Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күҙ йәштәре менән килгән байрам
Бөйөк Ватан һуғышы, иң шанлы, иң данлы осорҙарҙың береһе булып, тарихыбыҙҙа мәңгелеккә урын алған. Ваҡыт үтеү менән уның әһәмиәте һис тә кәмемәй, киреһенсә, арта ғына. Илебеҙҙең хәрби ҡеүәтен генә түгел, халҡыбыҙҙың рухи ныҡлығын, берҙәмлеген, Ватанына тәрән һөйөүен һынландырыусы Бөйөк Еңеү байрамы ла йылдан-йыл көслөрәк хистәр тыуҙыра.
9 Майҙы Рәсәй кимәлендә оло тантана итеп үткәреү дәһшәтле дәүерҙә Тыуған илебеҙҙең именлеген, азатлығын яҡлап яуҙа ҡатнашҡан, тылда хеҙмәт иткән атай-олатайҙарыбыҙға, әсәй-өләсәйҙәребеҙгә хөрмәт күрһәтеү, уларҙың илһөйәрлеге, батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге алдында баш эйеү, был донъяла булмағандарын иҫкә алыу йолаһы тип ҡабул ителһә лә, байрамдың төп мәғәнәһе — ватансылыҡ хисен тәрбиәләү, йәш быуын вәкилдәрен тыныс тормоштоң ҡәҙеренә нығыраҡ төшөндөрөү. Был маҡсатҡа дәүләтебеҙ етәкселеге ҙур иғтибар бүлә. Һуңғы йылдарҙа Бөйөк Еңеүгә арнап Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙанда үткәрелгән хәрби парадтың тергеҙелеүе, Рәсәй төбәктәрендә, һәр район һәм ҡалала 9 Майҙың киң билдәләнеүе, яугир ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре өсөн социаль программаларҙың артыуы — шуға аныҡ дәлил.
Сәйәси ҡоролош, ижтимағи ҡараштар алмашынһа ла, рухи йәһәттән яңынан-яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килеп, ҡиммәттәр үҙгәрһә лә, тарихыбыҙҙы ҡайтанан яҙырға тырышыусылар осрап торһа ла, миллиондарса ҡорбан килтергән, кешелекте ҡара ҡайғыға һалған Бөйөк Ватан һуғышы бер ваҡытта ла хәтеребеҙҙән юйылмаясаҡ, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы онотолмаясаҡ. Бөйөк Еңеү, күҙ йәштәре менән һуғарылған, илһөйәрлек, ғорурлыҡ, тулҡынланыу, фашизмға ҡарата нәфрәт, тыныслыҡҡа ынтылыш кеүек хистәрҙе берләштергән үҙенсәлекле байрам булып, киләсәк быуаттарҙа ла билдәләнер.
Өфө. Ҡала мәҙәниәт һарайында Еңеү көнөнә арналған тантаналы байрам сараһы үтте. Унда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл эшсәндәре саҡырылғайны
Баш ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ветерандарҙы Еңеү көнө менән тәбрикләне.
— Беҙҙең өсөн ошо байрамдан да иҫтәлеклерәк, мөһимерәк ваҡиға, тантана юҡ, — тине ул. — Был көн батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм ышаныс, яҡындарыбыҙҙы юғалтыу ҡайғыһы менән һуғарылған.
Башлыҡ, һуңғы йылдарҙа Өфөлә 900 ветеран торлаҡ шартын яҡшыртты, тип билдәләне. Уларҙың торлағын төҙөкләндереү буйынса эш әле лә дауам итә.
— Өлкәндәр өсөн халыҡ университеты эшендә 2 меңдән ашыу ветерандың ҡатнашыуы барыбыҙ өсөн дә ҡыуаныслы хәл. Улар өҫтәмә белем алып, ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итергә әҙер, — тине Ирек Ялалов.
Өфө хакимиәте башлығы, республика Президентының башланғысына ярашлы, Башҡортостанда һәм Өфөлә ололар өсөн социаль туризмдың үҫеш алыуын билдәләне. Ҡала, республика һәм Рәсәй буйынса экскурсиялар, танышыу сәфәрҙәре ойошторола.
Мәҙәниәт һарайында үткән байрамды вокаль һәм хореографик коллективтар дауам итте. Ветерандар алдында “Мираҫ” бейеү ансамбле, балалар хоры һәм башҡа ижади төркөмдәр сығыш яһаны.

