнәлеш бирҙе лә инде. Был, бер яҡтан, бик масштаблы проект булһа, икенсе яҡтан, ҙур яуаплылыҡ бит ул. Шуға фәнни етәксебеҙ Мирас Хәмзә улының булыуы эште күпкә еңеләйтте, һәр һорау менән уға мөрәжәғәт иттек. Уның мәғлүмәтлелеге беҙгә ныҡ ярҙам итте, шуға ла Мирас Хәмзә улына бар төркөм исеменән рәхмәт.
Фәрит ҒӘБИТОВ: Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, “Салауат бандит” тигән ҡарашты осратманыҡ. Ҡалаларҙың һәр береһендә беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алыусылар Салауат хаҡында хәбәрҙар булып сыҡты. Китапханаларҙа уға арналған китаптарҙан торған күргәҙмәләр ҙә бар хатта. Республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығына рәхмәт, ул һәр ҡалаға алдан хат ебәрҙе, шуға күрә һәр төбәктә беҙҙе ҡаршы алып, оҙатып йөрөүсе булды. Һәр китапханаға ла “Салауат хаҡында китап бармы?” тигән һорауыбыҙға ыңғай яуап ишеттек. Миҫалға, китапханаға килеп ингән ҡатындан һорайбыҙ: “Салауатты беләһегеҙме?” “Беләм”, – тип яуаплай. Тап ошондай экспедициялар – Салауатты мәңгеләштереүгә юл, тигән фекергә киләһең.
Фәрит ҒӘБИТОВ: Музыкаль номерҙарҙан, тамашасыларҙы башҡорт фильмдары менән таныштырыуҙан тыш, был сараларҙа күргәҙмә һәм йәрминкә лә эшләне.
Зөһрә БУРАҠАЕВА: Бында үҙебеҙҙең башҡорт эшҡыуарҙарының тауарҙарын халыҡҡа тәҡдим иттек: футболка, башҡорт милли кейемендәге ҡурсаҡтар, Башҡортостаныбыҙҙы һынландырған сувенирҙар, бал, талҡан. Шулай итеп, беҙ һәр кемгә был саранан иҫтәлек алып ҡайтырға мөмкинлек булдырҙыҡ. Ҡала һайын үткән сараларҙың үҙенә килгәндә, бында иң ҙур һәм ауыр йөк Таңсулпанға төшкәндер... Кино ла төшөрөргә, һәр кис һайын милли кейем кейеп, думбыра уйнап сарала ҡатнашырға ла кәрәк. Фильмдың тағы нәфис кино жанрына түгел, ә документалистикаға ҡарауы эште ҡатмарлаштыра, әлбиттә. Мәҫәлән, ҡиммәтле мәғлүмәт бирә алған кеше килеп сыға икән, уны йүгереп барып төшөрөп алырға кәрәк, был мәлде махсус рәүештә яңынан ҡабатлап булмаясаҡ.
Шуныһын әйтеп үтергә кәрәк: экспедиция аҙағына яҡынлашҡанда, беҙ үҙ-ара ныҡ ойоштоҡ, шул хәтлем берҙәмгә әүерелдек. Тағы бер тапҡыр барып ҡайтһаҡ, әрмеләге һалдаттар һымаҡ оҫтарыр инек (көлә – авт.).
Фәрит ҒӘБИТОВ: Әҙерлек мәленә йәнә әйләнеп ҡайтҡанда, был экспедицияла Таңсулпан режиссер ғына түгел, ә үҙен оҫта әйҙәүсе, лидер итеп тә танытты, сәфәргә әҙерләнгәндә лә ныҡышмалылыҡ күрһәтте. Экспедиция сиктәрендә туҡталасаҡ ҡалалар менән алдан бәйләнешкә инеп, программаның һәр нескәлеген күҙ алдынан үткәргәнгә күрә, барыһы ла алдан уйланылғанса ыңғай барҙы. Кино төшөрөү процесында барыбыҙ ҙа уның етәкселегендә йөрөнөк, сөнки Таңсулпан – режиссер, һәм был оло сарабыҙҙың, сәфәребеҙҙең ҙур һөҙөмтәһе – фильм төшөрөү. Экспедицияның икенсе маҡсаты – башҡорт кинематографияһын пропагандалау, уның үҫешен күрһәтеү, шуға күрә һәр ҡалала үҙебеҙҙең башҡорт режиссерҙары Б. Йосопов, А. Йомағолов, А. Асҡаров, Т. Бураҡаева, Р. Пожидаевтарҙың фильмдары тупланған дискылар бүләк иттек.
Зөһрә БУРАҠАЕВА: Владимир ҡалаһындағы осрашыуҙа гел йәштәр булды. Салауат Юлаев тураһындағы “Оран”ды бик ҡыҙыҡһынып ҡаранылар, сөнки ул ҡоро факттарға ғына ҡоролоп ҡалмай, һәр кемдең күңелендә хистәр буранын уята торған фильм, күбеһенең күҙҙәрендә йәш күренде. “Быға тиклем Салауат хаҡында ишеткәнебеҙ генә бар ине, бөтөнләй белмәгәнбеҙ бит уны”, – тип илап ҡараны улар.
Мирас ИҘЕЛБАЕВ: Маҡсатҡа ярашлы, беҙҙең иң ҙур эш – кино төшөрөү бурысы режиссер Таңсулпан Бураҡаева менән оператор Илсур Ишәев, уның ярҙамсыһы Наил Юлгилдиндың иңенә төштө. Көн фильм төшөрөү менән үтһә, уның ике сәғәт ярымы осрашыуҙарға китә ине. Ун ике сәғәт, иртәнән кискә тиклем, улар һәр ерҙә Салауатҡа бәйле урындарҙы төшөрөү менән мәшғүл булды.
Зөһрә БУРАҠАЕВА: Псковта булды был хәл. Ҡала Кремле янында торабыҙ. Иҫ киткес һөйкөмлө бер егет килеп сыҡты бер заман. Мин уға ҡарап һоҡланып торған арала, Мирас Хәмзә улы “Был ғилми хеҙмәткәр булырға тейеш” тип һығымта яһарға ла өлгөрҙө. “Нисек уның тап ошо һөнәр эйәһе икәнен аңларға мөмкин?” тигән һорауыма “Күҙҙәренән” тип яуапланы. Егеттең үҙенән һораһаҡ, ысынлап та, Мирас Хәмзә улы хаҡ булып сыҡты. Ғөмүмән, ул булған урында гел генә кәрәкле кешеләр табылып тороу сәбәбенән беҙ уны “Фәрештә Мирас Хәмзә улы” тип йөрөтә башланыҡ. Кәрәк кешеләр, кәрәк күренештәр, әйберҙәр ул булған ерҙә бер урынға тупланған һымаҡ.
Таможняла булған хәл. Ҡылыстарҙы һәм уҡ-яндарҙы таможня хеҙмәткәрҙәре үткәрмәҫкә уйлай. Ә беҙ барыбыҙ ҙа тынысбыҙ, сөнки юл дауамында бар проблемаларҙың да үҙенән-үҙе хәл ителеүенә күнегеп бөткәнбеҙ. Беҙҙе Салауат рухы үҙе ҡурсалап йөрөй, тимәк, барыһы ла яҡшы буласағына ышанабыҙ. Ысынлап та, бер ҡыҙ килеп сыҡты, хәлдең ниҙә икәнен һорашҡас, “минең әсәйем Стәрлетамаҡтан” тине һәм ҡоралдарҙы үткәрҙе.
Фәрит ҒӘБИТОВ: Тверь ҡалаһында экскурсияла йөрөйбөҙ. Бер ваҡыт яҡында ғына йыр ишетелә: “Өфө йүкәләре...” Баҡтиһәң, үҙебеҙҙең Башҡортостан студенттары, Мәскәүҙә уҡып йөрөйҙәр, бында экскурсияға килгән икән.
Зөһрә БУРАҠАЕВА: Ысынлап та ҡыҙыҡ булды. Йырлағандарын ихлас видеоға төшөрөп киләләр, беҙҙе күрмәйҙәр әле. Ипләп кенә яндарына килдек тә йырҙы күтәреп алдыҡ: “Беҙҙең хаҡта әле...” Тәүҙә бер ни ҙә аңламанылар, аҙаҡ тертләп киттеләр хатта. Шулай танышып, Башҡортостан флагы янында бергә фотоға төштөк.
Зөһрә БУРАҠАЕВА: Сәфәребеҙҙең тағы бер ҙур һөҙөмтәһе – Ҡазан, Чебоксар ҡалаларында урындағы Кинематографистар союзы менән һөйләшеүҙәр. Артабан бергә хеҙмәттәшлек итеүгә пландар ҡоролдо. Сыуаш-палестин дуҫлыҡ йәмғиәте вәкиле менән бик матур әңгәмә булды, ул беҙҙең менән килешеү төҙөргә тейеш. Алдағы кинофестивалдәрҙә беҙҙең башҡорт фильмдары ла ҡатнашасаҡ.
Фәрит ҒӘБИТОВ: Мәскәүҙәге “Госфильм” фондында булыуыбыҙ экспедициябыҙҙың тағы бер сағыу мәле булып иҫтә ҡалды. Был фонд донъяла иң ҙуры һанала, үҙендә миллиондан ашыу фильм һаҡлай. Унда беҙгә экскурсия ойошторҙолар, кинотаҫмаларҙың нисек һаҡланыуы, нисек ҡайтанан тергеҙелеүе хаҡында һөйләнеләр, һәр беребеҙгә совет фильмдары тупланған йыйынтыҡ бүләк иттеләр.
Зөһрә БУРАҠАЕВА: Сыуаш Республикаһында ла беҙҙе иҫ китмәле йылы ҡаршы алдылар. Әмәлгә ҡалғандай, Чебоксар ҡалаһында үҙенсәлекле йәрминкә ойошторолған мәлгә тура килдек. Һәр районға, ауылға Рәсәйҙең өлкә-республикалары бүлеп бирелгән, Малое Янгарчино ауылына Башҡортостан эләккән. “Ысын башҡорттарҙы күрһендәр әле!” тип йәрминкәгә ихлас саҡырҙылар беҙҙе. Шуныһы оҡшаны: унда туған сыуаш телдәре ныҡлы һаҡланған, оло йәштәгеләрҙең ҡайһылары русса йүнләп аңламай ҙа.
Беҙ сыуаш халҡына концерт әҙерләнек, Руслан ҡурайҙа уйнаны, Фәрит Фәтих улы “Перовский”ҙы бейене, Таңсулпан думбыра һәм бейеү менән сығыш яһаны, күмәк бейеү ҙә булды. Иң ҡыҙығы – Руслан тиҙ генә әҙерләнеп, ҡурайҙа сыуаш көйҙәрен дә башҡарҙы. Тамашасыларҙың быға иҫе китте. Араларында урындағы “Дуҫлыҡ күпере” ансамбле лә бар икән, инәйҙәр ҡурайға йыр менән ихлас ҡушылды.
Таңсулпан БУРАҠАЕВА: Фильмда ике сюжет һыҙығы бар: документаль һәм нәфис. Документаль өлөш өҫтөндә Мирас Хәмзә улы менән ҡыштан алып ентекле эш алып барҙыҡ, юл маршрутын төҙөнөк, туҡтаясаҡ ҡалалар менән бәйләнешкә индек, Салауат менән бәйле урындарҙы эҙләнек. Ҡайһы бер ерҙәргә сәфәр хатта осраҡлы рәүештә килеп сыҡты.
Фильмдың нәфис өлөшө хаҡында һүҙ йөрөткәндә, сюжет нигеҙенә Салауат менән Юлайҙың каторгаға юлланыуы, Рогервик ҡәлғәһендә үткән көндәре һалынған. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары Илдар Ғүмәров һәм Морат Рафиҡовты Эстониялағы кадрҙар өсөн театрҙағы тынғыһыҙ эшенән, өс көнгә булһа ла, һорап алырға форсат тыуҙы. Улар Өфөнән Палдискиға тура самолет менән осто. Баҡһаң, актерҙар ҙа, таможня аша бығауҙарын үткәргәндә, ҡыйынлыҡтарға тарып бөткән булып сыҡты.
Шуныһы ҡыҙыҡлы: Рогервик ҡәлғәһе урынында, диңгеҙ ярында яңынан таш сығарыу эштәренә тотонғандар ине. Был беҙгә фильмда тотҡондарҙың таш сығарыу эшен сағылдырыу өсөн бик уңайлы булды. Был таш өйөмдәре булмаһа, төшөрә лә алмаҫ инек бит.
Костюмдарға килгәндә, реконструкция менән байтаҡ йылдар бергә хеҙмәттәшлек иткән Илдар Ғатауллин, тегеү эштәрен Сәимә Хәсәнова үҙ өҫтөнә алды.
Фильм ҙур экрандарға көҙ айҙарында сығасаҡ, Салауат Юлаевтың баҡыйлыҡҡа күскән көнө 26 сентябргә тип яҡынса тоҫмаллайбыҙ. Тулы метражлы кино булғас, республика буйлап прокат эшләргә лә уйлайбыҙ. Экспедицияға ингән ҡалаларҙа йәшәүселәр фильмды күрһәтеү өсөн ҡабат саҡырып тора, бик булмаһа, скайп-осрашыу ярҙамында фильмды ҡарарға ҙур теләк белдерҙеләр.
Зөһрә БУРАҠАЕВА: Палдиски тулыһынса Салауат рухы менән һуғарылған. Беҙ йыш барып тамаҡ ялғаған тавернаның Галина исемле хужабикәһенә тиклем Салауат Юлаевҡа арнап шиғыр яҙған булып сыҡты. Ул беҙҙе ихлас ҡаршы алып ҡына ҡалманы, Салауат Юлаев хаҡында эстондарҙан быуындан быуынға тапшырылып килгән ҡайһы бер мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты, ҡайһы бер урындағылар фекере буйынса уның ҡәбере һаналған ерҙе лә алып барып күрһәтте. Акациялар уратып алған матур ғына урын икән. Галинаның Андрей исемле кейәүе һәүәҫкәр рәссам булып сыҡты, уның ике һүрәте Салауат Юлаевҡа бағышланған.
Таңсулпан БУРАҠАЕВА: Салауаттың ҡәбере хаҡында һүҙ йөрөткәндә, халыҡ араһында ике фараз бар. Галинаның һөйләүе буйынса, каторгалағы тотҡондар үлгәс, барыһын да бер урынға, һаҙлыҡҡа, алып барып ауҙарғандар. Аҙаҡ был урында сиркәү төҙөргә булғас, кеше һөйәктәре күп табыла. Ул беҙгә ошо урынды алып барып күрһәтте. Икенсе версияһын Галина легенда булараҡ бәйән итте: Рогервик ҡәлғәһе урынында сирень ағастары бар, Салауат, бәлки, шул урында ерләнгәндер, тигән фараз йөрөй.
Зөһрә БУРАҠАЕВА: Ҡала буйлап сәфәр ҡылғанда бер сиркәү тирәһенә туҡталдыҡ. Уны тыштан ғына төшөрөп алырға йыйынған саҡта, оло йәштәрҙәге инәй килеп сығып, сиркәүҙе асты. Эскә үттек, үҙ-ара ла, уға ла Салауат хаҡында әле бер һүҙ ҙә әйтеп өлгөрмәнек, инәй батыр хаҡында үҙе һүҙ башланы.
Салауат Юлаев исемендәге урам, уның хаҡында тыуған яҡты өйрәнеү музейында булған мәғлүмәттәр... Киләсәктә Башҡортостан менән Палдиски араһында бәйләнештәр нығыр, тип уйлайым. Ошо йүнәлеш менән ҡыҙыҡһынған егет-ҡыҙҙар Башҡортостан – Эстония автобус маршруты өҫтөндә ныҡлап эшкә лә тотонған.
Мирас ИҘЕЛБАЕВ: Тағы ла бер ҡыҙыҡлы, иғтибарҙы үҙенә йәлеп иткән күренеш: эстон халҡы сиркәүҙәрҙә доға ҡылғанда башҡа изге йәндәр менән бергә Салауаттың да исемен телгә ала икән.
Илсур ИШӘЕВ: Мирас Хәмзә улы беҙҙе Салауат хаҡында ысын документтар һаҡланған архивҡа алып барҙы. Документтарҙа Салауат Юлаевтың үлгән көнө яҙып ҡалдырылған, әммә ҡайҙа ерләнгәне күрһәтелмәгән.
“Салауат рухы беҙҙе ҡурсалап йөрөттө” тинеләр киноэкспедиция вәкилдәре. Уйлап ҡараһаң, улар үҙҙәре лә был сәфәр, уның емеше булып тиҙҙән экрандарға сығасаҡ фильм менән Салауат рухын ҡурсалап ҡына ҡалманы, яңы бейеклеккә күтәрҙе бит.