* * *

Балаҡатай. Районда Еңеү байрамын ҙур әҙерлек менән ҡаршылайҙар. 9 Майҙа үтәсәк Еңеү парадында һуғыш һәм тыл ветерандары, хәрби хеҙмәттә булыусылар, хеҙмәт коллективтары менән мәктәп уҡыусылары ҡатнаша. Урам буйлап автоколонна уҙасаҡ. Район хакимиәте башлығы П. Мехоношин байрам менән тәбрикләп сығыш яһаясаҡ, шулай уҡ Ҡыйғы һәм Балаҡатай хәрби комиссариаты начальнигы урынбаҫары Р. Усманов та халыҡты ошо оло байрам менән ҡотлаясаҡ. Һуңынан Мәңгелек ут алдына сәскә һалынасаҡ, һәр кем һалдат бутҡаһын тәмләп ҡарай аласаҡ. Район таланттары тарафынан әҙерләнгән концерт та бөтәһенең дә күңеленә хуш килер, моғайын. Ә кисен Бөйөк Еңеү өсөн ғүмерен һәм көсөн аямай көрәшкәндәр иҫтәлегенә салют яңғыраясаҡ.
Бөгөн Балаҡатай районында 35 ветеран йәшәй. Мәрхүм ике ветерандың ҡатындары Хәлимә Сәфиуллина менән Сәлимә Дилмөхәмәтова быйыл торлаҡлы булып ҡыуанды, тип хәбәр иттеләр беҙгә район хакимиәтенән.

* * *

Мәсетле. Байрам район үҙәге Оло Ыҡтамаҡтың Еңеү паркында митинг менән башланасаҡ. Бында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың һәйкәленә сәскә һалынасаҡ.
Һуңынан байрам саралары үҙәк майҙанға күсәсәк: мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа сәхнәләштерелгән тамаша әҙерләгән. Шулай уҡ уҡыусы балалар, йәштәр һәм предприятие вәкилдәре араһында күптән йолаға әйләнгән еңел атлетика эстафетаһы үтәсәк. Район башлығы И. Могильников ветерандарҙы тантаналы рәүештә ҡабул итә. Ә кисен йәштәр өсөн дискотека һәм байрам фейерверкы ҡаралған.
Бөгөн Мәсетлелә 37 һуғыш ветераны иҫән ҡалған, уларҙың барыһы ла торлаҡлы булып килә. Мәҫәлән, быйыл ғына 24 һуғыш һәм хеҙмәт ветераны яңы йортҡа күсеп ҡыуанған.

* * *

Бөрйән. Бөйөк Еңеүгә әҙерлекте бөрйәндәр күптән башлаған. Һәр ауылда һуғыш ветерандарын, уларҙың тол ҡатындарын, тыл хеҙмәтсәндәрен тәбрикләү тантаналары үтә. Район үҙәге Иҫке Собханғолдағы һәйкәл тәртипкә килтерелде. Мәктәптәрҙә һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары менән осрашыуҙар үтә.
9 Майҙа Иҫке Собханғолда үтәсәк байрам тантанаһына ветерандар бөтөн ауылдарҙан киләсәк. Бөгөн районда 11 ветеран ҡалған. Бөтәһе лә тиерлек һигеҙенсе тиҫтәне үткән. Араларында туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуғаны ла бар. Уларҙың барыһына ла яңы фатирға асҡыс тапшырылған.
Байрам көнө Еңеү парады буласаҡ, унда райондың бөтөн ойошмалары ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ һалдат һәйкәленә сәскә һалыу, Еңеү аллеяһында ветерандар менән бергә фотоға төшөү, уларға бүләктәр тапшырыу ҡаралған. Район оҫталары әҙерләгән концерт та тантанаға йәм өҫтәйәсәк.
Д. МӘЖИТОВ, Л. ИҪӘНҒОЛОВА, Р. ЗӘЙНУЛЛИН әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә